Location via proxy:   [ UP ]  
[Report a bug]   [Manage cookies]                
Эстәлеккә күсергә

Удмурт дәүләт университеты

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Удмурт дәүләт университеты
удм. Удмурт кун университет
Нигеҙләү датаһы 1931
Рәсем
Рәсми атамаһы Удмуртский государственный университет һәм Удмуртский государственный педагогический институт
Ҡыҫҡаса атамаһы УдГУ
Дәүләт  Рәсәй
Административ-территориаль берәмек Ижевск
Урын Ижевск
Баш компания (ойошма, предприятие) Рәсәй Федерацияһының Фән һәм юғары белем биреү министрлығы[d][1]
Штаб-фатирҙың урынлашыуы Ижевск, Рәсәй
Рәсми сайт udsu.ru
Ойошма хеҙмәткәрҙәре категорияһы Категория:Преподаватели Удмуртского государственного университета[d]
Карта
 Удмурт дәүләт университеты Викимилектә

Удмурт дәүләт университеты (УдГУ, элекке Удмурт дәүләт педагогия институты) — Ижевск ҡалаһында юғары уҡыу йорто, Удмурт Республикаһының иң эре юғары белем ҙур үҙәге[К 1][R 1]. Университет составына 13 факультет, 7 институт, 18 ғилми-тикшеренеү лабораторияһы, 7 вәкиллек, 134 кафедра, 19 уҡыу-эшлекле үҙәге инә[R 2].

1931 йылдың 10 апрелендә Удмурт дәүләт педагогия институты ойошторола (УДПИ)[2]. 1958 йылда УДПИ өсөнсө категориянан юғарыраҡҡа — икенсегә, аспирантура хоҡуғына эйә булған категорияға күсерелә. 1971 йылдың 5 мартындағы СССР Иинистрҙар советы Ижевск ҡалаһында Удмурт дәүләт университетын ойоштороу тураһында ҡарар ҡабул итә[R 3].

1971 йылдың 19 апрелендә — СССР Юғары һәм урта махсус белем биреү министрлығының 323-сө бойороғо менән УДПИ Удмурт дәүләт университеты итеп үҙгәртелә. 1972 йылдың 29 декабрендә РСФСР Юғары Советы Президиумы Указы менән РСФСР Юғары һәм урта махсус белем министрлыгының 50 йыллығы исемендәге Удмурт дәүләт университеты исеме бирелә[R 4].

2002 йылдың 20 сентябренән университет «Юғары һөнәри белем биреүҙең Дәүләт мәғариф учреждениеһы „Удмурт дәүләт университеты“» исемен йөрөтә. 2011 йылдың 23 мартынан — «юғары һөнәри белем биреү федераль дәүләт бюджет белем биреү учреждениеһы „Удмурт дәүләт университеты“» тип атала. 2016 йылдың 19 апреленән — «юғары белем биреү федераль дәүләт бюджет белем биреү учреждениеһы „Удмурт дәүләт университеты“» тип үҙгәртелә.

Факультеттары һәм институттары

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]
  • Тарих һәм социология институты
  • Тел һәм әҙәбиәт институты
  • Удмурт филологияһы, фин-журналистика һәм уғыр фәнен өйрәнеү институты
  • Спорт һәм физик культура институты
  • Педагогика, психология һәм социаль технологиялар институты
  • Сәнғәт һәм дизайн институты
  • Социаль коммуникациялар институты
  • Хоҡуҡ, социаль идара итеү һәм именлек институты
  • Иҡтисад һәм идара итеү институты
  • Тәбиғи фәндәр институты
  • Математика, физика һәм информацион технологиялар институты
  • Граждандарҙы яҡлау институты
  • М. С. Гуцериев исемендәге нефть һәм газ институты[R 2]

Халыҡ-ара эшмәкәрлеге

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Удмурт дәүләт университеты сит ил юғары уҡыу йорттары һәм ойошмалары менән халыҡ-ара партнерлыҡты әүҙем үҫтерә, Европа Университеттары Ассоциацияһы, Евразия университеттары ассоциацияһы, фин-уғыр Университеттары Ассоциацияһы ағзаһы булып тора.


УдДУ сит ил юғары уҡыу йорттары, халыҡ-ара ойошмалар һәм сит илдәрҙең илселектәре менән халыҡ-ара килешеүҙәр сиктәрендә фәнни-мәғариф өлкәһендә халыҡ-ара хеҙмәттәшлекте тормошҡа ашыра. Ике яҡлы килешеү сиктәрендә Испания, Финляндия, Корея, Чехия, Германия, Польша, Италия юғары уҡыу йорттары менән студенттар алмашыу тормошҡа ашырыла.

Проект сиктәрендә, халыҡ-ара эштәр көйҙәре, төрлө халыҡ-ара бәйләнештәр идаралығы УдГУ кеүек TEMPUS, erasmus mundus Triple I, erasmus mundus Aurora[R 2].

Йыл һайын Удмурт дәүләт унгиверситетына ике йөҙҙән ашыу сит ил студенты, уҡытыусылар һәм фәнни хеҙмәткәрҙәр килә. Уларҙың төп максаты-рус телен өйрәнеү.

  1. По количеству студентов сравнительно с другими вузами в 2006 году

Сығанаҡтар

  • Удмуртская республика: Энциклопедия / гл. ред. В. В. Туганаев. — 2-е изд., испр. и доп. — Ижевск : Удмуртия, 2008. — 767 с. — 2200 экз. — ISBN 978-5-7659-0486-2.
  1. Единый Государственный Реестр Юридических Лиц, ЕГРЮЛ
  2. Туганаев, 2008
  3. МИННИЯХМЕТОВА Татьяна Гильнияхметовна