Location via proxy:   [ UP ]  
[Report a bug]   [Manage cookies]                
Эстәлеккә күсергә

Ҡаҙағстандың административ бүленеше

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте

Ҡаҙағстан Республикаһыунитар дәүләт, административ рәүештә 16 территориаль берәмектән тора: 14 өлкә һәм 3 республика әһәмиәтендәге ҡала.

Хәҙерге административ бүленеше

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Ҡаҙағстан Республикаһы административ рәүештә 14 өлкәгә һәм 2 республика әһәмиәтендәге ҡалаға бүленгән[1]. Бынан башҡа махсус статуслы ҡала бар — Байҡуңыр (Байконур), ул 2050 йылға тиклем Рәсәй Федерацияһы тарафынан ҡортомға алына һәм был осорҙа уның менән Рәсәй Федерацияһының федераль әһәмиәтендәге ҡала статусына тура килгән мөнәсәбәттәргә эйә[2].

Гербы Ҡала/Өлкә Административ
үҙәге
Майҙаны,
км²
Халҡы, кеше,
01.09.2023[3]
Халыҡ тығыҙлығы,
кеше/км²
Тулайым төбәк продукты, 2019
млрд тенге[4]
Тулайым төбәк продукты, 2019
йән
иҫәбенә
мең тенге[4]
ҡаҙаҡса
атамаһы
башҡортса
атамаһы
Республика әһәмиәтендәге ҡалалар
1 Астана ҡалаһы Астана Астана align="right" |1 378 279 1666,23 6 329,8|- 2 Алматы ҡалаһы Алматы Алматы align="right" |2 183 914 3131,03 7 651,8
3 Сымкәнт ҡалаһы Шымкент Сымкәнт 1162,8 1 201 429 1013,97 2 231,4 2 182,1
Өлкәләр
4 Абай өлкәһе Семей Һәмәй 185 500 609 542 3,29
5 Аҡмулла өлкәһе Көкшетау Күксәтау align="right" |788 353 5,37 2 613,0|- Аҡтүбә өлкәһе Ақтөбе Аҡтүбә align="right" |932 045 3,07 3 471,4|- Алматы өлкәһе Қонаев Ҡунай align="right" |1 514 039 14,18 - Атырау өлкәһе Атырау Атырау align="right" |696 792 5,80 14 296,7|- Көнсығыш Ҡаҙағстан өлкәһе Өскемен Үҫкәмән align="right" |729 236 7,48 - Жамбыл өлкәһе Тараз Тараз[5] align="right" |1 219 889 8,41 1 498,9
11 Етеһыу өлкәһе Талдықорған Таллыҡурған 118 648 698 619 5,89
Көнсығыш Ҡаҙағстан өлкәһе Орал Урал align="right" |689 883 4,53 4 527,3|- Ҡарағанды өлкәһе Қарағанды Ҡарағанлы align="right" |1 135 259 4,75 - Ҡустанай өлкәһе Қостанай Ҡуштанай align="right" |831 445 4,25 2 773,2|- Ҡыҙылурҙа өлкәһе Қызылорда Ҡыҙылурҙа align="right" |836 527 3,67 2 292,8 |- Маңҡыштау өлкәһе Ақтау Аҡтау align="right" |773 752 4,58 5 264,3|- Павлодар өлкәһе Павлодар Павлодар align="right" |755 014 6,05 3 726,1|- 18 Төньяҡ Ҡаҙағстан өлкәһе Петропавл Петропавл 97 993 532 911 5,47 1 358,8 2 463,2
19 Төркөстан өлкәһе Түркістан Төркөстан 116 280 2 127 382 18,11 1 820,1 909,6
20 Олотау өлкәһе Жезқазған Еҙҡаҙған 188 936 221 461 1,17
Всего 2 724 902 19 855 767 7,21 68 956,4 3 724,6

Административ бүленештең икенсе кимәлендә 160 ауыл районы, 11 ҡала районы (республика әһәмиәтендәге ҡалаларҙа — Алматы һәм Астана) һәм 38 өлкә әһәмиәтендәге ҡала бар.

2017 йылдың 1 июленә ҡарата административ бүленештең өсөнсө кимәлендә 47 район әһәмиәтендәге ҡала, 6 ҡала районы (өлкә әһәмиәтендәге ҡалаларҙа — Шымкент һәм Ҡарағанды), 26 ҡасаба акиматы, 2283 ауыл округы акиматы һәм 82 ауыл акиматы иҫәпләнә[6].

XX быуат башында Рәсәй империяһының Урта Азия биләмәләре
     Урал өлкәһе      Турғай өлкәһе
     Аҡмулла өлкәһе      Семипалатинск өлкәһе
     Ете йылға өлкәһе      Һырдаръя өлкәһе
     Сәмәрҡәнд өлкәһе      Фирғәнә өлкәһе
     Хиуа ханлығы      Бохара әмирлеге
     Каспий аръяғы өлкәһе

XX быуат башына ҡарай хәҙерге Ҡаҙағстандың территорияһы Рәсәй империяһының 7 өлкә составында була:

  1. Каспий аръяғы өлкәһе
  2. Урал өлкәһе
  3. Турғай өлкәһе
  4. Аҡмулла өлкәһе
  5. Семипалатинск өлкәһе
  6. Ете йылға өлкәһе
  7. Һырдаръя өлкәһе

Бүкәй Урҙаһы Әстерхан губернаһы эсендә инә.

1959 йылда Ҡаҙаҡ ССР-ының административ бүленеше
  • 1920. РСФСР составында баш ҡалаһы Ырымбурҙа булған Ҡырғыҙ АССР-ы ойошторола.
  • 1925. Ҡырғыҙ АССР-ының исеме Ҡаҙаҡ АССР-ы тип үҙгәртелә (үҙәге Ҡыҙылурҙа).
  • 1927. Ҡаҙаҡ АССР-ының баш ҡалаһы Алматыға күсерелә.
  • 1928. Ҡаҙаҡ АССР-ының бөтә губерналары бөтөрөлә, ә уның территорияһы 13 округҡа бүленә (Адай, Аҡмулла, Аҡтүбә, Алма-Ата, Гурьев, Кәркәрәле, Ҡыҙылурҙа, Ҡустана, Павлодар, Петропавловск, Семипалатинск, Һырдаръя һәм Уральск).
  • 1929. Адай округы бөтөрөлә.
  • 1930. Ҡараҡалпаҡ автономиялы округы Ҡаҙаҡ АССР-ы составынан РСФСР-ға күсерелә. Барлыҡ округтар бөтөрөлә.
  • 1932. Ҡаҙаҡ АССР-ы составында булған Ҡара-Боғаҙ-Гол ҡултығы тирәһендәге территория Төркмән ССР-ы составына бирелә[7].
  • 1933. ВЦИК Президиумы Ҡаҙаҡ АССР-ы составында 6 өлкә (Аҡтүбә, Алма-Ата, Көнсығыш Ҡаҙаҡ, Көнбайыш Ҡаҙаҡ, Ҡарағанды, Көньяҡ Ҡаҙаҡ) ойошторола, улар үҙ сиратында 123 районға һәм бер округҡа (Гурьев) бүленә[8]
  • 1934. Республиканың төньяҡ-көнбайышындағы биләмәләренең бер өлөшө РСФСР составында яңы ойошторолған Ырымбур өлкәһе составына бирелә. Кәркәрәле округы ойошторола.
  • 1936. СССР-ҙа яңы конституция ҡабул ителгәндән һуң Ҡаҙаҡ АССР-ы союздаш республикаһы статусына тиклем күтәрелә һәм РСФСР составынан сығарыла. Ике яңы өлкә ойошторола — Ҡустанай һәм Төньяҡ Ҡаҙағстан. Гурьев һәм Кәркәрәле округтары бөтөрөлә.
  • 1938. Гурьев, Ҡыҙылурҙа һәм Павлодар өлкәләре ойошторола.
  • 1939. Аҡмулла, Джамбул һәс Семипалатинск өлкәләре ойошторола.
  • 1944. Көкшетау һәм Талдыҡурған өлкәләре ойошторола.
  • 1959. Талдыҡурған өлкәһе бөтөрөлә.
  • 1960. Аҡмулла өлкәһе бөтөрөлә.
  • 1961. Аҡмулла өлкәһе Целиноград өлкәһе исеме аҫтында тергеҙелә.
  • 1962. Көнбайыш Ҡаҙағстан өлкәһе — Уральск өлкәһе тип, Көньяҡ Ҡаҙағстан өлкәһе — Шымкент өлкәһе тип исемдәре үҙгәртелә. 3 край ойошторола:
    • Көнбайыш Ҡаҙағстан крайы (Аҡтүбә, Гурьев, Уральск өлкәләре).
    • Сиҙәм крайы (Көкшетау, Ҡустанай, Павлодар, Төньяҡ Ҡаҙағстан, Целиноград өлкәләре).
    • Көньяҡ Ҡаҙағстан крайы (Джамбул, Ҡыҙылурҙа, Шымкент өлкәләре).
  • 1964. Барлыҡ крайҙар бөтөрөлә.
  • 1967. Талдыҡурған өлкәһе тергеҙелә.
  • 1970. Турғай өлкәһе ойошторола.
  • 1973. Еҙҡаҙған һәм Маңғышлаҡ өлкәләре ойошторола.
  • 1988. Маңғышлаҡ һәм Турғай өлкәләре бөтөрөлә.
  • 1990. Маңғыстау (элекке Маңғышлаҡ өлкәһе) һәм Турғай өлкәләре тергеҙелә.
  • 1991. Ҡаҙағстандың бойондороҡһоҙлоғо иғлан ителә.
  • 1992. Гурьев өлкәһенең исеме Атырау өлкәһе, Алма-Ата өлкәһе — Алматы өлкәһе, Целиноград өлкәһе — Аҡмулла өлкәһе, Уральск өлкәһе — Көнбайыш Ҡаҙағстан өлкәһе, Шымкент өлкәһе — Көньяҡ Ҡаҙағстан өлкәһе тип үҙгәртелә.
  • 1993. Джамбул өкәһе — Жамбыл өлкәһе тип үҙгәртелә.
  • 1997. Еҙҡаҙған, Көкшетау, Семипалатинск, Талдыҡурған һәм Турғай өлкәләре бөтөрөлә. Эске өлкә бүленеше (райондар) үҙгәртелә. Ҡаҙағстандаңы баш ҡалаһы Аҡмуллаға күсерелә.
  • 1998. Аҡмулла ҡалаһының исеме Астана тип үҙгәртелә[9].
  • 1999. Төньяҡ Ҡаҙағстан өлкәһе райондарының бер өлөш (Көкшетау ҡалаһы менән бергә) Аҡмулла өлкәһе составына бирелә (өлкә үҙәге Астана ҡалаһынан Көкшетауға күсерелә).
  • 2001. Алматы өлкәһенең үҙәге Талдыҡурған ҡалаһына күсерелә.
  1. Географическое положение, природные условия

    В республике 14 областей, 86 городов, в том числе 2 города республиканского подчинения (г. Астана, г. Алматы), 168 районов (8 районов в городах), 174 поселка

  2. Международное Соглашение между Российской Федерацией и Республикой Казахстан о статусе города Байконур, порядке формирования и статусе его органов исполнительной власти от 23 декабря 1995 года, статья 1, пункт 1. 2020 йыл 4 июнь архивланған. Субъектом Российской Федерации не является. Система городского управления определяется статьей 5 Соглашения между Российской Федерацией и Республикой Казахстан о статусе города Байконур, порядке формирования и статусе его органов исполнительной власти от 23 декабря 2005 г.
  3. Численность населения Республики Казахстан по полу в разрезе областей, городов, районов, районных центров и поселков на 1 января 2016 года 2016 йыл 22 апрель архивланған.
  4. 4,0 4,1 Валовой региональный продукт Республики Казахстан за 2016 год 2018 йыл 14 май архивланған.
  5. Өҙөмтә хатаһы: <ref> тамғаһы дөрөҫ түгел; Роскартография төшөрмәләре өсөн текст юҡ
  6. Административно-территориальные единицы Республики Казахстан на 1 июля 2017 года 2018 йыл 26 апрель архивланған.
  7. Установление границ независимого Казахстана. Архивировано 24 ғинуар 2016 года.
  8. О новом административно-территориальном делении Казакской АССР
  9. Указ президента Республики Казахстан о переименовании города Акмолы — столицы Республики Казахстан в город Астана — столицу Республики Казахстан 2012 йыл 10 апрель архивланған.