Location via proxy:   [ UP ]  
[Report a bug]   [Manage cookies]                
Эстәлеккә күсергә

Балалар баҡсаһы

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Балалар баҡсаһы
Рәсем
Предназначено для preschool student[d]
 Балалар баҡсаһы Викимилектә

Балалар баҡсаһы — мәктәпкәсә йәштәге балаларҙы йәмәғәт тәрбиәләү учреждениеһы. Учреждение төрө булараҡ балалар баҡсалары күпселек илдә бар һәм халыҡ мәғарифы системаһында (ата-әсәләрҙән алған белемде һанамағанда) беренсе звено булып тора.

Балалар баҡсалары системаһы уларҙың ата-әсәләренең мәшғүллеген киң һәм дөйөм рәүештә хәл итеүгә йүнәлтелә (шуның өсөн балалар баҡсаларында эш ваҡыты күпселек һөнәрҙәрҙең эш графигы менән тура килә: аҙнаһына биш көн иртәнге 7-нән киске 7-гә тиклем). Баҡсалары системаһында шулай уҡ балаларҙы мәктәпкә әҙерләү ҙә тормошҡа ашырыла — улар минималь кимәлдә уҡырға, яҙырға һәм иҫәпләргә өйрәнә.

Нагоя (Япония) балалар баҡсаһында ата-әсәләр көнө, 2009 йыл.

Шулай уҡ балалар баҡсаһында балаларға тәртип мәҙәниәте нигеҙҙәре һалына. Мәктәпкә әҙерләүҙән тыш бында уларға шәфҡәтлелеккә һәм изгелеккә өйрәтәләр, әхлаҡи һәм мәҙәни ҡиммәттәр тураһында һөйләйҙәр.

Мәктәпкәсә тәрбиә концепцияһы формалашыуы

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Педагогия учреждениеһы төрө булараҡ беренсе балалар баҡсаһы XIX быуат башында Нью-Ланаркала (Шотландия) социалист-утопист Роберт Оуэн «бәләкәй балалар өсөн мәктәп» ойоштора[1][2].

«Балалар баҡсаһы» (нем. Kindergarten) атамаһы Германиянан килә, уны 1837 йылда педагог Фридрих Вильгельм Август Фребль уйлап сығара. Ул Бад-Бланкенбург ҡалаһында кесе йәштәге балалар өсөн уйын һәм уҡыу учрежденеһы ойоштора. Был учреждение ни бары ике йыл самаһы йәшәп ҡала. «Балалар баҡсаһы» атамаһын ул, балалар — оҫта һәм ентекле тәрбиә талап иткән тормош сәскәһе һәм уларҙы баҡсасылар үҫтерегә теейш, тигән фекерҙән сығып бирә.

Фрёбель балалар баҡсаһында күберәген әсәләр мәктәбен күрә. Италия физиологы һәм табип Мария Монтессори ғаилә тәбриәһенең дауамы итеп, балаларҙы тормошҡа өйрәтеү маҡсатында балалар баҡсаһына алмашҡа үҙенең «Балалар йортон» тәҡдим итә:үҙ аллы кейенергә, йыуынырға, өҫтәл әҙерләргә, бер ни тиклем ашарға бешерергә, һауыт-һаба йыуырға, бүлмә йыйыштырырға һәм уйынсыҡтарын йыйып ҡуйырға өйрәтә,шулай уҡ башланғыс уҡыу һәм яҙыу һабаҡтарын биреп, мәктәпкә әҙерләй. Монтессори парта һәм эскәмйәләрҙе еңел балалар мебеле менән алмаштыра, балалар уларҙы үҙҙәре күтәреп йөрөй ала. Улар ашағандан һуң үҙҙәре өҫтәлде йыйыштыра, йыуына, бәҙрәҫкә йөрөй. Монтессори системаһы балалар баҡсаһында баҡса мөйөшө һәм балалар өсөн ауыл хужалығы ҡоралдары булырға тейеш тип күҙаллай. Уның концепцияһы буйынса, үҙҙәренең Балалар йортонда балалар хужа һәм эшсе булып тора[3]. Шул уҡ ваҡытта ул баланың шәхсән хис-тойғоһон үҫтереүгә баҫым яһай, баланың коллективтағы аралашыуы һәм белем биреү маҡсаты икенсе планға сыға. Шуға күрә Рәсәй педагогы Сергей Иосифович Гессен Монтессориҙы механиклыҡта, хыял менән уйнауҙы, балаларҙа булған ижади башланғысты һанға һуҡмауҙа тәнҡитләй, ә Фрёбель баланың шәхесен үҫтереүгә йүнәлеш ала, уның күңеленә бер бөтөн итеп ҡарай[3].

  1. Школа для маленьких детей Р. Оуэна. Copyright © 2010-2016 Евгений Шмулевский, права на материалы принадлежат авторам. Дата обращения: 12 сентябрь 2016.
  2. Дошкольная педагогика, 1978
  3. 3,0 3,1 Гессен, Сергей Иосифович. Критика метода Монтессори. Из книги "Основы педагогики". Психологос. www.psychologos.ru. Дата обращения: 12 ноябрь 2019.