Location via proxy:   [ UP ]  
[Report a bug]   [Manage cookies]                
Эстәлеккә күсергә

Сәддам Хөсәйен

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Сәддам Хөсәйен
ғәр. صدام حسين عبد المجيد التكريتي
Сәддам Хөсәйен
Флаг
Флаг
Ираҡ Президенты
Флаг
Флаг
16 июль 1979 йыл — 9 апрель 2003 йыл
Алдан килеүсе: Әхмәт Хәсән әл-Бәкер
Дауамсы: Бремер Пол
(коалицион совет рәйесе)

Талабани Жәләл
(2005-2014 йылдарҙа вазифала)

Флаг
Флаг
Ираҡтың революцион командование советы рәйесе
Флаг
Флаг
16 июль 1979 йыл — 9 апрель 2003 йыл
Алдан килеүсе: Әхмәт Хәсән әл-Бәкер
Дауамсы: вазифа бөтөрөлгән
Флаг
Флаг
Ираҡтың Премьер-министры
16 июль 1979 йыл — 23 март 1991 йыл
Алдан килеүсе: Әхмәт Хәсән әл-Бәкер
Дауамсы: Саадун Хаммади
30 май 1994 йыл — 17 апрель 2003 йыл
Алдан килеүсе: Әхмәт Хөсәйен Хүдәйр әс-Самарраи
Дауамсы: Ибраһим әл-Жәфәри
Флаг
Флаг
Баас партияһының милли етәкселеге генераль секретары
(проиракская ветвь)
ғинуар 1992 йыл — 30 декабрь 2006 йыл
Алдан килеүсе: Мишель Әфләҡ
Дауамсы: вазифа бөтөрөлгән
Флаг
Флаг
Секретарь Регионального руководства иракского регионального отделения партии Баас
16 июль 1979 йыл — 30 декабрь 2006 йыл
Алдан килеүсе: Әхмәт Хәсән әл-Бәкер
Дауамсы: Иззәт Ибраһим әд-Дүри
Флаг
Флаг
Баас партияһы төбәк бүлегенең Регион етәкселеге секретары
февраль 1964 йыл — октябрь 1966 йыл
Алдан килеүсе: Әхмәт Хәсән әл-Бәкер
Дауамсы: Әхмәт Хәсән әл-Бәкер
 
Дине: Ислам сөнни йүнәлеше
Тыуған: 28 апрель 1937({{padleft:1937|4|0}}-{{padleft:4|2|0}}-{{padleft:28|2|0}})
Әл-Аужа ауылы, Сәләхетдин провинцияһы, Ираҡ Короллеге
Үлгән: 30 декабрь 2006({{padleft:2006|4|0}}-{{padleft:12|2|0}}-{{padleft:30|2|0}}) (69 йәш)
район Каджимайн районы, Бағдад, Ираҡ
Ерләнгән: Әл-Аужа
Атаһы: Хөсәйен әт-Тикрити
Әсәһе: Сәбхә Түлфәх
Ҡатыны: 1) Сажидә Түлфәх
2) Самира Шаһбандар
3) Нидәл әл-Хәмдәни
4) Иман Һөүәйш
Балалары: улдары: Үдәй Хөсәйен, Күсәй Хөсәйен һәм Али
ҡыҙҙары: Рәғәд Сәддам Хөсәйен, Рана һәм Һалә
Партия: Баас (1957—2006)
Белеме: 1) Ҡаһирә университеты
2) «Мунтасирия» университеты
Профессияһы: Юрист
 
Хәрби хеҙмәт
Принадлежность: Ираҡ Ираҡ
Ғәскәр төрө: Вооружённые силы Ирака[d] һәм Республиканская гвардия[d]
Звание: маршал
Командир булған: Ираҡ ҡораллы көстәре юғары баш командующийы
Бәрелештәр: Иран-ираҡ һуғышы
Кувейтҡа баҫып инеү
Фарсы ҡултығындағы һуғыш
Ираҡ һуғышы
 
Автограф:
 
Наградалары:
Ҡалып:«Стара планина» ордены Ҡалып:Гражданлыҡ ҡаҙаныштары орденының сылбыры Ҡалып:Изабелла Католичка орденының Ҙур тәреһе кавалеры
Ҡалып:Хосе Марти ордены

Сәдда́м Хөсәйен Әбд әл-Мәжи́т әт-Тикри́ти (ғәр. صدام حسين عبد المجيد التكريتي‎; 28 апрель 1937 йыл[1]30 декабрь 2006 йыл) — Ираҡтың дәүләт һәм сәйәси эшмәкәре, 19792003 йылдарҙа Ираҡ президенты, 19791991 һәм 19942003 йылдарҙа Ираҡтың премьер-министры, Ираҡтың Баас партияһы бүлексәһенең генераль секретары, Ираҡ революцион командование советы рәйесе. Маршал (1979).

Сәддам бер нисә йыл рәттән Ираҡтың лидеры булһа ла, формаль рәүештә 1979 йылда ғына президент итеп һайлана. Бөтә сәйәси ҡаршы яҡтарҙы ла юҡҡа сығарып бөткәс һәм диктаторлыҡ вәкәләтен алғандан һуң бер йыл үткәс, Иран менән 8 йылға һуҙылған бөлдөргөс һуғыш башлай. Был ҡыйралыш 1980 йылдан 1988 йылға тиклем дауам итә.

Һуғыш ваҡытында Сәддам Хөсәйен Ираҡ курдтарына ҡаршы «Анфаль» операцияһын ойоштороу ҡарары сығара. Уның барышында Ираҡ ғәскәрҙәре химик ҡорал ҡуллана. Бер үк ваҡытта һуғышҡа ҡаршы торусыларға, башлыса Шиғый ойошмаһына ҡарата репрессиялар үткәрелә. Һуғышта бик күп кеше һәләк була, ҙур юғалтыуҙар килтерелә. Ике илдең иҡтисад тармағы, халыҡтың йәшәү кимәле түбәнгә тәгәрәй. Бынан тыш, сит ил кредиторҙарына түләнмәгән бурысы йыйылыуы арҡаһында, Ираҡ ҡаты иҡтисади көрсөктә тороп ҡала. Һуғыштан һуң ике йыл үткәс, 1990 йылда Сәддам Хөсәйен инициативаһы менән Ираҡтың Кувейтҡа баҫып инеүе ойошторола. Был Кувейтты азат итеү өсөн халыҡ-ара операцияның башланыуына сәбәпсе була. Фарсы ҡултығындағы һуғыш тип аталған операция барышында ираҡ ғәскәрҙәре башта Кувейттан ҡыуып сығарыла һәм һуңынан Ираҡ территорияһында тулыһынса тар-мар ителә. Ил ҙур иҡтисади юғалтыуҙар кисерә, бик күп халҡын юғалта. Ираҡтың һуғышта еңелеүе арҡаһында 1991 йылда шиғыйҙарҙың һәм курдтарҙың ҡораллы ихтилалы (uprisings in Iraq) башлана. Хөкүмәт ихтилалды баҫтырғанда, 100 000 кеше һәләк була[2]. Ираҡ бер нисә курд төбәгенә, башлыса һауа киңлеге өлөшөнә контроль юғалта. Шулай ҙа төп зыян Ираҡҡа ҡарата иҡтисади санкцияларҙан килә. 90-сы йылдарҙа бары тик энергетика ресурстары һатыуҙан ғына булдырылған ил иҡтисады тулыһынса тиерлек юҡҡа сыға. Ошонан һуң Ираҡ иҡтисады аяҡҡа баҫа алмай.

2003 йылдың апрелендә АҠШ етәкселеге аҫтында Ираҡтағы халыҡ-ара коалиция көстәре Ираҡҡа баҫып инә һәм Сәддам режимын бәреп төшөрә. Ираҡ президентының Халыҡ-ара терроризмды яҡлауы һәм күпләп юҡ итеү ҡоралы сығарыуы интервенция нигеҙе булып тора[3]. Сәддам үҙе Америка ғәскәрҙәре тарафынан ҡулға алына һәм 2006 йылдың 30 декабрендә Ираҡ Юғары суды хөкүме менән язалана.

Сәддам — ғәрәп исеме, ҡаршы тороусы тигән мәғәнәне аңлата. Хөсәйен— уның атаһының исеме, Әбд әл-Мәжит — олатаһының исеме, ә әт-Тикрити— нисбәһе, Сәддам тыуып үҫкән Тикрит ҡалаһы атамаһынан алынған[4].

Бала сағы, үҫмер һәм йәшлек осоро

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Сәддам Хөсәйен Ираҡтағы Тикрит ҡалаһынан 13 саҡрым алыҫлыҡта урынлашҡан Әл-Әүжә ауылында, ерһеҙ крәҫтиән ғаиләһендә тыуып үҫә. Әсәһе Сәбхә Тулфән әл-Муссалат улына Сәддам исемен ҡуша

Сәддам Хөсәйен өс йәшендә (1940)

Атаһы — Хөсәйен Әбд әл-Мәжит Сәддам тыуыуға 6 ай ҡалғас юғала, икенсе фараз буйынса үлә йәки ғаиләһен ташлап китә. Сәддам никахтан тыш тыуған, атаһының исеме уйлап сығарылған тигән фараздар ҙа бар. Шулай булһа ла, 1982 йылда Сәддам үҙенең мәрхүмә әсәһенә оло кәшәнә төҙөтә[5]. Ираҡтың буласаҡ хакимының оло ағаһы 12 йәштә яман шештән вафат була. Сәддамдың тәрән депрессияға бирелгән әсәһе үҙенең әле тыумаған балаһынан ҡотолорға теләй, хатта үҙ ғүмерен ҡыйырға маташа. Ҡайғыға ул шул тиклем ныҡ бирелә, Сәддам тыуғас, уға ҡарарға ла теләмәй. Әсәһе яғынан бабайы Хәйраллах Түлфәх Сәддамдың ғүмерен һаҡлап алып ҡала һәм баланы үҙенә йәшәргә ала. Сәддам бер нисә йыл уларҙың ғаиләһендә йәшәй. Бабайы британдарға ҡаршы ихтилалда әүҙем ҡатнашҡаны өсөн төрмәгә ултыртылғас, Сәддам өйөнә ҡайтырға мәжбүр була. Ул әсәһенән күп тапҡырҙар бабайының ҡайҙа булыуы тураһында һорай һәм уның төрмәлә булыуы тураһындағы бер төрлө яуап ишетә. Был ваҡытта Сәддамдың атаһы яғынан бабайы Ибраһим әл-Хәсән йола буйынса киленен ҡатынлыҡҡа ала. Был никахтан уның әсәләш өс ҡустыһы — Сабауи Ибраһим, Барзан Ибраһим әл-Тикрити һәм Ватбан Ибраһим әл-Тикрити һәм ике әсәләш һеңлеһе-Нәүәл[6] һәм Самира[7] тыуа. Ғаилә фәҡирлектән йонсой. Сәддам хәйерселк һәм аслыҡ хөкөм һөргән мөхиттә үҫә. Үгәй атаһы, элеке хәрби кеше, ҙур булмаған крәҫтиән фермер хужалығы тота һәм Сәддамды мал көтөргә ҡуша. Ибраһим һәр саҡ уны туҡмай, мыҫҡыл итә. Ул уны ыҫмала һыланған таяҡ менән дә туҡмай. [8]. Ҡайһы бер мәғлүмәттәр буйынса, үгәй атай Сәддамды һатыу өсөн тауыҡ һәм һарыҡтар урларға мәжбүр итә. Мәңгелек нужа Сәддам Хөсәйенде бәхетле бала саҡтан мәхрүм итә. Кәмһетелеү, көндәлек тормоштоң рәхимһеҙлеге Сәддамдың характерына ла йоғонто яһамай ҡалмай. Әммә, уның аралашыусан булыуы, кешеләр менән тиҙ уртаҡ тел таба белеүе арҡаһында, ололар һәм тиҫтерҙәре араһында дуҫтары, иптәштәре, таныштары күп була. Бер ваҡыт уның үгәй атаһына алыҫ туғандары ҡунаҡҡа килә. Улар менән бергә Сәддамдың тиҫтере лә була. Малай шунда уҡ үҙенең икенсе класта белем алыуы, уҡый, һанай белеүе, хатта ҡомда үҙенең исемен яҙа белеүе менән маҡтана башлай. Хәтере ҡалған Сәддам әл-Хәсәнгә: «Мине уҡырға бир, атай», — тип ныҡыша. Үгәй атай тағы ла улын туҡмай[9]. 1947 йылда Сәддам мәктәпкә кҡырға төшөү уйы менән Тикритҡа ҡаса. Бында ул төрмәнән иреккә сыҡҡан бабайы Хәйраллах Түлфәх тәрбиәһенә эләгә. Сәддамдың шәхес булып формалашыуына был бабаһының тәрбиәһе ҙур әһәмиәткә эйә була.

Тикритта Сәддам башланғыс белем ала[10]. Үҙенең 10 йәшенә тиклем исемен дә яҙа белмәгән малайға уҡыу ҙур ҡыйынлыҡ менән бирелә. Ҡайһы бер мәғлүмәттәр буйынса Сәддам үҙенең класташтарын төрлөсә көлдөрөргә ярата. Бер тапҡыр ул үҙе яратып бөтмәгән ҡарт уҡытыусының портфеленә ағыулы йылан һала. Бының өсөн ул мәктәптән ҡыуыла. 15 йәше тулғанда, үҫмер тәүге ҙур ҡайғы кисерә — уның яратҡан аты үлә. Был ҡайғы шул тиклем көслө була, хатта уның ҡулын фалиж һуға. Уны ярты ай самаһы, ҡулы яңынан хәрәкәтләнеп китә алғансы, төрлө халыҡ ысулдары менән дауалайҙар. Был ваҡытта Хәйраллах Тикриттан Бағдадҡа күсә. Ике йылдан һуң Сәддам да уның эргәһенә күсеп бара. Бабайының йоғонтоһо аҫтында Сәддам 1953 йылда Бағдадтағы элитар хәрби академияға инергә тырышып ҡарай, тик тәүге имтихандан да үтә алмай. Уҡыуын дауам итеү өсөн ул икенсе йылда әл-Карх мәктәбенә уҡырға инә. Был мәктәп милләтселек һәм панғәрәпселек таянысы булараҡ танылыу алған була[11].

Сәддамдың тәүге ҡатыны уның ике туған апаһы Сажидә (Хәйраллах Түлфәхтең оло ҡыҙы) була. Был никахтан биш бала тыуа. Улдары: Үдәй Хөсәйен һәм Кусей Хөсәйен һәм шулай уҡ ҡыҙҙары — Рәғәд, Рану һәм Һалү. Ата-әсәләре уларҙы бала-саҡтан уҡ, Сәддамға биш, Сажидәгә ете йәш тулғас, йәрәшеп ҡуйған була[12][13]. Кейәүгә сыҡҡанға тиклем, Сажидә мәктәптә башланғыс кластар уҡытыусыһы булып эшләй. Улар Каирҙа өйләнешә. Был ваҡытта Сәддам шунда уҡып йөрөгән була. Һарайҙарының береһендә Сәддам үҙ ҡулдары менән элиталы аҡ раузалыр ҡыуағын ултырта һәм Сажидәнең исемн биреп, уны бик ныҡ ҡәҙерләй.

Сәддамдың икенсе никахы тураһында хатта Ираҡтан ситтә лә һөйләйҙәр. 1988 йылда ул «Ирак Эйруэйс» авиакомпанияһы президентының ҡатыны менән таныша. Күпмелер ваҡыттан һуң Сәддам унан ҡатынын айырыуҙы һорай. Был никахҡа Сәддамдың ике туған ҡустыһы һәм ҡәйнеше Аднан Хәйраллах ҡаршы сыға. Был ваҡытта ул оборона министры булған була. Тиҙән ул авиакатастрофала һәләк була. 1990 йылда Ираҡ президенты өсөнсө ҡатыны Нидәл әл-Хәмдәнигә өйләнә.

2002 йылдың көҙө ираҡ лидеры дүртенсе тапҡырға илдең оборона сәнәғәте министрының ҡыҙы, 27 йәшлек Иман Хүвәйшкә өйләнә. Әммә туй тантанаһы дуҫтар менән ябай ғына итеп үткәрелә. АҠШ-тың Ираҡҡа хәрби операция башлау хәүефе арҡаһында, Хөсәйен үҙенең был ҡатыны менән бергә йәшәй ҙә алмай тиергә була[14].

  1. . Был Сәддам Хөсәйендең тыуған йылының рәсми датаһы, тикшеренеүселәр фекере буйынса ул ысынбарлыҡҡа тап килмәй, уның тыуған датаһы аныҡ билдәле түгел
  2. 'Chemical Ali' on trial for brutal crushing of Shia uprising
  3. ISG on Iraqi Nuclear Program 2004 2007 йыл 12 сентябрь архивланған.
  4. Blair Shewchuk. Saddam or Mr. Hussein? CBC News, февраль 2003
  5. Deutsche Welle, февраль 2003
  6. Дочь Хусейна: При аресте отца использовали транквилизаторы. Лента.ру (16 декабрь 2003). Архивировано 11 август 2011 года. 2011 йыл 11 ноябрь архивланған.
  7. Арестован шурин Хусейна. Дни.ру (21 ноябрь 2003). Архивировано 11 август 2011 года. 2013 йыл 30 декабрь архивланған.
  8. Буря в пустыне // Энциклопедия для детей. Дополнительный том. История XX века. Зарубежные страны. — М.: Аванта+, 2002. — С. 391. — ISBN 5-94623-011-5, УДК 087.5:94(100-87)"19"(031), ББК 63.3(2)52я2+63.3(2)6я2.
  9. Журенков К. Детство Саддама 2008 йыл 12 апрель архивланған. Огонёк № 13, 3 апреля 2003
  10. Биография Саддама Хусейна РИА «Новости», 29 декабря 2006
  11. Саддам Хусейн: вождь с портрета 2006 йыл 17 ноябрь архивланған. NEWSru, 2003
  12. Sheri & Bob Stritof. Marriages of Saddam Hussein (ингл.). About.com. Дата обращения: ???. Архивировано 11 август 2011 года.
  13. Екатерина ЛАТИНОВА. Саддам ХУСЕЙН: в ожидании виселицы. газета КОНКУРЕНТ (???). Дата обращения: ???. Архивировано 11 август 2011 года.
  14. У Саддама Хусейна — четвёртая жена. Комсомольская правда (16 октябрь 2002). Дата обращения: ???. Архивировано 11 август 2011 года.