Location via proxy:   [ UP ]  
[Report a bug]   [Manage cookies]                
Эстәлеккә күсергә

Карл Линней

Был мәҡәлә яҡшы мәҡәләләр исемлегенә инә
Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Карл Линней
Carl Linné
Carl Linnaeus
Carl von Linné
Карл Линней портреты, Александр Рослин рәсеме (1775)
Карл Линней портреты, Александр Рослин рәсеме (1775)
Тыуған көнө

23 май 1707({{padleft:1707|4|0}}-{{padleft:5|2|0}}-{{padleft:23|2|0}})

Тыуған урыны

Росхульт, Смоланд, Швеция

Вафат көнө

10 ғинуар 1778({{padleft:1778|4|0}}-{{padleft:1|2|0}}-{{padleft:10|2|0}}) (70 йәш)

Вафат урыны

Уппсала, Швеция

Ил

Шведская империя

Ғилми даирәһе

медицина, тәбиғәт белеме

Эшләгән урыны

Уппсал университеты

Альма-матер

Уппсал университеты

Ғилми етәксеһе

Улоф Рудбек (ҡустыһы)

Уҡыусылары
Ниндәй өлкәлә танылған

Тере организмдарҙың фәнни классификацияһына нигеҙ һалыусы

Награда һәм премиялары
Тимерғаҙыҡ йондоҙоның Оло тәре ордены кавалеры
Тимерғаҙыҡ йондоҙоның Оло тәре ордены кавалеры
Автограф

Биологик систематика
Ботаник таксондар рәтенә исем биреүсе автор. Ботаник номенклатураның Халаҡ-ара кодексында (бинар) номенклатурала был исемдәр «L.» ҡыҫҡарталған ҡушымта менән бирелә .
IPNI сайтында Был таксондар исемлеге
IPNI сайтында Шәхси бите

зоологик таксондарҙы тасүирлаған тикшереүсе. Авторлығын күрһәтеү өсөн ҡыҫҡартылған билдә ҡуялар «Linnaeus».

Carolus Linnaeus на Викивидах
Страница на Викивидах

Карл Линне́й (швед. Carl Linnaeus, Carl Linné, лат. Carolus Linnaeus, 1761 йылда дворян титулын алғас — Carl von Linné; 23 май 1707 йыл, Росхульт — 10 ғинуар 1778 йыл, Уппсала) — швед тәбиғәтте өйрәнеүсеһе һәм табибы; хайуандар һәм үҫемлектәр доньяһының дөйөм классификацияһын төҙөүсе; был системала бөтә биология фәнендәге тикшереүҙәр дөйөмләштерелә һәм тәртипкә һалына. Линнейҙың төп хеҙмәте — биологик төр төшөнсәһен билдәләү, биноминаль (бинар) номенклатура төшөнсәһен индереү һәм актив ҡулланыу, систематик (таксонометрик) категориялар араһындағы аныҡ бәйленеште билдәләү.[1]

Линней — тәбиғәтте өйрәнеүсе иң билдәле швед ғалимы. Швецияла уны шведтарға үҙ илдәрен асҡан өсөн, сәйәхәтсе булараҡ хөрмәт итәләр, швед провинцияларында тикшеренеп, бер провинция икенсе провинцияға нисек ярҙам итә алғанын өйрәнә.[2] Шведтар өсөн уның флора һәм фауна тураһындағы хеҙмәттәре генә түгел, ә көндәлек булараҡ яҙып барылған сәйәхәтнамәләре ҡәҙерле. Был яҙмалар бай һәм аңлайышлы тел менән яҙылған, әлеге көнгә тиклем нәшер ителә һәм уҡыла.[3] Хәҙерге әҙәби швед теленең барлыҡҡа килеүен Линней менән бәйләйҙәр, Линней фән һәм мәҙәниәт әһеле.[2]

Швеция короллеге фәндәр академияһы ағзаһы (1739, академияға нигеҙ һалыусыларҙың береһе), Париж фәндәр академияһы ағзаһы (1762) һәм башҡа фәнни ойошмалар һәм академиялар ағзаһы.

Карл Линней 1707 йылдың 23 майында көньяҡ Швецияла, Смоланд провинцияһы Росхульт ауылында тыуа. Уның атаһы — Нильс Ингемарссон Линнеус (швед. Nicolaus (Nils) Ingemarsson Linnæus, 1674—1748), дини кеше, сығышы буйынса крәҫтиән[3]; әсәһе — Кристина Линней (Линнея), Бродерсонияла тыуған (швед. Christina Linnæa (Brodersonia), 1688—1733), ауыл руханийы ҡыҙы.

Карл ғаиләлә беренсе бала булып доньяға килә (һуңыраҡ Ингемарссон һәм Кристинаның тағы дүрт балаһы — өс ҡыҙы һәм бер улы тыуа)[3].

1709 йылда ғаилә Росхульт янындағы Стенбрухульт ауылына күсеп килә. Унда Нильс Линнеус йорт янында ҙур булмаған баҡса ултыртып, уны ҙур тырышлыҡ менән тәрбиәләп ҡарай; баҡсала йәшелсә-емештәр, сәскәләр үҫтерә, уларҙың барыһынаң да исемен белә. Карл бала саҡтан уҡ үҫемлектәр менән ҡыҙыҡһына, һигеҙ йәшендә ул тирә-яҡтағы бөтә үҫемлектәрҙең исемдәрен белә, баҡсала уның үҙенең түтәлдәре лә була.[4]

1716—1727 йылдарҙа Линней Векшё ҡалаһында башланғыс мәктәптә һәм гимназияла (1724—1727).уҡый. Стенбрухульта ауылы Векшё ҡалаһынан илле километр алыҫлыҡта булғанға, Карл өйҙә каникул ваҡытында ғына була ала. Карлдың ата-әсәһе киләсәктә атаһы кеүек дини кеше пастор булыуын теләй, әммә Карл дини фәндәрҙән һәм боронғо телдәрҙән бик насар өлгәшә. Уны тик ботаника һәм математика ҡыҙыҡһындыра, йыш ҡына дәрескә бармайынса тәбиғәтте өйрәнергә сығып китә[5].

Линней уҡыған мәктәптә логика, медицинаны уҡытҡан доктор Юхан Стенссон Ротман (1684—1763) Нильс Линнеусты улын врачлыҡҡа уҡытырға ебәрергә тип кәңәш итә һәм Карл менән медицина, физиология, ботаника буйынса айырым шөғөлләнә башлай. Ата-әсәнең Карлдың яҙмышы менән борсолоуы юҡҡа булмай, ул ваҡытта Швецияла медиктар өсөн эш табыуы еңел булмай, ә дини рухани өсөн эш етерлек була.[3]

Лунд һәм Уппсала университеттарында уҡыу

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Векшё ҡалаһына иң яҡын юғары уҡыу йорто Лунд ҡалаһында була. 1727 йылда Линней имтихан тапшырып Лунд университетына уҡырға инә, тәбиғәтте өйрәнеү фәне һәм медицина буйынса белем ала. Профессор Килиан Стобеус (1690—1742) лекциялары ҙур ҡыҙыҡһыныу уята. Линней профессорҙың өйөнә фатирға төшә[3]; Стобеус ярҙамында ул китаптан уҡыған һәм үҙе күҙәткән мәғлүмәтте билдәле бер тәртипкә һала.

1728 йылдың авгусында Юхан Ротман кәңәше буйынса Линней Уппсала университетына күсә. Был университетта медицинаны өйрәнеү өсөн мөмкинлектәр күберәк була.

Уппсала университетында Линней үҙенең йәштәше Петер Артеди (1705—1735) менән таныша, уның менән ул ваҡыттағы тарихи классификацияны киренән ҡарау эшен башлай. Линней, башлыса үҫемлектәрҙе өйрәнеп классификациялай, ә Артеди балыҡ, ер-һыу хайуандары һәм сатырлы үҫемлектәрҙең классификацияһын төҙөй. Әйтеп үтергә кәрәк, ике университетта ла уҡытыу кимәле түбән була, күп ваҡыт студенттар үҙ-аллы шөғөлләнәләр.[5]

Линнейҙың ҡулъяҙмаһы Praeludia sponsaliorum plantarum (декабрь 1729)

1729 йылда Линней ботаника менән шөғөлләнгән теология профессоры Улоф Цельсий (1670—1756) менән таныша. Был танышыу Линней өсөн бик мөһим була, уға профессор өйөндәге китапханала эшләргә мөмкинлек асыла.

1730 йылда Линней Профессор Улоф Рудбек етәкселегендә университеттың ботаник баҡсаһында демонстратор булып эшләй башлай. Линней лекциялары ҙур ихтирам яулай.

Тағы бер медицина профессоры Ларс Руберг менән дә яҡшы мөнсәбәттә була.

Лапланд экспедицияһы

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

1732 йылдың 12 майында, Упсал короллегенең фәнни ойошмаһынан аҡса алып, Лапландия һәм Финляндияға юллана. Сәйәхәт барышында ул үҫемлек, хайуандар һәм минералдарҙы ғына өйрәнмәй, ул урындағы халыҡтың йәшәү рәүешен, мәҙәниәтен өйрәнә.[6] Уппсалға коллекция һәм яҙмалар менән көҙ көнө 10 октябрҙә әйләнеп ҡайта. 1732 йылда уның экспедиция барышында йыйылған үҫемлектәрҙең каталогы йыйылған Florula Lapponica («Лапландия флораһы») тигән хеҙмәте нәшер ителә. Лапландия үҫемлектәр донъяһының тулы йыйынтығын биш йыл үткәс Голландияла ғына нәшер итә ала. Экспедиция көндәлеге беренсе тапҡыр 1811 йылда нәшер ителә; саам (лопар) халҡы тураһында яҙмаларының этнографик әһәмиәте бөгөн дә баһалып бөткөһөҙ, сөнки ул замандағы ерле халык тураһында башҡа яҙмалар юҡ.[7]

Фәндә ҡалдырған өлөшө

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]
Ҡатмарлы япраҡтарHortus Cliffortianus (1737) китабында Линней төшөргән һүрәт

Nomina si nescis periit
et cognitio rerum.

Әйберҙең исемен белмәһәң,
уны төшөнөү мөмкинлеге һәләк булв.

Карл Линней[8]

Линней хәҙерге тере организмдарҙың биноминаль (бинар) номенклатураһына нигеҙ һала. Элекке формаль рәүештә төҙөлгән күп һүҙле тасуирлама урынына Линней һәр төрҙө классификациялау өсөн өсөн фәнни ысул тәҡдим итә.

Линней тере организмдарҙы классификациялау өсөн фәнни классификация тәҡдим итә. Ул тәбиғәтте өс батшалыҡҡа бүлә: минералдар, үҫемлектәр һәм хайуандар. Дүрт ранг тәҡдим итә: класс, отряд, ырыу һәм төр.

Меңгә яҡын яңы үҫемлектең тасуирламаһын яҙып ҡалдыра (ул дөйөм һаны ун меңгә яҡын үҫемлекте һәм бик күп хайуандарҙы тасуирлаған).[1][~ 1]

XVIII быуатта ботаника фәне үҫеше менән фенология фәне (тәбиғәтте, үҫемлек һәм хайуандар тормошондағы күренештәрҙе йыл миҙгелдәренең алышыныуына бәйләп өйрәнә торған фән) үҫеш ала. Швецияла Линней беренсе булып фенологик күҙәтеүҙәр башлай. Фенология буйынса Линнейҙың беренсе хеҙмәте Calendaria Florae 1756 йылда яҙыла, унда тәбиғәтәге үҙгәрештәр үҫемлектәр батшалығында күҙәтелә.

  • 1836 йылда Мэн штатында төҙөлгән Линнеус ҡалаһы ошо иң билдәле ботаник исемен йөрөтә[9].
  • Миссури штатындағы Линнвилль ҡалаһы 1840 йылда Линней хөрмәтенә Линнеус ҡалаһы тип үҙгәртелә[10].
  • Линнеус университеты (швед. Linnéuniversitetet) — Швецияның көньяғындағы 2010 йылда барлыҡҡа килгән Векше һәм Кальмаре университеты.
  • Линней — Айҙағы кратер.
  • (7412) Линней (1990 SL9) — 1990 йылдың 22 сентябендә Э. Эльст Ла-Сильела асҡан астероид.
Systema Naturae («Тәбиғәт системаһы») китабының титул бите
  • Systema naturæ sive regna tria naturæ systematice proposita per classes, ordines, genera, & species. Lugduni Batavorum [Leyden]: apud Theodorum Haak. 1735.
    Djvu-файл (2 Mb) в Материалах А. Шипунова[11]
  • Bibliotheca botanica recensens libros plus mille de plantis huc usque editos, secundum systema auctorum naturale in classes, ordines, genera & species dispositos, additis editionis loco, tempore, forma, lingua etc cum explicatione. Amstelodami [Amsterdam]: apud Salomonem Schouten, 1736a. [12] + 153 + 35 p.
  1. 1,0 1,1 «БСЭ»
  2. 2,0 2,1 Андерссон, 1951
  3. 3,0 3,1 3,2 3,3 3,4 Бруберг Г. Карл фон Линней = Gunnar Broberg. Carl Linnaeus / Пер. с швед. Н. Хассо. — Стокгольм: Шведский институт, 2006. — 44 с. — ISBN 91-520-0914-9 — ISBN 978-91-520-0914-7
  4. Скворцов, 2007
  5. 5,0 5,1 Life of Linnaeaus «Жизнь Линнея» на сайте Уппсальского университета (файл pdf) 2010 йыл 26 декабрь архивланған.
  6. Бобров, 1970, «Лапландское путешествие и последние студенческие годы», с. 33—46
  7. Zorgdrager, 2008
  8. Цитируется по книге:
    Хржановский В. Г. Курс общей ботаники. Ч. 2. Систематика растений: Учебник для сельхозвузов. — 2-е изд., перераб. и доп. — М.: Высш. школа, 1982. — С. 4.
  9. G. J. Varney. History of Linneus, Maine // A Gazetteer of the State of Maine. — Boston: B. B. Russell, 1886.
  10. Linn County Place Names, 1928-1945 (ингл.). Manuscript Collection. The State Historical Society of Missouri. Дата обращения: 2 февраль 2012. Архивировано 28 май 2012 года. 2012 йыл 15 апрель архивланған.
  11. Материалы А. Шипунова на Ботаническом сервере Московского университета(Тикшерелеү көнө: 20 ноябрь 2008)
  1. Поскольку с точки зрения Международного кодекса ботанической номенклатуры научные названия растений, обнародованные до 1 мая 1753 года, не считаются действительно обнародованными, Карл Линней формально является автором значительного числа названий растений, которые фактически были известны и до него.
рус телендә
Башҡа телдәрҙә