Location via proxy:   [ UP ]  
[Report a bug]   [Manage cookies]                
Эстәлеккә күсергә

Валлетта

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Город
Валлетта
Belt Valletta
Флаг Герб
Флаг Герб
Ил

Мальта

Координаталар

35°53′52″ с. ш. 14°30′45″ в. д.HGЯO

Башлыҡ

Альфред Заммит[d]

Нигеҙләнгән

[[XVI быуат уртаһы]]

Халҡы

5719[1] кеше (2012)

Сәғәт бүлкәте

UTC+1, йәйге UTC+2

Телефон коды

+356 356

Һанлы танытмалар
Рәсми сайт

cityofvalletta.org  (инг.)

Валлетта (Мальта)
Валлетта
Валлетта

Валлетта (мальт. Belt Valletta ингл. Valletta, исп. La Valeta) — Мальта Республикаһының баш ҡалаһы, дәүләттең иҡтисади һәм сәйәси үҙәге[2].

Валлетта ҡалаһында 6444 кеше (2014 йылдың марты) (һәм был күрһәткес илдәге бөтә халыҡтың 0,7%-н тәшкил итә), шул уҡ ваҡытта биҫтәләрҙә 394 меңгә яҡын кеше йәшәй.

Рыцарь, флотты етәкләүсе, иоаннитсылар ордены магистры Валетт Жан Паризо де ла1565 йылда төрөктәрҙән утрауҙы һаҡлаусы һәм һуңынан үҙенең исеме хөрмәтенә аталған ҡалаға нигеҙ һалған. 1970-сы йылдар башына тиклем атама Ла-Валлетта[3] тип аталған.

Ҡаланың яр буйы кварталдарына күренеш.

Валлетта Мальта утрауының төньяҡ-көнсығыш яр буйында, Урта диңгеҙҙең ике тәбиғи ҡултығы: Марсамшетт һәм Гранд-Харбор араһында, ҡаялы ярымутрауында урынлашҡан. Ҡала урамдарының бер өлөшө Скиберрас тауы битләү буйлап күтәрелә.

Баш ҡалала, ҡоро эҫе йәйе (июлдә температура +36 °C етә) һәм ямғырлы йылы ҡышы (һауа температураһы +4 °C түбән төшмәй) менән урта диңгеҙ климаты өҫтөнлөк итә. Йыллыҡ яуым-төшөм күләме — яҡынса 550 мм. Ҡалала, бөтә илдәге кеүек үк, йылғалар юҡ; ер аҫты һыуҙары өлөшләтә тоҙло, шуның өсөн халыҡ ауыл хужалығы ихтыяждары өсөн ямғыр һыуҙарын йыйырға һәм һыу сөсөләндереү ҡоролмаларын файҙаланырға мәжбүр. Үҫемлектәр донъяһы ярлы, нигеҙҙә ҡыуаҡлылар үҫә. Ҡайһы бер үләндәр фармацевтикала һәм парфюмерия-косметика етештереүендә файҙаланыла.

Ҡала климаты
Күрһәткес Ғин Фев Мар Апр Май Июн Июл Авг Сен Окт Ноя Дек Йыл
Абсолют максимум, °C 22,2 26,7 33,5 29,1 35,3 40,1 42,7 43,8 37,4 34,5 28,2 23,9 43,8
Уртаса максимум, °C 15,5 15,5 17,2 19,7 24,0 28,4 31,4 31,6 28,4 24,9 20,5 17,0 22,8
Уртаса температура, °C 12,6 12,4 13,7 15,9 19,6 23,7 26,5 27,0 24,5 21,4 17,5 14,2 19,1
Уртаса минимум, °C 10,5 10,1 10,9 12,7 15,6 19,1 21,5 22,3 20,6 18,1 14,8 12,0 15,7
Абсолют минимум, °C 1,0 0,6 1,4 4,4 7,0 11,0 15,0 13,0 12,8 8,0 6,0 3,7 0,6
Яуым-төшөм нормаһы, мм 89,0 61,3 40,9 22,5 6,6 3,2 0,4 7,0 40,4 89,7 80,0 112,3 553,3
Һыу температураһы, °C 14,5 14,5 14,5 16,1 18,4 21,1 24,5 25,6 25,0 22,2 19,5 16,7 19,4
Сығанаҡ: Погода и климат, Туристичский портал

Валлеттала 9 меңдән ашыу кеше йәшәй, уларҙың күпселеге нигеҙҙә мальтийлы—борондан Мальтаны колониялаштырған финикийлыларҙың вариҫтары. Ҡала халҡы ике — мальта һәм инглиз телдәрендә һөйләшә. Дин тотҡан граждандарҙың күпселеге католиктар.

Мальта утрауы ярҙары бик күп уңайлы бухталар менән киҫкеләнгән бормалы һыҙыҡты хәтерләтә. Хәҙерге Валлетта урынында, IX быуатта уҡ финикийлылар был ерҙәрҙе колониялаштырғаны бирле, йәшәгән халыҡ булыуы утрауҙың ошо географик үҙенсәлеге менән аңлатыла. Быуаттар дауамында Мальта ҡулдан ҡулға күскән: б. э. т. VII быуатта уға гректар, б. э. т. VI быуаттан — Карфаген, б. э. 218 йылынан — Рим эйә булған, артабан уны вандалдар баҫып алған, уларҙы византийлылар алмаштырған, ә 869 йылда — ғәрәптәр яулаған. XI быуатта Мальтаны Сицилияға ҡушҡан норманндар уның һуңғы хужаһы була, XVI быуат башында улар утрауҙы иоанниттар орденына бүләк итә.

Ҡаланың үҙәк урамы — Республика урамы

Валлетта тарихы Жан де Ла Валлетта етәкселегендәге Мальта рыцарҙарының аҙ һанлы отряды Күркәм Сөләймән архипелаты баҫып алырға йүнәлткән төрөк ғәскәрҙәренең һөжүмен кире ҡағыуҙан башлана. Мальта халҡына еңеү уғата ҡиммәткә төшә: магистр киләсәктә дошман һөжүменә ҡаршы торорлоҡ яҡшы нығытылған ҡала төҙөргә ҡарар итә.

Бөйөк магистр 1566 йылдың 28 мартында шәхсән үҙе яңы ҡаланың беренсе ташын һала. Барлыҡ христиан донъяһынан килгән йомарт иғәнә төҙөлөш эштәрен тиҙ арала алып барыу мөмкинлеген бирә. Төҙөлөш етәксеһе Европа ҡала төҙөлөшөндә тәүге тапҡыр бөтә эштәрҙе лә архитектура нормалары һәм ҡағиҙәләре буйынса эшләү мөмкинлеге алған итальян архитекторы Лапарелли Франческо була. Ағып төшкөн һыуҙарҙы ситкә бороу һәм ҡалала йыйылған сүп-сарҙы түгеү өсөн махсус системалар ҡорола, һәм был ысул төҙөлөш эштәрен ҡалдыҡтар тупламай алып барыу мөмкинлеген бирә. Урамдарҙы планлаштырыу, диңгеҙ бризы, һәр ергә үтерлек һәм һауа таҙарта алырлыҡ итеп йәғни сафландырыу (кондициялау) эффекты булдырылып, эшләнә.

Шул ваҡытта уҡ төҙөлөшкә ҡағылған бөтә нимәне ҡәтғи регламентлаусы Ҡала төҙөлөшөн планлаштырыу буйынса махсус департамент булдырыла. Департамент урамдарҙа йорттарҙы бер һыҙыҡ буйынса урынлаштырырға, уларҙың мөйөштәрен скульптура менән биҙәргә, ә бөтә ихаталарҙа ямғыр һыуын йыйыу өсөн ҡоҙоҡтар ҡорорға бойора, һәм бина фасадтары алдында баҡса үҫтереү тыйыла.

Баш ҡала тирәләй торлаҡ һәм йәмәғәт биналарын төҙөү менән бер үк ваҡытта инженер оборона ҡоролмалары: Изге Иоанн Кавальеры, Сант-Эльмо форты һәм башҡалар төҙөлә. Биш йыл эсендә был эштәр тамамлана, шул иҫәптән Валлеттаны утрауҙың төп өлөшөнән айырыусы киң соҡор ҡаҙыла. Соҡорҙоң оҙонлоғо —1000 метр, тәрәнлеге —18, ә киңлеге — 20 метр тәшкил итә.

1570 йылда ҡала төҙөлөшөн Лапареллиҙың өйрәнсеге Джироламо Кассар дауам итә. Уның етәкселегендә Валлеттала һарайҙар һәм сиркәүҙәр төҙөлә. Валлеттала сауҙа, һөнәрселек һәм сәнғәт үҫешә. Мальта рыцарҙары, төрөк илбаҫарҙары тарафынан яулап алыныу ҡурҡынысынан ҡотолғанлыҡтан, үҙҙәре өсөн уңайлыҡтары булған көнкүреш хаҡында хәстәрлек күрә — затлы айырым йорттар һәм һарайҙар төҙөй, Валлеттаны төҙөкләндереүгә өлөш индерә. Ҡалала баҡсалар һәм парктар булдырыла.

1798 йылда үҙенең хәрби рухын һәм тәртибен юғалтҡан рыцарҙар Наполеон ғәскәрҙәрен ҡаҡсыта алмай йәки ҡаршы торорға теләмәй. Киреһенсә, уларҙың күпселеге, француз тамырҙары булғанлыҡтанмы, императорҙы һоҡланыулы ҡабул итә. Рыцарҙарҙың бындай ҡылыҡтары Валлеттаны емереүҙән ҡотолорға һәм матурлығын һаҡлап алып ҡалырға ярҙам итә. 1800 йылда Валлетта, барлыҡ утрауы-ние менән бергә, инглиздәр ҡулына күсә һәм 1974 йылға тиклем уларҙың власы аҫтында ҡала. Икенсе донъя һуғышы осоронда ҡала, немец авиацияһының бомбаға тотоуы арҡаһында, ҙур емереүҙәргә дусар ителде. 1974 йылдан Валлетта Мальта Республикаһының бойондороҡһоҙлоҡ алған рәсми баш ҡалаһы.

М. Димех һәйкәле

Ҡаланың үҙәк урамы — Республика урамына 1974 йылда (элек ул Страда Сан-Джорджио тип, ә инглиздәр хакимлыҡ иткәндә Кингзвэй йәки Страда Реале тип атала. Һуңғы атамаһы Жюль Верндың «Архипелаг ут эсендә» романында телгә алына) хәҙерге исеме бирелә. Был урам ҡала үҙәге аша үтә һәм Валлеттаның төп һаҡсыһы Изге Элмо форты эргәһендә тамамлана, йәғни ҡаланы уртаға бүлә. Беҙҙең көндәрҙә фортта хәрби музей урынлашҡан. Республика урамында төҙөлгән биналар көньяҡ европа стиленең сағыу өлгөһө булып тора.

Ҡала ҡапҡаһы Азатлыҡ майҙанына алып килә, унда уң яҡта Изге Джеймс Кавальер башняһы, уның артынан Мальта премьер-министры резиденцияһы булып торған Оберж-де-Кастий рыцарь ихатаһы урынлашҡан. Азатлыҡ майҙаны ҡаршыһында урынлашҡан Палаццо Феррерия — элек улар рыцарҙең ҡорал палатаһы булған итальян классик стилдә төҙөлгән иң матур һарайҙарының береһе урынлашҡан. Арыраҡ король операһы бинаһын күрергә мөмкин. 1574 йылда Госпитальерҙар ордены рыцарҙары идаралығы осоронда төҙөлгән Оберж де Прованс бинаһы, Мальта йәмәғәт тормошоноң үҙәге булып торған һәм Юнион-клуб тип аталған. Хәҙер унда Милли археология музейы урынлашҡан.

Республика урамын бер нисә майҙан: Бөйөк ҡамау майҙаны, Республика майҙаны һәм 1570—1580 йылдарҙа төҙөлгән Бөйөк магистр һарайы урынлашҡан Һарай майҙаны аша киҫеп үтә. Әлеге ваҡытта ошо бинала Мальта Республикаһы президенты һәм парламенты резиденциялары урынлашҡан. Һарайҙың ҡайһы бер залдары туристарға күрһәтеү өсөн асылған.

Валлеттала 1769 йыл нигеҙ һалынған һәм медицина фәндәрен уҡытыу сифаты буйынса донъяла танылыу алған бөтә илдә берҙән-бер университет урынлашҡан. Шулай уҡ унда утрауҙағы беренсе англикан соборы — Изге Павел Соборы урынлашҡан.

Башҡа иҫтәлекле урындарҙан Мальтала үҙгәртеп ҡоролмай ҡалған һуңғы һарайҙарҙың береһе Каса-Росса-Пикколаны һәм иң боронғо тип һаналған Иезуиттар сиркәүен билдәләр кәрәк.

Музыкаль фестивалдәр

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Һәр йылдың ғинуарында Валлеттала Халыҡ-ара барокко музыкаһы фестивале уҙғарыла.

  • Поспелов Е. М. Географические названия мира. Топонимический словарь / отв. ред. Р. А. Агеева. — 2-е изд., стереотип. — М.: Русские словари, Астрель, АСТ, 2002. — 512 с. — 3000 экз. — ISBN 5-17-001389-2.