Location via proxy:   [ UP ]  
[Report a bug]   [Manage cookies]                
Эстәлеккә күсергә

Святослав Игоревич

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Святослав Игоревич
бор.-урыҫ. Свѧтославъ Игоревичь
Святослав Игоревич
Святослав Игоревич
Киев Русе кенәзе
945 — март 972
Регент: Ольга (945 — 961)
Алдан килеүсе: Игорь Рюрикович
Дауамсы: Ярополк Святославич
Новгород кенәзе
945 — 969
Регент: Ольга (945 — 961)
Алдан килеүсе: Игорь Рюрикович
Дауамсы: Владимир Святославич
 
Дине: славянское язычество[d]
Тыуған: 920 һәм 942 йылдар
Киев, Киев Русе
Үлгән: март 972
Днепрҙа
Нәҫел: Рюриковичи
Атаһы: Игорь Рюрикович
Әсәһе: Ольга
Ҡатыны: Предслава
наложница: Малуша
Балалары: Ярополк, Олег, Владимир

Святослав Игоревич (Свѧтославъ Игоревичь; 920 һәм 942 араһында — яҙ йәки март[1] 972) — Новгород кенәзе һәм Бөйөк Киев кенәзе ( 945 йылдан, ғәмәлдә 964 й.— 972 й.), полководец булараҡ билдәле.

Святослав, 945 йылда, атаһы Киев кенәзе Игорь һәләк булғандан һуң, өс йәшендә бөйөк кенәз тип иғлан ителә, яҡынса 961 йылда (964 йыл, йылъяҙма буйынса) үҙаллы идара итә башлай. Святослав ваҡытында Киев Русе менән башлыса әсәһе— княгиня Ольга идара итә (тәүҙә Святослав бәләкәс ваҡытта, һуңынан хәрби походта даими булған сағында). 972 йылда, Болгариянан походтан ҡайтҡанда, Днепр тупһалары янында Святослав бәшнәктәр тарафынан үлтерелә.

Святослав — беренсе славян исеме менән билдәле Киев кенәзе, шул уҡ ваҡытта ата-әсәһенең исеме— Скандинавия германдары исемдәре[2][3][4][5].

Святослав Игоревичтың шартлы портреты. Батша титулярнигынан, XVII быуат

X быуатта уның исеме Византия сығанаҡтарында Сфендославос (бор. грек. Σφενδοσθλάβος)[6] булараҡ яҙылған, тарихсылар, В. Н. Татищевтан башлап, Свен, скандинав исеме (дан. Svend, бор.-сканд. Sveinn, хәҙ. швед. Sven) славян кенәзенең тамамланған ҡушымсаһы -слав[прим. 1] менән бәйләнгән тип фараз итә. Әммә бындай трактовкалар хәҙерге заман тарихнамәһендә дөрөҫлөккә тап килмәй тип һанала. Свент-менән сит тапшырыуҙарҙа башҡа славян исемдәре лә башлана, Свят- мәҫәлән, исеме Святополк (сығанағы бор. үр. нем. Zwentibald — Звентибальд, йәки лат. Suentepulcus — Свентипулк[7]), Бөйөк Моравия кенәзе 870—894 йылдарҙа, йәки Киев кенәзе 1015—1019 йыл Святополк Владимирович (лат. Suentepulcus ул Титмар Мерзебургский). Фасмер этимологик һүҙлегенә ярашлы, исемдәрҙең башланғыс өлөшө праслав. *svent- танау өндәре һуҙынҡыларын юғалтҡас, хәҙерге заман көнсығыш славян свят — изге тип бирә. Поляк теленең танау һуҙынҡылары бөгөнгө көнгә тиклем һаҡланған (пол. święty — изге).

Элек билдәләнгәнсә[8] , Святослав исеменең беренсе өлөшө әсәһе Ольга менән Олег Вещий (бор.-сканд. Helgi — изге тигән бор.-сканд. Helga — изге) скандинав исемдәренә бәйле, ә икенсеһе — Рюрик (бор.-сканд. Hrorekr — бөйөк), иртә урта быуат традициялары буйынса, исем биргәндә, кенәздең башҡа ғаилә ағзаларын иҫәпкә алыу традицияһына ярашлы бирелгән тип әйтергә була. Әммә хәҙерге тикшеренеүселәр исемдәрҙе былай бер телдән икенсе телгә күсереүҙе шик аҫтына ҡуя. Тарихсы Е. А. Рыдзевская Святослав исемен шулай аңлатыу тарихлыҡ принцибына ҡаршы килә ти[9]. Ҡатын-ҡыҙ исемдәре варианты — Святослава — әсәһе Польша королдәре Пясттар династияһынан булған, Дания һәм Англия короле Бөйөк Кнуд I-нең ҡәрендәшенең исеме.

1912 йыл Киевта Дмитрий Милеев Десятинный сиркәүендә ҡаҙыныу эштәре үткәрә. Бында ҡурғаш мисәт табыла[10], унда кенәздең ике йәпле һәнәге һүрәтенән тыш, грекса яҙылған Святослав исеме лә һаҡланған[11].

Тикшеренеүселәр кенәздең тыуған датаһы тураһында күп бәхәсләшәләр, һәр береһе үҙенең версияһын килтерә. Күп тарихсылар 920—942 йылдар сигенән сыҡмай.

Боронғо урыҫ йылъяҙмалары на ярашлы Святослав кенәз Игорь һәм Ольганың берҙән-бер улдары була. Тыуған йылы аныҡ ҡына билдәле түгел. Ипатьев исемлеге[12]буйынса Святослав 942 йылда тыуған, әммә башҡа Повесть временных лет исемлектәрендә , мәҫәлән, , Лаврентьевскаяла бындай яҙыу юҡ. Бындай мөһим мәғлүмәтте күсереп яҙыусылар төшөрөп ҡалдырыуы шикләндерә. Шуға ҡарамаҫтан, күп кенә тарихсылар 942 йыл Святослав тыуған йыл тип килтерә[13][14][15][16]. Әммә был датаны башҡа тикшеренеүселәр һорауҙар аҫтында ҡалдырған[17][20][1].

Фараз ителгәнсә, Святослав яҡынса 941 йылда тыуған (шул уҡ ваҡытта В. В. Фортунатов билдәләүенсә, был осраҡта әсәһе Ольга 55 тән кәм булырға тейеш түгел)[18]. Л. В. Войтович кенәз яҡынса 938 йылда тыуған тип һанай [19].

Шулай уҡ әҙәбиәттә Святослав 920[прим. 2][20]йылда тыуған тигән мәғлүмәт Святослав идара иткән йылдарға ҡаршы килә. Королева А. С., моғайын, Святослав 920 йылдарҙа тыуған тип һанай.

П. Толочко фекеренсә, Святослав 930—932 йылдарҙан да элек тыумаған[21].

О. М. Рапов фекеренсә, Святослав, Болгария батшаһы Симеон, үлгән, йәғни 927 йылда тыуған[22]. Башҡа тарихсылар ҙа шулай булыуы ихтимал ти .

Ҡайһы бер баҫмаларҙа, тыуған көнө бөтөнләй төшөрөп ҡалдырыла һәм был мәсьәлә бер нисек тә күтәрелмәй[23][24].

Бала сағы һәм Новгород ҡалаһында кенәзлек итеүе

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Святослав тураһында беренсе тапҡыр синхрон тарихи документта, кенәз Игорьҙың 944 йылдан Урыҫ — Византия килешеүендә иҫкә төшөрөлгән[25]

Кенәз Игорь Рюрикович, йылъяҙма версияһы буйынса, 945 йылдың көҙөндә древляндарҙан саманан тыш яһаҡ йыйған өсөн үлтерелгән. Ольга, уның тол ҡатыны, өс йәшлек улы ваҡытында регентша, киләһе йылда ғәскәр менән древляндар еренә китә. Игорь дружинаһы древляндарҙы еңә, Ольга уларҙы буйһонорға мәжбүр итә, ә унан һуң Русь буйынса йөрөп, идара итеү системалары төҙөй.

Йылъяҙмаға ярашлы, Святослав бөтә бала сағын Киевта әсәһе янында була, был Византия императоры Константин Багрянородный (яҡынса 949) иҫкәрмәһенә ҡаршы килә.

Константин Немогардаһында ғәҙәттә Новгородты күрәләр, артабан уның менән, йола буйынса, Киев кенәздәренең улдары хакимлек иткән. Святослав Новгородҡа атаһы иҫән саҡта ултыртылған тип аңлаталар[26]. Константин Святославты титулдарһыҙ Ольганың Константинополгә (957) сәфәре ваҡытында тасуирлай.

Үҙ аллы идара итеү башланыу

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]
Святослав Игоревич «Рәсәйҙең 1000 йыллығы һәйкәлендә» Бөйөк Новгород.

Кенәз ҡатыны Ольга 955—957 йылдарҙа суҡынған һәм улын да христианлыҡ ҡабул иттерергә тырышҡан. Әммә Святослав аҙаҡҡа тиклем мәжүси диндә ҡала, христиан булмаһа, дружинаһында абруй менән файҙаланмаясаҡ тип аңлата.

Ольганың Константинополгә илселеге ваҡытында, уның делегацияһына «Святослав кешеләре» лә кергән, беренсе ҡабул итеүҙә хатта Ольга ҡолдарынан да аҙраҡ бүләк алалар, икенсе ҡабул итеүҙә протоколда бөтөнләй телгә алынмағандар. А. В. Назаренко уйлауынса, Ольганың һөйләшеүҙәр маҡсаттарының береһе Святославтың грек батшаһы менән никахы була, никах кире ҡағылғас, «Святослав кешеләре» мыҫҡыллауҙы күтәрә алмай, беренсе ҡабул итеүҙән һуң уҡ Константинополде ташлап ҡайтып китәләр, ә Святослав мәжүси булып ҡала.

Святослав үҙенең дружина советы менән[27]

Көнбайыш Европа хроникаһы Продолжатель Регинон хәбәр итеүенсә, 959 йылда Ольга илселәре, Германия короле Оттон I Бөйөккә Русьты суҡындырыу мәсьәләләре буйынса мөрәжәғәт иткән. Әммә 961 йылдағы Оттон I ҙең Киевҡа ебәргән миссияһы, уңышһыҙлыҡҡа осрай — моғайын, был Святослав ҡаршылыҡ күрһәтеүе арҡаһында була, уның власҡа килгән йылдар 959 һәм 961арауығына тура килгән[28].

Святослав ғәскәре менән ғәскәрҙәре хазар «кенәз Ҡаған» ғәскәрҙәре алышы урыҫтарҙың еңеүе менән тамамланды (965). Радзивиллов йылъяҙмаларынан миниатюра, XV быуат аҙағы
Саркел емереклектәре (Аҡ Вежа). 1951 йылда Аэрофотоһүрәт

«Повесть временных лет», билдәләгәнсә. 964 йылда Святослав « Ока йылғаһына һәм Волгаға бара, унда вятичтар менән осораша». Ихтимал, был ваҡытта, Святославтың төп маҡсаты, вятичтарҙы буйһондормай әлегә, йәғни уларға яһаҡ һалмай, хазарҙарға һөжүм итеү була.

965 йылда Святослав Хазарияға Һөжүм итә.

Бер версия буйынса, тәүҙә Святослав Дондағы Саркелды алған (965 йылда була), аҙаҡ икенсе походы менән 968/969 йылда Итил — Волга тамағындағы Хазар баш ҡалаһы , һәм Сәмәндәр — Каспий диңгеҙе яр буйында ултырған Хазарҙың икенсе ҙур ҡалаһы буйһондоролған. Икенсе версия буйынса, 965 йылдағы ҙур походта рус ғәскәрҙәре Волга буйлап аҫҡа табан хәрәкәт итә, Итилды алыу Саркелды алырға булышлыҡ итә.

Хазар ҡағанатын Святослав тар — мар итеү генә түгел, яуланған территорияларҙы үҙенә беркетергә лә тырыша. Саркел урынында славян ауылы Аҡ Вежа барлыҡҡа килә. Бәлки, шул уҡ ваҡытта Киев власы аҫтына Тмутаракан да күскәндер. Итилда урыҫ отрядтары 980-се йылдар башына тиклем булған тигән мәғлүмәт бар.

Вятичтарҙың Святослав Игоревичҡа ясаҡ килтереүе (966). Радзивиллов йылъяҙмаһынан миниатюра, XV быуат аҙағы

966 йылдарҙа, хазарҙар тар-мар ителгәндән һуң, «Повесть временных лет» йыляҙмаһында хәбәр ителеүенсә, вятичтар яңынан еңелә, уларға ясаҡ һалына.

Болгар батшалығы менән һуғыш (968—969)

967 йылда Византия һәм Болгар батшалығы араһында конфликт тоҡанып китә, сығанаҡтар яҙыуынса сәбәптәре төрлө. 967/968 йылда Византия императоры Никифор Фока Святославҡа илселәр ебәрә. Илселек башлығы Калокирға урыҫтарҙы Болгарияға һөжүм итергә ебәреү өсөн 15 кентинарий алтын (яҡынса 455 кг)[прим. 3] тапшырыла. Бер версия буйынса, Византия Болгар батшалығын сит ҡулдар менән тар — мар итергә теләй, шул уҡ ваҡытта Киев Русен көсһөҙләндереү була маҡсаты, Хазарияны ҡушҡандан һуң, ҡарашын Ҡырым империяһы биләмәләренә күсереү була[29]. Икенсе версия буйынса, Византия маҡсаты, болгар батшаһының агрессияһын сит ҡулдар менән йүгәнләүҙән ғибәрәт, Византия тышҡы сәйәсәтендә был стандарт күнекмә була[30].

Русь во время правления Святослава І
Cвятослав идара иткән осорҙа Русь

Калокир Святослав менән Болгарға ҡаршы килешеү төҙөй, шулай уҡ Никифор Фокиҙан Византия тәхетен тартып алыуҙа булышыуҙы ла һорай. Бының өсөн, Византия хронистары Иоанн Скилица һәм Лев Диакон версияһы буйынса, Калокир « дәүләт ҡаҙнаһынан иҫәпһеҙ хазиналар», һәм бөтә яулап алынған болғар ерҙәренә хоҡуҡ вәғәҙә иткән.

968 йылда Святослав Болгарияға бәреп керә, Доростол янындағы алышта болгарҙарҙы тар — мар иткән, бик күп ҡалаларҙы алған, Дунай тамағындағы Переяславецта төпләнгән, уға «гректарҙан яһаҡ» ебәрелгән бында[31].

968—969 йылдарҙа печенегтар Киевҡа һөжүм иткән. Святослав атлы дружинаһы ҡаланы һаҡларға ҡайтҡан һәм печенегтарҙы далаға ҡыуып ебәргән. Тарихсы  Анатолий Петрович Новосельцев фаразлауынса, күскенселәргә хазарҙар булышлыҡ иткәндәр (хәйер, был Византия өсөн отошло булмаған), ә Святослав яуап итеп уларға ҡаршы поход ойоштора, уның барышында Итил баҫып алына , ә Хазария тулыһынса тар -мар ителә.

Кенәз Киевта сағында, әсәһе, кенәз Ольга үлә, улы булмағанда, ғәмәлдә Русь менән ул идара иткән. Святослав дәүләт менән идара итеүҙе яңыса ойоштора: улдары Ярополкты Киев, Олегты— древлян, Владимирҙы— Новгородҡа ултырта. Шунан һуң, 969 йылда Киев кенәзе ғәскәрҙәре менән Болгарға китә[прим. 4]. Переяславец йылъяҙмаһы теүәл тап килмәй . Ҡайһы берҙә уны Преслав менән сағыштырғандар, йәки Дунай порты Кесе Преславҡа индерелгән. Билдәһеҙ сығанаҡтар версияһы буйынса (Татищев) Святослав булмағанда, Переяславецта воевода Бүре, болғар яғынан ҡамауҙы күтәрергә мәжбүр булды.[32]. Византия сығанаҡтары Святославтың болғарҙар менән һуғышын һаран һүрәтләгән. Уның ғәскәрҙәре кәмәлә Дунайҙағы Болгар ҡалаһы Доростолға килгән һәм алыштан һуң баҫып алған. Һуңыраҡ Болгар батшалығы баш ҡалаһы ла баҫып алынған. Преслав Бөйөк, батша Борис Святославҡа әсирлеккә эләгә[33]. Баш ҡала баҫып алынғас, бөтә ил бик тиҙ Святослав контроле аҫтына эләгә[прим. 5].

Византия менән һуғыш (970—971)

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]
Святослав гректар менән алышта. Һуд. Б А. Чориков

970 йылдың яҙында Святослав болғарҙар менән союз төҙөп, печенегтар һәм венгрҙар менән Фракиялағы Византия биләмәләренә һөжүм итә. Византия тарихсыһы Лев Диакон союздаш яугирҙар һаны 30 000-дән ашыу тип яҙған, шул уҡ ваҡытта Византия полководецы Вард Склир ҡул аҫтында 10 меңдән 12 меңгә тиклем һалдат булған. Вард Склир асыҡ яланда яуҙан ҡасып, көсөн ҡәлғәләрҙә һаҡлаған. Святослав ғәскәре Аркадиопол (120 км алыҫлыҡта Константинополдән)гә етә һәм унда генераль алыш булған. Византия сығанаҡтары хәбәр итеүенсә, печенегтар уратып алынған һәм тар -мар ителгән, ә һуңынан Святославтың төп көстәре ҡыйратыла. Боронғо урыҫ йылъяҙмаһында ваҡиғалар икенсе төрлө бәйән ителә: йылъяҙмасының мәғлүмәттәре буйынса, Святослав еңеү яулаған, Царьградҡа яҡынлашҡан, әммә сигенгән, ҙур ғына яһаҡ алған, шул иҫәптән һәләк булған яугирҙар өсөн дә яһаҡ алған. Я. М. Сюзюмов һәм Сахаров А. Н.версияһы буйынса, урыҫ йылъяҙмаһында әйтелгәнсә,урыҫтар Аркадиополдән айырым алышта еңеү яулаған. Ул һуғыш 970 йылда булған, Византия ғәскәре менән Аркадиополь алышында телгә алынмаған патрикий Петр командалыҡ иткән, ә уға Аркадиополдә һуғышмаған урыҫ ғәскәрҙәренең бер төркөмө ҡаршы торған.

Святославтың Иоанн Цимисхий менән осорашыуы, К. В. Лебедев, 1916

Тиҙҙән Византия армияһының төп өлөшө килгән һәм штурмлау башланған. Ун өсөнсө апрелдә византиялеләр ҡалаға бәреп керәләр, ләкин ҡүп кенә урыҫтар Симеон батша һарайы эсендә йәшеренәләр. Византиялеләр һарайҙы яндыралар һәм урыҫтарҙың күбеһе һәләк була. Янғындар ҡалаға ҙур зыян килтерә, данлыҡлы Алтын сиркәү юҡ ҙә юҡ ителә. Святослав төп көстәре менән, ҡаланы кире ҡайтарыуға өмөтләнеп, ҡалаға яҡынлаша, әммә уның юлында ,Доростола янында Цимисхий армияһы юл баҫа. Урыҫтар ҡәлғәгә ҡасҡан, өс айлыҡ айлыҡ ҡамау башлана. Урыҫтарҙың юғалтыуҙары арта, Святослав килешеү эҙләй башлай. Ул Цимисхийға илсеһен ебәрә, Болгариянан китергә теләген белдерә. Эштәрен тамамларға тырыша, Иоанн тәҡдимде ҡабул итә. Элекке сауҙа килешеүе тергеҙелә, шулай уҡ Константинополгә үҙ тауарҙарын килтереү мөмкинлеге асыла. Киевҡа ҡайтҡанда бик күп урыҫтар, Святослав үҙе лә, печенегтар ҡулынан һәләк була..

Византиялеләр Борис II не азат итәләр, әммә уны власҡа ҡайтармайҙар. Болгарияның баш ҡалаһы император хөрмәтенә Ионнополис тип үҙгәртелә, унда Византия наместнигы ҡуйыла. Бөтә көнсығыш Болгария Византияға ҡушыла, көнбайыш өлкәләр генә бойондороҡһоҙлоғон һаҡлап ҡала. Борис II батша тәхетенән һәм регалияларынан мәхрүм ителә, ул Изге София алтарена ҡуйыла. Элекке батша Константинополь ҡалаһында йәшәргә ҡала, ул императорҙан магистр[34][30]саны ала.

Святослав үлеме. А. Б Чориков Карамзин, урыҫ тарихы һүрәттәрҙә. — 1836.

Святослав килешеү төҙөгәс, кәмәһендә Днепр тупһаһы тамағына барып етә. Воевода Свенельд уға әйтә: «Кенәз, тупһаны ат менән урап үт, унда печенегтар тороуы мөмкин». 971 йылда Святослав Днепрға күтәрелә алмай, уға Днепр тамағында ҡышларға тура килгән. 972 йылдың яҙында ул тағын ҡабатларға тырыша. Әммә печенегтар элеккесә урыҫтарҙы ҡарауыллай. Святослав алышта һәләк була.

Святослав Игоревичтың билдәле улдары:

XIX быуатта Святославҡа ҡыҙыҡһыныу бер ни тиклем кәмей. 1862 йылда Святослав горельефы утыҙ алты хәрби полководец һәм геройҙар менән бер рәттән Рәсәй Мең Йыллығы (скульпторы Кружилинск О. М.) һәйкәлендә һынландырылған. Кенәз бында шлемда һүрәтләнгән. 1880 йылдар тирәһендә Лебедев картина яҙа, ул Лев Диакон тасуирламаһы буйынса Святослав менән Цимисхий осрашыуын һүрәтләгән.

Тәүге тапҡыр урыҫ шағирҙарын һәм рәссамдарын Святослав шәхесе 1768—1774 йылдарҙағы урыҫ — төрөк һуғышы ваҡытында йәлеп итә, бындағы хәл-ваҡиғалар ҙа Святослав кампанияһы кеүек, Дунай буйында йәйелгән. Был ваҡытта яҙылған әҫәрҙәр араһында «Ольга» Я. Б Княжнин (1772) трагедияһын билдәләргә кәрәк, сюжет нигеҙенә Ольганың древляндар тарафынан үлтерелгән ире Игорь өсөн үс алыуы ҡуйылған. Унда төп герой сифатында Святослав алынған. Княжнин Н. П. Николаев Святослав тормошона арналған пьеса яҙған. Акимовттың « Дунайҙан Киевҡа ҡайтып, әсәһен һәм үҙ балаларын үбеүсе бөйөк кенәз Святослав» картинаһында хәрби ҡыйыулыҡ һәм ғаиләһенә тоғролоҡ араһындағы низағ күрһәтелгән, ул урыҫ йылъяҙмаларында да ла сағыла.

Дунайҙан Киевҡа ҡайтып, әсәһен һәм үҙ балаларын үбеүсе бөйөк кенәз Святослав,
Акимов А. И., 1773 й.

XX быуат башында Е. А. Лансер "Святослав Царьградҡа барыу юлында"тигән скульптура эшләй[35]. 1910 йылда Святослав Игоревичтың һәләк булған Днепр буҫағаһы Ненасытецк янында иҫтәлекле билдә ҡуйылған. Ул гранит ташына беркетелгән суйын мемориал плитәне тәшкил итә (майҙаны 2 м² тирәһе). Стилләштерелгән антик колонна ваза менән ослап ҡуйылған. Боронғо Русьҡа арналған был һирәк ҡомартҡылар береһе лә һаҡланмаған.

Святославҡа арналған шиғырҙарҙы Велимир Хлебников, Валерий Брюсов яҙған, украин яҙыусыһы Семён Скляренконың тарихи романы « Святослав» , Каргалов В. В.тың «Вятичтың ҡара уҡтары» повесы бар.

Святослав образы яңыртылған мәжүсилек дине әҙәбиәтендә һәм сәнғәтендә популяр[36]. 2003 йылда Лев Прозоровтың «Святослав Хоробре . Һеҙгә барам!» исемле китабы сыҡҡан. Артабанғы йылдарҙа китап бер нисә тапҡыр ҡабатлап баҫтырылған.

Совет осоронда Святослав Игоревичҡа Киевта (ике һәйкәл), Иҫке Петровец ауылында, Киев өлкәһендә, Запорожье, Мариуполь, Серпуховта һәйкәлдәр ҡуйылған.

Святослав портреты Киев футбол клубы «Динамо» эмблемаһында ҡулланыла, бынан тыш «Святослав» исемен Киев «Динамо»һы көйәрмәндәре баҫмаһы ла йөрөтә .

1983 йылда режиссер Юрий Ильенко «Княгиня Ольга тураһында легенда» исемле нәфис кинофильм төшөргән, Святослав ролендә — Леся Сердюк, шулай уҡ Филипп Ильенко — Святославтың бала сағын уйнаған.

Комментарийҙар
  1. Летописи сообщают о воеводе Игоря и Святослава Свенельде, византийские источники упоминают русского вождя в войске Святослава Сфенкела и Сфенга, предполагаемого сына Святослава.
  2. В. Н. Татищев называет 920 год, ссылаясь на Ростовский и Новгородский манускрипты. В Новгородской I летописи упомянуто о рождении Святослава в недатированной части, после сообщения о браке Игоря и Ольги, как часть характеристики Ольги, после чего сообщения летописи начинают датироваться с 920 года, под которым упомянут первый поход Игоря на Византию, состоявшийся в 941 году. Возможно, это послужило Татищеву основанием указать 920 год.
  3. По другим данным вес золота составил 680 кг. (Харрис, стр. 217).
  4. 969 год указан в византийских хрониках. ПВЛ относит возвращение Святослава в Болгарию к 971 году, но её хронология признана ошибочной
  5. Дольше других держался город Филиппополь, после падения которого Святослав предал его защитников мучительной смерти посажением на кол (Харрис, стр. 218).
Сығанаҡтар
  1. 1,0 1,1 Котляр, 2014
  2. Рюрик // Этимологический словарь русского языка = Russisches etymologisches Wörterbuch : в 4 т. / авт.-сост. М. Фасмер ; пер. с нем. и доп. чл.‑кор. АН СССР О. Н. Трубачёва, под ред. и с предисл. проф. Б. А. Ларина [т. I]. — Изд. 2-е, стер. — М. : Прогресс, 1986—1987.
  3. Олег // Этимологический словарь русского языка = Russisches etymologisches Wörterbuch : в 4 т. / авт.-сост. М. Фасмер ; пер. с нем. и доп. чл.‑кор. АН СССР О. Н. Трубачёва, под ред. и с предисл. проф. Б. А. Ларина [т. I]. — Изд. 2-е, стер. — М. : Прогресс, 1986—1987.
  4. Игорь // Этимологический словарь русского языка = Russisches etymologisches Wörterbuch : в 4 т. / авт.-сост. М. Фасмер ; пер. с нем. и доп. чл.‑кор. АН СССР О. Н. Трубачёва, под ред. и с предисл. проф. Б. А. Ларина [т. I]. — Изд. 2-е, стер. — М. : Прогресс, 1986—1987.
  5. Ольга // Этимологический словарь русского языка = Russisches etymologisches Wörterbuch : в 4 т. / авт.-сост. М. Фасмер ; пер. с нем. и доп. чл.‑кор. АН СССР О. Н. Трубачёва, под ред. и с предисл. проф. Б. А. Ларина [т. I]. — Изд. 2-е, стер. — М. : Прогресс, 1986—1987.
  6. Лев Диакон. Книга 9 // История / пер. М. М. Копыленко; статья М. Я. Сюзюмова; комм. М. Я. Сюзюмова, С. А. Иванова; отв. ред. Г. Г. Литаврин. — М.: Наука, 1988. — С. 82—90. — (Памятники исторической мысли). — ISBN 5-02-008918-4.
  7. Константин Багрянородный. Об управлении империей. О Моравии.
  8. Членов А. М. К вопросу о имени Святослава // Личные имена в прошлом, настоящем и будущем: Проблемы антропонимики. — М., 1970.
  9. Е. А. Рыдзевская. Древняя Русь и Скандинавия в IX—XIV вв. М., Наука, 1978. Стр. 203
  10. Янин В. Л. Актовые печати Древней Руси. — М., 1970. — С. 38—41.
  11. Молчанов А. А. Печать Святослава Игоревича (к вопросу о сфрагистических атрибутах документов внешней политики Древней Руси Х в.) // Внешняя политика Древней Руси. — М., 1988. — С. 50—52.
  12. Ипатьевская летопись. Дата обращения: 30 сентябрь 2007. Архивировано 5 сентябрь 2009 года.
  13. Творогов, 1985
  14. Nazarenko, 1999
  15. Dimnik, 2004
  16. Gleason, 2009
  17. Hanak, 1995
  18. Фортунатов, 2009, с. 35
  19. Войтович, 2006, с. 219
  20. Татищев, 2003, с. 22—23, 598 (прим. 101): «6428 (920) … В том же году родился Игорю сын, и нарекла его Ольга Святослав»
  21. Толочко, 1987, с. 44
  22. Рапов О. М. Когда родился великий киевский князь Святослав Игоревич // Вестник МГУ. Серия 8. История. 1993. № 4. С. 94—96.
  23. Swoboda W. Swiatoslaw // Słownik starożytności słowiańskich. — Wrocław: Zakład Narodowy imienia Ossolińskich, 1975. — T. V. — S. 573—574.
  24. Kurat, 1987
  25. Договор 944 года приведён в Повести временных лет (ПВЛ) под 945 годом.
  26. Константин Багрянородный. Об управлении империей. Глава 9. Комментарий.
  27. Совет Святослава Игоревича со своей дружиной о заключении мира с греками. runivers.ru. Дата обращения: 19 ноябрь 2021. Архивировано 19 ноябрь 2021 года.
  28. Древняя Русь в свете средневековых источников. Т. 4. М., 2010. — С. 46—47.
  29. Такой взгляд высказывали В. Н. Златарский, М. Н. Тихомиров, М. В. Левченко, В. Т. Пашуто, А. Стоукс, А. Н. Сахаров
  30. 30,0 30,1 Харрис, 2017
  31. ПВЛ под 967 годом.
  32. Татищев, 2003, с. 38
  33. Харрис, 2017, с. 218
  34. Лев Диакон. «История» в переводе М. М. Копыленко. Книга 6-я 2018 йыл 16 сентябрь архивланған.. Комментарии М. Я. Сюзюмова и С. А. Иванова 2016 йыл 2 ноябрь архивланған..
  35. Фотография скульптуры.
  36. Гизбрехт А. И. Образы деятелей российской истории в дискурсе современного «Языческого искусства»(на материале изобразительного творчества) 2019 йыл 25 апрель архивланған. //Общество: философия, история, культура. — 2016. — №. 6.