Быуат
Быуат — ваҡыт үлсәме берәмеге, йөҙ йылдан тора. Хәҙерге ваҡыт иҫәбендә һәр быуат беренсе йылдан башлана, йөҙгә тигеҙ бүленгән йыл менән бөтә. Мәҫәлән, 20-се быуат 1901-се йылдың 1-се ғинуарында башланып, 2000-се йылдың 31-се декабрендә бөткән.
Григориан календары буйынса
үҙгәртергәГригориан календары буйынса I быуат 1 йылдың 1 ғинуарынан башлана һәм 100 йылдың 31 декабрендә бөтә. II быуат 101 йылда башлана, III быуат — 201 йылда башлана. Быуаттың һуңғы һаны быуат һанынын башлана (мәҫәлән, 1900 йыл —XIX быуаттың һуңғы йылы). XX быуат 1999 йылдың 31 декабрендә бөттө тип иҫәпләү дөрөҫ түгел, XX быуат 2000 йылдың 31 декабрендә бөтә. Бынан тыш, был системала «нуленсе быуат»ҡа урын юҡ. Б.э.т. I быуаттан, б.э. I быуаты башлана.
Беренсе быуат 1-се йылда башланып 100-cө йылда бөткән. Ноль һанлы быуат булмаған. Беҙ 21-се быуатта йәшәйбеҙ, ул 2001-се йылда башланған.
200 | 199 | ... | 102 | 101 | 100 | 99 | ... | 2 | 1 | 1 | 2 | ... | 99 | 100 | 101 | 102 | ... | 199 | 200 |
Б. э. т. II быуат. | Б. э. т I быуат. | Б. э. I быуат. | Б. э. II быуат. |
Астрономик ваҡыт
үҙгәртергәАстрономик быуат Б. э. 1 йылынан түгел, ә нуленсе йылынан башлана. Шулай итеп астронимик быуат 0-дән 99 йылдарҙан тора.
Яҙыу
үҙгәртергәЯҙғанда быуаттар рим йәки ғәрәп һандары менән билдәләнә.
Был ваҡыт тураһында тамамланмаған мәҡәлә. Һеҙ мәҡәләне төҙәтеп һәм тулыландырып проектҡа ярҙам итә алаһығыҙ. |