Location via proxy:   [ UP ]  
[Report a bug]   [Manage cookies]                
Эстәлеккә күсергә

Ҡыҙыл (Ҡыҙыл районы)

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Ҡыҙыл
Нигеҙләү датаһы июнь 1743
Рәсем
Дәүләт  Рәсәй
Административ үҙәге Кизильское сельское поселение[d][1] һәм Ҡыҙыл районы
Административ-территориаль берәмек Кизильское сельское поселение[d][1]
Сәғәт бүлкәте UTC+05:00[d]
Халыҡ һаны 3371 кеше (1959)[2],
4333 кеше (1970)[3],
5393 кеше (1979)[4],
6700 кеше (1989)[5],
6496 кеше (2002)[6],
6651 кеше (2010)[7],
5949 кеше (2021)[8]
Почта индексы 457610
Рәсми сайт kizil74.ru
Урындағы телефон коды 35155
Карта
 Ҡыҙыл Викимилектә

Ҡыҙыл — ауыл, Силәбе өлкәһе Ҡыҙыл районының административ үҙәге. Өлкәнең көньяғында, Силәбе ҡалаһынан көньяҡ-көнбайышта (автомобиль юлы буйлап — 348 км), Оло Ҡыҙыл йылғаһының Урал йылғаһына ҡушылған ерҙә, Сибай тимер юл станцияһынан 18 км алыҫлыҡта урынлашҡан.

Ауылға 1743 йылдың июнендә Ырымбур губернаһы губернаторы И. И. Неплюев тарафынан Троицк — Орск күҙәтеү һыҙығындағы хәрби ҡасаба булараҡ нигеҙ һалына. Исеме Оло Ҡыҙыл йылғаһынан (ҡаялары ҡыҙыл төҫтә булған) алынған.

Ҡыҙыл ҡәлғәһенең барлыҡҡа килеүе Ырымбур губернаһының ҙур биләмәһен үҙләштереү, Урта Азия халыҡтары менән көнсығыш сиктәрҙе һәм сауҙаны нығытыу буйынса Рәсәй империяһының сәйәсәте менән бәйле була. И. И. Неплюев, губернаның Орск һәм Верхнеурал араһын тикшереп, уңайлы урындарҙа ҡәлғә һәм редуттар төҙөргә бойора. Ҡәлғә урындағы оператив-тактик характеристикаларға, һыу сығанаҡтарына, болондарға һәм урмандарға яҡын булыу менән бәйле[9].

XIX быуат аҙағы-XX быуат башында Ҡыҙыл — ике мең самаһы кеше йәшәгән ҙур станица. Уның үҙәгендә Симеон һәм Анны-пәйғәмбәр исемен йөрөткән ташлы сиркәү урынлашҡан, уның тирәләй йылына бер нисә тапҡыр ҙур йәрминкәләр үткәрелгән. Бөтә тирә-яҡтағы ауылдар, Верхнеурал сауҙагәрҙәре, урта Азиянан карауандар килгән. Станицала — 356 ихата, 1919 кеше (1894) йәшәгән; төп шөғөл — балыҡсылыҡ һәм фаянс етештереүгә яраҡлы аҡ балсыҡ сығарыу[9].

XIX быуат уртаһынан хәрби әһәмиәтен юғалтып, казак станицаһына әйләнә[10].

Административ рәүештә Верхнеурал өйәҙе составына ҡарай.

Халыҡ иҫәбе
2002[11]2010[12]
64966651

Иҫтәлекле урындары

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]
  • 1921 йылда аҡ гвардиясыларынан станицаны һаҡлаған партизандар ҡәберлегендәге обелиск
  • Күк Шихан тәбиғәт геологик ҡомартҡыһы
  • Еңеү паркы[13]
  • Ҡыҙыл тарих-тирә-яҡты өйрәнеү музейы[14]
  • Ҡатын-ҡыҙҙар монастыры[15]
  1. 1,0 1,1 ОКТМО (урыҫ)
  2. Всесоюзная перепись населения 1959 года. Численность сельского населения РСФСР - жителей сельских населённых пунктов - районных центров по полу
  3. Всесоюзная перепись населения 1970 года. Численность сельского населения РСФСР - жителей сельских населенных пунктов - районных центров по полу (урыҫ)
  4. Всесоюзная перепись населения 1979 года. Численность сельского населения РСФСР - жителей сельских населённых пунктов - районных центров (урыҫ)
  5. Всесоюзная перепись населения 1989 года. Численность сельского населения РСФСР - жителей сельских населённых пунктов - районных центров по полу (урыҫ)
  6. Всероссийская перепись населения 2002 года. Численность населения субъектов Российской Федерации, районов, городских поселений, сельских населённых пунктов - райцентров и сельских населённых пунктов с населением 3 тысячи и более (урыҫ)
  7. Тома официальной публикации итогов Всероссийской переписи населения 2010 года по Челябинской области. Том 1. «Численность и размещение населения Челябинской области». Таблица 11 (урыҫ)
  8. Итоги Всероссийской переписи населения 2020 года (по состоянию на 1 октября 2021 года) (урыҫ)
  9. 9,0 9,1 Кизильский историко-краеведческий музей | Новости. muzeikizil.chel.muzkult.ru. Дата обращения: 26 декабрь 2020.(недоступная ссылка)
  10. Согласно принятому Положению об Оренбургском казачьем войске от 12.12.1840г.
  11. Всероссийская перепись населения 2002 года. Том. 1, таблица 4. Численность населения России, федеральных округов, субъектов Российской Федерации, районов, городских поселений, сельских населённых пунктов - райцентров и сельских населённых пунктов с населением 3 тысячи и более. Архивировано 3 февраль 2012 года.
  12. Тома официальной публикации итогов Всероссийской переписи населения 2010 года по Челябинской области. Том 1. «Численность и размещение населения Челябинской области». Таблица 11. Челябинскстат. Дата обращения: 13 февраль 2014. Архивировано 13 февраль 2014 года.
  13. Как в районе появились памятники Великой Победе | Кизильский Вестник (рус.) (29 апрель 2019). Дата обращения: 26 декабрь 2020.
  14. Кизильский историко-краеведческий музей | О музее. muzeikizil.chel.muzkult.ru. Дата обращения: 26 декабрь 2020.(недоступная ссылка)
  15. Женский монастырь святых праведных Симеона Богоприимца и пророчицы Анны - Кизильский женский монастырь (рус.). Женский монастырь святых праведных Симеона Богоприимца и пророчицы Анны. Дата обращения: 26 декабрь 2020.