Location via proxy:   [ UP ]  
[Report a bug]   [Manage cookies]                
Эстәлеккә күсергә

Юғары төҙөлөшлө үҫемлектәр

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Юғары төҙөлөшлө үҫемлектәр

Псилот (Psilotum)
Фәнни классификация
Халыҡ-ара фәнни исеме

Embryophyta Engler, 1886,
emend. Lewis & McCourt, 2004

Бүлектәр

Викитөркөмдә
Систематика

рәсем эҙләү
рәсемдәр

Юғары төҙөлөшлө үҫемлектәр, йәки ҡоро ер үҫемлектәре, йәки эмбриофи́ттар (лат. Embryophyta , ҡайһы берҙә Plantae sensu strictissimo тигән латинса атамаһы ҡулланыла) —ябай төҙөлөшлө ылымыҡтарҙан айырмалы туҡымаларҙың дифференциацияһы хас булған йәшел үҫемлектәрҙең төркөмө.

Юғары төҙөлөшлө үҫемлектәргә мүк һымаҡтар һәм көпшәле үҫемлектәр (ҡаҙыяҡ һымаҡтар, көкөрт үләндәре һымаҡтар, яланғас орлоҡлолар һәм ябыҡ орлоҡлолар) ҡарай.

Үҫемлектәрҙе классификациялауҙың ҡайһы бер системаларында юғары төҙөлөшлө үҫемлектәр төркөмөн аҫбатшалыҡ һәм өҫбүлек араһындағы таксон рангыһы итеп ҡарайҙар.

Юғары төҙөлөшлө үҫемлектәр эволюцияһы ҡоро ер өҫтөнә сығыу һәм ҡоро ер мөхитен (ниши) үҙләштереү менән тығыҙ бәйләнгән (был процесс яҡынса 540 млн йыл элек башланған).[1][2].[3] Махсуслашҡан туҡымаларҙың үҫеше үҫемлектәрҙең ҡоро ерҙә үҫә алыуы өсөн мөһим шарт булып тора.

Һауа мөхитендә тереклек итеү өсөн үҫемлектәргә кәмендә кибеүҙән һаҡлаусы, шулай уҡ мөхит менән һауа һәм йылылыҡ алмашыныуын тәьмин итеүсе ауыҙса еге булған эпидермис, минераль һәм органик матдәләр алмашыныуы өсөн үткәреүсе туҡыма кәрәк. Үҫемлектәрҙең ҡоро ерҙе үҙләштереү һөҙөмтәһе булып организмының тамыр, һабаҡ һәм япраҡҡа бүленеүе тора..

Ер өҫтө мөхите шарттарының төрлөлөгө үҫемлектәрҙең йәшәү формаларына ғәҙәттән тыш бай булыуына килтерә.

Ләкин тышҡы төҙөлөштәренең төрлөлөгөнә ҡарамай, бөтә юғары төҙөлөшлө үҫемлектәргә енси процестың бер тибы (оогамия) хас.

Шулай уҡ, уларҙа «быуындар алмашыныуының», йәки ядро фазалары алмашыныуҙың бер типтағы ике варианты (гаметофит йәки спорофит стадияһы өҫтөнлөк иткән гетероморф циклдары) күҙәтелә.

Ике осраҡта ла гаметофит һәм спорофит "быуын"дар бер-береһенән морфологик, биологик һәм цитологик яҡтан да айырыла. Мүктәрҙән башҡа барлыҡ юғары төҙөлөшлө үҫемлектәрҙең үҫеш циклында спорофит быуыны өҫтөнлөк итә.

Ҡатмарлы төҙөлөшлө үҫемлектәр араһында иң примитив төҙөлөшлөләре —Мүк һымаҡтар (Bryophyta lato). Уларҙың тамыры юҡ (ризоидтар). Ә маршанция, антоцерот һәм ҡайһы бер юнгерманнияларҙың япраҡ менән һабаҡҡа ла бүленеше юҡ. Улар ылымыҡтар йәки лишайниктар кеүек ҡатлансыҡ һымаҡ төҙөлөшлө. Ауыҙса ектәре үтә ябай, үткәреүсе системаһы үҫешмәгән. Үткәреүсе функцияһын паренхима үтәй.

Көпшәле споралылар

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Көпшәле споралылар - абаға, ҡырҡбыуын, көкөрт үләне, псилоттар инә. Уларҙың үҫешкән үткәргес системаһы бар.

Шулай уҡ барыһының да тәне һабаҡ, япраҡ һәм тамырға дифференциялашҡан. Әммә уларҙың бөтәһенең дә тереклеге ла һыу мөхите менән бик ныҡ бәйләнгән. Сөнки гаметофит быуыны айырым, ирекле йәшәй. Ул енси юл менән үрсеүсе стадия булып тора. Енси үрсеү һыу мөхитенән тыш тора алмаған ҡамсылы сперматозоидтар ярҙамында бара.

Мүк һымаҡтар һәм көпшәле споралыларҙы "юғары төҙөлөшлө споралы үҫемлектәр" терминыны аҫтында бер төркәмгә берләштерәләр.

Орлоҡло үҫемлектәр

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Үҫемлектәрҙең ҡоро ер мөхитендә тереклек итеү, таралыу мөмкинлеге орлоҡ һәм һаҡлағыс тышсалы һеркәнең булыуыуында.

Гаметофиттың дым тотоп торған көп эсендә һаҡланыуы арҡаһында (хәҙер ни бары бер нисә күҙәнәктән тора) үҫемлектәр сүлдә лә һәм һалҡын зоналарҙа ла тора үҫә ала.

Ҡайһы бер яланғас орлоҡло һәм барлыҡ сәскәле үҫемлектәрҙә үткәреү аппаратында бик һөҙөмтәле эшләүсе көпшәләр (үлек күҙәнәктәренең стеналарынан барлыҡҡа килгән торбалар) һәм иләк һымаҡ көпшәләр бар.

  1. Niklas, K.J. & Kutschera, U. (2010), "«The evolution of the land plant life cycle»", New Phytologist Т. 185 (1): 27–41, PMID 19863728, DOI 10.1111/j.1469-8137.2009.03054.x 
  2. (March 2018) «Plant evolution: landmarks on the path to terrestrial life.». The New Phytologist 217 (4): 1428–1434. DOI:10.1111/nph.14975. PMID 29318635.
  3. Del-Bem, Luiz-Eduardo (2018-05-31). «Xyloglucan evolution and the terrestrialization of green plants» (en). New Phytologist 219 (4): 1150–1153. DOI:10.1111/nph.15191. ISSN 0028-646X. PMID 29851097.
  • Еленевский А. Г. Ботаника. Систематика высших, или наземных, растений: учеб. для студ. высш. пед. учеб. заведений / А. Г. Еленевский, М. П. Соловьёва, В. Н. Тихомиров. — Изд. 4-е, испр. — М.: Издательский центр «Академия», 2006. — 464 с. — 3000 экз. — ISBN 5-7695-2141-4. — УДК 596(075.8)