Бер көн баҫыу сысҡаны дуҫын сәхрәгә ҡунаҡҡа саҡырған да бойҙай, тары, арыш,
һоло аштары менән һыйлаған. Рәхәтләнеп ял иткәс, инде өй сысҡаны дуҫын ҡунаҡҡа өндәшкән.
Хужа ҡунағын бер байҙың иген келәтенә алып барған.
Ҡапыл ишек асылып киткән дә, кеше келәткә килеп ингән.
Дуҫтар саҡ-саҡ ҡасып ҡотолған. Икенсе тапҡыр былар ит келәтендә һыйланған.
Бында ла шул уҡ ҡыҙғаныс хәл ҡабатланған.
— Эй ҡорҙаш, мин ҡалтыранып йәшәргә өйрәнмәгәнмен.
Ас тамағым, тыныс ҡолағым! — тип баҫыу сысҡаны үҙенә ҡайтып киткән.