Әл-Мүлк сүрәһе
Уҡыу көйләүҙәре
Әл-Мулк сүрәһе | |
Синыфы | |
---|---|
Мәғәнәһе |
Хакимиәт |
Статистика | |
Сүрә номеры |
67 |
Аяттар һаны |
30 |
Джүз |
29 |
Руҡуғ |
2 |
Алдағы сүрә |
Әт-Тәхрим сүрәһе |
Киләһе сүрә |
Әл-Ҡәләм сүрәһе |
QuranAcademy.org |
Әл-Мулк сүрәһе (ғәр. سورة الملك, Хакимиәт ) — Ҡөрьән Кәримдең 67 сүрәһе. Мәккәлә иңгән сүрә, 30 аяттан тора.
Транскрипцияһы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Бисми-лләһи-ррәхмани-ррәхим!
- Тәбәракә-лләҙии бийәдиһил-мүлкү үә һүүә ғәләә күлли шәй'иң ҡадиир.
- Әлләҙии халәҡаль-мәүтә үәл-хәйәәтә лийәблүүәкүм әййүкүм әхсәнү ғәмәләү-үә һүүәл-ғәзизүл-ғафуур.
- Әлләҙии халәҡа сәбғә сәмәәүәәтиң тыибәҡам-мәә тәраа фии хальҡи-ррахмәәни миң тәфәәүтиң фәрджиғил-бәсара һәл тәраа миң футуур.
- Ҫүммәр-джиғил басара кәрратәйни йәңҡалиб иләйкәл-басару хааси'әү үә һүүә хәсиир.
- Үә ләҡад зәййәннәә-ссәмәә'ә-ддүнйәә бимәссаабиихә үә джәғәлнәәһәә руджүүмәл-лишшәйәтыииини үә әғтаднәә ләһүм ғәҙәбәәбә-ссәғиир.
- Үә лилләҙиинә кәфәруу бираббиһим ғәҙәәбү джәһәннәмә үә биьсәлмасыиир.
- Иҙәә үлҡуу фииһә сәмиғүү ләһәә шәһииҡау-үә һийә тәфуур.
- Тәкәәдү тәмәййәзү минәл-ғайҙын күлләмәә үлҡийә фииһәә фәджүң сә'әләһүм хазәнәтүһәә ә ләм йәьтикүм нәҙиир.
- Ҡаалүү бәләә ҡад джәә'әнәә нәҙиируң фәкәҙҙәбнәә үә ҡульнәә мәә нәззәлә-ллааһу миң шәй'иң ин әңтүм илләә фии даләәлиң кәбиир.
- Үә ҡаалүү ләү күннәә нәсмәғү әү нәғҡилү мәә күннәә фии асхәәби-ссәғиир.
- Фәғтәрафүү биҙәм-биһим фәсүхҡаль-ли'асхәәби-ссәғиир.
- Иннә-лләҙиинә йахшәүнә раббаһүм-бил-ғайби ләһүм мағфиратүү-үә әджрүң кәбиир. ,21
- Үә әсирруу ҡауләкүм әүидж-һәрруу биһи иннәһү ғалиимүм биҙәәти-ссудуур.
- Ә ләә йәғләмү мән хәлаҡа үә һүүә-ллатыиифүл-хәбиир.
- Һүүә-лләҙии джәғәлә ләкүмүл -арда ҙәлүүлән фәмшүү фии мәнәәкибиһәә үә күлүү мир-ризҡиһи үә иләйһи-ннүшуур.
- Ә әмиңтүм мәң фии-ссәмәә'и әй- йахсифә бикүмүл-арда фә'иҙәә һийә тәмуур.
- Әм әмиңтүм мәң фии-ссәмәә'и әй-йурсилә ғәләйкүм хаасыибәң фәсәтәғләмүүнә кәйфә нәҙиир.
- Үә ләҡад кәҙҙәбә-лләҙиинә миң ҡаблиһим фәкәйфә кәәнә нәкиир.
- Ә үә ләм йәрау иллә-ттайри фәүҡаһүм сааффатиү-үә йаҡбиднә мәә йүмсикүһүннә иллә-ррахмәәнү иннәһү бикүлли шәй'им-басыиир.
- Әммән һәәҙәә-лләҙии һүүә джүңдүл-ләкүм йәңсурукүм миң дүүни-ррахманәәни инил-кәәфируунә иллә фии ғуруур.
- Әммән һәәҙәә-лләҙии йарзүҡуҡүм ин әмсәкә ризҡаһү бәл ләджжүү фии ғүтүүүиү-үә нүфуур.
- Ә фәмәй-йәмшии мүкиббән ғәләә үәджһиһи әһдәә әммәй-йәмшии сәүиййән ғәләә сыираатыим мүстәҡиим.
- Ҡул һүүә-лләҙии әңшә'әкүм үә джәғәлә ләкүмү-ссәмғә үәл-әбсаара үәл-әф'идәтә ҡалииләм-мәә тәшкүруун.
- Ҡуль һүүә-лләҙии ҙәра'әкүм фил-ардыи үә иләйһи түхшәрууун.
- Үә йәҡуулүүнә мәтәә һәәҙәл-үәғдү иң күңтүм саадиҡиин.
- Ҡуль иннә-мәл-ғилмү ғиндә-ллаһи үә иннәмәә әнәә нәҙиирум-мүбиин.
- Фәләммәә ра'әүһү зүлфәтәң син'әт үджүүһү-лләҙиинә кәфәруу үә ҡиилә һәәҙәә-лләҙии күңтүм биһи тәддәғүүн.
- Ҡуль ә ра'әйтүм ин әһләкәнийә-ллаһу үә мәм-мәғийә әү рахимәнәә фәмәй йүджиируль-кәәфириинә мин ғәҙәәбин әлиим.
- Ҡуль һүүә-ррахмәәнү әәмәннәә биһи үә ғәләйһи тәүәккәлнәә фәсәтәғләмүүнә мән һүүә фии даләәлим-мүбиин.
- Ҡуль ә ра'әйтүм ин асбәхә мәә'үкүм ғаураң фәмәй йәьтиикүм бимәә'им- мәғиин [1]
Ғәрәпсәһе
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Мәғәнәһе
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Бисми-лләһи-ррәхмани-ррәхим!
- Барса Ғаләмгә Батшалыҡ Уның ҡулында булған Аллаһы тәғәлә бөйөк һәм олуғ.Ул Аллаһы тәғәлә бар нәмәгә көсө етеүсе
- Ул Аллаһы тәғәлә үлемде һәм тереклекте яралтты.Һеҙҙе һынау һәм ҡайһығыҙҙың ихласлығы үә тәҡүәлеге артығыраҡ икәнен фаш итеү өсөн. Ул Аллаһы тәғәлә - Үҙенең милкендә бар нәмәнән өҫтөн, ҡурҡыусыларҙың гонаһтарын ярлыҡаусы
- Ул Аллаһ ете күкте ҡат-ҡат итеп яралтты. Әй күреүсе, Аллаһының яралтҡан күктәрендә син һис бер кәмселек һәм ғәйепте күрмәҫһең. Яңынан күк тарафына ҡара, унда берәй кәмселек һәм ғәйепте күрерһеңме?
- Һуңынан йәнә бер мәртәбә ҡара, ни ҡәҙәр генә ҡараһаң да, һинең ҡарашың кәмселек һәм ғәйеп тапмайса арып, хәлһеҙләнеп кире үҙеңә ҡайтыр.
- Дөрөҫлөктә, беҙ ер йөҙөнән яҡтыраҡ булған күкте яҡтыртыусы сыралар кеүек йондоҙҙар менән зиннәтләнек, һәм ул йондоҙҙарҙы күккә менеп, фәрештәләр һүҙен тыңларға теләгән шайтандарҙы һөрөүсе яһаныҡ. Ул шайтандар өсөн беҙ Ахирәттә ҡыҙҙырылған ут ғазабы әҙерләнек.
- Раббыларына иман килтермәгән әҙәмдәргә һәм ендәргә тамуҡ ғазабы булыр. Ниндәй яуыз урын ул тамуҡ!
- Тамуҡҡа һалынғанда ул кафырҙар тамуҡтан ишәк тауышы кеүек ҡурҡыныс ауаздар ишетерҙәр. Дөрөҫлөктә ул тамуҡ ҡайнап тороуы сәбәпле уларҙы ҡаҙанда ҡайнаған ит кеүек, бер өҫкә сығарыр, бер төпкә төшөрөр.
- Кафырҙарға асыуланыуҙан тамуҡ ваҡ-ваҡ булып онталырлыҡ булыр. Бер төркөм мөшриктәрҙе тамуҡҡа һалғанда тамуҡ һаҡсылары булған фәрештәләр уларҙан:"Донъяла саҡта һеҙгә пәйғәмбәр килмәнеме ни һәм һеҙҙе хаҡ дингә өндәмәнеме ни?" - тип һорарҙар.
- Фәрештәләрҙең һүҙҙәренә яуапта мөшриктәр әйттеләр: "Юҡ, беҙгә ҡурҡытыусы пәйғәмбәр килде һәм беҙҙе ғазаптан ҡурҡытты. Ләкин беҙ уның һүҙҙәренә ышанманыҡ һәм уға, һеҙ әйткән һүҙҙәр береһе лә Аллаһынан иңмәгән. Һеҙ үҙегеҙҙе рәсүлдәр тиһегеҙ, тик һеҙ аҙашҡан кешеләр генә, тинек".
- Мөшриәктәр тамуҡта әйттеләр:"Әгәр донъяла ваҡытта беҙ пәйғәмбәрҙәрҙең һүҙҙәрен тыңлаған йә фекерләп аңлаған булһаҡ, был көндә тамуҡ әһелдәре булмаҫ инек
- Ул ваҡытта мөшриктәр ҡылған гонаһтарын иҡрар ҡылдылар. Ләкин ул көндә иҡрар ҡылыу һис файҙа бирмәҫ. Тамуҡ әһелдәре Аллаһының рәхмәтенән йыраҡ булырҙар.
- Раббыларының ғазабынан йәшерен ҡурҡҡандарға Аллыһының ярлыҡауы һәм олуғ әжер-сауаптар, йәннәт булыр.
- Әй мөшриктәр! Мөхәммәт ғәләйһисссәлләм тураһында әйткән һүҙҙәрегеҙҙе һеҙ йәшерен һөйләшһәгеҙ ҙә, асыҡ рәүештә ҡысҡырып һөйләшһәгеҙ ҙә, Аллаһы тәғәлә ҡаршыһында бары бер тигеҙ, дөрөҫлөктә, Аллаһы тәғәлә - күңелдәрегеҙҙә булған нәмәләрҙе белеүсе.
- Күңелдәрегеҙҙе яралтҡан Зат әллә күңелдәрегеҙҙә булған нәмәләрҙе белмәҫме? Әлбиттә, белер. Ул Аллаһы тәғәлә - барса йәшерен һәм асыҡ яҡтарын белеүсе.
- Ул Аллаһы тәғәлә - һеҙҙең өсөн йомшаҡ һәм йөрөү өсөн уңайлы итеп ерҙе яралтҡан Зат. Һеҙ шул ер өҫтөндә йөрөйһөгөҙ һәм һеҙ Аллаһы тәғәләнең ризыҡтарын ашайһығыҙ. Һеҙ Аллаһы тәғәлә хозурына ҡайтырһығыҙ.
- Әй, кафырҙар! Әгәр күктә булған Зат фарманы менән ер һелкенһә һәм һеҙҙе йотһа, йә һеҙ бынан имен булдығыҙмы?
- Ғәреше күктәрҙә булған Аллаһы тәғәлә һеҙгә Лут ҡәүеменә ебәргән кеүек, ваҡ таштарҙы ебәрһә, йә һеҙ бынан имен булдығыҙмы? Минең ҡурҡытыуым нисек икәнен һеҙ тиҙ белерһегеҙ.
- Был мөшриктәрҙән элек булғандар ҙа, дөрөҫлөктә Аллаһының рәсүлдәрен ялғанға тоттолар. Аларға минең ғазабым нисек ҡаты булды?!
- Йә ҡарамаҫтармы улар баш остарында саф-саф булып, ҡанаттарын йәйеп һәм йыйып осҡан ҡоштарға? Уларҙы йығылыуҙан һауа һаҡлап тотмаҫ, бары Аллаһы тәғәлә һаҡлап тотор. Дөрөҫлөктә, Аллаһы тәғәлә - барса нәмәләрҙе күреүсе.
- Йә, Аллаһы тәғәләнән башҡа кем һеҙгә бер ғәскәр һәм ярҙам ирештерер?Ярҙам һәм мәҙәт бары Аллаһының хикмәте менән генә булыр. Кафырҙар шайтандың алдауында, ул уларҙы "ғазап килмәй" тип алдай.
- Әгәр Аллаһ һеҙҙән ризыҡты тыйып торһа, һеҙгә кем ризыҡ бирер? Әммә кафырҙар үҙ һүҙлелек һәм нәфрәт менән тоғро юлдан тайпылдылар.
- Башын түбән һалындырып, алдын да, уңын да, һулын да күрмәй йөрөгән кеше тоғро юлдан тайпылыусыраҡмы, әллә башын күтәреп, әйлә-тирәһен күреп йөрөгән кешеме?
- Әй Мөхәммәт ғәләйһиссәлләм, әйт һин мөшриктәргә: "Ул Аллаһы тәғәлә - камил ҡөҙрәте менән һеҙҙе яралтҡан, һеҙгә ишетеүсе ҡолаҡ, күреүсе күҙ һәм йөрәк биргән Зат. Һеҙ шул һүҙҙәрҙе ишетһен, ҡөҙрәт дәлилдәрен күрһен һәм шуларҙы фекерләһен өсөн. Ләкин был ниғмәттәргә шөкөр итеүселәр әҙ".
- Әй Мөхәммәт ғәләйһиссәлләм, әйт һин уларға:"Ул Аллаһы тәғәлә һеҙҙе ер йөҙөнә Уға итәғәт итер һәм ғибәҙәт ҡылыр өсөн таратты, һәр беребеҙгә берәй урын бирҙе, һеҙ Уның хозурына хисап һәм яза өсөн ҡайтырһығыҙ".
- Мөшриктәр мөьминдәрҙән: "Әгәр һеҙ дөрөҫөн һөйләһәгеҙ, әйтегеҙ! Һеҙ вәғәҙә иткән Ҡиәмәт көнө ҡасан етер?" тип һорарҙар.
- Әй Мөхәммәт ғәләйһиссәлләм, әйт һин уларға яуабыңда:"Ҡиәмәттең ҡасан етеүен Аллаһы тәғәлә генә белә, Унан башҡа һис кем был хаҡта белмәй. Мин бары Ҡиәмәттең буласағы хаҡында киҫәтергә генә килдем, уның ҡасан етәһен белмәйем", - тип әйт.
- Мөшриәтәр вәғәҙә ителгән Ҡиәмәтте күргәс, һәм ул ғазап уларға яҡынлашҡас, ҡайғы-хәсрәттән уларҙың йөҙҙәре яуызланыр. Тамуҡ һаҡсылары уларға! "Был һеҙ донъяла саҡта ашыҡтырған ғазап!" - тип әйтерҙәр.
- Әй Мөхәммәт ғәләйһиссәлләм, әйт һин мөшриктәргә: "Хәбәр бирегеҙ миңә, әгәр Аллаһ мине һәм минең менән булған мөьминдәрҙе һәләк итһә, йә иһә беҙгә рәхмәт ҡылып, әжәлебеҙҙе кисектерһә, һеҙҙеү үҙегеҙҙе рәнйеткес ғазаптан кем һаҡлар?" Йәғни, беҙҙең үлемебеҙ йә тере ҡалыуыбыҙ һеҙгә бер файҙа ла бирмәҫ һәм һеҙҙе ғазаптан ҡотҡармаҫ.
- Әй Мөхәммәт ғәләйһиссәлләм, әйт: "Беҙ иман килтергән, ә һеҙ ышанмаған Зат - ул рәхмәте олуғ булған Аллаһы төғөлә.Беҙ Уға иман килтерҙек һәм Уға ғына тәүәккәл ҡылдыҡ. Беҙҙең ҡайһыбыҙ яңылышыуҙа булғанын ғазап ирешкәс, үҙегеҙ белерһегеҙ".
- Әйт һин: "Хәбәр бирегеҙ миңә! Әгәр һыуҙар ер аҫтына китһә һәм һеҙ ҡоҙоҡ-шишмәләрҙән һыу ала алмаһағыҙ, ағып тора торған һыуҙы һеҙгә кем бирер?". Әлбиттә, Аллаһы тәғәләнән башҡа бер кем дә бирә алмаҫ[2]
Һылтанмалар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Портал «Ислам» | |
Ҡөрьән Викиөҙөмтәлә | |
Ҡөрьән Викикитапханала | |
Әл-Мүлк сүрәһе Викимилектә |
Әҙәбиәт
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Тәсһилүл-бәйән фи тәфсирил-Курьән. Ҡөрьән тәфсиренең еңеләйтелгән аңлатмаһы. - Ҡазан, 2004 йыл. -299-304 биттәр
- Ҡөрьән Кәрим. Сәғүд Ғәрәбстанында нәшер ителгән Ҡөрьәндең фотокүсермәһе, ғәрәп тексының хәҙергә башҡорт яҙмаһы менән бирелгән транскрипцияһы.- Стәрлетамаҡ, ГУП СГТ, 2007. - 562-564 биттәр.
Иҫкәрмәләр
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- ↑ Ҡөрьән Кәрим. Сәғүд Ғәрәбстанында нәшер ителгән Ҡөрьәндең фотокүсермәһе, ғәрәп тексының хәҙергә башҡорт яҙмаһы менән бирелгән транскрипцияһы.- Стәрлетамаҡ, ГУП СГТ, 2007. - 562-564 биттәр.
- ↑ Тәсһилүл-бәйән фи тәфсирил-Курьән. Ҡөрьән тәфсиренең еңеләйтелгән аңлатмаһы. - Ҡазан, 2004 йыл. -299-304 биттәр.