Location via proxy:   [ UP ]  
[Report a bug]   [Manage cookies]                
Эстәлеккә күсергә

Республика Башкортостан (гәзит)

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
«Республика Башкортостан»
Тип

Башҡортостан Республикаһының ижтимағи-сәйәси гәзите

Веб-сайты

http://www.resbash.ru/ Наградалары: Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ ордены

«Республика Башкортостан» — Башҡортостанда урыҫ телендә нәшер ителгән ижтимағи-сәйәси гәзит. Республиканың төп гәзиттәренең береһе, район һәм ҡаларҙағы ижтимағи-сәйәсе ваҡиғаларҙы яҡтырта.

Гәзитттең беренсе һаны 1906 йылдың 8 (21 октябрендә) «Уфимский рабочий» исемендә баҫылып сыға. Барлығы 28 һан нәшер ителә. Гәзит баҫылған йәшәрен типография төҙөүҙә А. Д. Цюрупа ҡатнаша. Гәзиттең беренсе мөхәррире Алексей Христофорович Митрофанов (партия ҡушаматы Романыч). Уны сәйәси фирҡә эшенә йәлеп иткәндән һуң мөхәррир вазифаһына Борис Михайлович Волин тәғәйәнләнә. 1908 йылдың 17(30) октябрендә гәзит нәшер итеү туҡтатыла.

1917 йылдың 19 мартынан «Вперед!» исеме менән РСДРП-ның Өфө берләшкән комитетының баҫмаһы, көндәлек гәзит булып нәшер ителә. Мөхәррире булып Алексей Иванович Свидерский эшләй. Тиҙҙән уны РСДРП-ның Үҙәк Комитеты ҡарары менән Людмила Николаевна Сталь алмаштыра. 1919 йылдың июль айынан гәзит «Известия Уфимского губернского революционного комитета» исеме менән сыға башлай. 1922 йылдан гәзит РКП(б)-ның Башҡортостан өлкә комитеты һәм Башҡорт АССР-ы Үҙәк башҡарма комитетының матбуғат баҫмаһы булараҡ «Власть труда» исемендә нәшер ителә. 1925 йылдың 1 ғинуарынан «Красная Башкирия», ә 1951 йылдың сентябренән— «Советская Башкирия» исемендә баҫтырыла.

Әлеге ваҡытта — «Республика Башкортостан» тип атала.

  • «Республика Башкортостан» гәзите 2016 йылда Башҡортостанда Бөтә Рәсәй ауыл хужалығы иҫәбен алыуҙы яҡтыртыу буйынса иң яҡшы киң мәғлүмәт сараларының береһе тип танылды[1].