Location via proxy:   [ UP ]  
[Report a bug]   [Manage cookies]                
Эстәлеккә күсергә

Ҡурғашлы (Бөрйән районы)

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Ауыл
Ҡурғашлы
Ҡурғашлы
Ил

Рәсәй

Федерация субъекты

Башҡортостан

Муниципаль район

Бөрйән районы

Координаталар

53°16′39″ с. ш. 57°32′47″ в. д.HGЯO

Сәғәт бүлкәте

UTC+6

Һанлы танытмалар
Автомобиль коды

02, 102

ОКАТО коды

80 219 810 002

ОКТМО коды

80 619 410 106

Ҡурғашлы (Рәсәй)
Ҡурғашлы
Ҡурғашлы
Ҡурғашлы (Бөрйән районы) (Башҡортостан Республикаһы)
Ҡурғашлы

Ҡурғашлы (рус. Кургашлы) — Башҡортостандың Бөрйән районындағы ауыл. 2010 йылдың 14 октябренә ҡарата халыҡ һаны 307 кеше[1].

Почта индексы — 453591, ОКАТО коды — 80219810002.

Байназар ауыл Советына ҡарай. Ағиҙел йылғаһы буйында урынлашҡан.

Халҡы: 1959 йылда — 136 кеше, 1989—316, 2002—341, 2010—341 кеше йәшәгән. Башҡорттар йәшәй.

Төп мәктәп (хәҙерге көндә башланғыс мәктәп), балалар баҡсаһы, фельдшер-акушерлыҡ пункты, мәҙәниәт йорто, китапхана бар. Ауылға 20 быуаттың . 50-се йылдарында Бөрйән МТС-ы ойошторолғандан һуң элекке Ҡурғашлы утары. (1939 йылда 13 кеше иҫәпкә алынған) урынында нигеҙ һалына.

Бөтә Рәсәй һәм Бөтә Союз халыҡ иҫәбе алыу мәғлүмәттәре буйынса халыҡ һаны (кеше)

Иҫәп алыу йылы һәм көнө Бөтә халыҡ Ир-егеттәр Ҡатын-ҡыҙҙар Ир-егеттәр өлөшө (%) Ҡатын-ҡыҙҙар өлөшө (%)
1897 йыл 9 февраль (26 ғинуар)
1920 йыл 26 август
1926 йыл 17 декабрь
1939 йыл 17 ғинуар
1959 йыл 15 ғинуар
1970 йыл 15 ғинуар
1979 йыл 17 ғинуар
1989 йыл 12 ғинуар
2002 йыл 9 октябрь
2010 йыл 14 октябрь 307 150 157 48,9 51,1

Халыҡ һаны буйынса аңлатма төрлө йылдарҙа иҫәп алыу тәртибенең айырмалығы булыу сәбәпле халыҡ һанының үҙенсәлегенә иғтибар итегеҙ.

1939 йыл — бар булған халыҡ һаны.
1989, 2002, 2010 йылдарҙа — даими йәшәгән урыны булып иҫәпләнгән халыҡ һаны
Ҡурғашлы ауылы мәсете «Нур»

Урам исемдәре[2]

  • Миңлеғәле Шайморатов урамы (рус. Миннигали Шаймуратова (улица)
  • Муса Гәрәев урамы (рус. Мусы Гареева (улица)
  • Юрий Гагарин урамы (рус. Юрия Гагарина (улица)
  • Зәки Вәлиди урамы (рус. Заки Валиди (улица)
  • Ялан уй урамы(рус. Ялан-уй (улица)
  • Урал урамы (рус. Уральская (улица)
  • Мәктәп урамы (рус. Школьная (улица)

Ауылдың этимологияһы

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Ҡурғашлы боронғо Нәби һәм Байназар ауылдары араһында ултыра. Ауыл ерендә ҡасандыр урман булған. 1949 йылдың яҙында, ерҙе таҙартып, ағастарҙы ҡырҡып, уларҙы төбө-тамыры менән аҡтарып, тау битенә, Ҡурғашлы йылғаһы буйына, өйҙәр һала башлағандар. Ололарҙың хәтерләүҙәренсә, Ҡурғашлы ауылы иң тәүҙә Һаҡау туғайында төҙөлә башлай. Уның исеме бәләкәй генә Ҡурғашлы йылғаһы исеменән алынған. Йылға исемен ололар ике төрлө аңлата. Кемдер, йылғаның башында ҡурғаш бар, ти. Икенселәре, башҡорттар алтын сыҡҡан урындарҙы «алтын» һүҙе менән атамаған, ә «ҡурғаш» тип йөрөткән, имеш, ти. Был версияның да дөрөҫ булыуы ихтимал, сөнки 1930 йылда Ҡалмаҡай тигән урында алтын йыуғандар.

«Бер ваҡыт ауылға геологтар килә. Ҡарт геолог Моталовтан лекция һөйләтәләр, йылғаның ошолай аталыуының сәбәбен һорайҙар. Ул ҡулындағы ике таштың береһен сүкеше менән онтай һуға. Унан бармаҡ башы хәтле ҡурғаш килеп сыға», — тип һөйләй Мөфтәхетдинов Шәрәфетдин бабай. Геологтар килмәҫ элек, ауыл кешеләре был ауылға «Заря» исемен бирергә булалар. Ауыл төҙөлә башлағас, боронғо йолаларға тоғро булып, һыулаған йылғаның исемен ҡушалар. Бына ошонан килеп сыҡҡан да инде ауылым тарихы.

Ҡурғашлы ауыл мәҙәниәт йорто

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Ҡурғашлы ауыл мәҙәниәт йорто 1987 йылда төҙөлә. Уға тиклем РТП контораһында бер бүлмә генә халыҡ араһында мәҙәни-ағартыу эштәрен алып барыу, китапхана, шулай уҡ кинозал булып хеҙмәт иткән. Был дәүерҙә унда күп кенә хеҙмәткәрҙәр эшләп киткән һәм ауыл менән клуб тормошонда үҙ эҙен ҡалдырған.

Тәғзимә Сәғитова.1993 йылдан художество етәксеһе булып, артабан клуб директоры вазифаһында 2013 йылға тиклем Ҡурғашлы мәҙәниәт йортонда эшләгән.

Гүзәл Шәмиғолова. Ҡурғашлы мәҙәниәт йортонда ул 1988 йылдан 1990 йылғаса эшләгән. Артабан Байназар мәҙәниәт йортонда директор вазифаһында эшләп, хаҡлы ялға сыҡҡас, 2013 йылдан алып Ҡурғашлы мәҙәниәт йортонда өс йыл директор вазифаһын башҡара.

1985—2009 йылғдарҙа мәҙәниәт йортонда китапханасы булып Сәлиә Ишбулатова эшләй.

1975—2007 йылдарҙа киномеханик булып Сәғиҙә Асҡарова эшләгән.

Ҡурғашлы йылғаһының исемен ике төрлө аңлаталар:

— «Йылғаның башында ҡурғаш бар, тиҙәр, шуның өсөн аталған. Ауылға геологтар килә. Ҡарт геолог Моталовтан лекция һөйләтәләр һәм шунда йылғаның ни өсөн шулай аталыуын һорайҙар. Ул ҡулындағы ике таштың береһен сүкеш менән онтай, унан бармаҡ башы хәтлем ҡурғаш килеп сыға», — тип һөйләй Мөфтәхетдинов Шәрәфетдин бабай.

— Муса бабай Шәмиғолов икенсе төрлөрәк аңлата: «Башҡорттар алтын сыҡҡан урындарҙы бер ваҡытта ла „алтын“ һүҙе менән атамағандар, ә Ҡурғашлының башында „Ҡалмаҡай“ тигән ерҙә 1930-сы йылдарҙа алтын йыуып йөрөгәндәр».

Байназар һәм Ҡурғашлы ауылдары араһында Шәмәр тауы бар. Был тауҙа үҫкән ағастар ҡышын да, йәйен дә ямғыр алдынан шаулай башлай, йәғни көндөң шәмәреүен (илауын) хәбәр итәләр.

Ауылды уратып алған һәр тауҙың үҙ исеме, тарихы. Ауылды сыҡҡас, һул яҡлап ҡалҡҡан тау — Елдарҡа. Йәғни, елле, ҙур арҡа. Арҡа тигәне — тауҙар бер-береһенә терәлеп тора, шуға тау теҙмәһенең беренсеһе — Беренсе Елдарҡа, икенсеһе — Икенсе Елдарҡа, өсөнсөһө — Өсөнсө Елдарҡа.

Елдарҡаның ҡаршыһында, ике тау тоташҡан ерҙә, асыҡ, уйылып ҡына йәйелгәндәй киң ялан бар. Уны Ялануй тип йөрөтәләр. Ялануй тигәне — үҙе ялан, үҙе уйҙан, йәғни үҙәктән тороуын аңлата. Был төбәктә инде күптән яңы өйҙәр төҙөлгән, ҙур урам хасил булған. Урам үҙе лә Ялануй исемен йөрөтә.

Ялануйҙан бейек түбә — Еләктүбә башлана. Еләктүбә тауында йыл да еләге лә, көртмәлеһе лә ишелеп уңа. Еләк бешкән ваҡытта, еләк еҫтәре әллә ҡайҙарға тарала — урмандан хуш еҫтәр аңҡып тора.

Ауылдан бер ситтәрәк тау битендә Имес туғайы йәйелгән. Туғайҙы Имес төбө тип тә йөрөтәләр. Атамаһы Имес араһы кешеләре менән бәйле. Ҡурғашлы аҡһаҡалдары аңлатыуынса, был ер аратауҙарҙыҡы булған. Уларҙы аҡтар ҡыҫырыҡлағас, күсеп китергә мәжбүр булғандар.

Байназар ауылы ололары аңлатыуынса, күл янындағы был туғайҙа Имес араһы кешеләре йәшәгән.

Ҡасандыр уларҙы көслөрәк ырыу кешеләре ҡыҫырыҡлай башлағас, улар ситкә китергә мәжбүр булған. Иместәрҙең бер нисә ғаиләһе Байназарҙа ҡалған.

Биреле Күл шишмәһе

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Ә Елдарҡа тауының иң аҫтында, Имес туғайының осонан ҡуйы урман, эре-эре таштар араһынан терегөмөштәй саф һыулы кескәй генә шишмә сылтырап ағып сыға ла ер өҫтөнән күп тә бармай, бер аҙҙан һыуын һаҙлыҡҡа ҡоя. Һаҙлыҡ бәләкәй генә күл һымаҡ. Ул Бирелекүл, тип атала, һыуы сығып, күлгә әүерелгәс-бирелгәс, шулай Бирелекүл тигәндәр.

Ағиҙел буйында, һыу ингән ерҙә, бейек аҡ ҡая бар. Аҡ ҡая тапҡырында һыу төбөндә лә ап-аҡ таштар йәйелеп ята, шуға ла был төбәкте Аҡташ тип йөрөтәләр. Аҡташ ҡаяһы ҡайтауаз биреп тора — бик мәғрур ҡая. Ҡысҡырһаң, тауышың шаңдаҡ булып кире үҙеңә ҡайта.


  • Тикшеренеү эше [3]

Ауылдың күренекле кешеләре

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Айытбаев Рәил Зәйнәғәли улы— РТП-ла йәбештереүсе булып эшләй башлай. «Һөнәр буйынса иң яҡшылар» дипломы эйәһе. БАССР Президиумы Юғары Советынан почет грамотаһына (1977), дүрт тапҡыр «Социалистик ярыш еңеүсеһе» билдәһенә, «Коммунистик хеҙмәт ударнигы» исеменә лайыҡ булған.

Ишбулатов Фәтих Лотфулла улы — 1980 йылда Бөрйән «Сельхозтехника»һына инженер-технолог булып эшкә ҡайта. 1981 йылда "Ҡыҙыл таң"колхозының баш инженеры итеп тәғәйенләнә. 1986 йылдан "Сельхозтехника"ның баш инженеры булып, һуңғараҡ директоры булып эшләй.

1989 йылдан яңы ойошторолған «Маяҡ» колхозына рәйес итеп һайланһа, 1991 йылдан «Стронег» АЙ-нең яңы төҙөлгән предприятиеһы — 9-сы механизацияланған күсмә колоннаһына директор итеп күсерелә.

1993 йылдан "Агроснаб"та, 1996 йылдан 2005 йылға тиклем "Агропромэнерго"ла директор булып эшләй. «Агропромэнерго» тарҡалғас, «Башҡортостан юлдаш телекоммуникациялары» асыҡ акционерҙар йәмғиәтендә элемтә системаларын ҡулланыуҙы хеҙмәтләндереү инженеры булып эшләй.

2006 йылда «Юлдаш Телеком» ААЙ етәкселеге тәҡдиме менән шәхси эшҡыуар булып регистрация үтә һәм хеҙмәт килешеүе буйынса районыбыҙҙа ошо ойошманың элемтә системаларын техник хеҙмәтләндереү һәм ремонтлау менән шөғөлләнә.

Әмиров Рәмил Зиннур улы — «Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған урмансыһы» (16.10.2012). 2009 йылдың октябренән 2015 йылдың майына тиклем Башҡортостан Республикаһының Бөрйән урман хужалығында урмансы (директор) булып эшләй.

МТС (РТП)-ың алдынғы хеҙмәтҡәрҙәре

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Алтыншин Абдулла — механизатор. Почет билдәһе ордены кавалеры

Исламғолв Рәис — Башҡортостандың атҡаҙанған механизаторы.

Иҫәнбаев Зәки — механизатор. Хеҙмәт Ҡыҙыл байраҡ ордены кавалеры.

Ҡарағолов Хәсән Һаҙый улы — Башҡорт АССР-ың атҡаҙанған механизаторы. Почет билдәһе ордены кавалеры.

Мәликов Мортаҙа — Башҡорт АССР-ың атҡаҙанған механизаторы. Хеҙмәт Ҡыҙыл байраҡ ордены кавалеры.

Мөфтәхетдинов Әшрәф — механизатор. Хеҙмәт Ҡыҙыл байраҡ ордены кавалеры.

Сатвалов Мөжәүир — Башҡорт АССР-ың атҡаҙанған механизаторы.

Хөбитдинов Солтан — МТМ мөдире." Хеҙмәт батырлығы" миҙалы кавлеры

Һуғыш, тыл һәм хеҙмәт ветерандары, һуғыш балалары

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

1.Муллағолова Ғилмихаят Нуретдин ҡыҙы — Һуғыш балаһы, тыл һәм хеҙмәт ветераны[4]

2.Алтынбаев Ғәйнетдин Ғибат улы (1933) — Һуғыш балаларына ҡарай. Хеҙмәт ветераны. Башта МТС-та, артабан Сельхозхимияла тракторсы булып эшләй. Почет билдәһе ордены, бик күп миҙалдар һәм почет грамоталары менән бүләкләнгән.

3.Шәмиғолов Муса Әхмәт улы (1927) — Бөйөк Ватан һуғышы һәм хеҙмәт ветераны. Районда тәүге комбайнерҙарҙың береһе. "Сельхозхимия"ла механик-мастер булып эшләй. «Почет билдәһе» ордены кавалеры.

Сиктән тыш хәлдәр һәм төрлө һуғыш хәрәкәттәрендә ҡатнашыусылар

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Сәғитов Рауил Әхмәтшәриф улы — 1986—1987 йылдарҙа Чернобыль фажиғәһе эҙемтәләрен бөтөрөүҙә ҡатнашҡан, Батырлыҡ ордены (08.02.2006 г.), «Чернобыль АЭС-ында һәләкәткә 30 йыл» миҙалы, «Чернобыль һәләкәтенә 30 йыл» билдәһе (31.03.2016) менән наградланған.

Мөфтәхитдинов Рафаил Шәрәфетдин улы — афған һуғышы ветераны. 1974 − 1975 йылда Хабаровскийҙа прапорщикка уҡый. 1975—1982 Ҡаҙағстанда хеҙмәт итә. 1982 − 1984 йылда Афған һуғышына эләгә.1984-1990 йылдар Венгрияла, 1990—1992 йылдар Украинала хеҙмәт итә. 1993 йылдан пенсияға сыға.

Ғәзин Венер Нәҙир улы — 1984—1986 йылдарҙа Афғанстанда интернациональ бурысын үтәй. «Мәрхәмәтле Афған халҡынан» һәм юбилей миҙалдары менән бүләкләнгән.

Ғәзин Хәбир Нәдир улы — афған һуғышы ветераны. 1987 йылда армияға саҡырыла. Батумиҙа хеҙмәт итә. Дүрт айҙан Афғанстанға ебәрелә. Ҡыҙыл Йондоҙ ордены кавалеры (№ 528043 13.02.1989)

.Айытбаев Рәил Рәжәп улы — Чечня ерҙәрендә интернациональ бурысын үтәүсе яугир. 2000 йылда хәрбә хеҙмәткә алына. Самарала әҙерлек үткәс, Чечняға ебәрелә. «Кавказдағы хәрби хеҙмәте өсөн», «Төньяҡ Кавказда хеҙмәте өсөн» миҙалдары менән бүләкләнгән.

Ғәзизов Илнур Марат улы — Чечняла интернациональ бурысын үтәй. «Кавказдағы хәрби хеҙмәте өсөн» миҙалы менән бүләкләнгән.

Шәмиғолов Азат Ғайса улы — 1995—1997 йылдарҙа Чечняла интернациональ бурысын үтәй. «Кавказдағы хәрби хеҙмәте өсөн» миҙалы менән наградланған.

Герой һәм күп балалы әсәләр

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

1.Шәрәфетдинова Шәүрә Хайбрахман ҡыҙы (3.03.1940) — ун бала әсәһе. Туғыҙы имен-һау, уҙ ғаиләләрен ҡороп, хатта олатай-өләсәй булып йәшәйҙәр. 29 ейән-ейәнсәрҙәр, 21 бүлә-бүләсәрҙәре бар.

2.Газина (Ғәйнуллина) Нурихаят Шәйхитдин ҡыҙы — ун бер бала әсәһе. Өс «Әсәлек» миҙалы, «Әсәлек даны» ордены, «Герой әсә» ордены, «Хеҙмәт ветераны» миҙалы кавалеры.

3.Сәғәҙиева (Исмәғилова) Наҡия Лутфулла ҡыҙы (24.06.1928) — туғыҙ бала әсәһе: һигеҙ ҡыҙ һәм бер малай тәрбиәләп үҫтергән.

  • Административно-территориальное устройство Республики Башкортостан: Справочник. — Уфа: ГУП РБ Издательство «Белая Река», 2007. — 416 с.— ISBN 978-5-87691-038-7(рус.)
  • Асфандияров А. З. История сел и деревень Башкортостана и сопредельных территорий. — Уфа: Китап, 2009. — 744 с. — ISBN 978-5-295-04683-4(рус.)