Location via proxy:   [ UP ]  
[Report a bug]   [Manage cookies]                
Эстәлеккә күсергә

Евгений Онегин

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Евгений Онегин
Евгеній Онѣгинъ
Романдың 1-се тулы баҫмаһының титул бите
Романдың 1-се тулы баҫмаһының титул бите
Жанр

шиғыр менән яҙылған роман

Автор

А. С. Пушкин

Төп нөхсә теле

рус

Тәүге тапғып нәшер ителгән

1825—1837

«Евге́ний Оне́гин» (революцияға тиклемге орфографияла яҙылышы «Евгеній Онѣгинъ») — бөйөк рус шағиры Александр Сергеевич Пушкиндың 1823—1831 йылдарҙа шиғри формала ижад ителгән романы. рус әҙәбиәтенең иң әһәмиәтле һәм рус теленең матур өлгөләрен сағылдырған әҫәрҙәрҙең береһе.

Пушкин үҙенең был әҫәре өҫтөндә ете йылдан артыҡ (1823—1831) эшләй[1]. Был хеҙмәтен шағир «батырлыҡ» тип атай. Бындай һүҙҙе ул бөтә ижад емештәре араһынан бары тик «Борис Годунов» трагедияһына ҡарата ғына әйткән булған. Әҫәрҙә рус тормошон киң һүрәтләү нигеҙендә иң яҡшы дворян зыялыларының драматик яҙмышы күрһәтелә.

Шағир «Евгений Онегин» романын 1823 йылдың майында Кишинёвта, һөргөндә булған ваҡытта, яҙа башлай.

  • Гринбаум, О. Н. Роман А. С. Пушкина «Евгений Онегин»: Ритмико-смысловой комментарий. Главы первая, вторая, третья, четвёртая. — 2-е изд., испр., доп. — СПб.: СПбГУ, 2012. — 328 с. — (Лингвистика). — 300 экз. ISBN 978-5-288-0530-6
  1. «Евгений Онегин». // ЭНИ «Пушкин». ФЭБ.


Был әҙәбиәт тураһында тамамланмаған мәҡәлә. Һеҙ мәҡәләне төҙәтеп һәм тулыландырып Википедия проектына ярҙам итә алаһығыҙ.