Location via proxy:   [ UP ]  
[Report a bug]   [Manage cookies]                
Эстәлеккә күсергә

Бахарев Александр Арсентьевич

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Александр Бахарев
Исеме:

Бахарев Александр Арсентьевич

Тыуған көнө:

20.7.1911

Тыуған урыны:

Рәсәй империяһы, Тамбов губернаһы (хәҙер Липецк өлкәһе) Пушкино ауылы

Вафат булған көнө:

13.9.1974

Вафат булған урыны:

СССР, РСФСР, Дондағы Ростов

Гражданлығы:

Совет Социалистик Республикалар Союзы СССР

Эшмәкәрлеге:

прозаик, очерксы, журналист

Ижад йылдары:

19311974

Йүнәлеше:

социалистик реализм

Жанр:

роман, повесть, хикәйә, очерк

Әҫәрҙәре яҙылған тел:

русса

Наградалары:
Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ ордены — 1971 «Почёт Билдәһе» ордены
«1941–1945 йылдарҙағы Бөйөк Ватан һуғышында фиҙакәр хеҙмәте өсөн» миҙалы
«1941–1945 йылдарҙағы Бөйөк Ватан һуғышында фиҙакәр хеҙмәте өсөн» миҙалы

Алекса́ндр Арсе́нтьевич Ба́харев (20 июль, 1911 — 13 сентябрь, 1974) — рус совет яҙыусыһы һәм журналисы, «Человек прячет глаза» романының авторы, СССР Яҙыусылар союзының Ростов бүлеге идаралығының рәйесе(19611974).

Тамбов губернаһының (хәҙер Липецк өлкәһе) Усман өйәҙе Пушкино ауылында крәҫтиән ғаиләһендә тыуа.

Уҡыуҙы тамамлағандан һуң, өй китапханасыһы, район, өлкә комсомол комитеттарында секретарь булып эшләй.

1931 йылдан алып — журналист. Тамбов өлкәһенә күсеп килә, бында өлкә йәштәр гәзитен мөхәррирләй.

1939 йылда ВКП(б) сафына инә, артабан Юғары партия мәктәбен тамамлай.

1942 йылда Бахаревты «Правда» гәзитенең Тамбов өлкәһе буйынса хәбәрсеһе итеп тәғәйенләйҙәр. Артабан ул — ошо уҡ гәзиттең Ростов өлкәһе буйынса[1] хәбәрсеһе.

Очеркистика яҙыуҙың ҙур мәктәбен үткән Бахарев нәфис әҙәбиәт менән булыша башлай һәм 1952 йылда «Большой поток», ә 1962 йылда «Северные гроздья» повестарын баҫтырып сығара.

1956 йылда Бахарев «Советская Россия» гәзитенә шул уҡ Ростов өлкәһе буйынса хәбәрсе булып күсә.

1958 йылда Бахаревты СССР Яҙыусылар союзына ҡабул итәләр, ә 1961 йылда уны СССР Яҙыусылар союзының Ростов өлкә яҙыусылар ойошмаһы идаралығының рәйесе итеп һайлайҙар.

Ул эшсе синыфы тураһындағы әҫәрҙәр яҙа, шул иҫәптән уның «Лично ответствен» (1971) һәм «Тревожная лава» (1973) повестары әҙәбиәттә күренекле урын яулай.

Бахарев әҫәрҙәренең төп темаһы — кешенең Ерҙәге йәшәйеше. Тап ошо темаға уның һуғыштан һуңғы егерме йыл эсендәге совет ауылы тормошо тураһындағы иң билдәле «Человек прячет глаза» романы бағышланған да инде. Романдың беренсе китабы 1966 йылда, икенсеһе — 1968 йылда баҫылып сыға. Уның был әҫәре, 1971 йылда бер тулы роман булып нәшер ителгәс, билдәле совет яҙыусыһы Виталий Закруткиндың иң юғары баһаһына лайыҡ була.

Тормошоноң һуңғы йылдарында «Ураган» романын яҙа, ләкин уны тамамлап өлгөрмәй.

Дондағы Ростовта 1974 йылдың 13 сентябрендә вафат була. Дондағы Ростовтың Төньяҡ зыяратында ерләнә.

Наградалары һәм маҡтаулы исемдәре

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]
Файл:Baharev AA-Memo.jpg
Памятная доска в Ростове-на-Дону

Дондағы Ростовтың яҙыусы йәшәгән һәм эшләгән йортонда уның иҫтәлегенә арнап таҡтаташ ҡуйылған.