Location via proxy:   [ UP ]  
[Report a bug]   [Manage cookies]                

Парагвай

Көньяҡ Америкала диңгеҙгә сығыу юлы булмаған дәүләт

Парагвай Республикаһы (исп. Paraguay, гуар. Paraguái), рәсми атамаһы — Парагва́й Республикаһы[4] (исп. República del Paraguay [reˈpuβlika ðel paɾaˈɣwai], гуар. Tetã Paraguái)— Көньяҡ Америкала диңгеҙгә сығыу юлы булмаған дәүләт. Көньяҡта һәм көньяҡ-көнбайышта Аргентина, төньяҡ-көнбайышта Боливия (шулай уҡ диңгеҙгә сыҡмайынса), көнсығышта һәм төньяҡ-көнсығышта Бразилия менән сиктәш. Гуарани теленән тәржемәлә «парагвай» ике үҙәнгә эйә булған «бөйөк йылғанан», Парана тигәнде аңлата. Көньяҡ Америкала үҙәк урында урынлашыуы сәбәпле Парагвайҙы ҡайһы берҙә «Американың йөрәге» (исп. Corazón de América) тип атайҙар. 2015 йылғы баһалауҙар буйынса, Парагвайҙа 7 миллион кеше йәшәй. Дәүләттең баш ҡалаһы һәм иң ҙур ҡала — Асунсьон. Рәсми телдәр — испан һәм гуаран телдәре, икеһе лә киң ҡулланыла. Халыҡтың күпселеген метистар тәшкил итә. Гуарани индейҙары Парагвай территорияһында испандар килер алдынан, XVI быуатта, Парагвай Испания колониаль империяһына әйләнгәс, йәшәй, Парагвай 1811 йылда Испаниянан бойондороҡһоҙлоҡ ала.

Парагвай Республикаһы
исп. República del Paraguay
гуар. Tetã Paraguái
Парагвай гербы
Флаг {{{Герб урынына}}}
Девиз: «Paz y justicia
(исп.
«Мир и правосудие»
Гимн: «Paraguayos, República o Muerte»
Үҙаллылыҡ датаһы 15 май 1811Испании)
Рәсми тел испанский и гуарани
Баш ҡала Асунсьон
Эре ҡалалар Асунсьон, Сьюдад-дель-Эсте
Идара итеү төрө Президентская республика
Президент
Вице-президент
Орасио Картес
Хуан Офара
Территория
• Бөтәһе
• % һыу өҫтө
58
406 752 км²
2,3
Халыҡ
• Һаны (2009)
• Халыҡ тығыҙлығы

6 349 000[1] чел. (101)
15,6 чел./км²
ЭТП
  • Бөтәһе (2004)
  • Бер кешегә

27,6 млрд долл. (96)
4,347 долл.
КПҮИ (2013) 0,669[2] (средний) (111 урын)
Валюта Гуарани (PYG, код 600)
Интернет-домен .py
Код ISO PY
МОК коды PAR
Телефон коды +595
Сәғәт бүлкәте -4

Этимология

үҙгәртергә

Бөгөнгө Парагвай биләмәһе XVI быуатта испан илбаҫарҙары тарафынан баҫып алына һәм Перуҙың вице-короллегенә индерелә, әммә XVII быуатта Парагвай гидронимынан аталған «Парагвай» вице-губернаторлығына бүленә. Парагвай индейҙарҙың Paraguay һүҙенән килеп сыҡҡан, ул ҡайһы бер урындағы индейҙар диалектында «Мөгөҙлө йылға» тигәнде аңлата[5]. 1811 йылда Парагвай Республикаһы (исп. República del Paraguay) иғлан ителә, һәм шунан алып илдең исеме үҙгәрмәй.

XVI быуатҡа тиклем Парагвайҙа иген үҫтереүсе гуарани ҡәбиләләре һәм тоба, мокови, матако ҡәбиләләренең һунарсылары һәм балыҡ тотоусылары йәшәй[6].

 
Парагвай президенты Хосе Патрисио Гуджари
  • 1537 — испандар тарафынан Асунсьонға нигеҙ һалыныу.
  • 15421640 — Испанияның Перу вице-короллеге составында.
  • 1609 — иезуиттарҙың килеп инеүе.
  • 1617 — Парагвай территорияһы Испанияның Перу вице-короллеге сиктәрендә автономия ала. Урындағы власты иезуиттар ордены башҡара.Иезуиттар индейҙарҙан ҡолдар артынан Бразилия һунарсыларына ҡаршы оборона отрядтары ойоштора. Индейҙар махсус ауылдарға — иезуит редукцияларына беркетелә, уларҙың башында рухани һәм иезуиттар тора. Һуңғыларының ярҙамсылары урындағы индейҙарҙан йыйыла, улар коррехидор (идарасы) һәм алькальд (староста) дәрәжәһен йөрөтә.
  • 1768 — испан властары фетнәлә ғәйепләп иезуиттар ордены вәкилдәрен Парагвайҙан ҡыуып сығара.
  • 1776 — Парагвай Рио-де-ла-Плата вице-короллеге составына инә.
  • 18101811 — Парагвай кампанияһы. Парагвайға Көньяҡ Америка Берләшкән провинциялары ғәскәрҙәре баҫып инә.
  • 1811 — Испаниянан Рио-де-Ла-Платаның бойондороҡһоҙлоғон иғлан итеү үҙе иғлан иткән дәүләт эсендә үҙәктән ситкә тайпылыу тенденцияларын тыуҙыра, һөҙөмтәлә Парагвай Испаниянан да, шулай уҡ Аргентинанан да айырылып сыға. Парагвайҙың ғүмерлек диктаторы Хосе Родригес де Франсия була[7].
  • 18441862 — Карлос Антонио Лопес хакимлығы.
  • 1848 — индейҙарҙың креолдар менән тиң хоҡуҡлығы.
  • 18621870 — Франсиско Солано Лопес хакимлығы.
  • 18661870 — ил өсөн милли һәләкәт булған Парагвайҙың Бразилия, Аргентина һәм Уругвай менән һуғышы: Парагвай территорияһының яртыһын тиерлек юғалта, халҡы 60—70 % кәмей, шул иҫәптән ир-ат халҡы ҡайһы бер баһалар буйынса 9 тапҡырға кәмей[8].
  • 1887 — эре ер биләүселәр мәнфәғәтен сағылдырған «Колорадо» партияһына нигеҙ һалыу.
  • 19221923 — Парагвайҙа граждандар һуғышы (1922—1923).
  • 19241928 — Хосе Элихио Айял хакимлығы.
  • 19321935 — Боливия менән Чак һуғышы. Парагвай еңеп сыға, әммә яулап алған ерҙәрҙе АҠШ корпорациялары эшкәртә башлай.
  • 1936 — Чак һуғышы ветерандары түңкәрелеше.
  • 19401948 — генерал Мориньиго диктатураһы
  • 19541989 — стронизм режимы, генерал Альфредо Стресснер диктатураһы.

Сәйәси структура

үҙгәртергә

Башҡарма власть

үҙгәртергә

Дәүләт һәм хөкүмәт башлығы - халыҡ биш йылға һайлаған президент. Уның ҡулында башҡарма власть тупланған. Конституцияға ярашлы, Президент ҡораллы көстәрҙең баш командующийы булып тора, министрҙар кабинетын һәм урындағы хакимиәт етәкселәрен тәғәйенләй.

2008 йылда президент һайлауында, 41 процент тауыш йыйып, Алмаштар өсөн Патриотик Альянс башлығы Фернандо Луго еңеп сыға. 2012 йылдың 22 июнендә Парагвай Сенаты, ерһеҙ крәҫтиәндәр ихтилалын баҫтырыу өсөн хәрби көс ҡулланыуға бәйле, Лугоға импичмент иғлан итә[9][10]. Уның урынын вице-президент Федерико Франко биләй. 2013 йылда президент булып Орасио Картес тора. 2018 йылда Парагвайҙа дөйөм һайлауҙарҙа Марио Абдо Бенитес (вазифаға 15 августа инде) Парагвай президенты итеп һайлана.

Закондар сығарыу власы

үҙгәртергә

Парламент — ике палаталы Конгресс, 45 сенатор һәм 80 депутат халыҡ тарафынан биш йылға һайлана. Сенаторҙар дөйөм милли партия исемлектәре буйынса, ә Депутаттар палатаһы ағзалары департаменттарҙан һәм баш ҡала округынан һайлана.

Сенат илдең Юғары суды, ҡораллы көстәре, полиция һәм үҙәк банкы етәкселәрен тәғәйенләүҙе раҫлай.

Парламент закондар сығарыу инициативаһы менән сығыш яһай һәм президент ветоһын йырып сыға ала. 2013 йылдың апрелендә үткән һайлау һөҙөмтәләре буйынса депутаттар палатаһында 5 партия күрһәтелгән:

  • Милли Республика Ассоциацияһы (Колорадо партияһы) ANR — 44 депутат (уң)
  • Аутентик либераль-радикаль партия PLRA — 27 (центристик)
  • «Этник граждандарҙың милли союзы» — 2 (уң)
  • Киң фронт — 1 (һул)
  • Милли берләшмә партияһы — 2 (һул үҙәклеләр)
  • Алға, ил — 2 (һул үҙәклеләр)
  • Һөйөклө Ватан — 1 (хоҡуҡи үҙәкләшеү)
  • Прогрессив демократик партия — 0 (һулцентристик)

Географик мәғлүмәттәр

үҙгәртергә

Парагвай Республикаһы Көньяҡ Американың үҙәк өлөшөндә урынлашҡан, диңгеҙгә сығыу юлы юҡ. Парагвай төньяҡ-көнсығышта һәм көнсығышта Бразилия, көньяҡ-көнсығышта, көньяҡта һәм көньяҡ-көнбайышта Аргентина, төньяҡ-көнбайышта һәм төньяҡта Боливия менән сиктәш. Ил Парагвай йылғаһы менән ике тигеҙ булмаған өлөшкә бүленгән. Йылғанан көнбайышҡа табан Гран-Чако өлкәһе урынлашҡан сүллек, ул ил майҙанының яҡынса 60 процентын биләй. Халыҡтың төп өлөшө тупланған көнсығышта уңдырышлы тигеҙ ерҙәр һәм субтропик урмандар урынлашҡан. Илдең дөйөм майҙаны 406 752 км².

Административ бүленеш

үҙгәртергә
 
Административное деление Парагвая
Департамент (округ) Административ үҙәк
1 Альто-Парагвай Фуэрте-Олимпо
2 Альто-Парана Сьюдад-дель-Эсте
3 Амамбай Педро-Хуан-Кабальеро
4 Баш ҡала округы    Асунсьон
5 Бокерон Филадельфия
6 Каагуасу Коронель-Овьедо
7 Каасапа Каасапа
8 Канендию Сальто-дель-Гуайра
9 Сентраль Арегуа
10 Консепсьон Консепсьон
11 Кордильера Каакупе
12 Гуайра Вильяррика
13 Итапуа Энкарнасьон
14 Мисьонес Сан-Хуан-Баутиста
15 Ньеэмбуку Пилар
16 Парагуари Парагуари
17 Пресиденте-Аес Посо-Колорадо
18 Сан-Педро Сан-Педро

Иҡтисады

үҙгәртергә

Парагвай — аграр ил, донъяла иң күп соя етештереүселәрҙең береһе (донъяла 6-сы урында).

2009 йылда йән башына эске тулайым продукт - 4,1 мең доллар (донъяла 154-се урын). Фәҡирлек кимәленән түбәнерәк - халыҡтың 52 % (2006). 2018 йылдың 1 июленән хеҙмәткә түләүҙең минималь күләме, 2018 йылдың 22 июнендә Орасио Картес ҡул ҡуйған 9088/18-се декретҡа ярашлы, ₲ 2 122 562-гә тиң (яҡынса $350.68)[11][12][13][14][15][16][17][18][19][20][21][22].

Ауыл хужалығы (Эске тулайым продукттың 22 проценты, эшләүселәрҙең 31 проценты) — мамыҡ үләне, шәкәр ҡамышы, соя, кукуруз, бойҙай, тәмәке, кассава (тапиока), емеш-еләк, йәшелсә; ит-һөт малсылығы, сусҡалар, ҡош-ҡорт; ағас әҙерләү.

Сәнәғәт (тулайым эске продукттың 18 проценты, эшләүселәрҙең 17 проценты) — шәкәр, цемент, туҡыма, эсемлектәр, урман материалдары етештереү; гидроэнергетика.

Хеҙмәтләндереү өлкәһе — эске тулайым продукттың 60 проценты, эшләүселәрҙең 52 проценты.

2012 йыл аҙағында Парагвай президенты Федерико Франко Чаконың ярымсүл зонаһында нефть ятҡылығы табылыуын белдерә. Был Парагвайҙың башҡа илдәргә энергетик бәйлелек осоро тамамланыуы хаҡында һөйләүе мөмкин[23].

2018 йылда Парагвайҙың ҡомарлы уйындар көйләүсеһе Amambay Hotel Casino эшмәкәрлегенә лицензия бирә, ул Латин АМерикаһында тәүге легаль уйын йорто була. Тендер шарттары буйынса, Педро-Хуан-Кабальеро ҡалаһында казино үҙенең килеменән 20 процентын хөкүмәт бюджетына түләйәсәк[24].

Тышҡы сауҙа

үҙгәртергә

Төп экспорт тауарҙары[25] — соя һәм соя продукттары (дөйөм күләмдән 35 процентҡа тиклем), электр энергияһы (дөйөм күләмдән 24 процент), ит (башлыса һыйыр ите), дөгө, кукуруз, бойҙай, ағас, күн һәм тире, алтын.

Парагвай тауарҙарының төп һатып алыусылары (2016 йылда) — Бразилия — 34 % ($2,99 млрд долл.), Аргентина — 9,3 % ($0,810 млрд долл.), Рәсәй — 7,5 % ($0,654 млрд долл.), Чили — 6,2 % ($0,540 млрд долл.) һәм Италия — 3,7 % ($0,323 млрд долл.).

Основные импортные товары (9,7 млрд долл. в 2016 г.) — нефтепродукты, машины и оборудование, пестициды и другие химикаты, металлопрокат, продовольствие.

Импортты төп һатыусылар (2016 йылда) — Ҡытай — 27 % ($2,65 млрд долл.), Бразилия — 24 %($2,3 млрд долл.), Аргентина — 12 % ($1,15 млрд долл.), АҠШ — 7,6 % ($0,733 млрд долл.) һәм Чили — 4,3 % ($0,414 млрд долл.)

Халыҡ һаны

үҙгәртергә
 
2020 йылға Парагвай халҡының йәш-енес пирамидаһы

Халҡы һаны — 7,0 млн (2010 йылдың июленә ҡарата). Йыллыҡ үҫеш - 1,3%.

Ир-егеттәрҙең уртаса ғүмер оҙонлоғо - 73, ҡатын-ҡыҙҙарҙың 79 йәш.

Иммун дефициты вирусы менән зарарланыу - 0,6%.

Халыҡтың 60 проценты (2008 й.) ҡала ерендә йәшәй.

Грамоталылыҡ - 94 % (2003 йылғы баһа).

Этно-раса составы (баһа) - 95 % метистар, башҡалар 5 %. Рәсми статистикала этник йәки раса иҫәпкә алынмай.

Телдәре — испан һәм гуарани, икеһе лә рәсми. Латин Америкаһының башҡа илдәренән айырмалы рәүештә, Парагвайҙа милләт-ара аралашыу өсөн төп халыҡтың теле, гуарани теле киң ҡулланыла. Халыҡтың 37 проценты күбеһенсә гуарани телендә һөйләшә, 50 проценты испан һәм гуарани телдәрен берҙәй белә, халыҡтың 7 % башлыса испан телендә һөйләшә. Халыҡтың ҙур булмаған өлөшө португал һәм немец телдәрен белә.

Дин — католиктар 89,6 %, протестанттар — 6,2 %, башҡа христиандар — 1,1 %, башҡалар һәм билдәһеҙҙәр — 1,9 %, атеистар — 1,1 % (2002 йылғы халыҡ иҫәбен алыу буйынса). Протестанттар Алла Ассамблеяларынан диндарҙар, баптистар, лютерандар, меннониттарҙан тора.

Мәҙәниәт

үҙгәртергә

Парагвай мәҙәниәтенең иң эре эшмәкәрҙәренең береһе — Хосефина Пла (1903—1999), шағирә, романдар һәм хикәйәләр авторы, ул шулай уҡ нәфис керамика өлкәһендә лә эшләгән. Парагвайҙың билделе яҙыусылары араһында — Сервантес премияһы лауреаты Аугусто Роа Бастос (1917—2005).

Классик гитарасы һәм композитор Агустин Пио Барриос (Мангоре) (1885-1944) — Европала танылыу яулаған беренсе Көньяҡ Америка гитарасыһы; классик гитаралар өсөн өс йөҙҙән ашыу әҫәр авторы.

Милли музыка ҡоралы — парагвай арфаһы.

Иҫтәлекле урындары

үҙгәртергә

Парагвайҙың төп архитектура-тарихи иҫтәлекле урыны — иезуиттарҙың Ла-Сантисима-Тринидад-де-Парана Миссияһы.

Тәбиғәт ҡомартҡылары араһында — бер нисә милли парк: Серро Кора, Ньякундай, Дефенсорес-дель-Чако, Ипоа, Ипакараи, Ибикуи милли паркы һ.б.

Иҫкәрмәләр

үҙгәртергә
  1. Department of Economic and Social Affairs Population Division (2009). «World Population Prospects, Table A.1» (.PDF) (United Nations).
  2. Human Development Report 2013. United Nations Development Programme (14 март 2013). Дата обращения: 14 март 2013. 2014 йыл 8 июль архивланған.
  3. https://data.iana.org/time-zones/tzdb-2021e/southamerica
  4. Словарь географических названий зарубежных стран, 1986, с. 274
  5. C.M.Caddel. Historia de los misiones en el Japon y Paraguay. Madrid, 1858, стр.287
  6. Парагвай. БСЭ. 1969—1978
  7. Верховный F. Дата обращения: 17 апрель 2007. Архивировано 27 апрель 2020 года. 2020 йыл 27 апрель архивланған.
  8. Holocausto paraguayo en Guerra del ’70. Дата обращения: 1 июль 2010. Архивировано из оригинала 22 май 2011 года. 2012 йыл 29 февраль архивланған.
  9. Сенат Парагвая отправил в отставку президента страны Фернандо Луго. Дата обращения: 29 ноябрь 2019. Архивировано 18 июль 2012 года.
  10. Президент Парагвая отправлен в досрочную отставку. Дата обращения: 29 ноябрь 2019. Архивировано 25 май 2013 года.
  11. Источник. Дата обращения: 17 февраль 2019. Архивировано 26 июнь 2018 года.
  12. Salario mínimo: Ejecutivo decreta aumento de G. 71.000 | salario mínimo, Conasam, Poder Ejecutivo, Ministerio de Trabajo, Banco Central del Paraguay, Paraguay, Horacio Cartes. Дата обращения: 17 февраль 2019. Архивировано 29 август 2018 года.
  13. Источник. Дата обращения: 17 февраль 2019. Архивировано 17 февраль 2019 года. 2019 йыл 17 февраль архивланған.
  14. Hacienda incluirá reajuste del mínimo en el PGN 2019 — Economía — ABC Color. Дата обращения: 29 ноябрь 2019. Архивировано 28 май 2019 года.
  15. Los salarios mínimos de Latinoamérica al iniciar el 2019. Дата обращения: 17 февраль 2019. Архивировано 17 февраль 2019 года.
  16. El nuevo salario mínimo será de G. 2.112.562 desde el mes de julio | salario mínimo, CUT, Gobierno de Cartes, Ministerio de Trabajo. Дата обращения: 17 февраль 2019. Архивировано 17 февраль 2019 года.
  17. La Nación / Nuevo salario mínimo rige desde el 1 de julio. Дата обращения: 17 февраль 2019. Архивировано 17 февраль 2019 года.
  18. Sueldo mínimo aumenta a G. 2.112.562 — Paraguay.com. Дата обращения: 17 февраль 2019. Архивировано 17 февраль 2019 года.
  19. El 50 % no llega al sueldo mínimo — Nacionales — ABC Color. Дата обращения: 29 ноябрь 2019. Архивировано 8 апрель 2019 года.
  20. Salario mínimo en Paraguay 2020 ⇒ Datos de octubre. Дата обращения: 17 февраль 2019. Архивировано 17 февраль 2019 года. 2019 йыл 17 февраль архивланған.
  21. Архивированная копия. Дата обращения: 29 ноябрь 2019. Архивировано из оригинала 17 февраль 2019 года. 2019 йыл 17 февраль архивланған.
  22. Источник. Дата обращения: 17 февраль 2019. Архивировано 18 февраль 2019 года.
  23. В Парагвае нашли нефть. rbc.ru. Дата обращения: 4 июнь 2015. Архивировано из оригинала 4 июнь 2015 года.
  24. В Парагвае открылось первое наземное казино в Латинской Америке. Дата обращения: 29 ноябрь 2019. Архивировано 14 апрель 2021 года.
  25. Внешняя торговля Парагвая по данным atlas.media.mit.edu. Дата обращения: 19 ноябрь 2018. Архивировано из оригинала 10 апрель 2019 года.
  26. 26,00 26,01 26,02 26,03 26,04 26,05 26,06 26,07 26,08 26,09 26,10 26,11 26,12 26,13 26,14 26,15 26,16 26,17 26,18 26,19 26,20 26,21 26,22 26,23 26,24 26,25 26,26 26,27 26,28 26,29 26,30 26,31 26,32 26,33 26,34 26,35 26,36 26,37 26,38 26,39 26,40 26,41 26,42 26,43 26,44 26,45 26,46 26,47 26,48 26,49 26,50 26,51 26,52 26,53 база данных Всемирного банкаДонъя банкы.
  27. http://www.dgeec.gov.py/sub_index/Pobreza/Proyeccion%20Densidad%20Tasa%202012.pdf
  28. база данных Всемирного банкаДонъя банкы.

Һылтанмалар

үҙгәртергә