Мансырев Фәйзулла Сәйет улы
Фәйзулла Сәйет улы Мансырев | ||
| ||
---|---|---|
26.06.1920 — 28.07.1920[1] | ||
Алдан килеүсе: | Шәмиғолов Ғәли Камалетдин улы | |
Дауамсы: | Мортазин Муса Лот улы | |
Тыуған: | 1882 билдәһеҙ | |
Үлгән: | билдәһеҙ билдәһеҙ | |
Партия: | РСДРП (б) |
Фәйзулла Сәйет улы Мансырев (Михаил Савельевич Мансуров[2], 1882—?) — дәүләт эшмәкәре. 1903 йылдан алып РСДРП(б) ағзаһы. Башҡортостан хәрби-революцион комитеты һәм БашҮБК Президиумы рәйесе.
Биография
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Мансырев Фәйзулла Сәйет улы 1882 йылда тыуған. 1903 йылдан алып РСДРП (б) ағзаһы. Петроград з‑дтарында эшләй. 1920 йылдан февраленда башлап Башҡорт ғәскәрҙәре төркөмөнөң Петроградтағы революцион хәрби трибуналы ағзаһы. Июндән Башҡортостан хәрби-революцион комитеты рәйесе[3]. Советтарҙың 1-се Бөтә башҡорт съезыделегаты. Июлдән Башҡортостан үҙәк башҡарма комитеты Президиумы һәм АСБР Халыҡ комиссарҙары советы рәйесе урынбаҫары, РКП(б)-ның Башҡортостан өлкә комитеты Президиумы ағзаһы, октябрендә алып БашҮБК Президиумы рәйесе. 1921 йылдан башлап Бөтә Рәсәй ҮБК (Мәскәү) ҡарамағындағы АСБР хөкүмәте вәкиле. Артабанғы яҙмышы билдәһеҙ.
Иҫкәрмәләр
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- ↑ Башревком.// Башкортостан: краткая энциклопедия. — Өфө: Башкирская энциклопедия, 1996. — С. 166. — 672 с. — ISBN 5-88185-001-7.
- ↑ МАНСЫРЕВ Михаил Савельевич (1882—1956)
- ↑ Ҡолшәрипов М. М. Служил своему народу // Ватандаш (журнал). — 2009. — № 4. — ISSN 1683-3554.
Һылтанмалар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Мансырев Фәйзулла Сәйет улы // Башҡорт энциклопедияһы. — Өфө: БР ДАҒУ «Башҡорт энциклопедияһы», 2015—2024. — ISBN 978-5-88185-143-9.