Негев
Негев | |
Дәүләт | Израиль |
---|---|
Административ үҙәк | Беэр-Шева[d] |
Административ-территориаль берәмек | Израиль |
Иң юғары нөктә | гора Рамон[d] |
Майҙан | 13 000 км² |
Негев Викимилектә |
Негев (йәһ. הנגב [һaˈnegev], бор.-йәһ. הַנֶגֶב [һanˈnɛɣɛv]; ғәр. النقب; ән-Нәҡаб, ән-Нәҡб) — Яҡын Көнсығыштағы сүллек, Израилдә урынлашҡан (территорияһының 60 проценты самаһын биләй). Майҙаны — 12 000 км². Негев көнсығыштан — Арава үҙәне, көньяҡтан — Акаба (Эйлат) ҡултығы, көнбайыштан Урта диңгеҙ һәм Синай сүллеге менән сикләнгән, төньяҡта Йәһүҙиә сүллегенә, Йәһүҙиә тауҙарына һәм яр байы тигеҙлегенә тиклем йәйрәп ята. Негев сиктәрен шартлы тип табырға була — атап әйткәндә, көнсығыш һәм көнбайыш сиктәрен халыҡ-ара сиктәр буйлап үткәреү ҡабул ителгән. Негев төбәген Негевтың үҙенә һәм Төньяҡ Негевҡа бүлеп йөрөтәләр.
«Негев» һүҙе Торала «көньяҡ»ты, ә тәржемәһе «ҡоро» тигәнде аңлата.
Геология күҙлегенән Негев — диңгеҙ кимәленән 600—800 метр өҫтә ятҡан яйла. Бурташ менән ҡапланған был сүлле төбәккә арид денудацияһының төрлө формалары хас. Әйтәйек, тик Негевта һәм Синайҙа ғына «махтешим»[1] (эрозияланыу кратерҙары) осрай. Махтештар — ул тигеҙ текә ярлы тәрән овал уйһыуҙар. Шундайҙарҙан Рамон махтешы тип аталғандың, мәҫәлән, тәрәнлеге 300 м, киңлеге 8 км һәм буйы 40 км. Улар карст принцибы буйынса яһалған: ер аҫты ағымдары йомшағыраҡ түбәнге ҡая ҡатламдарын йыуған, шунан ҡатыраҡ өҫкө ҡатламдар соҡор яһап емерелеп төшкән.
Негев үҙе кипкән сүлдән тора. Төньяҡ Негевҡа Бөтә Израиль һыу үткәргесе ҡоролған, был уны һөҙөмтәле баҫыусылыҡ зонаһына әйләндерергә мөмкинлек биргән. Бында мошавтар һәм кибуцтар күп, Сдерот, Нетивот, Офаким ҡалалары урынлашҡан. Шулай уҡ Ғәззә секторы ла ошонда. Негевтың үҙендә Димона һәм Арад ҡалалары урынлашҡан. Беғер-Шева районында Төньяҡ Негев менән Негевтың үҙе араһындағы сик үтә.
Негевтың төньяғындағы Ятир урман массивы илдәге иң ҙур урмандарҙың береһе һанала. Ағастар 1964 йылда ултыртыла башлай, уларҙың һаны дүрт миллиондан ашыу төпкә еткән.
2011 йылда Израиль хөкүмәте «Правер — Бегин планы»н хуплай, был план Негевтағы бәҙүән берлектәренә рәсми статус биреү, иҡтисади үҫтереү, ергә милек хоҡуғын хәл итеү маҡсатын ҡуя[2]. План сиктәрендә, атап әйткәндә, бәҙүән тораҡтарының бер өлөшөн ҡайһы берҙәрен таныу ҡарала, әммә бөтә Израилдәге 40—70 мең бәҙеүәнде дәүләт тарафынан танылмаған тораҡтарҙан танылған урындағы советтарға компенсация түләп күсереү ҙә күҙҙә тотола [3]. Был планды ҡабул итеү һөҙөмтәһендә протестар[4][5] һәм Израилде расизмда ғәйепләүҙәр башлана.
Иҫкәрмәләр
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- ↑ йәһ. מכתשיםמכתשים (множ. число); в ед. числе — «махте́ш» (Ҡалып:Lang-he2)
- ↑ Cabinet Approves Plan to Provide for the Status of Communities in, and the Economic Development of, the Bedouin Sector in the Negev, PMO official site, September 11, 2012
- ↑ 'This is our land': Protests at plan to remove Bedouins from ancestral villages, The Independent, Alistair Dawber, 7 August 2013
- ↑ 3 November 2011, Bedouin’s plight: «We want to maintain our traditions. But it’s a dream here», The Guardian, Harriet Sherwood
- ↑ Израиль изгоняет бедуинов из традиционных мест обитания, Islamnews.ru (7 май 2013). 7 май 2013 тикшерелгән.