Беренсе йәмиғ мәсете
Мәсет | |
Беренсе йәмиғ мәсете
Өфө ҡалаһының беренсе йәмиғ мәсете | |
Ил | Рәсәй Федерацияһы |
Республика | Башҡортостан |
Ҡала | Өфө |
Адресы | Туҡай урамы, 52 |
Диниә назараты, мөхтәсибәт | Рәсәй мосолмандары Үҙәк Диниә назараты |
Мәсет төрө | Йәмиғ мәсете |
Архитектура стиле | классицизм |
Төҙөлөштө башлаусы | Ғәбдрәхимов Ғәбдесәләм |
Шәфҡәт итеүселәр | М. Таһиров, Хазмитев |
Төҙөлөү датаһы | 1830 йыл |
Последний имам | В. М. Тимерғәлиев ( 2006 йылдан) |
Статус | Рәсәй Федерацияһының мәҙәни мираҫ объекты № 0300109000 |
Көмбәҙҙәр һаны | 1 |
Манаралар һаны | 1 |
Манара бейеклеге | 27,9 м |
Материал | кирбес |
Торошо | эшләй |
Тәрәүих | |
Ифтар | |
Китапхана | |
Мәҙрәсә | |
Мәсет Викимилектә |
Өфө ҡалаһының беренсе йәмиғ мәсете — Башҡортостан Республикаһында һәм Өфө ҡалаһында иң төп мәсеттәрҙең береһе. Адресы: Башҡортостан, Өфө ҡалаһы, Туҡай урамы 48-се һанлы йорт. Мәсет бинаһы мәҙәни ҡомартҡы тип иғлан ителгән.
Тарихы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Мәсет 1830 йылда Ырымбур мосолман диниә назараты мөфтөйө Ғәбдрәхимов Ғәбдесәләм тәҡдиме буйынса[1] Өфө ҡалаһының 2-се гильдия сауҙагәре Хоҙайсәйетов Мөьмин Таһир улы аҡсаһына төҙөлә.
1894—1911 йылдарҙа инженер-архитектор И. Мәлев проекты буйынса реконструкция уҙғарыла.
1920-се йылдарғаса Беренсе Өфө йәмиғ мәсете Рәсәй мәсеттәре араһында төп мәсет вазифаһы ролен башҡара.
Мәсеттә «Ғосмания» мәҙрәсәһе һәм дә ике класлы урыҫ-башҡорт училищеһы булған.
1960 — 1992 йылдарҙа Беренсе йәмиғ мәсете Өфө ҡалаһында эшләп килгән берҙән-бер мәсет иҫәпләнгән.
Имам-хатибтар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Ғәбдесәләм Ғәбдрәхимов (1830 йылдан)
- А. Ғабдесәләмов (1840 йылдан)
- Ш. Ғ. Сөләймәнов (1844—1885)
- Ғосманов (1888 йылдан)
- Йыһангир Абыҙгилдин (1907—1938)
- Баймөхәмәт Туғыҙбаев
- Нурмөхәмәт Ниғмәтуллин (1983—1992)
- М. М. Мөхәмәдисламов (1992—2006)
- В. М. Тимерғәлиев (2006 йылдан).
Ҡыҙыҡлы факттар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Халыҡ телендә Туҡай мәсете тип йөрөтөлә[2]. Бының ике төрлө версияһы йәшәй. Беренсе версия мәсет Стәрлебаш районы биләмәһендә йәшәүсе күренекле дини эшмәкәрҙәр биргән Туҡаевтар нәҫеле менән бәйле, тиҙәр. XIX быуатта Стәрлебаш мәҙрәсәһе Рәсәй мосолмандарының дини мәркәзе булған.[3]. Икенсе версия буйынса, мәсет урынлашҡан урам ошо исем менән аталғанға күрә, шулай аталып йөрөтөлә, тиҙәр.
Әҙәбиәт
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- В память столетия Оренбургского Магометанского Духовного Собрания, учрежденного в г. Уфе. СПб., 1892.
- Васильева О. В., Латыпова В. В. и др. Дорога к храму: история религиозных учреждений г. Уфы. Уфа, 1993.
Һылтанмалар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Валеева М. Г. Первая соборная мечеть.//Статья в Башкирской энциклопедии 2019 йыл 27 декабрь архивланған.
- Валеева М. Г., Васильева О. В., Латыпова В. В. Мечети в Уфе. // Башкортостан: краткая энциклопедия. — Уфа: Башкирская энциклопедия, 1996. — С. 399. — 672 с. — ISBN 5-88185-001-7.
Иҫкәрмәләр
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- ↑ Азаматов Д. Д. Габдрахимов, Габдессалям. // Башкортостан: краткая энциклопедия. — Уфа: Башкирская энциклопедия, 1996. — С. 218. — 672 с. — ISBN 5-88185-001-7.
- ↑ В Тукаевской мечети отметили рождение пророка(недоступная ссылка)
- ↑ Ахмеров А. Ю., Актуальные проблемы мусульманского образования и воспитания