Шанкара
Шанкара | |
санскр. आदि शङ्कर | |
Зат | ир-ат |
---|---|
Тыуған көнө | 788[1][2][3] |
Тыуған урыны | Калади[d], Һиндостан[4] |
Вафат булған көнө | 820 |
Вафат булған урыны | Кедарнатх[d], Һиндостан[5] |
Яҙма әҫәрҙәр теле | Санскрит |
Һөнәр төрө | фәлсәфәсе, яҙыусы |
Эшмәкәрлек төрө | фәлсәфә |
Кемдә уҡыған | Говинда Бхагаватпада[d] |
Авторлыҡ хоҡуҡтары статусы | авторлыҡ хоҡуҡтарының ғәмәлдә булыу ваҡыты үткән[d] |
Шанкара Викимилектә |
Шанкара (Ади Шанкара санскр. आदि शंकर [aːd̪i ɕəŋkərə], Шанкарачарья; 788—820) — һинд аҡыл эйәһе, Ведантаның алдынғы вәкиле, дини реформатор һәм полемист, шағир һәм мистик. Упанишада нигеҙендә эҙмә-эҙлекле монизм системаһы — адвайта-веданта төҙөй.
Биографияһы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Шанкараның тормош юлын традицион тасуирлау, нигеҙҙә, мөғжизәле һәм легендар ваҡиғаларҙы һүрәтләй. Уның ата-әсәһенең (брахмандар) күп йылдар балаһы булмай. Улар Тричура тауҙарында Вришадринатх ҡорамында Шиванан бала һорай. Шива уларҙың төшөнә инә һәм һайлау мөмкинлеге бирә: оҙаҡ һәм бай, уңышлы йәшәгән уртаҡул улдар йәки ҡыҫҡа ғүмерле, әммә бөйөк аҡыл эйәһе булған бер генә ул. Ата-әсә һуңғыһын һайлай һәм малайға Шанкара (Шива эпитеттарының береһе) исемен бирә. Малайға биш йәш булғанда атаһы мәрхүм була. Ошо йәшендә ул дүрт Веданы өйрәнә башлай, юғары һәләт күрһәтә һәм тиҙҙән үҙенең уҡытыусыларын да уҙып китә. Һигеҙ йәшендә, Шанкараға башта бирелгән ғүмер мөҙҙәте үткәс, уны әсәһенең күҙ алдында крокодил эләктереп ала һәм бары тик әсәһе улы санньяса булһын тип ризалыҡ биргәс кенә ебәрә. Шанкара Һиндостандың төньяғына гуру эҙләп сығып китә, нармада йылғаһы ярында ул Гаудападаның уҡыусыһы Говинданы осрата. Бында Шанкара адвайта нигеҙҙәрен өйрәнә, шиваит һәм вишнуит гимндарының күпселеген яҙа, бик күп фәлсәфәүи трактаттар булдыра һәм «Брихадараньяк-упанишада»ға комментарийҙар яҙа. Бадараянаның күрәҙәлегенә ярашлы, уның тексына бары тик һыуҙы тынысландырыусы ғына дөрөҫ итеп аңлатма бирә ала. Шанкара, «һыу йәлеп итеү»ҙең махсус мантраһын уҡып, ярҙарынан сыҡҡан Нармад йылғаһын тынысландырғас ҡына Говинда күрәҙәлек тураһында иҫенә төшөрә. Шанкара, уҡытыусыһының фатихаһын алып, дүрт йыл эсендә "өсләтә ҡанун"дың барлыҡ әҫәрҙәренә: Бадараяндың «Брахма-сутра», «Бхагавад-гита» һәм төп Упанишадаға комментарийҙар яҙа. Шанкара изге Кайлас тауына, унда уға юғары белем биреүесе (Дакшинамурти) сифатында Шива килә, һәм Бенаресҡа хаж ҡыла. Говинда вафат булғандан һуң, уны Нармада утрауҙарының береһендә ерләйҙәр һәм һуңынна ҡорам төҙөйҙәр, Шанкара уҡыусылары, уларҙың бер өлөшө Говинданың уҡыусылары була, менән Праягаға юллана, унда бик күп диспуттар үткәрә һәм яңы арҡалаштар таба. Шунан Шанкара йәнә «ике мең ғибәҙәтхана ҡалаһына» юллана һәм Ганг йылғаһы ярындағы гхатта (ерләү йолаларын атҡарыу ғибәҙәтханаһы) урынлаша. Бер ваҡыт ул урамда чандаланы (һинд йәмғиәте яратмаған ҡатлам: шудра һәм брахман ҡатын-ҡыҙынан тыуған малай) осрата һәм уға, йола бысраҡлығынан ҡурҡып, юл бирергә бойора. Әммә чандала, адвайттың Атмана берҙәмлеге тәғлимәтенә һылтанып, барлыҡ тере йән эйәләренең берлеге тураһында әйтә. Шунан һуң Шанкара урың аяғына йығылап ғәфү итеүен һорай.
Вафат булырҙан бер нисә йыл алда Шанкара Һиндостан буйлап сәйәхәт итә һәм монастыр ойоштора (Дваракала, Бадринатхтан 45 километр алыҫлыҡта булған Джошиматхта, Пуриҙа, Шрингериҙа, Канчиҙа), уларҙың ҡайһы берҙәре әле лә эшләй. Ул 33-сө йәшендә күп һанлы уҡыусылары һәм арҡалаштары араһында вафат була. Бер нисә урынды уның ҡәбере тиҙәр (Канчи, Кедарнатх), әммә уның Кайлас тауында илаһҡа (йәйғор тәненә әйләнеүе) әүерелеүе тураһында риүәйәттәр бар.
Иҫкәрмәләр
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- ↑ Deutsche Nationalbibliothek Record #118642278 // Общий нормативный контроль (GND) (нем.) — 2012—2016.
- ↑ Shankara // Nationalencyklopedin (швед.) — 1999.
- ↑ SHANKARA (ŚANKARA // Dictionnaire de spiritualité. Ascétique et mystique (фр.) — 60000 с. — ISSN 0336-8106
- ↑ http://www.poemhunter.com/adi-shankaracharya/
- ↑ http://www.ndtv.com/india-news/kedarnath-one-of-indias-most-revered-shrines-525971
Әҙәбиәт
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Шанкара // Брокгауз һәм Ефрондың энциклопедик һүҙлеге: 86 томда (82 т. һәм 4 өҫтәмә том). — СПб., 1890—1907. (рус.)
- Шанкарачарья // Брокгауз һәм Ефрондың энциклопедик һүҙлеге: 86 томда (82 т. һәм 4 өҫтәмә том). — СПб., 1890—1907. (рус.)
- Зильберман Д. Б. Адвайта-Веданте как опыт семантической деструкции языка//«Вопросы философии», № 5, 1972, с.117-129
- Исаева Н. В. Концепция индивидуальной души в комментариях Шанкары на «Брахма-сутры» // Древняя Индия. Язык, культура, текст. М., 1985.
- Исаева Н. В. Полемика Шанкары с сарвастивадой // Рационалистическая традиция и современность. Индия. М., 1988.
- Мезенцева O.B. Концепция «иллюзорности мира» Шанкары и неоведантизм // Рационалистическая традиция и современность. Индия. М., 1988.
- Исаева Н. В. Шанкара и буддисты в «Комментарии на „Брахма-сутру“» // Буддизм: История и культура. М., 1989.
- Исаева Н. В. Шанкара и индийская философия. М., 1991.
- Исаева Н. В. Учение Шанкары как взгляд и хвост (на материале комментария Шанкары к «Брахма-сутрам» Бадараяны I.I.12-19 // История философия № 7. М., 2000. С. 39—69.
- Шохин В. К. Шанкара и категориальная система вайшешиков («диалог» несовместимых онтологий) // Историко-философский ежегодник 2005. М., 2005. C. 386—405.
- Bernhard Barzel. Mystique de l’ineffable dans l’hindouisme et le christianisme, Çankara et Eckhart. 1982.
- John A. Taber. Transformative philosophy. A study of Sankara, Fichte and Heidegger. 1983.
- Thomas Puttanil. A comparative study on the theological methodology of Irenaeus of Lyon and Sankaracharya. 1990.
- Bosco Correya: Heidegger and Sankara. A comparative study of «Thinking of being» and «Advaita». Kalamassery, Kerala, India. 2003.
Һылтанмалар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Официальный сайт Гаудападачарья Матха
- Официальный сайт Канчи Камакоти Питам
- Официальный сайт Лакшми Нарасимха Питам 2018 йыл 30 сентябрь архивланған.
- Официальный сайт Говардхан Питам
- Официальный сайт Шрингери Схарда Питам
- Американский фонд Шрингери Видья Бхарати
- Канадский фонд Шрингери Видья Бхарати
- Адвайта-веданта Домашняя страница
- Ади Шанкарачарья и Адвайта-веданта библиотека