Location via proxy:   [ UP ]  
[Report a bug]   [Manage cookies]                
Эстәлеккә күсергә

Һарай майҙаны (Штутгарт)

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Һарай майҙаны
Рәсем
Дәүләт  Германия
Административ-территориаль берәмек Штутгарт[d]
Карта
 Һарай майҙаны Викимилектә

Күренеше Яңы Һарайға асылған Һарай майҙаны

Һарай майҙаны (нем. Schlossplatz) — Штутгарт үҙәгендә 1746 һәм 1807 йылдар араһында төҙөлгән Яңы һарай урынлашҡан иң ҙур майҙан. Төҙөлгән осорҙан алып 1800 йылдар уртаһына тиклем ул хәрби плац сифатында файҙаланылған һәм дөйөм ҡулланыу өсөн асыҡ булмаған[1]. Ул Штутгарттың башҡа ике популяр: көньяҡта Карлсплатц һәм көньяҡ-көнбайышта Шиллерплатц майҙандары менән йәнәш урынлашҡан. Кенигштрассе (король урамы) майҙанды төньяҡтан көньяҡҡа яртышарға бүлгән.

Яңы һарай һәм уның тирә-яғында урынлашҡан территория 1918 йылдан [2].Дәүләт милке булып иҫәпләнә.

Икенсе донъя һуғышы барышында Һарай, союздаш армияларҙың бомбаға тотоуы арҡаһында, ныҡ зыян күргән булған, бина 1958 йылдан алып 1964 йылға, саҡлы тергеҙелгән, интерьеры яңыртып ҡоролған, һәм унда Баден-Вюртемберг[3] хөкүмәте составына ингән мәҙәниәт министрлығы һәм казначейство урынлашҡан.

1956 йыл. Ҡаты емерелгән Яңы һарай реставрация алдынан.

1960-сы йылдарға тиклем майҙанды яртыға бүлгән Кенигштрассе урамы буйлап автомобилдәр һәм йөк машиналары йөрөгән. Шул ваҡыттан алып штутгарт метроһында, майҙандан һәм Кенигштрассе урамынан хәрәкәтте бушатыу маҡсатында метрополитен станцияһы һәм тоннель төҙөлгән [4].

Һуңғы тапҡыр 1977 йылда, Штутгартта федераль баҡса шоуын ҡуйылышын билдәләгәндә, бөтә майҙан тулыһынса реконструкцияланған. 2006 йылда Донъя чемпионаттары финалын үткәргәндән һуң, газондар һәм түтәлдәр яңыртылған.

Йәмәғәт транспорты

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]
  • Һарай майҙаны B27 юлына туранан-тура тиерлек ята.
  • 42 һәм 44 автобус маршруттары, бөтә 17 төнгө автобус, Штутгарттың ер аҫты метроһының u5, U6, U7, U12 һәм U15 линиялары - барыһы ла Һарай майҙаны тапҡырында туҡтай.

Һәр йыл һайын майҙанда саф һауала, асыҡ һауалағы концерттар, асыҡ һырғалаҡты ла индереп, балалар һәм раштыуа йәрминкәләре кеүек, ҙур саралар үткәрелә. 2006 йылдағы Донъя кубогы финалы ваҡытында майҙанда даими рәүештә тере матчтарҙы 3 ҙур экрандан ҡараусы 40 меңдән ашыу тамашасы ҡатнашты.

күргәҙмә тәҡдим ителгән 2008 йылдың йәйендә Һарай майҙанында [./https://ru.wikipedia.org/wiki/United_Buddy_Bears United Buddy Bears] — 144 ике метрлы скульптуралар коллекцияһынан торған күргәҙмә эшләне, һәм уларҙың һәр береһен төрлө рәссамдар эшләгәйне, ул, мәҙәни аңлау, түҙемле мөнәсәбәттәр һәм үҙ-ара ышаныс символы булараҡ, донъя буйлап сәйәхәт ҡылды.

  1. "Schlossplatz Stuttgart (Palace Square)" (немецкий) // Stuttgart Marketing GmbH. — 2015.
  2. "Staatliche Schlösser und Gärten Baden-Württemberg" (немецкий) // neues-schloss-stuttgart.de.
  3. "Neues Schloss (New Castle)" (немецкий) // Stuttgart Marketing GmbH. — 2015.
  4. "Königstraße and Schlossplatz – Refurbishment and Modernisation - Behnisch Architekten" (немецкий) // Behnisch Architekten.