Location via proxy:   [ UP ]  
[Report a bug]   [Manage cookies]                
Эстәлеккә күсергә

Гипс

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Гипс
«Гипс рауза» Сахарнан , оҙонлоғо 47 см
Формула CaSO4•2H2O
Төҫө Аҡ, хоро, ҡыҙыл
Һыҙат төҫө Аҡ
Ялтырауығы Быяланан мәрүәт төҫөнә ҡәҙәр
Ҡатылығы 1,5—2,0
Йәбешеүсәнлеге Тулыһынса йәбешә
Һыныусанлығы Тигеҙһеҙ, һығылмалы, эластик түгел
Тығыҙлығы 2,2—2,4 г/см³
Һыныу күрһәткесе 1,52

Гипс (грек. gy\psos — аҡбур, эзбис) — аҡ йәки һарғылт төҫтәге эзбизлы минерал[1]; аҡ минерал, кальций сульфаты; биҙәү материалы итеп ҡулланыла[2]; нигеҙҙә травматология һәм стоматологияла ҡулланылыусы кальций сульфаты минералы[3]; аҡ йәки һары төҫтәге минерал; яндырыу ысулы менән эшкәртелә, скульптура, һынлы сәнғәттә киң ҡулланыла[4]; сульфаттар классындагы минерал CaSO4.2H2O,; составында CaO (32,5 %), балсыҡ һәм органик матдәләр ҡатнашмаһы, ваҡ ҡом бөртөктәре һ.б. бар. Кристалдар (ғәҙәттә, шаҡмаҡ рәүешендә), кристалл друзалары, йоҡа-кристаллик, бөртөк һамаҡ (алебастр) һәм сүсле (селенит) агрегаттар рәүешендә осорай. Төҫө аҡ, төҫһөҙ, һоро, көрән һ.б. Быяла һамаҡ ялтырай, , ебәк һамаҡ, мәрүәт төҫөндә булыуы мөмкин. Ҡатылығы 1,5-2. Төрлө йүнәлештә ҡатылығы үҙгәреүсән. Ыуалыусан. Тығыҙлыгы 2,3 г/см3. Иреү температураһы 1450 °C. Һыуҙа аҙ ирей, NaCl ҡатнаш һыуҙа иреүсәнлеге 3,5 тапҡыр арта. Төрҙәре: селенит (ай ташы, үтә күренмәле, параллель сүсле, ебәк һамаҡ шыма), гипс шпаты (эре кристаллы), алебастр (ҡар кеүек аҡ, ваҡ бөртөклө гипс), «Мария быялаһы» һ.б. Декоратив төрҙәренең сығанаҡтары Архангельск өлкәһендә, Уралда һ.б. территорияларҙа бар. Ваҡ-төяк әйберҙәр яһауҙа һәм оптикала (гипс шпаты) ҡулланыла. Ҡатламлы йә иһә массив рәүешендәге тау тоҡомо; бөртөк һамаҡ төҙөлөшлө, аҡ төҫтә, гипс минералдарынан тора. Ҡушылмаларына бәйле булараҡ, төҫө лә төрлөсә — аҡһыл-һоро, һарғылт, ҡыҙыл, ҡара һ.б. Икенсе төрө — балсыҡ-гипс. Тәбиғәттә йыш ҡына ангидрит менән бергә осорай; хасил булыуы, химик составы һәм таралыу шарттары буйынса уға оҡшаш. Гипсоангидрит тоҡом ятмалары барлыҡ геологик дәүерҙәр ултырмаларында да осорай. Донъяла гипс запастары (млрд. т) — 7, Рәсәйҙә — 3,3 тән артыҡ, АҠШта — 1 самаһы, Канадала — 0,5. Ер йөҙөндә йыл һайын — 100—115, Рәсәйҙә 3,3-9 млн тонна гипс сығарыла.

Тәбиғи хәлдә — тышлағыс таш булараҡ һәм эшкәртелгән хәлдә (йышыраҡ) — беркеткес материалдар эшләү, төҙөлөштә (алебастр), формалар, юғары сыҙамлыҡлы әйберҙәр яһау, гидравлик (эстрих-гипс), баҡыр, гипс цементы эшләүҙә ҡулланыла; ауыл хужалығында — тупраҡты гипслау, ашлама булараҡ; химия сәнәғәтендә — сульфат кислотаһы, аммоний сульфаты, инсектицидтар, буяуҙар, пластмассалар алыу өсөн; металлургияла (флюс); ҡағыҙ һәм резинаны тығыҙландыру, нәфис-декоратив әйберҙәр етештереүҙә һ.б. файҙаланыла.

  1. Толковый словарь современного башкирского литературного языка. (под. ред З. Г. Ураксина, 2005)
  2. Русско-башкирский словарь архитектурных терминов (З. Г. Ураксин, З. А. Сиразитдинов, 2004)
  3. Русско-башкирский словарь медицинских терминов (В. З. Гумеров, 1981)
  4. Русско-башкирский словарь по изобразительному искусству (Р. Р. Фатихов)
  • Сементовский Ю. В., Шишкин А. В. Минеральное сырьё. Гипс и ангидрит: Справ. М., 1998; Геология твёрдых полезных ископаемых Республики Татарстан. Казань, 1999. Минерально-сырьевые ресурсы Татарстана. Казань, 2006.