Location via proxy:   [ UP ]  
[Report a bug]   [Manage cookies]                
Эстәлеккә күсергә

Аҙан

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Ҡаһирә ҡалаһында аҙан

Аҙан(ғәр. أَذَان‎‎ – иғлан итеү, саҡырыу) мосолмандар өсөн фарыз һаналған биш ваҡыт намаҙҙың һәр ҡайһыһының башланыу ваҡытын белдереү. Аҙанды мөәзин (ғәр. مؤذن‎) – аҙан әйтеүсе әйтә. Ҡатын-ҡыҙҙар аҙан әйтмәй. Аҙан ҡысҡырып, һуҙып әйтелә.

Аҙан

Аллааһһү әкбәр - 4 тапҡыр

Әшһәдү әл-ләә иләәһә иллаллааааһ - 2 тапҡыр

Әшһәдү әннә Мүхәммәдәр - рәсүлүл лаааһ - 2 тапҡыр

Хәййә ғәләс саләәәһ - 2 тапҡыр

Хәййә ғәләл - фәләәәх - 2 тапҡыр

Аллааһу әкбәр - 2 тапҡыр

Ләә иләәһә илләллаааһ - 1 тапҡыр

Иртәнге намаҙға саҡырғанда, Хәййә ғәләл фәләәәх тигәндән һуң, Әс саләәтү хәйрум минән нәүм тип 2 тапҡыр әйтеп өҫтәргә кәрәк.

Аҙанды ишеткәс, әйтелгән һүҙҙәр

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Аҙанды ишеткән кеше, Хәййә ғәләс саләһ тигәнгә тиклем, аҙан һүҙҙәрен үҙ алдына йәки эстән генә мөәзин артынан ҡабатлап барырға тейеш. Хәййә ғәләл - фәләх тигәс, Ләә хәүлә үә ләә ҡуүәәтә илләәәһ, - тип әйтер кәрәк.

Аллаһүммә раббә һәәҙиһид - дәғүәтит - тәәммәти үәс -саләәтил - ҡаааимәһ. Әәти Мүхәммәдәнил - үәсииләтә үәл - фадыыләтә үәд -дәражәтәл - ғәәлийәтәр - раафиғаһ. Үәбғәҫһү мәҡаамән - мәхмүүдәнил - ләҙии үәғәттәһ. Үәрзүҡүнәә шәфәәғәтәһү йәүмәл - ҡыйәәмәһ. Иннәкә ләә түхлифүл мииғәдд.