Location via proxy:   [ UP ]  
[Report a bug]   [Manage cookies]                
Эстәлеккә күсергә

Натюрморт

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Виллем Кальф. Натюрморт с китайской супницей. 1660. Картинная галерея. Берлин
Франсиско де Сурбаран. Натюрморт с лимонами, апельсинами и розой. 1633. Музей Нортона Саймона. Пасадина
Анри Фантен-Латур. Натюрморт с цветами и фруктами. 1865. Музей Орсе. Париж

Натюрмо́рт (франц. nature morte — «үле тәбиғәт») — һынлы сәнғәттә йәнһеҙ тәбиғәттең һүрәтләнеше. Портреттан айырмалы булараҡ, жанр, тарих һәм пейзаж тематикалары бар.

Мәғлүмәт Һынлы сәнғәт (башлыса станоктағы рәсем сәнғәтендә, графикала) жанры; ғәҙәттә тормош‑көнкүреш мөхитендә ҡулланылған һәм төркөмләп урынлаштырылған әйберҙәрҙе һүрәтләү. Натюрморт кеше, хайуан, ҡош, бөжәктәр һүрәтләнгән булырға мөмкин. Натюрморт сағылдырылған әйберҙәр үҙ аллы йөкмәткегә эйә; был жанр әҫәрҙәрендә предметтарҙың төҙөлөшөнә һәм деталдәренең күләменә, фактураһына һәм уларҙың урынлашыуына, пластик маҡсатына ҙур иғтибар бүленә. Натюрморт шулай уҡ әйберҙәр, уларҙың хужаһының социаль хәле һәм тормош рәүеше тураһында ҡараш тыуҙырырға, йәшерен мәғәнәһе булыуы арҡаһында кәүҙәләндерелгән образ хаҡында күп фекерҙәр, сағыштырыуҙар барлыҡҡа килтереп була.


Башҡортостан натюрморты

Тарихы

Башҡорт һынлы сәнғәтендә натюрморт жанры 20 быуат башында үҫеш ала. 1916—17 йылдарҙа Өфө сәнғәт түңәрәге күргәҙмәләрендә бәләкәй натюрморт күрһәтелә. Был жанрҙа тәүге әҫәрҙәр 20‑се йылдарҙа урыҫ реалистик мәктәбе рәссамдары ижадында күренә башлай. “Натюрморт” (“Көнсығыш натюрморты”, 1920; киндер, темпера), “Пирожныйҙар һәм кәнфиттәр” (1940‑сы йй.; быяла, майлы буяу) композицияларында А.Э.Тюлькин әҫәрҙәренең гармоник бөтөнлөгөнә ирешеп, донъяның матурлығын сағылдыра, формалар, фактуралар, сәскәләрҙең төрлөлөгөн бирергә тырыша.

Натюрморт жанрында эшләүсе рәссамдар

Предметтарҙы уратып алған мөхиттән айырым йәки бүлмә интерьерында сағылдырыуҙан тыш, Тюлькин икенсе бер тенденция барлыҡҡа килтерә: “Гортензиялар” (1920) картинаһында һәм 50—60‑сы йылдарҙа байтаҡ эштәрендә натюрморт менән пейзажды образлы берләштерә һәм әҫәрҙәренең мәғәнәүи тасуирланыш сиктәрен киңәйтеп ебәрә. Ошо уҡ композицияны ҡулланып Ҡ.С.Дәүләткилдеев “Башҡорт өйөнөң күтәрмәһе” акварелендә (1928) милли көнкүреш әйберҙәрен пейзаж фонында һүрәтләй. 20—30‑сы йй. төшөрөлгән “Ирис сәскәләре”, “Кактус һәм көршәк менән натюрморт” эштәрендә ул виртуоз һүрәттәре, еңел акварель һыҙмалары м‑н үҫемлек донъяһының ҡабатланмаҫ матурлығын һәм нескәлеген сағылдыра. 20—50‑се йй. М.Н.Елгаштинаның акварель натюрморт ғәмһеҙ тыныслыҡты, сафлыҡты кәүҙәләндерә һәм нәфис пластика, төҫтәрҙең ярашыуы м‑н айырылып тора (“Умырзаялар”, “Ҡыҙыл тал”). Натюрморт жанрына В.С.Сыромятников (“Таҡыябаш”, 1925), Л.В.Лезенков (“Натюрморт”, 1926; фанера, майлы буяу) һ.б. мөрәжәғәт итә; ҡатмарлы постановкалар м‑н ҡыҙыҡһынған П.М.Лебедев ижадында Н. ҙур урын биләй; уның рәсемдәренә һәм акварелдәренә йылдам хәрәкәттәр, һығылмалы формалар м‑н сағылдырылған эске динамика, хислелек хас (“Натюрморт”, 1952). В.П.Андреев әҫәрҙәре тамашасыны һуғыштан һуңғы йылдар атмосфераһына күсерә, уның эштәре төҫтәр һәм ритмика тынлығы м‑н йәлеп итә (“Умырзаялар”, 1945; “Асыҡ тәҙрә”, 1946). Н. рәсем асылы м‑н ҡыҙыҡһыныу Т.П.Нечаеваның эштәрендә асыҡ сағыла: улар тойғоларҙың, төҫтәрҙең байлығы м‑н тулы (“Көмөш батмус менән натюрморт”, 1946; “Уралдың байлыҡтары”, 1948). 20 б. 2‑се ярт. Н. жанры үҫешенең яңы этабы Ә.Х.Ситдиҡова ижадында сағылыш таба, ул халыҡ тормошо, милли йола темаларына мөрәжәғәт итә (“Батырҙың ҡоралы”, 1974; “Ҡурай”, 1982; “Елән менән натюрморт”, 1986); башҡ. туҡымаларының сағыу төҫтәге буяуҙары, орнамент һыҙыҡтары әҫәрҙәренең стилистикаһын билдәләп тора. Ә.Ф.Лотфуллин рәсемдәре халыҡ көнкүреше картиналарын һүрәтләй (“Картуф менән натюрморт”, 1956; “Көршәк менән натюрморт”, 1970). Рәссам В.Н.Пегов эштәрендә ауыл тормошонан рухланыу тойғоһо тойола (“Тирмән менән натюрморт”, 1974). В.П.Пустарнаковтың “Лимон менән натюрморт” (1968) рәсеменә тормоштоң ҡаҡшамаҫ нигеҙе, беҙҙе уратып алған әйберҙәрҙең әһәмиәтле булыуы т‑да фекер һалынған. Һынлы сәнғәттә (“Балсыҡ һауыт”, 1976) һәм графикала (“Көнбағыш менән натюрморт”; ҡағыҙ, пастель; 1980‑се йй.) Н. тартылған Е.А.Захарова нәфис төҫтәренең йомшаҡ булыуы м‑н айырылып торған рәсемдәр төшөрә. Н.А.Русскихтың “Йөрәк иҫтәлеге” (1970) эшендә һуғышта юғалған көрәштәштәре т‑да иҫтәлектәрҙе хәтерләткән һәр бер предмет әҫәрҙең идеяһын асыуға булышлыҡ итә. Был осорҙа ижад иткән байтаҡ рәссамдарҙың ижадында традицион Н. пейзаж м‑н бергә бирелә. Б.Ф.Домашниковтың нескә тондарға ҡоролған, үтә күренмәле буяуҙар м‑н төшөрөлгән рәсемдәрендә сәскә атҡан тормош образы күҙ алдына баҫа (“Ҡәнәферҙәр”, 1972; “Сирень”, 1974). Ҡыҫҡа формалар, ҡуйы буяуҙар ҡулланырға яратҡан А.Д.Бурзянцевтың эштәрендә йәшәйештең илһамлы асылы сағыла (“Гладиолустар”, 1963; “Кактустар”, 1985). В.А.Поздновтың (“Баҡса еләге менән натюрморт”, 1991), Ф.А.Кащеевтың (“Урман сәскәләре һәм ҡурай еләге”, 1994) эштәре йәйге хуш еҫтәр м‑н тулыланған, тойғо һәм формалар гармонияһы м‑н айырылып тора.

Үҙенең биҙәктәргә һәм хис‑тойғоларға бай картиналарында С.А.Литвинов (“Купавницалар менән натюрморт”, 1978) тәбиғәттең йәшәү көсөн сағылдыра, байтаҡ композицияларында тәбиғәтте һаҡлауға өндәй (“Ҡанаттар менән натюрморт”, 1984). А.В.Пантелеевтың прогресс һөҙөмтәләре м‑н боҙолған донъяны күрһәткән Н. ауыр кисерештәр аша яҙылған: уның 60—70‑се йй. монстр‑балыҡтары, ҡороған үҫемлектәр (“Агава”, 1980), геом. формалары, төҫтәрҙең көсөргәнешле гаммаһы емергес цивилизацияның хәүефле символдары булараҡ ҡабул ителә. С.Б.Красновтың ижады фәлс., публицистик йүнәлеше м‑н айырыла. Экология һәм цивилизация мәсьәләләре т‑да уйланған рәссамдың донъяны сағыштырыуҙар аша аңлауы метафизик композицияларында (“Һыу көнө”, 1986; “Балыҡтың тынысһыҙ йоҡоһо”, 1987) сағыла. Уның гиперреализм (магик реализм) принциптарына нигеҙләнгән сәнғәте 20 б. аҙ. — 21 б. башындағы Н. бер йүнәлеше булып тора. Р.С.Хәбировтың композициялары (“Самауыр һәм ҡыңғырауҙар”, 2001) лирик йөкмәткеле, улар ысынбарлыҡ иллюзияһын сағылдырған предметтар фактураһын, яҡтылыҡ эффектын ентекләп һүрәтләүе м‑н айырылып тора. И.Х.Нәсибуллиндың рәсемдәре тәбиғәт донъяһына бәйле һәм пленэр сәнғәте принциптарына ярашлы, “Флора балалары” (2003—06) серияһында яҡтылыҡ һәм күләгә ярҙамында ҡатмарлы форма барлыҡҡа килтерә. С.В.Маджар ижадын нескә оҫталыҡ, эстетизм билдәләп тора, уның эштәре (“Сирень һәм Анна Ахматова портреты менән натюрморт”, 1992) нәзәкәтле төҫтәр гаммаһы м‑н һоҡландыра. Н.Л.Пегановтың “наив” стилендәге һүрәттәрендә төшөрөлгән боронғо предметтар һағыш тойғолары уята (“Иртәнге сәй”, 1992). Р.М.Абдуллин, А.А.Дворник, Г.В.Карпов, В.А.Панченко һ.б реалистик әҫәрҙәрендә Н. ижади тәьҫирлелеген көсәйтергә ынтылыу асыҡ күренә; И.И.Фартуковтың хис‑тойғоло картиналарына (“Һары шәлкем”, 1993) матур биҙәктәр айырым бер үҙенсәлек өҫтәп тора. 20 б. аҙ. – 21 б. башында Н. яңы һүрәтләү саралары ҡулланыла. Д.Н.Ишемғолов халыҡ тормошо сығанаҡтарына мөрәжәғәт итә. Уның сюжет, пластика, төҫтәр гармониялы ярашҡан Н. серияһында (“Самауыр”, 1996) 20 б. башындағы урыҫ авангарды һәм примитив сәнғәт йоғонтоһо һиҙелә. Р.М.Нәсибуллиндың экспрессияға бай эштәре ауыл тематикаһына арналған (Ҡабаҡ менән натюрморт, 2006). Концептуаль сәнғәт вәкилдәренә донъяны төҫтәр, форма символикаһы м‑н ассоциатив сағылдырырға ынтылыу хас: М.И.Дәүләтбаев (“Метафизик натюрморт”, 1996), С.Н.Игнатенко (“Байрам натюрморты”, 2001), Р.Х.Ғәйетов (“Көмөш ҡалаҡ менән бергамот тәме”, 2008). 90‑сы – 2000‑се йй. башында графикала Н. Л.Р.Ғәлимова, Т.А.Андреева, Л.З.Рәхмәтуллина, В.И.Суздальцев акварелдәрендә сағылыш таба; З.Ғ.Ғаянов һәм Р.М.Йәғәфәров пастель техникаһында эшләй. Башҡ. рәссамдарының Н. БДХМ, Тюлькин А.Э. йорт-музейы, һынлы сәнғәт галереялары, РФ музейҙары һәм галереялары, Рәсәй һәм сит ил шәхси йыйылмаларында һаҡлана.

18-20 быуат Рәсәй живописы натюрморты

С. Осипов. Васильки. 1976

Натюрморт как самостоятельный жанр живописи появился в России в начале XVIII века. Представление о нём первоначально было связано с изображением даров земли и моря, разнообразного мира вещей, окружающих человека. Вплоть до конца XIX века натюрморт, в отличие от портрета и исторической картины, рассматривался в качестве «низшего» жанра. Он существовал главным образом как учебная постановка и допускался лишь в ограниченном понимании как живопись цветов и фруктов.

Начало ХХ века ознаменовалось расцветом русской натюрмортной живописи, впервые обретшей равноправие среди прочих жанров. Стремление художников расширить возможности изобразительного языка сопровождалось активными поисками в области цвета, формы, композиции. Все это особенно ярко проявилось в натюрморте. Обогащенный новыми темами, образами и художественными приемами, русский натюрморт развивался необычайно стремительно: за полтора десятка лет он проходит путь от импрессионизма до абстрактного формотворчества.

Файл:Afonina-Taisia-Still-life-with-Pussy-Willows-per02bw.jpg
Т. Афонина. Вербы. 1964

В 30-40-е годы ХХ столетия это развитие приостановилось, но уже с середины 50-х годов натюрморт переживает в советской живописи новый подъем и с этого времени окончательно и твердо встает вровень с другими жанрами.

Рәсәй натюрморты оҫталары

Натюрморт күргәҙмәләре

  • Натюрморт. Выставка произведений ленинградских художников 1973 года. — Л: Художник РСФСР, 1973.
  • Натюрморт в живописи 1940—1990 годов. Ленинградская школа. Каталог выставки. — Санкт-Петербург: Мемориальный музей Н. А. Некрасова, 1996.

Шулай уҡ ҡарағыҙ

Әҙәбиәт

  • Серов А. Этюды натюрморта // Художник. 1961, № 2. С.43-47.
  • Виппер Б. Р. Очерки голландской живописи эпохи расцвета. М. 1962
  • Натюрморт. Выставка произведений ленинградских художников 1973 года. — Л: Художник РСФСР, 1973.
  • Виппер Б. Р. Проблема развития натюрморта, Спб, 2005
  • Геташвили Н. В. Художественные направления и стили. Малые голландцы. М. 2004
  • Доброклонский М. В., Никулин Н. Н. Искусство Голландии XVII века. История искусства зарубежных стран XVII—XVIII веков под ред. В. И. Раздольской, М. 1988
  • Натюрморт в живописи 1940—1990 годов. Ленинградская школа. Каталог выставки. СПб., Мемориальный музей Н. А. Некрасова, 1996.
  • Звездина Ю. Н. Эмблематика в мире старинного натюрморта. К проблеме прочтения символа. М., 1997
  • Тарасов Ю. А. Голландский натюрморт XVII века, Спб, 2004 г.

Һылтанмалар

Ҡалып:Фотография