17 октябрь
Уҡыу көйләүҙәре
17 октябрь | |
Аҙна көнө | Йәкшәмбе, Дүшәмбе, Шишәмбе, Шаршамбы, Кесаҙна, Йома һәм Шәмбе |
---|---|
17 октябрь Викимилектә |
17 октябрь — григориан стиле буйынса йылдың 290-сы көнө (кәбисә йылында 291-се). Йыл аҙағына тиклем 75 көн ҡала.
← октябрь → | ||||||
Дш | Шш | Шр | Кс | Йм | Шб | Йш |
1 | 2 | 3 | 4 | 5 | 6 | |
7 | 8 | 9 | 10 | 11 | 12 | 13 |
14 | 15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 |
21 | 22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 |
28 | 29 | 30 | 31 | |||
2024 йыл |
Байрамдар һәм иҫтәлекле даталар
- АҠШ: Ҡара тәнле шағирҙар көнө.
- Аргентина: Тоғролоҡ көнө.
- Перу: Сеньеор-де-Лурен фестивале.
- Ямайка: Милли геройҙар көнө.
- Рәсәй Федерацияһы: Участка терапевтары көнө.
- 1740: Петропавловск-Камчатский ҡалаһына нигеҙ һалына.
- 1831: Майкл Фарадей электромагнит индукцияһын аса.
тулы исемлек
- 1877: Мәсетле районының хәҙерге Х. Я. Фәтҡуллин исемендәге Дыуан-Мәсетле урта мәктәбе эш башлай.
- 1897: Константин Циолковский аэродинамик торба эшләй.
- 1918: Мәскәүҙә донъяла иң беренсе Дәүләт уйынсыҡтар музейы ойошторола.
- 1930: Дыуан ауыл хужалығы техникумы асыла.
- 1942: Дәүләкән ҡасабаһы республика ҡармағындағы ҡалалар категорияһына индерелә.
- 1962: «The Beatles» тәүге тапҡыр телевидение аша сығыш яһай.
Башҡортостан менән бәйле шәхестәр
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]0 һәм 5 һанына тамамланған йылдарҙа тыуғандар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Мөхәмәтҡолов Әҡсән Баймырҙа улы (1895—14.11.1938), дәүләт эшмәкәре. 1925—1930 йылдарҙа Башҡорт АССР-ы Халыҡ Комиссарҙары Советы Рәйесе. 1935—1938 йылдарҙа СССР Үҙәк Башҡарма Комитеты Президиумы ағзаһы. Беренсе донъя һуғышында ҡатнашыусы. Сәйәси золом ҡорбаны.
- Кинйәбаева Хәҙисә Ғимран ҡыҙы (1920), педагогик хеҙмәт ветераны. 1967—2007 йылдарҙа Күмертау ҡалаһының хәҙерге 3-сө башҡорт республика интернат-гимназияһының башҡорт теле уҡытыусыһы. «Почёт Билдәһе» ордены кавалеры. Сығышы менән хәҙерге Башҡортостан Республикаһының Көйөргәҙе районынан.
тулы исемлек
- Искәндәров Рафаэль Мирғәләүетдин улы (1925—2002), педагог, мәғариф эшмәкәре. 1971—1985 йылдарҙа Борай район мәғариф бүлеге мөдире. Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусы. РСФСР (1977) һәм Башҡорт АССР-ы (1975) мәктәбенең атҡаҙанған уҡытыусыһы. Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ, II дәрәжә Ватан һуғышы һәм III дәрәжә Дан ордендары кавалеры. Сығышы менән ошо райондың Ҡарабай ауылынан.
- Шайдаков Владимир Владимирович (1955), ғалим-инженер-механик. 1995 йылдан (өҙөклөктәр менән) Өфө дәүләт нефть техник университеты, 2015 йылдан — Өфө дәүләт авиация техник университеты уҡытыусыһы. Техник фәндәр докторы (2005). Сығышы менән Өфө ҡалаһынан.
- Ғизәтуллина Фәниҙә Хәсән ҡыҙы (1950), ауыл хужалығы ветераны. 1966—1984 йылдарҙа Кушнаренко районы Ильич исемендәге колхоз һауынсыһы. Башҡорт АССР-ының атҡаҙанған малсыһы.
- Ғәлимбәков Айрат Дамир улы (1970), ғалим-физик. 1997 йылдан Башҡорт дәүләт аграр университеты уҡытыусыһы. Физика- математика фәндәре докторы (2008). Сығышы менән Өфө ҡалаһынан.
- Бабич Рушанна Юрий ҡыҙы (1975), театр артисы, йәмәғәтсе. 1995 йылдан Мостай Кәрим исемендәге Милли йәштәр театры актёры. Башҡортостан Республикаһының алтынсы саҡырылыш Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай депутаты. Башҡортостандың халыҡ артисы (2015).
1 һәм 6 һанына тамамланған йылдарҙа тыуғандар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Шишков Михаил Фёдорович (1921—5.09.2015), хәрби хеҙмәткәр, лётчик, Украина Хәрби Һауа көстәре генерал майоры (2001). Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусы. Советтар Союзы Геройы (1944). СССР-ҙың атҡаҙанған хәрби лётчигы (1966). Сығышы менән хәҙерге Башҡортостан Республикаһының Иглин районы Кәлтә ауылынан.
- Ғиниәтуллина Әлфизә Муллахмәт ҡыҙы (1936), нефть һәм газ сығарыу тармағы ветераны. 1964—1987 йылдарҙа «Краснохолмскнефть» нефть һәм газ сығарыу идаралығы операторы. Социалистик Хеҙмәт Геройы (1982), Башҡорт АССР-ының атҡаҙанған нефтсеһе (1986).
2 һәм 7 һанына тамамланған йылдарҙа тыуғандар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Недолин Иван Петрович (1892—5.03.1947), прозаик, журналист. Беренсе донъя һәм граждандар һуғыштарында ҡатнашыусы. 1923—1937 йылдарҙа Өфөлә сыҡҡан «Власть труда» һәм «Красная Башкирия» гәзиттәре хәбәрсеһе, 1944 йылдан — Башҡортостан китап нәшриәте мөхәррире. 1935 йылдан СССР Яҙыусылар союзы ағзаһы. Сығышы менән хәҙерге Башҡортостан Республикаһының Ғафури районы Борон ауылынан. Сәйәси золом ҡорбаны.
- Басиров Хәниф Закир улы (1912—31.08.1987), эшкәртеү өлкәһе хеҙмәткәре. Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусы. Учалы, Асҡын һәм Иҫке Балтас май заводтарының элекке мастеры. 2-се дәрәжә Ватан һуғышы (1985) һәм «Почёт Билдәһе» (1975) ордендары кавалеры. Сығышы менән хәҙерге Башҡортостан Республикаһының Дүртөйлө районы Түбәнге Әлкәш ауылынан.
тулы исемлек
- Әбдуҡаева Зиәфә Әүхәҙи ҡыҙы (1917—19.01.2000), һаулыҡ һаҡлау өлкәһе хеҙмәткәре. Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусы, медицина хеҙмәтенең өлкән лейтенанты. 1945—1972 йылдарҙа Ҡазан ҡалаһы медицина учреждениелары хеҙмәткәре. Ике 2-се дәрәжә Ватан һуғышы (1945, 1985) һәм Ҡыҙыл Йондоҙ (1944) ордендары кавалеры. Сығышы менән хәҙерге Башҡортостан Республикаһының Дүртөйлө районы Миңеште ауылынан.
- Нечаева Тамара Павловна (1922—16.08.2003), скульптор, рәссам. 1943 йылдан СССР Рәссамдар союзы ағзаһы. РСФСР‑ҙың атҡаҙанған (1974) һәм Башҡорт АССР‑ының халыҡ (1968) рәссамы. Башҡортостандың атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре (1957) һәм Салауат Юлаев исемендәге дәүләт премияһы лауреаты (1991). Дуҫлыҡ ордены кавалеры (1998).
- Прокопьев Герман Терентьевич (1922—30.06.1999), Бөйөк Ватан һуғышы яугиры, артиллерист-төҙәүсе, гвардия сержанты. Дан орденының тулы кавалеры. Сығышы менән хәҙерге Сыуаш Республикаһының Цивиль районының Байгеев ауылынан. 1939—1941 һәм 1945—1947 йылдарҙа хәҙерге Башҡортостан Республикаһының Бишбүләк районы Соловьёвка ауылында (хәҙер бөткән) йәшәй.
- Ҡәрипова Лүзә Абрар ҡыҙы (1932), педагог. 1959—1987 йылдарҙа Дүртөйлө районы Йүкәлекүл һигеҙ йыллыҡ мәктәбе уҡытыусыһы. РСФСР мәктәбенең атҡаҙанған уҡытыусыһы (1969) һәм халыҡ мәғарифы отличнигы (1965). Сығышы менән ошо райондың Барғаты ауылынан.
- Әхиәретдинов Йәүҙәт Нәжметдин улы (1937—12.03.2014), механизатор. 1954—2007 йылдарҙа Дүртөйлө районы «Маяҡ» колхозы тракторсыһы. Халыҡтар Дуҫлығы ордены кавалеры (1986). Сығышы менән ошо райондың Таймырҙа ауылынан.
- Ибраһимов Илдус Ғамир улы (1957), ғалим-инженер-механик. 1982 йылдан Өфө нефть институты һәм Өфө дәүләт нефть техник университеты уҡытыусыһы, 1986—1992 йылдарҙа лаборатория мөдире, 2000 йылдан нефть аппараттары технологияһы кафедраһы мөдире, бер үк ваҡытта 2001 йылдан механика факультеты деканы, 2004 йылдан — уҡыу-уҡытыу эштәре буйынса проректор. Техник фәндәр докторы (1997), профессор (2000). Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған фән эшмәкәре (2003), Рәсәй Федерацияһы юғары мәктәбенең атҡаҙанған хеҙмәткәре (2009).
- Маганев Василий Анисимович (1957), «Яҡтыкүл» шифахаһы директорының дауалау эштәре буйынса урынбаҫары. Медицина фәндәре кандидаты (2012). Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған табибы.
3 һәм 8 һанына тамамланған йылдарҙа тыуғандар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Юлдыбаева Орҡоя Минһажетдин ҡыҙы (1913—15.06.2011), педагог. 1932 йылдан Әбйәлил районы мәктәптәре уҡытыусыһы, директоры, шул иҫәптән 1941—1945 йылдарҙа Ҡаҙмаш ете йыллыҡ, 1949—1956 йылдарҙа Амангилде урта мәктәбе директоры. РСФСР-ҙың атҡаҙанған уҡытыусыһы (1949) һәм мәғариф отличнигы (1944). Башҡорт АССР-ы уҡытыусыларының 1-се съезы делегаты (Өфө, 1955). Сығышы менән хәҙерге Башҡортостан Республикаһының Учалы районы Ҡарағужа ауылынан.
4 һәм 9 һанына тамамланған йылдарҙа тыуғандар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Бирғәлин Айнур Азамат улы (1989), мосолман дин әһеле. Башҡортостан Республикаһы мосолмандары Диниә назараты мөфтөйө (рәйесе).
Дөйөм исемлек
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]тулы исемлек
- 1760: Клод Сен-Симон, Франция философы һәм социологы.
- 1903: Андрей Гречко, Советтар Союзы Маршалы, ике тапҡыр Советтар Союзы Геройы.
- 1912: Иоанн Павел I, Рим Папаһы.
- 1918: Рита Хейуорт (төп исеме Маргарита Кармен Кансино), АҠШ актёры һәм бейеүсеһе.
- 1972: Эминем, АҠШ-тың рэп-йырсыһы.
- 1972: Таркан, Төркиә йырсыһы.
- 1849: Фредерик Шопен, Польша композиторы.
- 1943: Фәрит Яруллин, Татарстан композиторы.