Location via proxy:   [ UP ]  
[Report a bug]   [Manage cookies]                
Эстәлеккә күсергә

Хювинкяа

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Хювинкяа
фин. Hyvinkää
швед. Hyvinge
БайраҡГерб
Нигеҙләү датаһы 1917
Рәсем
Рәсми атамаһы Hyvinkään kaupunki һәм Hyvinge stad
Рәсми тел Фин теле[1][2]
Дәүләт  Финляндия
Административ-территориаль берәмек Уусимаа[d]
Сәғәт бүлкәте UTC+2:00[d] һәм UTC+3:00[d]
Статистическая область Хельсинки[d][3] һәм Большой Хельсинки[d]
Ассоциацияләшкән сайлау округы Uusimaa[d]
Хөкүмәт башлығы Иоганна Луукконен[d]
Закондар сығарыу органы Hyvinkää City Council[d]
Ойоштороу-хоҡуҡ формаһы община Финляндии[d][4]
Халыҡ һаны 46 925 кеше (29 февраль 2024)[5]
Диңгеҙ кимәленән бейеклек 100 метр
Туғандаш ҡала Кострома[6], Херсфельд-Ротенбург[d][6], Кечкемет[d][6], Мутала[d][6], Эйгерсунн[d][6] һәм Куньшань[d][6]
Сиктәш Хаусъярви[d][7], Лоппи[d][7], Мянтсяля[d][7], Нурмиярви[d][7], Рийхимяки[d][7], Туусула[7] һәм Вихти[d][7]
Майҙан 322,69 км² (1 ғинуар 2023)[8]
Рәсми сайт hyvinkaa.fi
Урынлашыу картаһы
Классификация климата Кёппена влажный континентальный климат с тёплым летом (Dfb)[d]
Citizen's initiatives URL kuntalaisaloite.fi/fi/ha…[9]
kuntalaisaloite.fi/sv/so…[9]
Карта
 Хювинкяа Викимилектә

Хювинкяа, шулай уҡ Хювинкяй йәки Хювинкя[10] (фин.Hyvinkää [ˈhyʋiŋkæː], швед.Hyvinge) — Финляндияла Уусимаа провинцияһындағы ҡала, баш ҡалаһы Хельсинкинан 50 км алыҫлыҡта урынлашҡан. Ҡала статусын 1960 йылда ала. Көньяҡ Финляндия губернаһына (ляни) ҡарай. Халҡы — 44 306 кеше (2007).

Автомобиль магистрале һәм тимер юлдары арҡаһында Хювинкяа Оло Хельсинкиның иң мөһим биҫтәһе булып тора.

Хювинкяала билдәле архитектура ҡоролмалары — Хювинкяа сиркәүе (1961, Руусувуори Аарно) һәм Кютяйя поместьелары бар. Бында Фин тимер юл музейы урынлашҡан.

Ҡалала KCI Konecranes предприятиеһы күтәргес крандар етештерә һәм хеҙмәтләндерә.

XVI быуатта бында таверна булған, ул Хельсинки һәм Хямеэнлинна араһында урынлашҡан. Беренсе һалым белешмәләре был урында бер нисә йортто билдәләгән.

Хювинкяа ауылы XIX быуатта бөтә Финляндия буйынса 1861 йылда тимер юлдары селтәре төҙөү арҡаһында шаҡтай ҙурая.

Ҡаланың үҙәге Хельсинки-Хямнелинн тимер юлы станцияһы арҡаһында барлыҡҡа килә һәм беҙҙең көндәргә тиклем һаҡлана. Ханко — Хювинкяа тимер юлы Финляндияла беренсе шәхси тимер юлы була. Ул 1875 йылда Finnish State RR Co тарафынан төҙөлә. XX быуат башында Хювинкяа ауылы Ханконан Төньяҡ Америкаға яңы тормош эҙләп юлланыусы эмигранттар өсөн ике аралағы пункт булып тора.

Ҡарағай урмандары арҡаһында Хювинкяала бик саф һауа. 1880-се йылдарҙа Хельсинки ҡалаһынан бер төркөм табиптар бында шифахана аса.

Индустриялаштырыу ваҡытында Хювинкяала йөн фабрикаһы барлыҡҡа килә. 1990 йылдарҙа фабрика эшләүҙән туҡтай. Хәҙер уның кирбес биналарында күргәҙмәләр урынлашҡан.

Хювинкяаның осоу майҙаны Икенсе донъя һуғышынан һуң Финляндияның төп аэропорты була, сөнки Хельсинкила Малмилағы аэропорт союздаштарҙың контроле аҫтында була. Осоу яланы янында автоспорт үҙәге урынлашҡан.

Йыл Халыҡ һаны
1917 7 657
1920 7 641
1925 8 641
1930 9 133
1935 10 424
1940 12 222
1945 13 244
1950 28 792
1955 23 438
1960 27 109
1965 30 952
1970 34 282
1975 36 218
1980 37 297
1985 38 742
1990 40 665
2005 43 837
2007 44 390

Иҫтәлекле урындары

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]
Фин тимер юл музейы
  • Сәнғәт музейында фин һәм сит ил сәнғәт күргәҙмәләре үткәрелә.
  • Шулай уҡ күргәҙмәләрҙе Променадигаллерия ойоштора
  • Фин тимер юл музейы
  • Иҫке йөн фабрикаһы
  • Артту Виллаһы — балалар һәм үҫмерҙәр өсөн 2005 йылдың ноябрендә асылған мәҙәни үҙәк.
  • Балалар һәм үҫмерҙәр өсөн сәнғәт үҙәге
  • Валвилла йөн фабрикаһы музейы
  • Вилла театрҙары
  • Хумала һәм Крапула студиялары
  • Плюш айыу музейы
  • Хювинкяа залы
  • Хювинкяа сиркәүе
Файл:Hyvinkaa logo.png
Хювинкяа ҡаланың логотип

Спорт ҡоролмалары

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]
Хювинкяа сиркәүе
  • Кютяйя-Усми, Свеитси, Хакаланмяки, Эркюла, Мартти-Тансикаллио һәм Пуолиматка саңғы юлдары
  • Боҙ һарайы
  • Перттула футбол яланы
  • Урхейлопуйсто, Паллокентя, Перттула футбол яландары
  • Мартинхалли, Хакала, Вехкоян, Ванха Арэна спорт залдары
  • Свеитси һыу һәм саңғы үҙәге
  • Урхеилупуисто еңел атлетика стадионы

Хювинкяала 6 ябай мәктәп, 1 швед телле мәктәп , 2 махсус мәктәп бар.

  • Медицина институты
  • Хювинкяа бизнес-колледж
  • Техник институты
  • Ауыл хужалығы колледжы
  • Сәнғәт мәктәбе
  • Свеитсин лукио (тәбиғи фәндәр)
  • Юхтеискоулун лукио (сәнғәт)
  • Осси Саволайнен — Хювинкяа мэры
  • Эса Сааринен — философ
  • Хелена Шерфбек — рәссам
  • Маркку Уусипаавелниеми — керлингист
  • Хейкки Миккола — мотокросс буйынса дүрт тапҡыр донъя чемпионы
  • Лаури Туконен — хоккейсы, НХЛ уйынсыһы
  • Юрья Сааринен — рәссам
  • Леена Вилкка — философ
  • Раптори — рэп-төркөм
  • Тюко Саалинен — рәссам
  • XL5 — поп-төркөм
  • Хейди Парвиайнен — фин музыканты, Amberian Dawn симфо-пауэр-метал төркөмөнөң элекке йырсыһы
  • Микаэль Саари - йырсы, Евровидение-2013 һәм 2016 милли һайлап алыуҙа ҡатнашыусы .
Кютаярви күле

Йәй һыра фестивале үтә, унда Скандинавиянан рок-төркөмдәр ҡатнаша. Яҡынса 10000 кеше килә.

Хювинкяаға инеү урыны
  • Массовое убийство в Хювинкяа