Нове-Место-над-Метуйи
Нове-Место-над-Метуйи | |
чех Nové Město nad Metují | |
Байраҡ | Герб |
Нигеҙләү датаһы | 1501 |
---|---|
Рәсми атамаһы | Nové Město nad Metují[1] |
Дәүләт | Чехия |
Административ-территориаль берәмек | Наход[d] һәм Q89660578?[2] |
Историческая область | Богемия[d] |
Геомәғлүмәттәр | Data:Map of Nové Město nad Metují, Náchod District.map[2] |
Хөкүмәт башлығы | Milan Slavík[d][3] |
Ойошма ағзаһы | AG Neustadt in Europa[d] |
Ойоштороу-хоҡуҡ формаһы | община Чехии[d][4] |
Халыҡ һаны | 9304 кеше (1 ғинуар 2024)[5] |
Йорттар һаны | 2007[6] |
Административ рәүештә бүленә | Krčín[d][7], Spy[d][7], Vrchoviny[d][7] һәм Q56412957? |
Диңгеҙ кимәленән бейеклек | 334 метр |
Бойһонған ойошма (филиал) | Dům dětí a mládeže Stonožka[d] |
Штаб-фатирҙың урынлашыуы | Нове-Место-над-Метуйи[8] |
Сиктәш | Provodov-Šonov[d], Nahořany[d], Chlístov[d], Slavoňov[d], Vršovka[d], Ohnišov[d], Libchyně[d], Добрушка[d], Jestřebí[d], Černčice[d] һәм Přibyslav[d] |
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре | |
Построено на месте | городище[d][9] |
Майҙан | 23,13258 км²[10] |
Почта индексы | 549 01[2] |
Электрон почта | posta@novemestonm.cz |
Рәсми сайт | novemestonm.cz |
Һәйкәлдәр исемлеге | cultural monuments in Nové Město nad Metují[d] |
Иң тәүге яҙма ваҡыты | 1501[11] |
Средний возраст | 46,2[6] |
Номер тамғаһы коды | NA |
Категория для почётных граждан субъекта | Category:Honorary citizens of Nové Město nad Metují[d] |
Элементтың күренеше өсөн категория | Category:Views of Nové Město nad Metují[d] |
Нове-Место-над-Метуйи Викимилектә |
Нове-Место-над-Метуйи (чех Nové Město nad Metují, нем. Neustadt an der Mettau) — гЧехияның төньяҡ-ҡонсығышында, Польша- Чехия сиктәре янында урынлашҡан ҡала.
Географияһы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Ҡала Краловеградецкий крайының Наход районына административ рәүештә инә. Ҡаялы тау платформаларында урынлашҡан, өс яҡтан Метуйя (Меттау) йылғаһы менән уратып алынған. Нова-Место-над-Метуйи Урта быуат чех ҡалалары ҡомартҡылары булараҡ хәҙерге көнгә тиклем һаҡланып ҡалған һәм дәүләт тарафынан айырыуса һаҡ аҫтына ҡуйылған.
Тарих
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]1501 йылда күрше Кршина ҡалаһының Качов ҡалаһында тыуған хужаһы Ян Чернчицкий ҡалаға нигеҙ һала. 1503 йылда король өҫтөнлөктәре һәм ҡала хоҡуғын ала. Король өҫтөнлөктәренә, атап әйткәндә, баҙарҙа сауҙа итеү, һыра ҡайнатыу һәм пошлина йыйыу хоҡуҡтары инә. Шул уҡ ваҡытта Нове-Местола нығытылған замок төҙөлә. 1526 йылда биләмәлә сыҡҡан янғындан һуң Пернштейндарҙың бөтә ырыуы ҡалаға хужа була, улар итальян архитекторҙарын бында саҡырып, ҡала үҙәген һәм замокты Ренессанс стилендә яңыртып төҙөй. Ул үлгәндән һуң Пернштейн iv вариҫтары биләмәне 1548 йылдарҙа Штубенберг ырыуының штирия аҡһөйәктәренә һата. 1620 йылда, Рудольф фон Штубенбергтың антигабсбург ихтилалында ҡатнашҡанлыҡтан килеп сыҡҡан Утыҙ йыллыҡ һуғыш башланғас, император Нове-Местоны полководец Альбрехт фон Валленштейнға бүләк итә. Полководец үҙ сиратында ҡаланы Лобковиценан Мария-Магдалена Трчкаға һатып ебәрә. Мария Магдалена Трчка ҡаланы Липалағы улына, Адам Трчкаға һата. Адам Трчка протестанттар динендәге ҡала халҡын ихтыярһыҙ рәүештә католиктар диненә күсерә, шунлыҡтан 1628 йылда крәҫтиәндәр ихтилалы сыға.
1634 йылда Адам Трчка Хебта һәләк булғандан һуң император Фердинанд II ҡаланы үҙенең фельдмаршалы шотланд сығышлы Уолтер Леслиға бүләк итә, сөнки Лесли Валленштейнды үлтереү маҡсатында заговорҙа ҡатнашҡан була. Лесли итальян Карло Лурагоны замокты төҙөргә саҡыра. 1655—1661 йылдарҙа Карло Лураго замокты барокко стилендә үҙгәртеп төҙөй. Уолтерҙың туғаны Якоб Лесли һуңыраҡ бында «Мәрхәмәтле ағалар» монастырына нигеҙ һала, уның янында госпиталь һәм Изге Мария сиркәүен төҙөй. 1802 йылда Лесли ырыуы юҡҡа сыҡҡас, ҡала һәм ундағы панлыҡ дворян фон Дитрихштейн ырыуына күсә, ә 1858 йылда уның алыҫ туғандары кенәз Лихтенштейндарға, фон Ламбергҡа һәм башҡаларға күсә. Улар икенсе урында йәшәй һәм Нове-Местоға килмәйҙәр. Замок әкренләп иҫкерә, ҡаҡшай.
1908 йылда замокты туҡыу фабрикаһы хужаһы миллионер Йозеф Бартон үҙ ҡулына төшөрә. 1948 йылда Чехословакия хөкүмәте замокты дөйөм милеккә әйләндерә. 1992 йылда Чехословакия тарҡалғас яңы власть реституция буйынса замокты Бартон вариҫтарына кире ҡайтара.
Иҫтәлекле урындары
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Ҡаланың тарихи үҙәге 1970 йылдан алып дәүләт тарафынан һаҡланған ил мәҙәниәт ҡомартҡыһы тип атала.
- Нове-Место-над-Метуйя замогы
- Баҙар майҙаны, Ренессанс дәүерендә төҙөлгән биналар һәм ратуша бинаһы
- Изге Троица сиркәүе һәм Баҙар майҙанының көньяҡ-көнсығыш өлөшө (1519, 1540 йылда яңынан төҙөлә.)
- «Чумная колонна» (1696)
- Изге Троица һыны, 1767 йылда Ете йыллыҡ һуғыш тамамланыу хөрмәтенә төҙөлгән.
- Көнсығыш Чехияның иң боронғо урыны — Крчин. Бындағы Изге Дух (Рух) сиркәүе һәм уның саң манараһы Xiii быуатта күтәрелгән.
Ҡала-партнерҙар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Польша, Душник-Здруй
- Германия, Хильден
- Бөйөк Британия, Уоррингтон
- Румыния, Герник
Галереяһы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]-
Баҙар майҙанындағы биналар
-
Баҙар майҙаны
-
Метуйя йылғаһы буйындағы ҡая
-
Баҙар майҙаны һәм аркадалар
-
Аркада
-
Баҙар майҙаны һәм аркадалар
Иҫкәрмәләр
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- ↑ Реестр территориальной идентификации, адресов и недвижимости (RUIAN) Чехии
- ↑ 2,0 2,1 2,2 Реестр территориальной идентификации, адресов и недвижимости (RUIAN) Чехии
- ↑ https://www.novemestonm.cz/samosprava-1/zapisy-a-dokumenty-zm/
- ↑ (unspecified title)
- ↑ Český statistický úřad Počet obyvatel v obcích – k 1. 1. 2024 (чеш.) — Praha: ČSÚ, 2024.
- ↑ 6,0 6,1 Český statistický úřad https://www.czso.cz/csu/czso/vysledky-scitani-2021-otevrena-data (чеш.)
- ↑ 7,0 7,1 7,2 набор данных ISÚI — Czech Office of Surveying and Cadastre.
- ↑ https://web.archive.org/web/20201130033751/https://www.cdcp.cz/LEI/LEI_20201121_delta.xml — Centrální depozitář cenných papírů, 2020.
- ↑ Čtverák V., Lutovský M., Slabina M., Smejtek L. Encyklopedie hradišť v Čechách (чеш.) — 2003. — Б. 219. — ISBN 80-7277-173-6
- ↑ Czech Statistical Office Malý lexikon obcí České republiky – 2017 — Czech Statistical Office, 2017.
- ↑ Historický lexikon obcí České republiky 1869–2005 (чеш.): 1. díl / под ред. J. Růžková, J. Škrabal — ČSÚ, 2006. — 759 с. — ISBN 978-80-250-1310-6
Әҙәбиәт
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Gottfried Johann Sommer:Böhmen Königreich Das Bd. 4: Kreis Königgrätzer, 1836 Prag, 196—211 S. Digitalisat
- U Bahlcke Joachim. a., Handbuch Stätten der historischen und Mähren Böhmen, Kröner-Verlag, 1998 Stuttgart, ISBN 3-520-32901-8, 405—406 S.
- Erhard Gorys, Kunst DuMont-Republik Tschechische Reiseführer, ISBN 3-7701-2844-3, 324—325 S.
- Republik Knaurs Kunstführer Tschechische, ISBN 3-426-26609-1, 162—163 S.