Location via proxy:   [ UP ]  
[Report a bug]   [Manage cookies]                
Эстәлеккә күсергә

Арлар

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Ауыл
Арлар
Арлар
Ил

Рәсәй

Федерация субъекты

Башҡортостан

Муниципаль район

Ишембай районы

Координаталар

53°25′11″ с. ш. 56°18′53″ в. д.HGЯO

Сәғәт бүлкәте

UTC+6

Һанлы танытмалар
Автомобиль коды

02, 102

ОКАТО коды

80 231 860 002

ОКТМО коды

80 631 460 111

Арлар (Рәсәй)
Арлар
Арлар
Арлар (Башҡортостан Республикаһы)
Арлар
Арлар (Ишембай районы)
Арлар


Арлар (рус. Арларово) — Башҡортостандың Ишембай районындағы ауыл. 2010 йылдың 14 октябренә ҡарата халыҡ һаны 210 кеше[1]. Һайран ауыл Советы составына инә. Почта индексы — 453222, ОКАТО коды — 80231860002.

Атамаһының килеп сығыуы

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Башҡорт АССР-ы топонимдар һүҙлеге былай тип аңлата: Арлар ар (удмурт) + -нар (суффикс) һүҙҙәренән. Әсфәндиәров Әнүәр Закир улы фекеренсә:

Бындай аңлатма ярайһы уҡ яраҡлы, сөнки бәләкәй ҡәбилә подразделениелары атамалары — башҡорт-юрматыларҙың аралары араһында ысынлап та муҡша этнонимдары (мордва өлөшө), ҡалмык, ар һ. б. булған. Әммә был ауылға удмурттар нигеҙ һалған тигәнде аңлатмай. Уларҙың араһынан кемдер ҡасандыр башҡорт общинаһына ингән һәм уның тулы хоҡуҡлы ағзаһы булған, һуңыраҡ был удмурттың туғандарының бер төркөмө арлар тип аталырға мөмкин.

http://ufagen.ru/places/ishimbayskiy/arlarovo.html

.

Арлар — азнайҙар ҡасабаһы, XVIII быуаттың 80-се йылдарында Стәрлетамаҡ өйәҙенең Юрматы улусы башҡорттары үҙ ерҙәрендә нигеҙләгәндәр. 1865 йылда 38 ихатала 202 кеше йәшәгән. Малсылыҡ, игенселек, умартасылыҡ, саналар эшләү менән шөғөлләнгәндәр. Мәсете, 4 һыу тирмәне булған. 1906 йылда мәсет, ике һыу тирмәне, мөгәзәй иҫәпкә алынған. Шөғөлдәр араһында урман кәсебе, септә һуғыу булған. V ревизия уны типтәрҙәр ауылы тип теркәмәгән. Һуңынан башҡорттарҙан барлыҡ 18 типтәр ҙа үҙҙәренең «тәүтормош» ҡатламына ҡайтарыла (55-се йорт). 1834 йылда 27 йорт хужалығында 88 ир-ат һәм 79 ҡатын-ҡыҙ йәшәй, улар араһында — 6 күп ҡатынлы ғаилә. Быуат уртаһында ихаталар һаны үҙгәрмәй, халыҡ һаны 58 кешегә арта. 1920 йылғы халыҡ иҫәбен алыу мәғлүмәттәре буйынса 373 кеше һәм 75 йорт күрһәтелгән.

1839 йылда 167 кеше йәшәгән 25 йорт хужалығында 292 ат, 267 һыйыр, 59 һарыҡ, 68 кәзә булған. Айырым арларҙарҙың хужалыҡтарында 12 умарта һәм 50 солоҡ була. 1842 йылда 120 бот ҡышҡы һәм 278 бот яҙғы ашлыҡ сәселә. Ауылда ике һыу тирмәне булған[2].

Ауыл Һайран ауыл Советына ҡарай. Бөтә Рәсәй халыҡ иҫәбен алыу (2002) мәғлүмәте буйынса — башҡорттар (99 %)[3]. Халыҡ «Коммунар» ауыл хужалығы кооперативында шөғөлләнә. Башланғыс мәктәп, фельдшер-акушерлыҡ пункты, клуб бар.

Бөтә Рәсәй һәм Бөтә Союз халыҡ иҫәбе алыу мәғлүмәттәре буйынса халыҡ һаны (кеше)

Иҫәп алыу йылы һәм көнө Бөтә халыҡ Ир-егеттәр Ҡатын-ҡыҙҙар Ир-егеттәр өлөшө (%) Ҡатын-ҡыҙҙар өлөшө (%)
1897 йыл 9 февраль (26 ғинуар)
1920 йыл 26 август 373
1926 йыл 17 декабрь
1939 йыл 17 ғинуар
1959 йыл 15 ғинуар 375
1970 йыл 15 ғинуар
1979 йыл 17 ғинуар
1989 йыл 12 ғинуар 227
2002 йыл 9 октябрь 211
2010 йыл 14 октябрь 210 94 116 44,8 55,2

Халыҡ һаны буйынса аңлатма төрлө йылдарҙа иҫәп алыу тәртибенең айырмалығы булыу сәбәпле халыҡ һанының үҙенсәлегенә иғтибар итегеҙ.

1939 йыл — бар булған халыҡ һаны.
1989, 2002, 2010 йылдарҙа — даими йәшәгән урыны булып иҫәпләнгән халыҡ һаны

Арлар ауылы сиктәрендә Ҡарамалыҡ йылғаһы Шиҙе йылғаһына ҡоя. Арлар ауылы янындағы Тереһыу шишмәһе дауалау-һауыҡтырыу сифатына эйә булған һыу сығанағы.

Алыҫлығы:[4]

  • Район үҙәгенә тиклем (Ишембай): 32 км
  • Ауыл Советы үҙәгенә тиклем (Һайран): 2 км
  • Яҡындағы тимер юл станцияһына тиклем (Салауат): 52 км


Урам исеме[5]:

  • Пролетар урамы рус. улица Пролетарская)
  • Яр буйы урамы рус. улица Береговая)
  • Тау урамы рус. улица Горная)

Арҙаҡлы шәхестәре

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]
  1. Численность и размещение населения Республики Башкортостан по данным Всероссийской переписи населения 2010 года. Статистический сборник.  (рус.)
  2. Арларово
  3. Единый электронный справочник муниципальных районов Республики Башкортостан — Excel форматында ҡушымта(недоступная ссылка) (рус.)
  4. Административно-территориальное устройство Республики Башкортостан: Справочник / Сост. Р. Ф. Хабиров. — Уфа: Белая Река, 2007. — 416 с. — 10 000 экз. — ISBN 978-5-87691-038-7.
  5. «Налог Белешмәһе» системаһында Арлар ауылы