Ләм
Ләм | |
Ләм Викимилектә |
Ләм — ваҡ ярмалы йомшаҡ тау тоҡомо, һыу сығанаҡтары төбөнә ултырған органик һәм минераль матдәләр ҡатнашмаһынан хасил. Ләм тәбиғи шарттарҙа шыйыҡ, киптергәндә ҡаты есем үҙенсәлектәре ала. Күбеһенсә ваҡ фракцияларҙан тора: 30-50 проценты 0,01 мм-ҙан кәмерәк өлөшсәләрҙән тора.
Диңгеҙҙәрҙең һәм континенталь һыу ятҡылыҡтарының төбөндә (күл, быуа) ләм киң таралған, улар тау тоҡомдары ыуалыу һөҙөмтәһендә барлыҡҡа килгән(терриген, эзбиз, пелит, алеврит, алеврит-пелит ләмдәр), һәм шулай уҡ микроскопик ҡабырсаҡтар йәки диңгеҙ организмдары онтағынан тора (глобигерин, диатом, радиолярий, птеропод ләмдәр). Вулкан көлө менән байытылған ләмдәр ҙә айырып ҡарала.
Ҡайһы бер ләмдәрҙәге органик матдәләр (сапропель) тарҡалып, көкөртлө-водородлы ҡатнашма барлыҡҡа килә йә сереү процесы башлана (серек ләм).
Ләм бәйле ултырма тоҡомдар формалашыуының башланғыс стадияһы булып тора.
Ләм ауыл хужалығында ашлама булараҡ йәки компост өйөмдәре өсөн ҡулланыла.
Ҡайһы бер ләм (күл, быуа, лагуна) ашлама булараҡ ҡулланыла һәм йорт хайуандарына минераль матдә сығанағы итеп бирелә, шулай уҡ медицинала файҙаланыла (шифалы ләм.
Гавандәрҙә һәм фарватерҙарҙа ләм күбәйеү суднолар хәрәкәтенә ҡамасаулыҡ тыуҙыра, шуның өсөн дамбалар ҡорола йәки йылғаларҙың төбөн тәрәнәйтеү эштәре үткәрелә.
Башҡортостанда шифалы ләмдәр
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Шифалы ләмдәр республиканың бер нисә районында шифаханаларҙа дауалау өсөн ҡулланыла.
- Асы шифаханаһы - Белорет районының Асы ауылында борондан тоҙло һыуын ғына түгел, ләмен дә быуындар һыҙлағанда ҡулланғандар. Әммә, ҡыҙғанысҡа ҡаршы, ләмде күпләп ситкә алып китеп бөткәндәр. Унда хәҙер тик минераль һыуҙар ғына ҡулланыла.
- Ҡарағай шифаханаһы — бальнеология шифаханаһы, Башҡортостан Республикаһының Мәсетле районы үҙәге Оло Ыҡтамаҡ ауылы эргәһендә урынлашҡан.
- «Йәшел сауҡалыҡ» шифаханаһы - Өфө ҡалаһындағы шифахана.
- Красноусол шифаханаһы - Ғафури районы шифаханаһы
- Танып шифаханаһы - Асҡын районында урынлашҡан шифахана.
- Талҡаҫ шифаханаһы - Баймаҡ районындағы шифахана.
- Әй шифаханаһы - Дыуан районындағы шифахана
- "Юбилейный" шифаханаһы - Башҡортостандың Әбйәлил район үҙәге Асҡарҙан төньяҡ-көнсығышҡа 28, Магнитогорскиҙан төньяҡҡа 45 саҡрым алыҫлыҡта урынлашҡан.
- "Яҡтыкүл" шифаханаһы - Әбйәлил районындағы шифахана
- Янғантау шифаханаһы — Башҡортостан Республикаһының Салауат районындағы күп йүнәлешле бальнеология курорты.
Шулай уҡ ҡара
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Һылтанмалар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Ил Викиһүҙлектә | |
Ил Викимилектә |
- Ил // Большая советская энциклопедия : [в 30 т.] / гл. ред. А. М. Прохоров. — 3-е изд. — М. : Советская энциклопедия, 1969—1978.
- Ил прудовой и речной // Брокгауз һәм Ефрондың энциклопедик һүҙлеге: 86 томда (82 т. һәм 4 өҫтәмә том). — СПб., 1890—1907. (рус.)