Location via proxy:   [ UP ]  
[Report a bug]   [Manage cookies]                
Эстәлеккә күсергә

Дәрбәнт

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Дәрбәнт
Герб
Нигеҙләү датаһы 438
Рәсем
Ҡушамат Второй Иерусалим[1], Российский Иерусалим[1], Дагестанский Иерусалим[1] һәм Кавказский Иерусалим[1]
Дәүләт  Рәсәй
Административ үҙәге Дербентский район[d], Городской округ город Дербент[d][2] һәм Дәрбәнт ханлығы
Административ-территориаль берәмек Городской округ город Дербент[d][2], Дербентский район[d], Дагестанская область[d], Кубинское ханство[d] һәм Дәрбәнт ханлығы
Сәғәт бүлкәте MSD[d] һәм UTC+3:00[d]
Хөкүмәт башлығы Пирмагомедов, Рустамбек Седретдинович[d]
Ойошма ағзаһы Организация городов всемирного наследия[d][3]
Халыҡ һаны 124 953 кеше (2021)[4]
Диңгеҙ кимәленән бейеклек 0 метр
Туғандаш ҡала Якима (ҡала), Кронштадт, Гәнжә, Хадера һәм Псков
Мираҫ статусы Бөтә донъя мираҫы[5]
Майҙан 69,63 км²[6]
Почта индексы 368600
Рәсми сайт derbent.ru
Вид в ночное время
Коллаж
Иң тәүге яҙма ваҡыты Б. э. т. VI быуат
Максимальная температура 39,8 °C
Бында ерләнгән кешеләр категорияһы Категория:Похороненные в Дербенте[d]
Карта
 Дәрбәнт Викимилектә

Дәрбәнт — Дербе́нт (от фарс. دربند Дербенд[7][8][9] — «ябыҡ ҡапҡа», агул Цал, Дербенд[10], әзерб. Дәрбәнд[11][12], Dərbənd — «тар ҡапҡа», Dəmir Qapı — «тимер ҡапҡа»[13], дарг. Чяли[14], лезг. Кьвевар, Цал, Чур, рутул Дербенд[15], табас. Цали, Деребенд[16][17] — Рәсәйҙең көньяғында Дағстан Республикаһы составындағы ҡала, Махачҡаланан көньяҡ-көнсығышҡа 125 километр алыҫлыҡта, Каспий диңгеҙе ярында, Ҙур Кавказдың Табасаран армыттарында урынлашҡан. Бәлки, Рәсәйҙең бөгөнгө ҡалаларынан иң боронғоһолор.[18]

Дәрбәнт районының (составына инмәгән) административ үҙәге. Республика әһәмиәтендәге ҡала[19], уның составындағы берҙән-бер тораҡ пункт булараҡ, Дербент ҡалаһы ҡала округыстатусы менән муниципаль берәмек[20]барлыҡҡа килтерә.

Тәүге тораҡтар бында иртә бронза дәүерендә — б. э. т. 4 мең йыллыҡ аҙағында барлыҡҡа килә[21]. Каспий ҡапҡаһы — Дербенттың иң боронғо атамаһы — б. э. т. VI быуатта беренсе тапҡыр телгә алына: билдәле боронғо грек географы Гекатей Милетский уны шулай атай. Хәҙерге ҡалаға б. э. 438 йылында фарсы ҡәлғәһе булараҡ нигеҙ һалына, ул убала урынлашҡан цитаделдан тора (Нарын-ҡала) һәм унан диңгеҙгә табан барған ике таш диуар, ул диңгеҙ менән Кавказ тауҙары араһындағы тар (3 км) үткәүелде бикләй һәм ҡала территорияһын төньяҡтан һәм көньяҡтан кәртәләй[22][23].

Дәрбәнт цитаделе Нарын-ҡала

Дәрбәнт фарс. دربند Дарбанд — «Бикле (бәйле) ҡапҡалар», төрлө халыҡтарҙа төрлө атама менән билдәле булған.

Боронғо гректар һәм римлеләр өсөн Дәрбәнт Каспий йәки Албан ҡапҡалары булған, шул уҡ исем аҫтында ҡала III—VI быуаттағы фарсы һәм Сүриә сығанаҡтарында билдәләнә. Семён Броневский былай тип яҙған: «Дербент ҡалаһы торған был ара йә pylae Caspiae йә pylae Albaniae, йәғни боронғолар уны Каспий йәки Албан ҡапҡалары булараҡ билдәле»[24].

Тәүге исемдәрҙең береһе — Верóй-пахр — «Грузин һаҡсыһы» (пехл. Wērōy-pahr; сүр. ܘܪܦܐܗܪܓ Wirōpahrg; әрм. Իւրոյ Պարհակ Iwroy Parhak; грек. Ἰβῆρες)[25].

V—XVIII быуаттарҙағы иртә әрмән сығанаҡтарында ҡала Čor/Čoł тип атала[9][26].

Иртә урта быуат кавказ аръяғы авторҙары уны ЧорҠапҡалары (Джора), ҡәлғә, Чог ҡалаһы, Чол, һундар ҡапҡаһы, ҡайһы берҙә диңгеҙ ҡапҡалары йәки Дарубанди (груз. დარუბანდი) тип йөрөтә, ә византийҙар — Тзор, Тзур, Цур (грек. Τζουρ) нығытмаһы тип атаған.

Һуңыраҡ (күрәһең, VI быуаттан) фарсылар ҡаланы Дәрбәнт (фарс. درب дер — ишек фарс. باند бенд — кәртә, ҡойма йәки застава), ә сүриәлеләр — Торайе ҡапҡалары, ғәрәптәр — Баб аль-абваб (ғәр. بَاب ٱلْأَبْوَاب‎ — ҡапҡаның ҡапҡаһы), Баб ал-хадид (ғәр. بَاب ٱلْحَدِيد‎ — тимер ҡапҡа), грузиндар — Згвис карибче (груз. ზღვის კარიბჭე — диңгеҙ ҡапҡаһы), монголдар — Кахулга (ҡапҡа), төрөктәр — Демир ҡапы тимер ҡапҡа), урыҫтар — Дербент тип атай[27].

Боронғо тарихсыларҙың күрһәтмәләре буйынса, Албанус һәм Кассы йылғалары араһында ятҡан Албана ҡалаһын — Дербенд, Албанус йылғаһын — Самур, ә Кассыны Буйнаҡ (Олубийаул) менән Таркы араһында аҡҡан Манастип ҡабул итергә мөмкин[28][29].

Дәрбәнт VIII быуат башында ғәрәптәр баҫып алғандан һуң Баб-аль-Абваб (аль-Баб) тип үҙгәртелә. Ғәрәп тарихи-географик әҙәбиәтендә ошо исем менән йөрөтөлгән. Ул шулай уҡкүпмелер вҡытҡа иран һәм төрки телле әҙәбиәттә лә киң таралған. Ғәрәп хәлифәлеге ҡолатылғандан һәм үҙ аллы дәүләттәр ойошторолғандан һуң төбәктә ҡаланы иҫкесә — Дәрбәнт тип атай башлайҙар.

Дәрбәнт — Рәсәй Федерацияһының иң көньяҡ ҡалаһы. Каспий диңгеҙенең көнбайыш ярында, Суходол йылғаһы буйында[30], Рубас йылғаһы тамағынан төньяҡта, Оло Кавказ тауҙары, өс километр киңлектәге тигеҙлек һыҙаты ҡпалдырып, Каспий диңгеҙенә яҡын урынлашҡан. Уның ҡарауы, ҡала улай тип йөрөтөлгән Дербент йәки Каспий үткәүелен барлыҡҡа килтерә. Борон Дербенттың һәм Дербент юлының роле бөйөк булған, ул Көнсығыш Европаны һәм Алғы Азияны тоташтырған билдәле Каспий яны юлының стратегик мөһим һәм топографик урынына әйләнгән.

Уны бикләп, ҡала Дәрбәнт йәки Ҙур Кавказ үткәүелен барлыҡҡа килтергән. Борон Дәрбәнттең һәм Дербент үткәүеле әһәмиәтле роль уйнаған, ул Көнсығыш Европаны һәм Алғы Азияны тоташтырған билдәле Каспий яны юлының стратегик һәм топографик яҡтан мөһим урынына әйләнгән.

Дәрбәнт климаты — уртаса субтропиктан ярым ҡоро һауа торошона күсеүсән. Климатҡа Каспий диңгеҙе тәьҫир итә, шуға көҙ оҙон һәм йылы, ә яҙ тотҡарланып килә. Ҡыш йомшаҡ, ҡар йылына ни бары ике аҙна ғына ята, февраль иң һалҡын ай булып тора. Йәй оҙон һәм эҫе[31].

Дербенттағы уртаса йыллыҡ температура ыңғай: +13,7 °C, февралдең уртаса айлыҡ температураһы +3,0 °C, июлдә уртаса айлыҡ температура +25,7 °C (максималь +38,8 °C). Йылы осор 270 көн дауам итә. Йылына уртаса 400 миллиметр самаһы яуым-төшөм; иң ямғырлы ай — октябрь. Һауаның уртаса йыллыҡ дымлылығы — 69,5 %, елдең уртаса тиҙлеге — 6,0 м/с.

Августа уртаса һыу температураһы +25,6 °C, иң юғары температура +31,0 °C (июлдә).

Дәрбәнт (норма 1981—2010 йй.) климаты
Күрһәткес Ғин. Фев. Март Апр. Май Июнь Июль Авг. Сен. Окт. Нояб. Дек. Йыл
Уртаса температура, °C 3,0 2,6 5,2 10,6 16,2 22,0 25,2 25,0 20,5 14,8 9,1 4,7 13,2
Яуым-төшөм нормаһы, мм 27 38 25 19 26 17 22 25 50 58 49 43 399
Сығанаҡ: ФГБУ "ВНИИГМИ-МЦД" (итал.). meteo.ru. Дата обращения: 29 сентябрь 2020.
Ҡала климаты
Күрһәткес Ғин Фев Мар Апр Май Июн Июл Авг Сен Окт Ноя Дек Йыл
Абсолют максимум, °C 26,7 26,6 28,3 30,1 34,2 35,3 35,8 38,8 33,0 28,0 28,0 27,6 38,8
Уртаса максимум, °C 4,8 4,7 7,4 13,6 20,0 25,4 28,4 28,2 23,7 17,5 11,7 7,2 16,1
Уртаса температура, °C 2,1 2,0 4,5 10,1 16,3 21,7 24,9 24,6 20,2 14,3 8,9 4,5 12,9
Уртаса минимум, °C −0,2 −0,2 2,2 7,1 12,8 17,9 21,2 21,0 16,9 11,4 6,4 2,3 10,0
Абсолют минимум, °C −18,9 −19 −9,1 −3,1 4,1 8,5 12,9 10,7 5,1 −3,4 −9,7 −14,2 −19
Яуым-төшөм нормаһы, мм 30,7 31,6 23,4 20,9 22,9 18,7 18,9 24,8 47,0 52,2 48,5 39,9 379,5
Һыу температураһы, °C 4,1 3,2 5,0 9,7 15,3 21,2 24,9 25,6 22,0 16,9 11,3 6,7 13,8
Сығанаҡ: climatebase.ru/station/37470/.htm. «climatebase.ru/station/37470/.htm». Дата обращения: 2012.
Нарын-ҡала ҡәлғәһе
Төньяҡ күсмә халыҡтарынан һаҡланыу өсөн Дәрбәнттәге Саәсәниҙәр ҡәлғәһе.
Дербенттың 2000 йыллығына ҡарата сығарылған марка

«Каспий ҡапҡаһы» беренсе тапҡыр б. э. т. VI быуатта — Гекатей Милетский яҙмаларында телгә алына. Б. э. т. IV быуатта ҡәлғә тураһында Харес Мителенский (б. э. т. VIII—VII быуаттарҙа булып үткән ваҡиғаларҙы тасуирлай) яҙа.

Ҙур Кавказ үткәленең мөһим әһәмиәте скифтар, сарматтар, аландар, һундар, хазарҙар һәм башҡаларҙың ынтылышына сәбәпсе була. Ул дауыллы тарихи ваҡиғаларҙы, ҡаты һөжүм һәм емерелеүҙәрҙе, бөлгөнлөк һәм сәскә атыу осорон кисерә. Бында Бөйөк Ебәк юлының мөһим участкаларының береһе үткән, һәм Дәрбәнт Көнсығыш менән Көнбайышты, Төньяҡ менән Көньяҡты бәйләгән цивилизацияның оло юл саты булып хеҙмәт иткән.

Боронғо грек тарихсыһы Геродот б. э. т. V быуатта «Дәрбәнт үткәле» тураһында мәғлүмәттәр килтерә.[27][32] Сәләүкиҙәр империяһы ла ҡалаға ҙур ҡыҙыҡһыныуын белдергән, б. э. т. 290—281 йылдарҙа Никатор Сәләүк I беренсе хәрби походын ойошторған. Б. э. т. 66 — 65 йылдарҙа Луций Лукулл һәм Бөйөк Гней Помпей, Дәрбәнтте баҫып алыу маҡсатында, Кавказға хәрби поход менән килгән.

Иртә Урта быуатта Кавказ өсөн барған көрәштә Византия һәм Сәсәни Ираны Рим һәм Парфияның вариҫтарына әйләнә.

Ҡайһы бер авторҙарға ярашлы Диаун исеме менән Кавказ Албанияһы составына ингән Дәрбәнт тарихында христиан динен ҡабул итеү [33] мөһим факт булған. Ҡала Албананияның төньяҡ форпосы булып хеҙмәт иткән[34]. V быуаттың икенсе яртыһында Албан батшаһы Ваче II бер ни тиклем ваҡытҡа Дәрбәнт ҡалаһын Албананияның зороастризмға ҡаршы көрәшендә төп христианлыҡ терәгенә әүерелдерә[35]. V быуаттан алып ҡаланың әүҙем үҫеше, шулай уҡ фортификация төҙөлөшө башлана. Ул алғы Азияны күсмә халыҡтарының яңы тулҡынынан — һун һәм хазар төрки ҡәбиләләренән һаҡларға тейеш була. Шул уҡ ваҡытта, ҡаланы нығытыуҙан тыш, күсмә халыҡтарҙы тыныс юл менән ауыҙлыҡларға тырышыу ҙа туҡтамаған. Әрмәнстанда Иранға ҡаршы 449—451 йылдарҙағы баш күтәреүҙе һүрәтләгән тарихсы Егише (V быуат) Фарсы иле контроле аҫтында булған Дәрбәнтте алғандан һуң, Вардан Мамиконян етәкселегендәге әрмән ғәскәре, «ҡапҡа коменданты» кенәз Ваанға …һундар иленә һәм уларға ярҙам иткән бүтән вәхши халыҡтарға барып, тыныслыҡ килешеүе төҙөү һәм дошманға бер булып ҡаршы тороу бурысын йөкмәткән[36].

439—457 йылдарҙа Йездегерд I фортификация ҡоролмалары төҙөтә; 479—529 йылдарҙа Хусрау I Ануширван элекке сей кирбестән һалынған диуарҙарҙы таш менән алмаштыра. Нығытма беҙҙең көндәргә тиклем һаҡланған төҫөн алған. Тау һырты итәгендә урынлашҡан ҡәлғәнән диңгеҙгә ике диуар төшкән, улар, ҡаланы һәм сауҙа юлын һаҡларға тәғәйенләнгәнлектән, Каспий буйы үткәлен арҡыры кәртәләгән[37].


Дәрбәнттең байлығы күршеләрҙе ымһындырған. 552 йылда хазарҙарҙың ҡалаға һөжүме башлана.

626 йылда көнбайыш төркиҙәр Дәрбәнт аша Кавказ аръяғына баҫып инә. Дәрбәнтте яулауҙы Мовсес Каганкатваци һүрәтләнгән:

…Кавказ тауы менән Көнсығыш диңгеҙе араһында бөйөк бинаны төҙөү өсөн фарсы батшалары төрлө материалдар эҙләп тапҡан …Ҡот осҡос ҡурҡыныс янағанда, йәмһеҙ, киң битле, керпекһеҙ, ҡатындар һымаҡ елберләгән сәсле халыҡ төркөмө уларға һөжүм иткәндә, етеҙ һәм көслө уҡтар боҙло ямғыр булып яуғанда, кешеләр ҡалтыранып төшә. Дошман оятһыҙ йыртҡыс бүреләр кеүек ташлана, кешеләрҙе ҡала урамдарында, майҙандарҙа аяуһыҙ рәүештә киҫәләр. Уларҙың күҙҙәре һылыуҙарҙы ла, һөйкөмлөләрҙе лә, ирҙәрҙе лә, ҡатын-ҡыҙҙарҙы ла йәлләмәй; хатта зыянһыҙ, зәғиф ҡарттарҙы ла тыныслыҡта ҡалдырмай; сәнселгән әсәләрен ҡосаҡлаған малайҙарҙы күрһә лә, йөрәктәре һығылмай; киреһенсә, уларҙың күкрәктәренән һөт һымаҡ ҡан һауалар. Ут ялҡыны ҡамышҡа нисек үтеп инһә, улар, йыртҡыс йәнлектәрҙең һәм ҡоштарҙың ҡылығын ҡалдырып, бер ишектән инәләр һәм икенсеһенән сығалар[38].

Ю. Д. Бруцкус яҙғанса, б. э. V быуатынан йәһүдтәрҙең бер өлөшө Фарсы иленән Дәрбәнткә күсенгән.

Хазарияның хакимдары VIII быуат башында Көнсығыш Кавказ йәһүдтәре (хәҙерге тау йәһүдтәре) йоғонтоһонда иудаизмға күскән, тигән фараз бар. Риүәйәткә ярашлы, был өс дин вәкилдәре араһында төҙөлгән диспут ваҡытында булған, әйтер кәрәк, йәһүд вәғәзсеһе хазар һарайында алдараҡ булған, ә мәсихселәрҙән һәм мосолмандарҙан килгән илселәр саҡырыу буйынса килгән.

Каспий һәм Волганың көнбайыш яры буйлап сауҙа юлы Урта Көнсығыш илдәрен Хазария, Киев Русе, Волга буйы Болғары, Урал буйы һәм Төньяҡ халыҡтары менән тоташтырған. Дәрбәнт мөһим үҙәк ролен үтәгән. Был Ирандан Хазария баш ҡалаһы Итилгә барасаҡ караптар өсөн порт булған, унда караптарҙа килтерелгән тауарҙарҙы Кавказ аръяғына юлланған йөк каруандарына тейәгәндәр. Күләме һәм әһәмиәте буйынса Дәрбәнт Ардебиль менән Тифлистан артығыраҡ булып, хәлифәнең Кавказдағы наместнигының элекке баш ҡалаһы Бердаға тиңләшкән. Бында тәңкәләр сүкелгән. Дәрбәнттә иң иртә баҡыр тәңкә 794 йылда һуғылған. Дәрбәнттә үҙ тәңкәһен сүкеү, ҡағиҙә булараҡ, Дәрбәнт кенәзлегенең үҙаллылығын көсәйтеү менән тап килгән.

Ғәрәптәрҙеең яулап алыуы

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]
Дәрбәнт Арминия I (Аррана) составында. Арминия — Ғәрәп хәлифәлегенең Әрмән әмирлеге, 750—885 йй.
Ҡала диуарынан Дәрбәнт күренеше

Ҡала үҫешенең яңы этабы VII быуатта ғәрәптәрҙең яулап алыуына бәйле. 642/643 йылда Дәрбәнт ҡапҡаһы янында тәүге ғәрәп отрядтары пәйҙә булғанда, ҡаланың сәсәниҙәр наместнигы Шаһрбараз (Шаһрияр) идарасы булған[39]. Ошо ваҡыттан алып ҡала халҡын исламлаштырыуҙың әүҙем процесы башлана. Шул ваҡытта боронғо Жума мәсете лә төҙөлә.

Дәрбәнт Арран менән берҙәм наместник идаралығы биләмәһендә булған Әрмәнстан менән берләштерелә. Албанияның элекке Иран марзбанлығы биләмәһенең әрмән өлкәләре Сюник һәм Тифлис менән бергә наместниклыҡ төбәктәренең береһе — Арминий составына инә[40][41]. Территория бывшего иранского марзбанства Албания вместе с армянской областью Сюник и Тифлисом вошла в состав одного из регионов наместничества — Арминийа[42][43].

Дәрбәнт әмирлегенең баш ҡалаһы

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Хәлифәт тарҡалған осорҙа Дәрбәнт халҡы 869 йылда Хашим ибн Суракты үҙҙәренең әмире итеп иғлан итә, һәм ул Хашимиҙар династияһына нигеҙ һала. Уның улы Мөхәммәт I идара иткәндә, 901 йылда батша К-са ибн Булжан етәкселегендә Дәрбәнткә хазарҙар һөжүм итә, әммә кире ҡағыла[44][45]. 969 йылда әмир Әхмәд цитадель һалдырып, унда нығына. Жума мәсете иң боронғо ҡорам булып тора, ғәрәптәр яулап алғандан һуң, мәсет итеп үҙгәртелгән, уның инеү урыны шул турала һөйләй. Мәсеткә инеү һәр саҡ төньяҡтан булһа, Жума мәсетенең инеү урыны — көньяҡтан.

XI быуатта Алғы Азияға Месопотамия, Сүриә һәм Ирандың күп өлөшөн үҙ эсенә алған держава булдырған сәлжүк төрөктәре баҫып инә. 1067 йылда Дәрбәнткә солтан Алып-Арыҫлан хажибы — Әбү Мансур Сау-Тегин етәкселегендәге тәүге сәлжүк отряды инә[46]. 1075 йылда ҡала тулыһынса сәлжүкиҙәр власы аҫтына күсә. XII быуатта Дәрбәнттә яңынан үҙ аллы кенәзлек барлыҡҡа килә, ул 1239 йылға тиклем генә тора.

1395 йылда Тамерлан Дәрбәнт юлы аша Терек төбәгенә сыға һәм уның ярҙарында алтын Урҙа ғәскәренә емергес һөжүм яһай. Шул уҡ йылда ул Ибраһим I Ширваншаһҡа үткәлде һаҡларға ҡушып, Дәрбәнтте тапшыр[47].

1469 йылда ҡала Афанасий Никитин үҙенең «Хожение за три моря» («Өс диңгеҙ аръяғында булыу») юл яҙмаларында Дәрбәнтте телгә алған[48].

1541 йылдан 1542 йылға тиклем Дәрбәнт Самур үҙәненең үҙ-ара низағтарында ҡатнаша. Ширваншаһтар баш ҡалаһы Шамаха 1538 йылдан Ширван бәғләрбәктәре урынына әүерелгән Шамаха ярҙамында үҙ әһәмиәтен яҡларға күнеккән ахтындар яңы власҡа, Дәрбәнт хакимы бәғләрбәк Алхас мырҙа Сәфәүигә мөрәжәғәт итә. Алхас мырҙа, сөнниҙәр биләмәһендә нығынырға теләгән Иран мәнфәғәтендә эш итеп, Рутулға һөжүм ойоштора. Һөҙөмтәлә Кумух менән бер яҡ булған Рутул 1541—1542 йылдарҙа ҡыҙылбаш-ахтын ғәскәре тарафынан яндырыла[49][50]. Алхас мырҙа — Иран властарының Төньяҡ-көнсығыш Кавказдағы вәкиле, үҙәге Дәрбәнт ҡалаһы булған сәфәүиҙәр өйәҙе хакимы[50][51].

XVI быуаттан алып Дәрбәнт, бөтә Ширван кеүек үк, Сәфәүиҙәр дәүләте составына ингән. 1578—1590 йылдарҙағы төрөк-фарсы һуғышы һөҙөмтәһендә, Сәфәүиҙәр власы бер аҙға юғала. Киләһе 1603—1618 йылдарҙағы төрөк-фарсы һуғышы барышында Сәфәүиҙәр Дәрбәнттә үҙ власын тергеҙә.

Рәсәй менән Фарсы иле араһында

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]
Пётр I Дербентта (XI быуат гравюраһы)
Пётр I 1722 йылда ҡунған ер өйө (землянка) урынында төҙөлгән заманса музей

1668 йылдың мартында Дон казак атаманы Степан Разин, Волга һәм Яйыҡ йылғалары һәм Каспий диңгеҙе буйлап походҡа сыҡҡанда, Дәрбәнтте штурм менән яулай. Тап Дәрбәнтте алыуҙан Разиндың Каспий диңгеҙендә фарсы флотын яндырып юҡҡа сығарыу менән тамамланған походы башлана.

XVIII быуат башында Пётр I билдәле фарсы (каспий буйы) походын (1722—1723) башлай. 1722 йылдың 5 авгусында генерал-адмирал Апраксин етәкселегендәге рус армияһы Дәрбәнткә йүнәлә, ә 15 августа ҡалаға капитан Верден командалығындағы артиллериялы һәм провиантлы транспорт флотилияһы (21 судно) килә[52]. 23 августа рус армияһы ҡаланы ала. Урындағы халыҡ, Имам Кулибәк һәм мосолман руханиҙары етәкселегендә рус императорын тантаналы рәүештә ҡаршылап, уға ҡала ҡапҡаларының ике көмөш асҡысын һәм ҡаланың тарихын бәйән итеүсе «Дербент Наме» китабын бүләк итә. Пётр I уның тарихи ҡомартҡыларына айырыуса иғтибар итә. Уны оҙатып йөрөүсе ярандар араһында булған ғалимдар һәм белгестәр: Д. К. Кантемир, И. Г. Гербер, Л. Я. Соймонов тарихи ҡомартҡыларҙы беренсе булып тасуирлай, Дәрбәнтте өйрәнеүгә нигеҙ һала. Ҡаланы һаҡлау һәм төҙөкләндереү буйынса саралар күрелә, һыҙым буйынса гавань төҙөргә ҡушыла, аҙыҡ-түлек складтары, лазареттар, рус сауҙагәрҙәренең факториялары асыла. Пётр I дәрбәнттәргә Рәсәй сиктәрендә ирекле сауҙа итеү хоҡуғын бирә, бында виноградсылыҡ, шарап эшләү, ебәк эшкәртеү үҫешен планлаштыра. Әммә 30 йөк судноһын ҡыйратып юҡ иткән дауыл башлана. Ашарға етмәй, ә Ширван менән Мөшкөрҙөң ихтилалдар солғап алған ерҙәрендә икмәк табыу мөмкин булмай. Эпизоотия башлана — бер төн эсендә 1700 ат үлә. Һөҙөмтәлә хәрби совет, ҡалала ҙур булмаған гарнизонды ҡалдырып, көньяҡҡа сығыуҙы туҡтатырға ҡарар итә, һәм Пётр I кире боролорға мәжбүр була.

30 августа Пётр I писал адмирал Корнелиус Крюйсҡа Дәрбәнттән яҙған хатында, Дәрбәнт наместнигының, ҡала ҡапҡаһы асҡысын тапшырып, ихлас ҡаршылауы, шулай уҡ Баҡынан да хат килеүе һәм унда ла гарнизон ебәрергә кәрәклеге тураһында бәйән итә. Әлегә аттарҙы ашатырлыҡ аҙыҡ булмауы һәм, артыҡ эҫе көндәр торғанлыҡтан, маршҡа сығыу мөмкин булмауын дә аңлата.

12 сентябрҙә Рәсәй Фарсы иле менән тыныслыҡ килешеүе төҙөй, уның буйынса, эргә-тирә өлкәләре менән, Дәрбәнт ҡалаһы Рәсәйгә бирелә. Пётр I-нең күсеп ултырыу мөмкинлеген биргән сәйәсәте арҡаһында 1723 йылда уҡ ҡалала ҙур әрмән һәм грузин «слободалары» барлыҡҡа килә[53].

1735 йылғы Гәнжә килешеүе буйынса Дәрбәнт яңынан Иранға күсә, унан һуң Надир шаһтың беренсе дағстан походы башлана. Дәрбәнт Иран ғәскәрҙәренең Дағстанды буйһондороу форпосына әйләнә. 1741 йылда Надир шаһ Дағстанға өсөнсө походын ойоштора Һәм Андадаль алышы барышында ҡыйратыла. 1747 йылда Әхмәд хан уцмий Дәрбәнтте Иран гарнизонынан таҙарта. Шул уҡ 1747 йылда Надир шаһ үлтерелә.

XVIII быуат—XIX быуат башында Дәрбәнттә Төньяҡ-Көнсығыш Кавказдың иң ҙур ҡолдар баҙарының береһе урынлаша[54].

1758 йылдан — Фатали хан идара итә. Атаһы иҫән сағында уҡ әле ул 1757 йылда Сәлмән округын Куба ханлығына ҡуша. 1759 йылда Фәтали хан шамхал Муртузали, уцмий Эмир-Гамза һәм Табасаран ҡазыйы менән бергә халҡы, бигерәк тә бәктәр хупламаған Магомед-Гасан-хан идара иткән Дәрбәнткә эйә булырға теләй. Фатали хан, бүләктәр биреп, бәктәр менән йәшерен һөйләшеүҙәр башлай, уларҙың яҡлауына өмөт итә.

Феодалдар Дәрбәнттең әһәмиәтен, Фатали ҡаланы яулаһа, Куба ханлығы көсәйеүен яҡшы аңлай. Фатали хан Дәрбәнтте ҡамауын башлағанда, ағалы-энеле Мөхәммәт-Хөсәйен менән Тарихбәктең хакимлығы менән ҡәнәғәт булмаусылар баш күтәрә. Ҡала халҡы, һөнәрселәр, ваҡ сауҙагәрҙәр, союз ғәскәрҙәренә Дәрбәнт ҡапҡаһын аса. Дәрбәнткә хужа булған кубалы Фатали хан союздаштарына крәҫтиәндәре менән ҡуша ауылдарҙы бирә һәм ҡаланың сауҙа пошлиналарынан алынған килем менән бүләкләй. Дәрбәнтте ҡушҡандан һуң төбәктең сәйәси тормошонда Куба ханлығының әһәмиәте тағы ла арта.

1795 йылдың яҙында Каджарҙар династияһына нигеҙ һалыусы Ага Мөхәммәт шаһ етәкселегендә фарсы ғәскәрҙәре Кахетияға баҫып инә, ә 12 сентябрҙә Тбилисиҙы баҫып ала һәм талай. 1783 йылғы Георгий трактаты буйынса үҙ йөкләмәләрен үтәп, рус хөкүмәте Каспий корпусын (яҡынса 13 мең кеше) Дағстан аша Фарсы иленә ебәрә.

1796 йылдың 2 майында баш командующий генерал-поручик граф Валериан Александрович Зубов 6000 мосолман һәм 3000 әрмән йәшәгән Дәрбәнткә[55] штурм башлай. 10 майҙа — аҡ флаг күренә, унан һуң рус лагерына Шәйех Әли хан да килә. Шул уҡ көндө Дәрбәнт ҡәлғәһе коменданты итеп генерал-майор Савельев тәғәйенләнә, ә 13 майҙа баш командующий граф Зубов тантаналы рәүештә ҡалаға инә[56]. Шәйех Әли хан, ҡасып киткәнсе, урыҫ лагерында почётлы тотҡон булып ҡалды. Зубов Дәрбәнттә тыныслыҡ тергеҙә, идаралыҡ хандың бер туған ағаһы Ҡасимға тапшырыла[56]. Рәсәй тәхетенә Павел I килгәндән һуң, тышҡы сәйәсәт курсы үҙгәрә, шул уҡ йылдың декабрендә Кавказ аръяғынан рус ғәскәрҙәре кире ҡайтарыла, ә бөтә яулап алынған өлкәләр кире ҡайтарыла. 1799 йылда Куба ханы Фаталиҙың кесе ул — Гасан Дәрбәнт ханы тип иғлан ителә. Шәйех Әли хан 12 көн дауамында Дәрбәнтте ҡамарға маташа, әммә Гасан хан менән килешеү төҙөй[57]. 1802 йылда Дәрбәнт ханы вафат булғандан һуң, Шәйех Әли хан Дәрбәнт биләмәһен Куба ханлығына ҡуша[57].

Рәсәй империяһы составында

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

1813 йылда Гөлистан тыныслыҡ килешеүе буйынса Дәрбәнт Рәсәй империяһына ҡушыла, 1846 йылдан Ләрбәнт — губерна ҡалаһы Дағстан өлкәһе составына инә. 1840-сы йылдарҙан башлап йылдам иҡтисади күтәрелеш, атап әйткәндә, арзан буяу үләне марена үҫтереүгә бәйле. Урындағы халыҡтың төп шөғөлө: марена үҫтереү һәм баҡсасылыҡ. Дәрбәнттең көньяғында 1865 йылға ҡарата 1,500 баҡса иҫәпләнә. Уларҙа йөҙөм (виноград), шәфтәле (персик), өрөк (абрикос), ҡара емеш (слива), армыт (груша) һәм башҡа культуралар үҫтерелә. Виноградтан әрмәндәр шарап һәм араҡы етештергән. Ҡайһы бер кешеләр зәғфрән (шафран), йәшелсә үҫемлектәрен үрсеткән, шулай уҡ игенселек һәм малсылыҡ менән шөғөлләнгән. Йәһүдтәр тәмәке үҫтереү менән шөғөлләнгән[58]. 1898 йылда Дәрбәнт аша Порт-Петровск (Махачҡаланың элекке исеме) — Баҡы тимер юлы үтә.

1921 йылда Дағстан Автономиялы Совет Социалистик Республикаһы составына инә. 1953 йылда Дәрбәнт округының административ үҙәге була[59].

Бөйөк Ватан һуғышы

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Дәрбәнттән фронтҡа күп кенә доброволкцтар китә, улар араһында 9 кеше Советтар Союзы Геройы исеменә лайыҡ була.

2010 йылғы Бөтә Рәсәй йәниҫәбе мәғлүмәттәре буйынса:[60]

Халыҡ Һаны,
кеше
Дөйөм халыҡтан
өлөшө, %
лезгиндар 40 188 33,71 %
азербайджанцы 38 523 32,32 %
табасарандар 18 839 15,80 %
даргиндар 6692 5,61 %
урыҫтар 4450 3,73 %
агулдар 3775 3,17 %
әрмәндәр 1367 1,14 %
таулы йәһүдтәр 1345 1,13 %
рутулдар 921 0,77 %
башҡалар 3100 2,60 %
Барлығы 119 200 100,0 %

Ислам энциклопедияһына ярашлы, XX быуат башында ҡала халҡының этно-дини составы түбәндәгесә була: 57 % — мосолмандар, 18 % -ы — урыҫтар, 16 % -ы — йәһүдтәр һәм 7 % -ы — әрмәндәр[61].

Дербентта бер нисә мең шиғый диаспораһы йәшәй[62].

Халыҡ иҫәбен алыуҙың һуңғы мәғлүмәттәренә ярашлы, Дәрбәнттә күпселекте — 53,5 % — Нах-дағстан ғаиләһенә ҡараған лезгин теле тармағы халыҡтары тәшкил итә.

Ҡала округы хакимиәт башлығ
  • Пирмагомедов Рустамбек Седретдинович[63]
Депутаттар йыйылышы (урындағы үҙидара) рәйесе
  • Рагимов Мавсум Гилалович

Дәрбәнт ҡалаһында коньяк, шарап заводтары һәм комбинаттары, ит һәм консерва комбинаттары, икмәк, һөт заводтары, төҙөлөш комбинаты эшләй.

  • «Волна» ҒТИ-ты. Фәнни-тикшеренеү институты граждандар авиацияһы самолёттары өсөн авиация эске элемтә аппараттарын эшләү һәм етештереү менән шөғөлләнә[64].
  • «Дәрбәнт шарап етештереү компанияһы» ЯСЙ-е предприятие
2013 йылда раҫланған Дербент Гербы

Дербент өйәҙенең гербын батша хөкүмәте 1843 йылдың 21 мартында Рәсәй империяһы Каспий өлкәһенең башҡа гербтары менән бергә раҫлаған[65]. Һуңыраҡ был символика 170 йыл дауамында Дәрбәнт ҡалаһы гербы булған.

Ҡаланың флагы әлегә раҫланмаған[66].

Иҫке гербтың тасуирламаһы
Ҡаланың иҫке гербы

«Беренсе алтын ерлектә (Каспий өлкәһе гербының өлөшөн ҡабатлай) — баҫып тороусы юлбарыҫ; икенсе алтын ерлектә — ерҙән ялҡын ялмап алған газ ағымы; өсөнсө көмөш ерлектә — бер яҡтан тауҙар һыртына беркетелгән, икенсе яҡтан диңгеҙгә тоташҡан ҡапҡалы иҫке ҡәлғә диуары, дүртенсе көмөш ялатылған ерлектә — буяу марена үҫемлеге һәм алтын бау менән бәйләнгән бер нисә мәк һабағы».

Марена менән мәк шуға төшөрөлгән: урындағы халыҡ тәүгеһен эшкәртеү менән уңышлы шөғөлләнгән, һәм мәктән дауалау әфиүнен (ширяк) әҙерләү маҡсатында үрсетеүе билдәһе булған өсөн[67].

Дәрбәнттә 3 дәүләт һәм 1 муниципаль театр эшләй.

  • Әзербайжан дәүләт драма театры[68].
  • Сөләймән Стальский исемендәге Дәүләт лезгин музыкаль-драма театры[69].
  • Дәүләт Табасаран драма театры[70].
  • Таулы йәһүдтәр театры.
15-се урта мәктәп

Дәрбәнттә түбәндәге уҡыу йорттары бар: «Юждаг» институты, 3 башланғыс һөнәри белем биреү уҡыу йорто, 3 колледж, 1 колледж филиалы, 26 мәктәп, 28 балалар баҡсаһы

Дәрбәнтте өйрәнеү

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Ҡала мәктәптәрендә «Дербентоведение» предметы уҡытыла.

Дәрбәнттең юғары уҡыу йорттары

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]
  • «Юждаг» институты — Махачҡалала урынлашҡан Дағстанда беренсе үҙ аллы юғары уҡыу йорто[71]. 1992 йылда Тарас Шевченко исемендәге Киев милли университетының Дәрбәнт (һуңғараҡ — Төньяҡ Кавказ) филиалы базаһында булдырылған[72].
  • Әзербайжан дәүләт иҡтисад университетының Дәрбәнт филиалы (АГЭУ). 1993 йылдан эшләй[73].
  • Дағстан мәғариф һәм мәҙәниәт академияһы (ДАОК). 1993 йылда барлыҡҡа килгән[74].
  • Дәрбәнт гуманитар институты (ДГИ, 1993 йылдан)[75].
  • Филиал МГГУ им. М. А. Шолохов исемендәге Мәскәү дәүләт гуманитар университеты. 1998 йылдан эшләй[76].
  • Социаль-педагогик институт. 2000 йылда булдырылған[77].
  • Академик М. Д. Миллионщиков исемендәге Грозный дәүләт нефть техник университетының Дәрбәнт филиалы.

Бөтә донъя мираҫы

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Халыҡтарҙың Бөйөк күсенеүе осороноң монументаль шаһиты һәм күренекле оборона архитектураһы ҡомартҡыһы, Дәрбәнт ҡәлғә комплексы 1500 йыл дауамында ҡурғаулау функцияларын башҡарған. Ул, унда ике оҙон ҡала стенаһы юлды тулыһынса ҡаплаған һәм, порт барлыҡҡа килтереп, диңгеҙгә сығып киткән урныдағы Нарын-ҡала ҡәлғәһен үҙ эсенә ала. 2003 йылда ЮНЕСКО традицион төҙөлөшлө Дербенттың иҫке өлөшөн Бөтә донъя кешелек мираҫы тип таныны:

  • Дәрбәнт диуары — Каспий ҡапҡаларын бикләгән Сәсәниҙәр заманындағы ике ҡатлы диуар. XV быуат дауамында стена фарсылар, ғәрәптәр һәм монголдар (илхандар, Тимуридтар) тарафынан оборона маҡсатында файҙаланылған. Боронғо фарсы фортификация төҙөлөшөнөң берҙән-бер һаҡланған ҡомартҡыһы.
  • Нарын-ҡала — 4,5 га майҙанды биләгән боронғо ҡәлғә, ул Дәрбәнттән юғарыла урынлашҡан тауҙа күтәрелә. Эстә мунсалар, ҡамауҙа ҡалыу осрағын күҙ аллап ҡаҙылған һыу сығанағы резервуарҙары һәм боронғо биналар емереклектәре һаҡланған. Улар иҫәбендә һуңыраҡ зороастризм йәки утҡа табыныусылар ғибәҙәтханаһына әйләндерелгән V быуаттағы тәре көмбәҙле ҡорам һәм мәсет ҡарай. Шаһ һарайы беҙҙең көндәргә харабалар рәүешендә генә килеп еткән.
  • Жума мәсете — Рәсәйҙең иң боронғо мәсете. Элек, ғәрәптар баҫып алғанға тиклем күпкә алда төҙөлгән христиан ғибәҙәтханаһы булған, һәм мәсеткә әйләндерелгән. Шуға күрә был мәсеттең ишеге мосолмандарҙағыса төньяҡта түгел, ә көньяҡта урынлашҡан. Был хаҡта Амри Шихсаидов «Дагестанские святыни» китабында беренсе тапҡыр яҙа. Мәсет алдында — XV быуат мәҙрәсәһе.

Ҡаланың ҡапҡалары

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Дәрбәнт ҡәлғәһе — Кавказ аръяғы һәм Алғы Азия халыҡтарын төньяҡтан күсмә халыҡтар һөжүменән һаҡлаған ғәйәт ҙур оборона системаһының бер өлөшө. Система эсенә ҡала стеналары, цитадель, диңгеҙ стеналары һәм Дағ-барҙың Тау стенаһы инә.

  • Аваин булах (болаҡ[79]) — Гёур-гая ҡаяһы аҫтында, ҡаланан төньяҡҡа табан 2 км алыҫлыҡта урынлашҡан[80]. Яҡынса VII быуатҡа тиклем булдырылған.
  • Шәйехсәләх болах (болаҡ) —Урта-Ҡапынан көньяҡ-көнсығышҡа табан 130 м алыҫлыҡта[81].

Иҫтәлекле урындары

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]
  • Дәрбәнт маяғы — (1853 йылда төҙөлгән)[82]. Рәсәйҙең иң көньяҡ маяғы[83][84].
  • Дәрбәнт тоннеле (1972 йылда — СССР ойошторолоуының 50 йыллыҡ юбилейына арнап төҙөлгән). Уның оҙонлоғо — 318 м.
Юҡҡа сығарылған иҫтәлекле урындар
  • Изге Георгий Еңеүсе (Святой Георгий Победоносцец) соборы. Кенәз Г. Г. Гагарин проекты буйынса 1853 йылда төҙөлгән. Хәҙерге Азатлыҡ майҙаны урынында урынлашҡан булған. 1938 йылда һүтелгән [85].
  • Төньяҡ Кавказ туркластеры проектын ғәмәлгә ашырыу сиктәрендә аэропорт төҙөү планы[86]

Дәрбәнттең 2000 йылын билдәләү

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Халыҡ-ара эшмәкәрлеге

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

2008 йылдан Дербент ҡалаһы «Берләшкән ҡалалар һәм урындағы властар» (ОГМВ) Бөтә донъя ойошмаһының Евразия төбәк бүлексәһе ағзаһы булып тора. 2004 йылда Берләшкән Милләттәр Ойошмаһы ярҙамында булдырылған «Берләшкән ҡалалар һәм урындағы властар» Бөтә донъя ойошмаһы 136 илдән 1000-дән ашыу ҡаланы һәм донъя ассоциацияларын берләштерә. Евразия төбәк бүлексәһе БДБ илдәренең һәм Монголияның урындағы властарының 109 ҡалаһын һәм ассоциацияһын үҙ эсенә ала.

2003 йылда ЮНЕСКО Дәрбәнттең традицион төҙөлөшлө иҫке өлөшөн Бөтә донъя кешелек мираҫы объекты тип таныны. Дәрбәнт Бөтә донъя мираҫы ҡалаларының ойошмаһы ағзаһы (ОГВН) булып тора.

Туғандаш ҡалалары

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Дәрбәнт мәҙәниәттә

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

СССР-ҙа ла, Рәсәйҙә лә Дәрбәнттә кино төшөрәләр:

  • «Снежная свадьба» (1980)
  • «Кавказский пленник» (1996)[88]
  • «Пальмира» (2020)[89]
  • «Русская жена» (в процессе)[90]

Дәрбәнт тураһында әҙәбиәт

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]
  • Д. Кругляков, Н. Давыдова. Дербент: Прогулки рука об руку. 2021.
  • Назим Шихвердиев: Дербент, дербентцы и дербентские истории. 2022
  • Д. Хайретдинов Дербент. Врата к единобожию. Спецлит, 2022.

Дәрбәнт тураһында йырҙар

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]
  • «В Дербенте дождь» (стихи — Геннадий Рахилов, музыка — Семён Рабаев). Исполняет Семён Рабаев[91].
  • «Мой величавый Дербент» (стихи и музыка — Бернард Осипов). Исполняет Бернард Осипов[92].
  • «Мой Дербент». Исполняет Эльчин Кулиев[93].
  • «Дербент». Исполняют Мануэль Исаков и Гусейн Манапов[94].
  • «Дербент». Исполняет Rido Zloy[95].
  • «Дербент. Дербент». Исполняет Тимур Темиров[96].
Комментарийҙар
  1. 1,0 1,1 1,2 1,3 Словарь топонимических перифраз: названия российских городов (урыҫ)СПб.: Алетейя, 2022. — С. 19. — ISBN 978-5-00165-489-6
  2. 2,0 2,1 ОКТМО (урыҫ)
  3. https://web.archive.org/web/20240528143447/https://www.ovpm.org/members/cities/
  4. Итоги Всероссийской переписи населения 2020 года (по состоянию на 1 октября 2021 года) (урыҫ)
  5. https://whc.unesco.org/en/list/1070
  6. http://www.gks.ru/dbscripts/munst/munst82/DBInet.cgi
  7. Если в шаблоне {{cite web}} задаётся параметр archive-url=, должен задаваться и параметр archive-date=, и наоборот. Необходимо задать параметр url= в шаблоне {{cite web}}. Необходимо задать параметр title= в шаблоне {{cite web}}. [ ].
  8. Коллектив авторов. Что нужно знать о Северном Кавказе. — Litres, 2017-09-05. — 657 с. — ISBN 978-5-457-95231-7.
  9. 9,0 9,1 Если в шаблоне {{cite web}} задаётся параметр archive-url=, должен задаваться и параметр archive-date=, и наоборот. Необходимо задать параметр url= в шаблоне {{cite web}}. Необходимо задать параметр title= в шаблоне {{cite web}}. [ ]. Дата обращения: 5 декабрь 2019.
  10. Tarlanov, Z. K. (Zamir Kurbanovich). Агулы--их язык и история. — Izd-vo Petrozavodskogo universiteta, 1994.
  11. Дагестанские азербайджанцы (Тюрки, Терекеменцы), историческом процессе. www.moidagestan.ru. Дата обращения: 18 июнь 2016.
  12. Дагестанские азербайджанцы (Тюрки, Терекеменцы) — Turkish Forum. Дата обращения: 18 июнь 2016.
  13. Анна Степановна Тверитинова.Восточные источники по истории народов Юго-Восточной и Центральной Европы, Том 1. — С. Стр. 57.
  14. Русско-даргинский словарь / Составитель Исаев М.-Ш. А., под общей редакцией Джидалаева Н. С.. — Махачкала: Дагучпедгиз, 1988.
  15. Мусаев Г. М. Рутулы (XIX-начало XX века). Историко-этнографическое исследование. — Юпитер, 1997.
  16. Гиясаддин Аскер оглы Гейбуллаев. Топонимия Азербайджана. — Баку. — С. 17.
  17. Арбен Кардаш. Слово продолжается. — Arben Kardash, 2013. — 248 с. — ISBN 978-5-297-01742-9.
  18. Необходимо задать параметр url= в шаблоне {{cite web}}. Необходимо задать параметр title= в шаблоне {{cite web}}. Р. И. А. Новости. [ ]. 20140124T1257. Дата обращения: 12 ноябрь 2022.
  19. Об административно-территориальном устройстве Республики Дагестан, Закон Республики Дагестан от 10 апреля 2002 года №16. docs.cntd.ru. Дата обращения: 5 декабрь 2019.
  20. Документы. derbent.ru. Дата обращения: 5 декабрь 2019.
  21. Непомнящий Николай Николаевич. 100 великих городов древности. — Издательство "Вече", 2013-12-14. — 507 с. — ISBN 978-5-4444-7269-9.
  22. Если в шаблоне {{cite web}} задаётся параметр archive-url=, должен задаваться и параметр archive-date=, и наоборот. Необходимо задать параметр url= в шаблоне {{cite web}}. Необходимо задать параметр title= в шаблоне {{cite web}}. [ ].
  23. Если в шаблоне {{cite web}} задаётся параметр archive-url=, должен задаваться и параметр archive-date=, и наоборот. Необходимо задать параметр url= в шаблоне {{cite web}}. Необходимо задать параметр title= в шаблоне {{cite web}}. [ ]. Дата обращения: 5 декабрь 2019.
  24. Семён Броневский. Общая географическая и историческая известия о Кавказе. Часть вторая. Москва. 1823. стр.-330. dlib.rsl.ru. Дата обращения: 29 сентябрь 2020.
  25. Šahrestānīhā Ī Ērānšahr / Hossein Ziai. — Costa Mesa, California 92628 U.S.A.: Mazda Publishers, Inc., 2002. — С. 40. — ISBN 1-56859-143-8.
  26. Minorsky V. A History of Sharvan and Darband in the 10th—11th centuries. — Cambridge, 1958. — P. 14.
  27. 27,0 27,1 Александр Абакарович Кудрявцев. Город, не подвластный векам. — Дагестанское книжное издательство, 1976. — 152 с.
  28. АББАС-КУЛИ-АГА Бакиханов Гюлистан-и Ирам. www.vostlit.info. Дата обращения: 29 сентябрь 2020.
  29. Семён Броневский. Новейшия географическия и историческия известия о Кавказе, / Собранныя и пополненныя Семеном Броневским. - Москва: В типографии С. Селивановскаго, 1823. - c. 338. dlib.rsl.ru. Дата обращения: 29 сентябрь 2020.
  30. В Дербенте начаты работы по очистке реки Суходол. Рамблер.Новости. Дата обращения: 5 декабрь 2019. Архивировано 5 март 2016 года.
  31. Өҙөмтә хатаһы: <ref> тамғаһы дөрөҫ түгел; autogenerated1 төшөрмәләре өсөн текст юҡ
  32. Крупнов Е. И. Древняя история Северного Кавказа. — Рипол Классик, 2013-03. — 524 с. — ISBN 978-5-458-24625-5.
  33. William Hazlitt. The Classical Gazetteer: A Dictionary of Ancient Geography, Sacred and Profane (инг.). — Whittaker, 1851. — 388 p.
  34. Макарова Т. И., Плетнёва С. А.. Крым, Северо-Восточное Причерноморье и Закавказье в эпоху средневековья, IV-XIII века. — Наука, 2003. — С. 354. — 532 с.

    (табл. 168: 7).

  35. Г. Г Литаврин. Славянский мир между Римом и Константинополем: христианство в странах Центральной, Восточной и Юго-Восточной Европы в эпоху раннего средневековья / Институт славяноведения (Российская академия наук).. — Институт славяноведения РАН, 2000. — С. 87. — 157 с.
  36. Л. Б. Гмыря //Клятводоговоры номадов Кавказско-Каспийского региона (V—VII вв.) // Научный журнал «Известия АГУ». 2008 № 4-3(60). izvestia.asu.ru. Дата обращения: 29 сентябрь 2020.
  37. Лаппо Г М. Города России. Взгляд географа. — М.: Новый хронограф, 2012. — С. 42. — 504 с. — ISBN 978-5-94881-151-2.
  38. Гумилёв, Л. Н. Древние тюрки. — Айрис-пресс, 2009. — С. 214. — ISBN 978-5-8112-3742-5.
  39. А. П.Новосельцев. Хазарское государство… Глава V. Хазария и народы Кавказа и восточной Европы. 1. Арабо-хазарские отношения и Кавказ (1 часть). gumilevica.kulichki.net. Дата обращения: 5 декабрь 2019.
  40. Albania — Encyclopædia Iranica. M. L. Chaumont

    Half-way through the 7th century, under the caliphate of ʿOṯmān, the Arabs invaded Albanian territory and the eastern Caucasus and took possession of Paythakaran (Baylaqān), Pʿartaw (Barḏaʿa), Shakashēn, Kabala (Kapaghak), Šervān, Shaporan (Šāberān), and Čor (Darband); Aran was to be reunited with Armenia under a single governor.

  41. Arran / Richard Nelson Frye // Encyclopaedia of Islam. 2 ed. — Leiden : E. J. Brill, 1986. — Т. 1. (түләүле)
  42. Ибн Хордадбех. Книга путей и стран. — М., 1986.Ҡалып:Оригинальный текст
  43. Шагинян А. К. Армения и страны южного Кавказа в условиях византийско-иранской и арабской власти. — С-Петербург: Алетейя, 2011. — С. 348.Ҡалып:Оригинальный текст
  44. Рыжов К. В. Все монархи мира. Мусульманский Восток VII—XV вв. — Вече, 2004. — С. 479. — ISBN 5-94538-301-5, ББК 63.3(5) P 93.
  45. А. П.Новосельцев. Хазарское государство и его роль в истории Восточной Европы и Кавказа. Gumilevica (12 апрель 2008).
  46. Бернандт Г. Б., А Должанский. Ислам на территории бывшей Российской империи: Энциклопедический словарь. — «Восточная литература» РАН, 2006. — Т. 1. — С. 47. — ISBN 5-02-018420-9.
  47. Рыжов К. В.. Все монархи мира. Мусульманский Восток VII—XV вв. — Вече, 2004. — С. 211. — ISBN 5-94538-301-5, ББК 63.3(5) P 93.
  48. Хожение за три моря Афанасия Никитина. — Л., 1986. — С. 57.
  49. Эпиграфические памятники Северного Кавказа на арабском, персидском и турецком языках. Надписи X — XVII вв. Тексты, переводы, комментарий, вступительная статья и приложения Л. И. Лаврова. — М.: Наука, 1966. — Т. часть 1. — С. 141, 142, 206.
  50. 50,0 50,1 Эпиграфические памятники Северного Кавказа на арабском, персидском и турецком языках. Надписи X — XVII вв. Тексты, переводы, комментарий, вступительная статья и приложения Л. И. Лаврова. — М.: Наука, 1968. — Т. часть 2. — С. 81,153, 154.
  51. Айтберов Т. М. Надир-шах Афшар и дагестанцы в 1741 году / И. А. Каяев. — ИД «Домпресс», 2011. — 200 с. — 2000 экз. экз.
  52. Боевая летопись русского флота. militera.lib.ru. Дата обращения: 5 декабрь 2019.
  53. Суздальцева И. А. Грузинская диаспора Дагестана в XVIII - начале XX века // История, археология и этнография Кавказа. — 2005. — № 3. — С. 20.
  54. Иноземцева Е. И., Виноградов Б. В. К вопросу о работорговле в Дагестане в XVII – начале XIX века (рус.) // Вопросы северокавказской истории. — Армавир, 2000. — В. 5. — С. 21—27.
  55. Радожицкий И. Т. Историческое известие о походе Российских войск в 1796 году в Дагестане и Персии под командою Графа Валериана Александровича Зубова. — Отечественные записки. — Спб., 1827. — С. 152—153.
  56. 56,0 56,1 А. В.Потто, «Кавказская война», т. 1. - ПЕРСИДСКИЙ ПОХОД ЗУБОВА. www.vehi.net. Дата обращения: 5 декабрь 2019.
  57. 57,0 57,1 Дж.М.Мустафаев. Северные ханства Азербайджана и Россия (конец XVIII—начало XIX в.), Стр. 20 (недоступная ссылка — история) (1989).
  58. П.Семенов. Дербент// Географическо-статистический словарь Российской Империи. Том II. — Санкт-Петербург, 1865. — С. 37.
  59. РЕСПУБЛИКА ДАГЕСТАН (10 май 2010). Дата обращения: 26 февраль 2020. Архивировано из оригинала 10 май 2010 года.
  60. Население по национальности и владению русским языком по городским округам и муниципальным районам Республики Дагестан. https://dagstat.gks.ru/.+Дата обращения: 14 декабрь 2013. Архивировано из оригинала 11 октябрь 2017 года.
  61. Энциклопедия Ислама Том II стр. 206, статья: «Derbend». E.J. Brill 1991
  62. Шииты Дербента отметили траур по имаму Хусейну
  63. Руководство. derbent.ru. Дата обращения: 8 март 2023.
  64. Экономическая энциклопедия регионов России. Республика Дагестан. М.: ЗАО "Издательство «Экономика», 2009. с. 524—525.
  65. :: Геральдика.ру / Гербы и флаги:: Символика Дагестана. Дата обращения: 2 ғинуар 2009. Архивировано из оригинала 3 март 2009 года.
  66. Герб и флаг города Дербент. www.protown.ru. Дата обращения: 10 октябрь 2022.
  67. Каждому городу — свой герб — Газета «Дагестанская правда». Дата обращения: 2 ғинуар 2009. Архивировано из оригинала 2 март 2009 года.
  68. Азербайджанский театр РД — История театра
  69. Официальный сайт Государственного лезгинского музыкально-драматического театра имени Сулеймана Стальского. Архивировано 23 июль 2014 года.
  70. Официальный сайт Табасаранского Драматического театра 2014 йыл 14 октябрь архивланған.
  71. Официальный сайт института. Дата обращения: 5 октябрь 2014. Архивировано из оригинала 22 апрель 2014 года.
  72. История института. Архивировано 16 сентябрь 2015 года.
  73. Сведения об образовательной организации. ageu-derbent.ru. Дата обращения: 29 сентябрь 2020.
  74. ОТКРЫТОЕ ПИСЬМО МИНИСТРУ ОБРАЗОВАНИЯ РОССИЙСКОЙ ФЕДЕРАЦИИ Д.ЛИВАНОВУ. diik.3dn.ru. Дата обращения: 29 сентябрь 2020.
  75. Официальный сайт ДГИ. Дата обращения: 5 октябрь 2014. Архивировано из оригинала 6 октябрь 2014 года.
  76. Дербентский филиал МГГУ им. М. А. Шолохова. mggu-sh.ru. Дата обращения: 29 сентябрь 2020.
  77. Социально-педагогический институт — Основные сведения. Архивировано 6 октябрь 2014 года.
  78. Путешествуем по наследию ЮНЕСКО в России. Город окруженный стенами
  79. башҡорт телендә болаҡ һүҙе бәләкәй йылға тигәнде аңлата
  80. Гусейнов Г.-Б. Я., 2005, с. 440
  81. Фонтан Шах-Салах. Дата обращения: 5 октябрь 2014. Архивировано из оригинала 23 сентябрь 2015 года.
  82. Гусейнов Г.-Б. Я., 2005, с. 431—433
  83. Дербентский маяк нуждается в капитальной реставрации. www.rgvktv.ru. Дата обращения: 29 сентябрь 2020.
  84. Маяк. Архивировано 28 май 2016 года.
  85. Гусейнов Г.-Б. Я., 2005, с. 682—685
  86. Специалисты «КСК» предлагают построить четыре новых аэропорта на Северном Кавказе. Дата обращения: 16 сентябрь 2012. Архивировано из оригинала 22 август 2012 года.
  87. Дербент «подружился» с Псковом (Фото). lezgi-yar.ru. Дата обращения: 29 сентябрь 2020.
  88. Фильм «Кавказский пленник» снимался в Дагестане
  89. В Дербенте состоится премьера фильма режиссера Ивана Болотникова «Пальмира»
  90. В Дербенте снимают фильм «Русская жена»
  91. песня «В Дербенте дождь»
  92. песня «Мой величавый Дербент»
  93. песня «Мой Дербент»
  94. песня «Дербент»
  95. песня «Дербент»
  96. песня «Дербент. Дербент»
  • Исаев И. Р. История Табасарана. Табасаран с древнейших времен до наших дней. — Саратов, 2011
  • Гусейнов Г.-Б. Я. Краткая энциклопедия города Дербента. — Махачкала: Юпитер, 2005.
  • Кудрявцев А. А. История города Дербента. — М., 1906.
  • Кудрявцев А. А. Город, неподвластный векам. — Махачкала: Даг. кн. изд-во, 1976. — 144 с. — 3000 экз.
  • Кудрявцев А. А. Древний Дербент. — М.: Наука, 1982. — 176 с. — (Страницы истории нашей Родины). — 120 000 экз.
  • Кудрявцев А. А. Великий город на Каспии: Дербент в эпоху феодализма. — Махачкала: Даг. кн. изд-во, 1982. — 184 с. — 2500 экз.
  • Кудрявцев А. А. Дербенту — 5000 лет: Путеводитель / Авт. текста: А. А. Кудрявцев; Сост.: Б. Ш. Нувахов. — М.: Советская Россия, 1989. — 160 с. — 50 000 экз. — ISBN 5-26800407-7.
  • Кудрявцев А. А. Феодальный Дербент. — М.: Наука, 1993. — 320 с. — 430 экз. — ISBN 5-02-008591-X.
  • Махмудова З. У. Дербент в XIX — начале XX века. Этническая мозаичность города на «вечном перекрёстке». — М., Три квадрата, 2006, 157 с.
  • Пахомов Е. А. Краткий курс истории Азербайджана с экскурсом о ширваншахах XI—XIV вв. —Баку, 1923
  • Пахомов Е. А. О Дербентском княжестве XII—XIII вв. annales.info. Дата обращения: 29 сентябрь 2020. — Баку, 1930
  • Дербент — Ҡыҫҡа йәһүд энциклопедияһынан (рус.)
  • Бартольд В. В.. Дербент // Бартольд. Сочинения, 2, 419—430
  • Minorsky V. History of Sharvan and Darband in the 10th—11th centuries. Cambridge, 1958
  • Kettenhofen E., Darband (ингл.). www.iranicaonline.org. Дата обращения: 29 сентябрь 2020., Encyclopædia Iranica, 1994—2011.
  • Дербент // Большая советская энциклопедия : [в 30 т.] / гл. ред. А. М. Прохоров. — 3-е изд. — М. : Советская энциклопедия, 1969—1978.

Дагестан Ҡалып:Районные центры Дагестана Ҡалып:Населённые пункты Дербентского района Ҡалып:Населённые пункты Дагестана на автомагистрали М-29 Ҡалып:Порты Каспийского моря