Location via proxy:   [ UP ]  
[Report a bug]   [Manage cookies]                
Эстәлеккә күсергә

Натюрморт: өлгөләр араһындағы айырма

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Эстәлек юйылған Эстәлек өҫтәлгән
Үҙгәртеү аңлатмаһы юҡ
95 юл: 95 юл:
* [http://stilleben.narod.ru/ Сайт о натюрмортах]
* [http://stilleben.narod.ru/ Сайт о натюрмортах]
* [http://onaturmorte.ru/ Блог о натюрмортах]
* [http://onaturmorte.ru/ Блог о натюрмортах]
{{БЭ}}

{{викилаштыр}}
{{викилаштыр}}



14:41, 29 октябрь 2014 өлгөһө

Виллем Кальф. Ҡытай (син) аш һауыты менән натюрморт. 1660. Картиналар галерияһы . Берлин
Франсиско де Сурбаран. Лимондар, әфлисундар һәм рауза менән натюрморт. 1633. Нортон Саймон музейы. Пасадина
Анри Фантен-Латур. Сәскәләр һәм емештәр менән натюрморт. 1865. Орсе музейы. Париж

Натюрмо́рт (франц. nature morte — «үле тәбиғәт») — һынлы сәнғәттә йәнһеҙ тәбиғәттең һүрәтләнеше. Портреттан айырмалы булараҡ, жанр, тарих һәм пейзаж тематикалары бар.

Мәғлүмәт

Һынлы сәнғәт (башлыса станоктағы рәсем сәнғәтендә, графикала) жанры; ғәҙәттә тормош‑көнкүреш мөхитендә ҡулланылған һәм төркөмләп урынлаштырылған әйберҙәрҙе һүрәтләү. Натюрморт кеше, хайуан, ҡош, бөжәктәр һүрәтләнгән булырға мөмкин. Натюрморт сағылдырылған әйберҙәр үҙ аллы йөкмәткегә эйә; был жанр әҫәрҙәрендә предметтарҙың төҙөлөшөнә һәм деталдәренең күләменә, фактураһына һәм уларҙың урынлашыуына, пластик маҡсатына ҙур иғтибар бүленә. Натюрморт шулай уҡ әйберҙәр, уларҙың хужаһының социаль хәле һәм тормош рәүеше тураһында ҡараш тыуҙырырға, йәшерен мәғәнәһе булыуы арҡаһында кәүҙәләндерелгән образ хаҡында күп фекерҙәр, сағыштырыуҙар барлыҡҡа килтереп була.

XVII быуат нидерланд натюрморты

Нидерланд натюрморты бөтә европа һынлы сәнғәтен артабан үҫтереүгә XVII быуаттың уникаль мәҙәни күренеше булып таныла.

Ян Баптист Веникс. «Үлгән аҡҡош менән натюрморт».

Сәскәләр натюрморты

XVII быуаттың 40-сы йылдарынан башлап, нидерланд һынлы сәнғәтендә үҙ аллы жанр булараҡ, натюрморт киң таралыш ала. Иң тәүгеләрҙән булып рәссамдар Өлкән мброзиус Босхарт менән Бальтасар ван дер Аст ижадында сәскәләр натюрморттары айырылып тора. Һуңғараҡ, XVII быуаттың икенсе яртыһында Яна Давидса де Хемаижадында һәм уға эйәреүселәрҙә күренә башлай. Сәскәләр натюрмортының шулай әүҙемләшеүенең сәбәбе булып, нидерландтарҙың баҡсаларында сәскәләр күпләп үҫтереүҙәре һәм бер йола булып китеүе.

Ғалим натюрморт

Лейдендағы университет тарафынан барлыҡҡа килгән ғалим натюрморт жанры «ығы-сығы» «memento mori» атамаһы ала. Ул интеллектувль төр булып тора. Сөнки был картиналар тамашасының Яңы Ғәһетте (Библияны) һәм дин традициалары символдарын белеүҙе талап итә.(Питера Стенвейктың һәм Давид Байлиҙың ижады).

Нидерланд натюрмортының төрҙәре һәм оҫталары

Ванитас Яна Давидса де Хема

Башҡортостан натюрморты

Тарихы

Башҡорт һынлы сәнғәтендә натюрморт жанры 20 быуат башында үҫеш ала. 1916—17 йылдарҙа Өфө сәнғәт түңәрәге күргәҙмәләрендә бәләкәй натюрморт күрһәтелә. Был жанрҙа тәүге әҫәрҙәр 20‑се йылдарҙа урыҫ реалистик мәктәбе рәссамдары ижадында күренә башлай. “Натюрморт” (“Көнсығыш натюрморты”, 1920; киндер, темпера), “Пирожныйҙар һәм кәнфиттәр” (1940‑сы йылдар.; быяла, майлы буяу) композицияларында А.Э.Тюлькин әҫәрҙәренең гармоник бөтөнлөгөнә ирешеп, донъяның матурлығын сағылдыра, формалар, фактуралар, сәскәләрҙең төрлөлөгөн бирергә тырыша.

Файл:1281141 goryacheva svetlana.jpg
Файл:2222.jpg

Натюрморт жанрында эшләүсе рәссамдар

Предметтарҙы уратып алған мөхиттән айырым йәки бүлмә интерьерында сағылдырыуҙан тыш, Тюлькин икенсе бер тенденция барлыҡҡа килтерә: “Гортензиялар” (1920) картинаһында һәм 50—60‑сы йылдарҙа байтаҡ эштәрендә натюрморт менән пейзажды образлы берләштерә һәм әҫәрҙәренең мәғәнәүи тасуирланыш сиктәрен киңәйтеп ебәрә. Ошо уҡ композицияны ҡулланып Ҡ.С.Дәүләткилдеев “Башҡорт өйөнөң күтәрмәһе” акварелендә (1928) милли көнкүреш әйберҙәрен пейзаж фонында һүрәтләй. 20—30‑сы йылдарҙа төшөрөлгән “Ирис сәскәләре”, “Кактус һәм көршәк менән натюрморт” эштәрендә ул виртуоз һүрәттәре, еңел акварель һыҙмалары менән үҫемлек донъяһының ҡабатланмаҫ матурлығын һәм нескәлеген сағылдыра. 20—50‑се йылдарҙа М.Н.Елгаштинаның акварель натюрморт ғәмһеҙ тыныслыҡты, сафлыҡты кәүҙәләндерә һәм нәфис пластика, төҫтәрҙең ярашыуы менән айырылып тора (“Умырзаялар”, “Ҡыҙыл тал”). Натюрморт жанрына В.С.Сыромятников (“Таҡыябаш”, 1925), Л.В.Лезенков (“Натюрморт”, 1926; фанера, майлы буяу) һ.б. мөрәжәғәт итә; ҡатмарлы постановкалар менән ҡыҙыҡһынған П.М.Лебедев ижадында натюрморт ҙур урын биләй; уның рәсемдәренә һәм акварелдәренә йылдам хәрәкәттәр, һығылмалы формалар менән сағылдырылған эске динамика, хислелек хас (“Натюрморт”, 1952). В.П.Андреев әҫәрҙәре тамашасыны һуғыштан һуңғы йылдар атмосфераһына күсерә, уның эштәре төҫтәр һәм ритмика тынлығы менән йәлеп итә (“Умырзаялар”, 1945; “Асыҡ тәҙрә”, 1946). Натюрморт рәсем асылы менән ҡыҙыҡһыныу Т.П.Нечаеваның эштәрендә асыҡ сағыла: улар тойғоларҙың, төҫтәрҙең байлығы м‑н тулы (“Көмөш батмус менән натюрморт”, 1946; “Уралдың байлыҡтары”, 1948). 20 быуаттың 2‑се яртыһында натюрморт жанры үҫешенең яңы этабы Ә.Х.Ситдиҡова ижадында сағылыш таба, ул халыҡ тормошо, милли йола темаларына мөрәжәғәт итә (“Батырҙың ҡоралы”, 1974; “Ҡурай”, 1982; “Елән менән натюрморт”, 1986); башҡорт туҡымаларының сағыу төҫтәге буяуҙары, орнамент һыҙыҡтары әҫәрҙәренең стилистикаһын билдәләп тора. Ә.Ф.Лотфуллин рәсемдәре халыҡ көнкүреше картиналарын һүрәтләй (“Картуф менән натюрморт”, 1956; “Көршәк менән натюрморт”, 1970). Рәссам В.Н.Пегов эштәрендә ауыл тормошонан рухланыу тойғоһо тойола (“Тирмән менән натюрморт”, 1974). В.П.Пустарнаковтың “Лимон менән натюрморт” (1968) рәсеменә тормоштоң ҡаҡшамаҫ нигеҙе, беҙҙе уратып алған әйберҙәрҙең әһәмиәтле булыуы тураһында фекер һалынған. Һынлы сәнғәттә (“Балсыҡ һауыт”, 1976) һәм графикала (“Көнбағыш менән натюрморт”; ҡағыҙ, пастель; 1980‑се йылдар) натюрморт тартылған Е.А.Захарова нәфис төҫтәренең йомшаҡ булыуы менән айырылып торған рәсемдәр төшөрә. Н.А.Русскихтың “Йөрәк иҫтәлеге” (1970) эшендә һуғышта юғалған көрәштәштәре тураһында иҫтәлектәрҙе хәтерләткән һәр бер предмет әҫәрҙең идеяһын асыуға булышлыҡ итә. Был осорҙа ижад иткән байтаҡ рәссамдарҙың ижадында традицион натюрморт пейзаж менән бергә бирелә. Б.Ф.Домашниковтың нескә тондарға ҡоролған, үтә күренмәле буяуҙар м‑н төшөрөлгән рәсемдәрендә сәскә атҡан тормош образы күҙ алдына баҫа (“Ҡәнәферҙәр”, 1972; “Сирень”, 1974). Ҡыҫҡа формалар, ҡуйы буяуҙар ҡулланырға яратҡан А.Д.Бурзянцевтың эштәрендә йәшәйештең илһамлы асылы сағыла (“Гладиолустар”, 1963; “Кактустар”, 1985). В.А.Поздновтың (“Баҡса еләге менән натюрморт”, 1991), Ф.А.Кащеевтың (“Урман сәскәләре һәм ҡурай еләге”, 1994) эштәре йәйге хуш еҫтәр м‑н тулыланған, тойғо һәм формалар гармонияһы менән айырылып тора.

Үҙенең биҙәктәргә һәм хис‑тойғоларға бай картиналарында С.А.Литвинов (“Купавницалар менән натюрморт”, 1978) тәбиғәттең йәшәү көсөн сағылдыра, байтаҡ композицияларында тәбиғәтте һаҡлауға өндәй (“Ҡанаттар менән натюрморт”, 1984). А.В.Пантелеевтың прогресс һөҙөмтәләре м‑н боҙолған донъяны күрһәткән натюрморт ауыр кисерештәр аша яҙылған: уның 60—70‑се йылдарҙа монстр‑балыҡтары, ҡороған үҫемлектәр (“Агава”, 1980), геометрик формалары, төҫтәрҙең көсөргәнешле гаммаһы емергес цивилизацияның хәүефле символдары булараҡ ҡабул ителә. С.Б.Красновтың ижады фәлсәфә, публицистик йүнәлеше менән айырыла. Экология һәм цивилизация мәсьәләләре т‑да уйланған рәссамдың донъяны сағыштырыуҙар аша аңлауы метафизик композицияларында (“Һыу көнө”, 1986; “Балыҡтың тынысһыҙ йоҡоһо”, 1987) сағыла. Уның гиперреализм (магик реализм) принциптарына нигеҙләнгән сәнғәте 20 быуаттың аҙағында — 21 быуат башындағы натюрморт бер йүнәлеше булып тора. Р.С.Хәбировтың композициялары (“Самауыр һәм ҡыңғырауҙар”, 2001) лирик йөкмәткеле, улар ысынбарлыҡ иллюзияһын сағылдырған предметтар фактураһын, яҡтылыҡ эффектын ентекләп һүрәтләүе м‑н айырылып тора. И.Х.Нәсибуллиндың рәсемдәре тәбиғәт донъяһына бәйле һәм пленэр сәнғәте принциптарына ярашлы, “Флора балалары” (2003—06) серияһында яҡтылыҡ һәм күләгә ярҙамында ҡатмарлы форма барлыҡҡа килтерә. С.В.Маджар ижадын нескә оҫталыҡ, эстетизм билдәләп тора, уның эштәре (“Сирень һәм Анна Ахматова портреты менән натюрморт”, 1992) нәзәкәтле төҫтәр гаммаһы м‑н һоҡландыра. Н.Л.Пегановтың “наив” стилендәге һүрәттәрендә төшөрөлгән боронғо предметтар һағыш тойғолары уята (“Иртәнге сәй”, 1992). Р.М.Абдуллин, А.А.Дворник, Г.В.Карпов, В.А.Панченко һ.б реалистик әҫәрҙәрендә Н. ижади тәьҫирлелеген көсәйтергә ынтылыу асыҡ күренә; И.И.Фартуковтың хис‑тойғоло картиналарына (“Һары шәлкем”, 1993) матур биҙәктәр айырым бер үҙенсәлек өҫтәп тора. 20 быуат аҙағы – 21 быуат башында натюрморт яңы һүрәтләү саралары ҡулланыла. Д.Н.Ишемғолов халыҡ тормошо сығанаҡтарына мөрәжәғәт итә. Уның сюжет, пластика, төҫтәр гармониялы ярашҡан натюрморт серияһында (“Самауыр”, 1996) 20 быуат башындағы урыҫ авангарды һәм примитив сәнғәт йоғонтоһо һиҙелә. Р.М.Нәсибуллиндың экспрессияға бай эштәре ауыл тематикаһына арналған (Ҡабаҡ менән натюрморт, 2006). Концептуаль сәнғәт вәкилдәренә донъяны төҫтәр, форма символикаһы менән ассоциатив сағылдырырға ынтылыу хас: М.И.Дәүләтбаев (“Метафизик натюрморт”, 1996), С.Н.Игнатенко (“Байрам натюрморты”, 2001), Р.Х.Ғәйетов (“Көмөш ҡалаҡ менән бергамот тәме”, 2008). 90‑сы – 2000‑се йылдар башында графикала Н. Л.Р.Ғәлимова, Т.А.Андреева, Л.З.Рәхмәтуллина, В.И.Суздальцев акварелдәрендә сағылыш таба; З.Ғ.Ғаянов һәм Р.М.Йәғәфәров пастель техникаһында эшләй. Башҡ. рәссамдарының Н. БДХМ, Тюлькин А.Э. йорт-музейы, һынлы сәнғәт галереялары, РФ музейҙары һәм галереялары, Рәсәй һәм сит ил шәхси йыйылмаларында һаҡлана.

18-20 быуат Рәсәй һынлы сәнғәте натюрморты

С. Осипов. Күк сәскәләр. 1976 йылғы СССР һынлы сәнғәте тарихы

Рәсәйҙә натюрморт һынлы сәнғәттең үҙ аллы жанры булараҡ XVIII быут баштарында барлыҡҡа килә. Уны күҙаллау тәүҙә кешене уратып алған мөхиттә тәбиғәт байлыҡтары, әйберҙәрҙең төрлөлөгө формаһында була. Натюрморт XIX быуат аҙағынаса башҡа жанрҙарға ҡарағанда түбән жанр булып иҫәпләнә. Һәм уны өйрәнеү өсөн сәскәләр йәки емеш-еләк менән генә сикләнгән.

ХХ быуат башында Рәсәй һынлы сәнғәт натюрморты сәскә атыуы менән данлана. Ул башҡа жанрҙар менән бер хоҡуҡ яулай. Рәссамдар һүрәт тәҫтәрен теленең мөмкинлектәрен киңәйтеү өсөн тырышлыҡ һала. Быыыл бигерәктә натюрморт жанрында киң сағылыш ала. Рус натюрморты көтөлмәгәнсә тырышлыҡ менән үҫешә: тиҫтә ярым йыл эсендә импрессионизмдан до абстрактлы формоижадҡаса юл үтә.

Файл:Afonina-Taisia-Still-life-with-Pussy-Willows-per02bw.jpg
Т. Афонина. Талдар. 1964 йылғы СССР һынлы сәнғәте тарихы

ХХ быуаттың 30-40-сы йылдарында был үҫеш туҡталып ҡала. Әммә 50-се йылдарҙа совет һынлы сәнғәте яңы үҫеш кисерә. Һәм башҡа жанрҙар кеүек аяғына ныҡлап баҫа.

Рәсәй натюрморты оҫталары

Натюрморт күргәҙмәләре

  • Натюрморт. Ленинград рәссамдары әҫәрҙәре күргәҙмәһе. 1973 йыл. — Л: Художник РСФСР, 1973.
  • 1940—1990 йылдар һынлы сәнғәтендәге натюрморт. Ленинград мәктәбе. Күргәҙмә каталогы. — Санкт-Петербург: Н. А. Некрасов мемориаль музейы. 1996.

Шулай уҡ ҡарағыҙ

Әҙәбиәт

  • Серов А. Этюды натюрморта // Художник. 1961, № 2. С.43-47.
  • Виппер Б. Р. Очерки голландской живописи эпохи расцвета. М. 1962
  • Натюрморт. Выставка произведений ленинградских художников 1973 года. — Л: Художник РСФСР, 1973.
  • Виппер Б. Р. Проблема развития натюрморта, Спб, 2005
  • Геташвили Н. В. Художественные направления и стили. Малые голландцы. М. 2004
  • Доброклонский М. В., Никулин Н. Н. Искусство Голландии XVII века. История искусства зарубежных стран XVII—XVIII веков под ред. В. И. Раздольской, М. 1988
  • Натюрморт в живописи 1940—1990 годов. Ленинградская школа. Каталог выставки. СПб., Мемориальный музей Н. А. Некрасова, 1996.
  • Звездина Ю. Н. Эмблематика в мире старинного натюрморта. К проблеме прочтения символа. М., 1997
  • Тарасов Ю. А. Голландский натюрморт XVII века, Спб, 2004 г.

Һылтанмалар

Натюрморт // Башҡорт энциклопедияһы. — Өфө: БР ДАҒУ «Башҡорт энциклопедияһы», 2015—2024. — ISBN 978-5-88185-143-9.