Location via proxy:   [ UP ]  
[Report a bug]   [Manage cookies]                
Эстәлеккә күсергә

Шәкәр диабеты

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Шәкәр диабеты
БМО раҫлаған диабетты белдереүсе символ.
БМО раҫлаған диабетты белдереүсе символ.
МКБ-10

E1010.-E1414.

МКБ-9

250250

MedlinePlus

001214

eMedicine

med/546 emerg/134emerg/134

 Шәкәр диабеты Викимилектә

Шәкәр диабеты (лат. diabetes mellītus) — инсулин (ашҡаҙан аҫты биҙе гормоны) етешмәгәнлектән, аҙыҡ менән углеводтарҙы үҙләштереүҙең боҙолоуы арҡаһында барлыҡҡа килгән сир.

Беҙ көн һайын ҡулланған аҙыҡ ҡанға шәкәр (глюкоза) биреп, бөтә тән буйлап тарала һәм энергия сығанағы булып тора. Организм был шәкәрҙе дөрөҫ файҙаланмаһа, уның ҡандағы кимәле норманан артыҡ күтәрелә. Был ҡанда һәм бәүелдә шәкәрҙең артыуына килтерә.

Мәкерле сирҙең төп сәбәбе — дөрөҫ туҡланмау һәм аҙ хәрәкәтләнеү, артыҡ тән ауырлығы. Бынан тыш, ауырыу нәҫелдән күсә, сир йәки йәрәхәт һөҙөмтәһендә көсөргәнеш кисереү ҙә ауырыуға юлыҡтырыуы мөмкин.

Саманан тыш күп ашау, организмға физик эш, көсөргәнеш етмәүе, өйҙәге һәм эштәге күңелһеҙ хәлдәр, стресс — шәкәр диабетына килтереүсе төп сәбәптәр булыуы ихтимал. Организмдағы ген кодтары менән программаға һалынған матдәләр алмашыныуы: углеводтар, майҙар һәм аҡһымдар әйләнеше тиккә генә боҙолмай. Нәҡ бына ошо тайпылыштарға бәйле лә инде шәкәр диабеты.

Глюкоза — организмдағы төп энергия сығанағы. Аш һеңдереү тракты аша ул барлыҡ күҙәнәктәргә лә тарала. Ләкин глюкозаны энергияға әйләндереү өсөн инсулин гормоны кәрәк. Ул ашҡаҙан аҫты биҙендә барлыҡҡа килә. Тап ул глюкозаның күҙәнәктәргә үтеүен тәьмин итә. Шәкәр диабеты йәки шәкәр сире организмда инсулиндың бөтөнләй бүленмәгән йәки әҙләп бүленгән осраҡтарында барлыҡҡа килә.

Ауырыуҙың билдәләре

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Ауыҙ кибеүе, сарсау, хәлһеҙлек, хәтерҙең һәм иғтибарҙың насарайыуы — шәкәр диабетының төп билдәләре. Организм ҡанда күпләп тупланған глюкозаны һейҙек аша тиҙерәк сығарырға ынтыла һәм шунлыҡтан кешенең һыу эсеү теләге көсәйә. Сирлеләрҙә асығыу тойғоһо барлыҡҡа килә, күптәре һимерә, ҡайһы берҙәре иһә ябыға. Артерияларҙағы ҡан йөрөшө боҙолоуы тромбозға, гангренаға килтереүе ихтимал. Тән тиреһе лә үҙгәрә, йәрәхәттәр оҙаҡ уңала, күреү һәләте кәмей, бөтөнләй һуҡырайыу ихтималлығы ла бар. Ҡаты диабет йыш ҡына бөйөрҙәрҙең, күҙҙәрҙең, артерияларҙың эшмәкәрлеге ҡатмарлашыуына килтерә һәм күп миҡдарҙа инсулин талап итә.

Диабет менән сирләгәндә физкультура менән әүҙем шөғөлләнергә һәм мотлаҡ артыҡ ауырлыҡтан ҡотолорға кәрәк. Шәкәр диабетын дауалау, иң тәүҙә, организмдағы сафтан сыҡҡан матдәләр алмашыныу процесын яйға һалыуға йүнәлтелергә тейеш. Диабет менән сирләгән кешегә диета тотоу мотлаҡ. Күпселек ауырыуҙар һимереүгә дусар, шуның өсөн дә калорияларҙы сикләү ҡамасауламаҫ.

Иң мөһиме - организмда ниндәй ҙә булһа тайпылыш һиҙелгәндә, мотлаҡ табипҡа мөрәжәғәт итергә кәрәк. Үҙ белдегеңә дауаланып, был мәкерле сирҙе еңеп булмай. Диабетты дауалауҙа өс төп ысул бар: диета, шәкәр кимәлен кәметеү һәм инсулин терапиялары. Ҡандағы шәкәрҙе кәметеү өсөн махсус дарыуҙар ҡулланырға кәрәк.

Диабетты иҫкәртеү

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Углевод алмашыныуын яйға һалыу, көндәлек туҡланыу рационына иғтибарҙы арттырыу. Был сирҙең билдәләре булмаһа ла, ҡандағы шәкәр кимәлен контролдә тотоу мотлаҡ. Анализ шәкәр ҡанда аҙ булған ваҡытта — иртәнсәк алына. Йоҡлар алдынан шәкәр кимәлен үлсәргә мөмкинлек булмаһа, бер телем икмәк ашағыҙ, ул шәкәр кимәлен кәметергә булышлыҡ итә. Шәкәр диабеты менән сирләп тә, тулы ҡанлы тормош менән йәшәргә була, бының өсөн сәләмәт йәшәү рәүеше алып барырға, диета тоторға, йышыраҡ дауаханаға мөрәжәғәт итергә һәм даими анализ бирергә кәрәк.

14 йәшкә тиклемге балаларҙа — 3,33-5,55 ммоль/л;
өлкәндәрҙә — 3,89-5,83 ммоль/л;
60 йәштән уҙғандарҙа — 6,38 ммоль/л;
ауырлы саҡта — 3,3-6,6 ммоль/л булырға тейеш.

1922 йылдан алып шәкәр диабетын инсулин менән дауалайҙар. Күптәр өсөн йәшәү сығанағы булған хәҙерге инъекцияны Канаданың йәш ғалимы Фредерик Бантинг уйлап таба һәм беренсе тапҡыр уны ҡулланып, 14 йәшлек малайҙың ғүмерен һаҡлап ҡала. 1991 йылдан башлап, ноябрь айында (14 ноябрҙә — инсулинды уйлап табыусының тыуған көнөндә) Бөтә донъя шәкәр ауырыуы менән көрәш көнө билдәләнә. Бантингҡа һәм уның хеҙмәттәше Маклеодҡа Нобель премияһы тапшырыла.

  • Алан Л. Рубин. Диабет для «чайников» = Diabetes For Dummies. — 2-е изд. — М.: «Диалектика», 2006. — С. 496. — ISBN 0-7645-6820-5.
  • Клиническая эндокринология. Руководство / Н. Т. Старкова. — издание 3-е переработанное и дополненное. — Санкт-Петербург: Питер, 2002. — 576 с. — («Спутник Врача»). — ISBN 5-272-00314-4.
  • Михайлов В. В. Основы патологической физиологии. Руководство для врачей / Б. М. Сагалович. — М.: Медицина, 2001. — 704 с. — ISBN 5-225-04458-1.
  • Питер Дж Уоткинс. Сахарный диабет = ABC of Diabetes / М. И. Балаболкин. — 2. — М.: Бином, 2006. — 134 p. — 3000 экз. — ISBN 5-9518-0156-7.
  • Книга «Diabetes» Автор: John A. Colwell
  • Ягудина Р. И., Куликов А. Ю., Аринина Е. Е. Фармакоэкономика сахарного диабета второго типа // М.: OOO «Медицинское информационное агентство», 2011. — 352С.
  • Х. Астамирова, М. Ахманов. Настольная книга диабетика. Пятый вариант. — М.: Эксмо, 2010. — 7 000 экз. — ISBN 978-5-699-42830-4.
  • Х. Астамирова, М. Ахманов. Большая энциклопедия диабетика. — М.: Эксмо, 2003. — 5 000 экз. — ISBN 5-699-04606-2.
  • М. Ахманов. Диабет в пожилом возрасте. — СПб.: Невский проспект, 2000. — (Советует доктор). — 15 000 + 15 000 экз. — ISBN 5-8378-0068-9.
  • И. И. Никберг, И. А. Чайковский, М. С. Ахманов. Лечение диабета в XXI веке. Реальность, мифы, перспективы. — СПб.: Вектор, 2011. — (Школа диабета). — 2 000 экз. — ISBN 978-5-9684-1714-5.