Location via proxy:   [ UP ]  
[Report a bug]   [Manage cookies]                
Эстәлеккә күсергә

Бая-Маре

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Бая-Маре
рум. Baia Mare
мадьярса  Nagybánya
нем. Frauenbach
БайраҡГерб
Нигеҙләү датаһы 1329
Логотип
Рәсем
Рәсми атамаһы Baia Mare
Дәүләт  Румыния
Административ үҙәк Baia Mare[d]
Административ-территориаль берәмек Марамуреш[d]
Сәғәт бүлкәте EEDT[d]
Хөкүмәт башлығы вазифаһы mayor of Baia Mare[d]
Хөкүмәт башлығы Ioan-Doru Dăncuș[d][1]
Халыҡ һаны 108 759 кеше (1 декабрь 2021)[2]
Ауыл биләмәһен үҙ эсенә ала Baia Mare[d], Blidari[d], Фириза[d] һәм Valea Neagră[d]
Диңгеҙ кимәленән бейеклек 228 ± 1 метр
Туғандаш ҡала Ходмезёвашархей[d][3], Холливуд[d][4], Китве-Нкана[d][5], Ньиредьхаза[d][6], Серино[d][7], Сольнок[8], Вельс[d][9], Залэу[d], Ивано-Франковск[10][11][12], Бельско-Бяла[13] һәм Combs-la-Ville[d][14]
Майҙан 236 ± 1 км²
Адрес Str. Gh. Sincai nr. 37[15]
Почта индексы 430011–430435
Электрон почта primar@baiamare.ro[16]
Рәсми сайт baiamare.ro
Урынлашыу картаһы
Население по родному языку 8425[17]
Урындағы телефон коды 262
Номер тамғаһы коды MM
Категория для почётных граждан субъекта Q10017889?
Элементтың күренеше өсөн категория Category:Views of Baia Mare[d]
Карта
 Бая-Маре Викимилектә


Бая-Маре йәки Байя-Маре (румын. Mare Baia, венгр исемдәре Nagybánya, немец — Frauenbach) — Румыния ҡалаһы, Трансильвания төбәгендә урынлашҡан, Марамуреш жудецының административ үҙәге. 1329 йылан алып ҡала билдәле. 2002 йылда үткәрелгән халыҡ иҫәбен алыу мәғлүмәттәре буйынса, Бая-Марела 137 921 кеше йәшәй, 2007 йылда − 140 кеше .

Ҡала үҫеше Сэсар йылғаһының урта ағымы ярында башлана. Бында бронза быуат осоронда фракия ҡәбиләләре йәшәгән. Һуңыраҡ Бая-Маре король Буребиста ойошторған дак батшалығына инә. Был төбәк көмөш һәм алтын ятҡылыҡтарына бай булыуы менән билдәле. Бая-Маре Карл I тарафынан 1328 йылда Dominarum Rivulus исеме аҫтында (урыҫ теле: «Ханым йылғаһы») телгә алына.

Һуңғараҡ, 1347 йылда, Людовик I уны тау сәнәғәте үҫешкән ҙур ҡалаларҙың береһе тип тасуирлай. 1411 йыл Бая-Маре-һәм уның тирәһе Хуньяди ғаиләһенә император Сигизмунд тарафынан тапшырыла.

Ҡала үҫеше Стефан соборы төҙөлгән ваҡытҡа тура килә. Хәҙер был собор башняһы беҙҙең көндәргә тиклем һаҡланған иң билдәле тарихи иҫтәлекле урындарҙың береһе булып тора. Беренсе мәктәп Rivulina Scoala тип атала, ул 1547 йылда асыла.

1703 йылда Пынте Батыр ҡаланы Изге Рим империяһынан азат итә. Шул ваҡыттан алып ул Бая-Маре тарихында булған иң әһәмиәтле фигура булып һанала.

19-сы быуат аҙағында ҡалала талантлы рәссамдар — Холлоши Шимон, Рети Иштван, Янош Торма һәм Карой Ференци йәшәй. 1896 йылда улар ҡалала рәссамдар ойошмаһы булдыра, был рәссамдар ойошмаһы, ХХ быуатта венгр сәнғәте үҫешенә йоғонто яһай, уларҙың әҫәрҙәре Венгрия милли галереяһында күрһәтелә.

Ҡала Гутай (рум.) һәм Игнис (рум.) тауҙары янында тора Ҡайһы бер урындарҙа уларҙың бейеклеге 1400 метрға етә. Ҡала Бая-Маре үҙәнендә урынлашҡан һәм бөтә яҡтан тауҙар һәм ҡалҡыулыҡтар менән уратып алынған, бында йомшаҡ климат.

Был өлкәлә яуым-төшөм һаны юғары, йыллыҡ уртаса яуым-төшөм күләме — 1000 мм.

Мәҙәниәт һәм иҫтәлекле урындар

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Ҡаланың мәҙәниәт һәм белем биреү юғары кимәлдә ; бында алты музейы, планетарий, обсерватория, ике театр, мәҙәниәт йорто, китапхана һәм мәктәптәр (бер нисә филиалдары менән).

Театр
  • Бая-Маре ҡала театры.
  • Бая-Маре ҡурсаҡ театры.
Музейҙар
  • Этнография һәм халыҡ сәнғәте музейы.
  • Һынлы сәнғәт музейы.
  • Минералогия музейы.
  • Тарих һәм археология музейы.

Бая-Маре муниципалитетының дөйөм халыҡ һаны 2002 йылда 137921 кеше, уларҙың күпселеге румындар. Ҡаланың этник составы түбәндәгесә:

Милләте Ҡала халҡының өлөшө (%)
Румындар 79,81 %
Венгрҙар 14,84 %
Сиғандар 0,51 %
Немецтар 0,36 %
Украиндар 0,25 %
Йәһүдтәр 0,10 %

642 кеше башҡа халыҡтарға ҡарай, шул иҫәптән гректар, төрөктәр, итальяндар, поляктар һәм словактар.

Икенсе донъя һуғышына тиклем Бая-Марелағы йәһүдтәр берләшмәһендә 1000-дән ашыу кеше булһа, хәҙер бөтәһе 130 тирәһе йәшәй, сөнки йәһүдтәр депортацияланған һәм Холокост ваҡытында юҡ ителгән. Ҡалала синагога бар, ул 1885 йылда төҙөлгән.

Һәйкәлдәр һәм биналар

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]
  • Штефан башняһы готика стилендә төҙөлгән, манараһының бейеклеге 40 метр тәшкил итә. Башня янғын усағын күрергә мөмкинлек биргән, шулай уҡ ҡаланы күҙәтеү өсөн ҡулланылған.
  • Хуньяда йорто йәки Элизабет йорто 1446 йылда төҙөлгән һәм, урта быуаттар иҫке замогының өлөшө булып тора.
  • Император һарайында Аҡса һуғыу йорто 1734—1737 йылдар араһында төҙөлгән. Бөгөн хеҙмәт Марамуреш тарих һәм археология музейының штаб-фатиры.
  • Мясников башняһы(Măcelarilor Turnul) XV быуатта төҙөлгән.
  • 1630 йылда төҙөлгән Chechis ағас сиркәүе.
  • Отель «Иҫке ҡара бөркөт», 1790 йылға тиклем төҙөлгән, ҡаланың тарихи үҙәгендә (хәҙер Азатлыҡ майҙаны) урынлашҡан. 1880 йылда унда ҡала мэрияһы урынлашҡан. 19501999 йылдарҙа бинаны суд биләгән. Әлеге ваҡыттағы хужаһы «III мең йыллыҡтың бизнес үҙәге».
  • Троицк сиркәүе, 1717—1720 араһында төҙөлгән.
  • Успенский соборы һәм уның интерьеры 1905—1911 йылдар араһында төҙөлгән, айырыуса художество ҡиммәтле.
  • Марамуреш префектура йорто, 1969 йылда асыла, ул традицион стилдә эшләнгән.
  • Мәҙәниәт йорто, унда 700 кешелек урын бар, 1971 йылда төҙөлгән.
  • Драма театры, 18-се быуатта асыла
  • «Шахтер һыны»(Minerului Statuia), Бая-Мареның Революция майҙанында урынлашҡан. Авторы — Гез Вид.
  • Һәйкәл «Румын һалдаты», 1960 йылда асылған, Икенсе бөтә донъя һуғышы ваҡытында һуғыш яланында һәләк булған һалдаттарға арналған.

Туғанлашҡан ҡалалар

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Бая-Мареның туғандаш ҡалалары түбәндәгесә:

Элек иҡтисадының нигеҙен тау предприятие, яҡын-тирәләге райондарҙа урынлашҡан тау предприятиеһы тәшкил иткән. Әммә 1989 йылдағы революциянан һуң мәғдән сығарыу ныҡ кәмей. Ҡалала иҡтисадтың яңы тармаҡтары үҫешә башлай. Хәҙер Бая-Маре — иҡтисади яҡтан иң үҫешкән төбәктәрҙең береһе булып тора. Ҡалала бер нисә супермаркет төҙөлгән һәм ике сауҙа үҙәген төҙөү буйынса саралар планлаштырыла. . Көнсығыш Европала иң эре диван етештереүсе предприятие — «Italsofa» — Бая-Маре түңәрәк автомобиль юлынан алыҫ түгел урынлашҡан. Бында шулай уҡ юл төҙөлөшө алып барыла. Ҡалалар араһында тиҙ йөрөшлө шоссе төҙөү планлаштырыла.

  • Утечка цианида в Бая-Маре
  1. Rezultatele alegerilor locale din 2024Permanent Electoral Authority.
  2. https://www.recensamantromania.ro/rezultate-rpl-2021/rezultate-definitive-caracteristici-demografice/Национальный институт статистики (Румыния).
  3. http://www.baiamare.ro/ro/Descopera-Baia-Mare/Orasul-Baia-Mare/Orase-infratite/Lista-oraselor/Hodmezovasarhely
  4. http://www.baiamare.ro/ro/Descopera-Baia-Mare/Orasul-Baia-Mare/Orase-infratite/Lista-oraselor/Hollywood
  5. http://www.baiamare.ro/ro/Descopera-Baia-Mare/Orasul-Baia-Mare/Orase-infratite/Lista-oraselor/Kitwe
  6. http://www.baiamare.ro/ro/Descopera-Baia-Mare/Orasul-Baia-Mare/Orase-infratite/Lista-oraselor/Nyiregyhaza
  7. http://www.baiamare.ro/ro/Descopera-Baia-Mare/Orasul-Baia-Mare/Orase-infratite/Lista-oraselor/Serino
  8. http://www.baiamare.ro/ro/Descopera-Baia-Mare/Orasul-Baia-Mare/Orase-infratite/Lista-oraselor/Szolnok
  9. http://www.baiamare.ro/ro/Descopera-Baia-Mare/Orasul-Baia-Mare/Orase-infratite/Lista-oraselor/Wels
  10. http://www.baiamare.ro/ro/Descopera-Baia-Mare/Orasul-Baia-Mare/Orase-infratite/Lista-oraselor/Ivano-Frankivsk
  11. https://www.baiamare.ro/ro/Descopera-Baia-Mare/Orasul-Baia-Mare/Orase-partenere/Orase-partenere/
  12. http://www.mvk.if.ua/news/4114/
  13. http://www.baiamare.ro/ro/Descopera-Baia-Mare/Orasul-Baia-Mare/Orase-infratite/Lista-oraselor/Bielsko--Biala/
  14. https://www.combs-la-ville.fr/55/jumelages.htm
  15. Geospatial.org Date de contact localități
  16. Geospatial.org https://docs.google.com/spreadsheets/d/1w-LlAOq8awziuYhuVH8d9H08FcdYNENw37rJk2Tmx3Q/edit?gid=53477816#gid=53477816
  17. 2.3 Populaţia rezidentă după limba maternă (Limba maternă, Macroregiuni, Regiuni de dezvoltare, Județe, Municipii, orașe și comune*) – Tabel 2.03.1 si Tabel 2.03.2 // https://www.recensamantromania.ro/rezultate-rpl-2021/rezultate-definitive-caracteristici-demografice/Национальный институт статистики (Румыния), 2023.

Бая-Маре / С. А. Тархов // «Банкетная кампания» 1904 — Большой Иргиз. — М. : Большая российская энциклопедия, 2005. — С. 150. — (Большая российская энциклопедия : [в 35 т.]; vol. 2004—2017, вып. 3). — ISBN 5-85270-331-1.

Топографик картаһы

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]
  • Карта бите L-34-VI Бая-Маре. Масштаб: 1 : 200 000. Издание 1977 г.