Location via proxy:   [ UP ]  
[Report a bug]   [Manage cookies]                
Эстәлеккә күсергә

Википедия:Мәҡәләләрҙең биҙәлеше

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте


Википедия мәҡәләләренең тышҡы күренешендә стилистик бер төрлөлөк принцибын күҙәтеү, шулай уҡ уларҙы мөхәррирләү уңайлы булһын өсөн мәҡәләләрҙең биҙәлешенә ҡағылышлы түбәндәге ҡағиҙәләрҙе үтәгеҙ.

Ләкин бай мәғлүмәтле, тарафһыҙ, теүәл, аныҡ эстәлек матур биҙәлешкә ҡарағанда күпкә мөһимерәк булыуын онотмағыҙ. Йүнһеҙ эстәлекле мәҡәлә ни тиклем матур биҙәлһә лә, биҙәлмәгән йүнһеҙ мәҡәләнән өҫтөн була алмай. Ә инде мәҡәлә юғары сифталы эстәлеге менән бергә тел тейгеһеҙ итеп биҙәлгән дә булһа, авторҙың уны эшләүгә һалған өлөшө күренеп торһа, был уны юғары кимәлгә күтәрә, нәҡ шундай мәҡәләләр һайланғандар категорияһына эләгә.

Мәҡәләнең структураһы

[сығанаҡты үҙгәртеү]

Википедиялағы һәр мәҡәләне билдәле тәртиптә урынлашҡан бер нисә үҙаллы блокҡа бүлеп була[1]. Уларҙың һәр береһе һәр мәҡәләлә булмаҫҡа ла мөмкин.

1. Стандарт ҡалыплы билдәләр — I
Мәҡәләнең иң башында, тәүге юлдарҙа, мәҡәләне юйҙырыуға, исемен үҙгәртеүгә, берләштереүгә, бүлеүгә, яҡшыртыуға тәҡдим иткән, нейтраллекте боҙоу ихтималлығы, мәҡәлә өҫтөндә эштең әле дауам итеүе ({{мөхәррирләйем}}) тураһында иҫкәрткән стандарт ҡалып билдәләре урын алырға мөмкин. Артабан мәҡәлә объектының карточкаһы урынлаша.
2. Мәҡәләнең төп өлөшө
Был ҡулланманың ҙур өлөшө мәҡәләнең төп өлөшөн биҙәүгә бағышланған (аҫтараҡ ҡарағыҙ).
3. «Шулай уҡ ҡарағыҙ» (өҫтәмә эске һылтанмалар исемлеге)
Был бүлеккә мәҡәлә темаһы менән бәйле Википедия мәҡәләләре исемлеге ҡуйыла. Был бүлектең булыуы мотлаҡ түгел.
Текст эсендә айырым факттарға һәм раҫламаларға ҡағылған башҡа викимәҡәләләргә һылтанма ҡуйып китергә мөмкин.
Ә мәҡәләнең дөйөм тематикаһына бәйле мәҡәләләргә һылтанмалар текстың эсендә навигация ҡалыбы ярҙамында бирелергә мөмкин.
4. «Иҫкәрмәләр»
Төп текста төшөрмәләр булһа, улар «Иҫкәрмәләр» бүлегендә сағылырға тейеш.
Төшөрмәләрҙә комментарийҙар менән ремаркалар ҙа, тышҡы сығанаҡтарға һылтанмалар ҙа булырға мөмкин. Төшөрмәләр мәҡәлә тексының сығанаҡтар менән бәйләнешен күрһәтә.
Бүлек эсендә иҫкәрмәләрҙе төркөмләү мөмкинлеге лә бар (мәҫәлән, сығанаҡтарға һылтанмалар һәм мөхәррир иҫкәрмәләре айырып бирелә ала. Бындай бүленештең кәрәклеген ҡатнашыусыларҙың фекер алышыуында асыҡларға була.
5. «Әҙәбиәт» (ҡулланылған һәм тәҡдим ителгән әҙәбиәткә һылтанмалар)
Бик күп һәм бик төрлө сығанаҡтар ҡулланылһа, төп ҡағыҙ баҫмаларҙы һәм публикацияларҙы «Әҙәбиәт» бүлегенә индерергә кәрәк; был бүлеккә ингән сығанаҡтарға һылтанмалар «Иҫкәрмәләр» бүлегенә ҡыҫҡартылған форматта индерелә ала. «Әҙәбиәт» бүлегенә мәҡәлә темаһы буйынса тәҡдим ителгән әҙәбиәт тә индерелә.
Шуныһы: интернетҡа һалынған ҡағыҙ баҫмалар «Әҙәбиәт» бүлегендә бирелә, «Һылтанмалар» бүлегендә түгел. Исемлекте айырым аҫбүлектәргә бүлеү мәҡәләнең темаһына һәм бүлектең тулылығына бәйле һәм был хаҡта ҡарар мәҡәлә мөхәррирҙәре һәм әүҙем ҡатнашыусылар тарафынан фекер алышып ҡабул ителә. Бүлек маркерланған исемлек итеп тултырыла.
6. «Һылтанмалар» (өҫтәмә тышҡы һылтанмалар исемлеге)
Кәрәк табылһа, мәҡәлә ахырындағы «Һылтанмалар» бүлегендә башҡа электрон һәм баҫма мәғлүмәт ресурстарына һылтанмалар бирелә.

Иҫкәрмә. Ярҙамсы бүлектәрҙең үрҙә килтерелгән тәртибе («Шулай уҡ ҡарағыҙ» — «Иҫкәрмәләр» — «Әҙәбиәт» — «Һылтанмалар») мотлаҡ талап түгел, тәҡдим генә; ҡатнашыусылар башҡа тәртипте тәҡдим итә ала.

7. Стандарт ҡалып билдәләре — II
Мәҡәләнең мотлаҡ булырға тейешле мәғлүмәтле өлөшөнән һәм һылтанмаларҙан һуң икенсе, мотлаҡ булмаған, стандарт ҡалып билдәле килә. Унда ғәҙәттә түбәндәгеләр урынлаша:
  • мәҡәләнең әле тамамланмағаны тураһында белдергән ҡалып {{әҙерләмә}} һәм уның аналогтары;
  • мәҡәләгә эшкәртеү талап ителеүе тураһында белдергән {{rq}} ҡалыбы йә уның аналогтары;
  • горизонталь навигация ҡалыптары.
8. Категориялар
Мәҡәлә категорияларға индерелә. Мәҡәлә индерелгән категориялар текстың иң аҫтына ҡуйыла. Әгәр категориялар бер нисәү булһа, һәр береһе айырым тәҙрәлә урынлаша. Категория һылтанмаларының урынлашыу тәртибе уларға ҡараған бөтә мәҡәләләр өсөн бер төрлө була.

Мәҡәләнең төп тексы

[сығанаҡты үҙгәртеү]

Мәҡәләнең төп тексы абзац сигенеүе ҡуймайынса башлана. Һүҙҙәр араһында берәр буш ара ҡалдырыла. Тексты абзацтарға бүлеү бер буш юл йыйыу ярҙамында эшләнә ( Enter баҫмағына ике тапҡыр баҫып). Бер тапҡыр баҫып киләһе юлға күсеү яңы абзац яһатмай, әммә тексты тәртипкә килтереү һәм мөхәррирләгәндә уңайлы булһын өсөн ҡулланыла ала.

Wiki механизмы юлдарҙың автоматик вёрсткаланыуын тәьмин итә, биттәге текст ҡулланыусының шәхси көйләнмәләренә ярашлы (алдан бирелгән буйынса — һул яҡ ситкә) тигеҙләнеп бара; шуның өсөн мәҡәләнең төп тексын разметкалау өсөн HTML теле ҡоралдарын (шрифт һәм төҫ менән бүлеүҙәр һ.б.) ҡулланыуҙың кәрәге юҡ.

Википедияла һүҙҙе күсереү механизмы эшләнмәгән, шунлыҡтан текста һүҙҙе юлдан юлға күсереү тамғалары ҡулланырға ярамай (тар аралыҡтарҙан башҡа — мәҫәлән, бәләкәй таблицаларҙың ояларын тултырғанда йомшаҡ күсереү символын ҡулланырға ярай; тик уның күренә торған эквиваленттарын — HTML-мнемониканы ­ йә {{shy}} ҡалыбын).

Бүлектәргә бүлеү

[сығанаҡты үҙгәртеү]

Әгәр мәҡәләнең күләме 30005000 символдан артып китһә, уны бүлектәргә бүлергә кәрәк: преамбуланы айырып, унда мәҡәлә предметына билдәләмә һәм мәҡәлә эстәлегенең ҡыҫҡа версияһын бирәләр, ә ҡалған тексты блоктарға бүләләр. Бүлектәргә бүлеүҙең маҡсаты — мәҡәләнең логик структураһын күрһәтеп торған баштар системаһын хасил итеү.

Википедияла алты кимәлгә тиклем бүленгән баштар ҡулланырға була, ләкин был тиклем ентекле бүленеш һирәк осрай, һәм хатта бик ҙур мәҡәләләрҙә лә күп тигәндә дүрт кимәлдәге аҫбаштар ҡулланыла.

Баштарҙы йыйыу ҡағиҙәһе ҡатмарлы түгел:

  • һәр баш йә аҫбаш айырым юлды алып тора:
    • аҙағына нөктә ҡуйылмай;
    • унда ҡалыптар ҡулланылмай;
    • юғары кимәл баштарға вики-һылтанмалар ҡуйылмай, түбәнерәк кимәлдәгеләренә лә вики-һылтанма ҡуймаҫҡа тырышығыҙ;
    • баштарға төшөрмәләр ҙә ҡуйылмай — төшөрмәләр текста булырға тейеш, ә башта түгел;
  • баш алдында бер юл буш ҡала;
  • бүлектең тексы баш аҫтындағы юлдан башлана:
...мәҡәлә тексы.

== Яңы баш == 
Мәҡәлә тексы дауам итә...

Тексты бүлектәргә бүлгәндә уңайлылыҡ һәм нигеҙлелек принцибына таянырға кәрәк. Баштарҙың йөкмәткеһен, бер-береһенә бәйләнешен һәм текст менән ярашыуын алдан уйлағанда, бигерәк һәйбәт. Төрлө кимәл баштарҙың бер-береһенә логик буйһоноуын күҙәтергә кәрәк. Мәҡәләлә бер төрлө әһәмиәткә эйә баштар һәм аҫбаштар төрлө кимәлгә урынлаштырылмаһын. Әгәр аҫбүлектә бер генә эске баш булһа, тимәк, был бүленеш дөрөҫ түгел: йә текстың бер өлөшөнә баш ҡуйылмаған, йә эске баш асылда айырым аҫбүлектең башы булып тора.

Бүлектәрҙең баштарында вики-һылтанмалар ҡулланылмай, улар урынына {{төп мәҡәлә}} һәм {{шулай уҡ ҡарағыҙ}} ҡалыптарын ҡулланығыҙ.

Типографика

[сығанаҡты үҙгәртеү]

Тексты типография стилендә биҙәргә кәрәк.

  • Тире ҡуйыу өсөн тире (—) билдәһен ҡулланығыҙ, ә дефис (-), ике дефис (--), ҡыҫҡа тире (-), минус тамғаһы (−) һәм башҡа оҡшаш символдарҙы түгел.
  • Дефис (-) һәр ваҡыт һүҙ эсендә генә ҡулланыла (ата-әсә, асыҡтан-асыҡ, ҡаты-ҡото).
  • Һан интервалдарында — мәҫәлән, даталарҙа — тире (—) буш ара ҡалдырмайынса ҡулланыла: 19411945.
  • «Машинкала баҫҡандағы тырнаҡтар» урынына «шыршы» ҡулланығыҙ (тырнаҡ эсендә тырнаҡ булған осраҡта «тәпәй» ҡулланыла).
  • Баҫым ҡуйырға кәрәк булһа, тиҙ ҡуйыу панелендәге символдар бүлегенән баҫым билдәһен (́) ҡулланығыҙ, ә ҡалын шрифт, апостро’ф йә ҙур хәрЕф тҮгел. Ҡағиҙә булараҡ, ё хәрефе өндө лә, баҫымды ла белдерә, шуға уның өҫтөнә баҫым ҡуйылмай.
  • Апостроф итеп яңғыҙ уң тырнаҡты ҡулланығыҙ (), ә машина баҫмаһындағы апостро́фты түгел (').
  • Күп нөктәне () өс нөктә менән алмаштырмағыҙ (...).
  • Айырылмаған буш аралар Википедия мәҡәләһендә тексты уҡыу уңайлы булһын өсөн ҡулланыла. Вики-тексты мөхәррирләү тәҙрәһендә айырылмаған буш аралар ғәҙәттәгеләрҙән айырылып тормай. Ҡағиҙә булараҡ, улар Викификатор тарафынан кәрәк урындарға автоматик ҡуйыла.

Викификатор тигән программаны ҡулланһағыҙ, типографиканы ҡулдан ҡуйып ултырыу кәрәкмәҫ. Был программа һеҙҙең браузерҙа бар һәм вики-тексты мөхәррирләү тәҙрәһе өҫтөндә «Викификатор» һылтанмаһы аша саҡырыла. Ләкин был ҡорал ҡайһы берҙә дөрөҫ эшләмәй йә бөтөнләй эшләмәй, шуға битте яҙҙырыр алдынан уның нисек эшләүен тикшерегеҙ.

Мөхәррирләү тәҙрәһе аҫтында йыш ҡулланыла торған махсус символдар ҙа урынлаштырылған: уларҙы тиҙ ҡуйыу өсөн текста кәрәк урынға курсорҙы төртөгөҙ ҙә кәрәк символға баҫығыҙ.

Башҡа махсус символдар: номер , параграф §, градус °, промилле , плюс-минус ±, ҡабатлау×, нөктә менән ҡабатлау ·, тигеҙ түгел , яҡынса тигеҙ , кәмерәк йә артығыраҡ , артығыраҡ йә тигеҙ , эквивалентлы , һулға уҡ , уңға уҡ , өҫкә уҡ , аҫҡа уҡ , һулға-уңға уҡ , сикһеҙлек, күп нөктә.

Сит телдәрҙәге һүҙҙәрҙе сығанаҡтағы дөрөҫ яҙылышта бирегеҙ, кәрәк булһа, башҡортса транскрипцияһын бирергә мөмкин.

Тыныш билдәләре

[сығанаҡты үҙгәртеү]

Мәҡәләләрҙең тексында тыныш билдәләре ҡуйғанда тәү сиратта башҡорт теленең ҡағиҙәләренә ярашлы эш итергә кәрәк.

Өтөр (,), нөктәле өтөр (;), ике нөктә (:), нөктә (.), өндәү билдәһе (!), һорау билдәһе (?) һәм күп нөктә (…) менән уларҙың алдындағы һүҙ араһында буш ара ҡалдырылмай. Миҫал:

Кемдән генә ҡалмай, һай, был донъя!? Яҡшы, яманды ла ер ала. (З. А. Биишева).

Традицион ҡыҫҡартмаларҙы, исем менән атай исеме баш хәрефтәренән торған инициалдарҙы яҙғанда буш ара ҡалдырырға кәрәк: һ. б. (һәм башҡалар), б. э. т. (беҙҙең эраға тиклем).

Дөрөҫ түгел: һ.б., Ғ.Ғ.Ҡыуатов
Дөрөҫ: һ. б.., Ғ. Ғ. Ҡыуатов

Ҡыҫҡартманың бөтөнлөгөн һаҡлау, юлдан юлға күсеүен булдырмау өсөн юлды өҙҙөрмәй торған өҙөлмәүсән буш ара йә {{nobr}} (шул уҡ {{s}}) ҡалыбы ҡулланыла. Өҙөлмәүсән буш ара, мәҫәлән, ошо осраҡта кәрәк: {{nobr|М. С. Кәримов}}). Күп осраҡта уны ҡулдан ҡуйыу ҙа кәрәкмәй, сөнки Викификаторға баҫыу етә.

Текста түңәрәк йәйәләр ҡулланыла: «(йәйәгә алынған текст)». Әгәр түңәрәк йәйә эсенә тағы бер йәйә кәрәк булһа, квадрат йәйә ҡулланыла: «(йәйә [эсендәге] текст)». Квадрат йәйә эсендә — фигуралы йәйә {{{Nbsp}}}, ә фигуралыһы эсендә мөйөшлө йәйә < > ҡулланыла ала. Тексты йыйған саҡта асылыусы (һул) йәйә «(» унан һуң килгән билдәнән йә хәрефтән буш ара менән айырылмай, ә алдынан ғәҙәттә буш ара ҡалдырыла. Йәйәнең ябылған (уң) яғы «)» текст тамамланғас та буш араһыҙ йыйыла, ә артынан буш ара ҡалдырыла. Әгәр уң йәйә артынан өтөр, нөктә, нөктәле өтөр, ике нөктә, өндәү һәм һорау билдәләре ҡуйылһа, йәйә менән тыныш билдәһе араһында буш ара ҡалдырылмай. Был ҡағиҙәләр квадрат [ ], фигуралы {{{Nbsp}}}, мөйөшлө < > йәйәләргә лә ҡағыла.

Мәҫәлән:

Текст эсендә йәйәләр ҡулланырға мөмкин (йәйә эсендәге тексты [йәйәгә алынған тағы бер текст булһа] уҡығанда төшөрөп ҡалдырһаң да, мәғәнәгә зыян килмәй), тик ҡағиҙәләрҙе теүәл үтәргә кәрәк.

Шуға иғтибар итегеҙ: ҡайһы берҙә квадрат һәм мөйөшлө йәйәләр, тыныш билдәһе булараҡ, вики-разметка менән һыйыша алмай. Ул сағында [квадрат], <мөйөш> йәйәләр урынына HTML-дағы мнемоника тамғаларын — &#91;, &#93;, &lt; и &gt; йә {{йәйә}} ҡалыбын ҡулланығыҙ.

Йәйәләр кеүек үк, ишле тыныш билдәләренә ингән тырнаҡтар («») үҙ эсендәге тексҡа буш араһыҙ терәп йыйыла. Башҡорт Википедияһында мәҡәләнең төп тексында ике төрлө һүрәтләнештәге тырнаҡтар ғына рөхсәт ителә: мөйөшлө (типографик), йәки «шыршы» тырнаҡтар һәм «тәпәй» тырнаҡтар — «тәпәй»ҙәр тәүгеләренең эсенә индерелеү осрағында ғына ҡулланыла. Мәҫәлән: "Ҡапҡа башына"Рәхим итегеҙ!« тип яҙылған». Википедия мәҡәләләрендә «икеһе лә өҫтә» йә "тура" һүрәтләнешле тырнаҡтар ҡулланылмай.

Әгәр текст фрагментын бер юлы тырнаҡҡа һәм эске һылтанмаға алырға кәрәк булһа, тынаҡтар һылтанманың тышынан ҡуйыла («[[Википедия|Википедия]]»ла). Тырнаҡ эсендәге текст фрагментын курсив менән айырырға кәрәк булһа, тырнаҡтар курсив эсендә ҡала (''«[[Википедия|Википедия]]»ла'').

Тырнаҡтарҙы автоматик төҙәтеү өсөн Викификатор ҡулланығыҙ

Тексты йыйған саҡта тире ике яҡтан да буш ара менән айырыла, әммә тире юл башына күсеп китмәһен өсөн һул яҡтан өҙөлмәүсән буш ара ҡуйыу яҡшыраҡ (уның ҡуйыу тураһында өҫтә һөйләнек).

Миҫалдар:

Тырҡыш — матур бәшмәк, тик ашауға яраҡһыҙ.
Әсә күңеле — балала, бала күңеле — далала.

Аралыҡ сиктәрен, шулай уҡ һүҙҙәр араһындағы ҡатмарлы эпонимдарҙы биреү өсөн ҡулланғанда тире алдындағы һәм артындағы символдарҙан буш ара менән айырыла[2]:

Өфө — Мәскәү поезы
Баҡы — Тбилиси — Джейхан нефть үткәргесе
Менделеев — Клапейрон тигеҙләмәһе
Больцано — Вейерштрасс теоремаһы
Молотов — Риббентроп пакты
Иценко — Кушинг ауырыуы

Ләкин тире дәүмәлдәр араһындағы интервалды йә диапазонды белдерһә, уны ике яҡлап буш ара менән айырыу кәрәкмәй:

ваҡиғалар X—XII быуаттарҙа барған
ул 1940—2020 йылдарҙа йәшәгән

Был ҡағиҙә һан менән бирелгән интервалдарға ҡағыла. Ә интервалдың бер генә өлөшө булһа ла һүҙ менән йә ҡыҫҡартылған формала бирелһә, тирены ике яҡтан да буш ара менән айырырға кәрәк:

сентябрь — октябрҙә уҡыу ул тиклем көсөргәнешле түгел ине әле
2010 — әлеге көнгәсә
2000 — хәҙерге заман

Исем һүҙ һанлы ҡушылма менән бирелһә, уларҙың араһына дефис ҡуйыла[3]:

Олимпиада-80
«Восток-2» (йыһан карабы)
«Спрут-4» (телесериал)

Әммә шундай уҡ осраҡта айырым һүҙ түгел, һүҙбәйләнеш булһа, буш аралар менән айырылған тире ҡуйыла[4]:

Олимпия уйындары — 1980
«Осрашыу урынын үҙгәртергә ярамай — 2» фильмы (сағ. фильм «Спрут-5»)

Башҡа тамғалар

[сығанаҡты үҙгәртеү]

Минус тамғаһы

*математик формулаларҙа,

*кире һандарҙа һәм физик дәүмәлдәрҙә

ҡулланыла, беренсе осраҡта буш ара менән, икенсеһендә буш араһыҙ:

2 − 5 = −3
−3 − 8 = −11

Иғтибар: математик формулаларҙы TeX системаһы тамғаларын ҡулланып йыйғанда <math> һәм </math> тегтары эсенә алынған текста минус (−) тамғаһы урынына дефис (-) билдәһен ҡулланырға кәрәк: формуланы яһағанда TeX минусты үҙе ҡуясаҡ.

Процент, промилле, номер һәм параграф тамғалары

[сығанаҡты үҙгәртеү]

Процент (%), промилле (‰), номер (№) һәм параграф (§) тамғалары улар ҡараған һандар менән генә ҡулланыла һәм уларҙан өҙөлмәүсән буш ара менән айырыла. Ҡуш параграф тамғаһы бер-береһенән айырылмай. Номер тамғаһы бер нисә номер алдында торғанда ҡуш итеп ҡуйылмай:

һауаның сағыштырмаса дымлылығы 87 %
Ҙур Тоҙло күлдә һыуҙың тоҙлолоғо 250 ‰ самаһы
кандидат өсөн тауыш биреүселәр һаны 99,9 % тәшкил итте
№ 5; § 11
№ 4—8
§§ 6—9 йә § 6—9

Әммә процент тамғаһына ялғау өҫтәгәндә ул һанға терәтеп, буш араһыҙ яҙыла, ә ялғау дефис аша өҫтәлә:

20%-лы ҡаймаҡ, 10%-лы иретмә, ләкин
ҡаймаҡтың майлылығы 20 % тәшкил итә, иретмә концентрация 10 % һ. б.

Мәғәнә буйынса айырыу

[сығанаҡты үҙгәртеү]

Текста һүҙҙәрҙе мәғәнә буйынса айырырға кәрәк булғанда шрифтың ярымҡалын һәм курсив яҙылышын ҡулланырға кәрәк.

Ярымҡалын шрифт һирәк осрай, сөнки ул текстан үтә ныҡ айырылып тора, нигеҙҙә курсив ҡулланыла.

Һүҙҙәрҙе мәғәнә буйынса айырыу тураһында түбәндә бер нисә тәҡдим һәм кәңәш бирелә.

Ярымҡалын шрифт

[сығанаҡты үҙгәртеү]

Ярымҡалын шрифт менән мәҡәләнең төп предметының атамаһы һәм уға тиң синонимдар бирелә, ғәҙәттә ул мәҡәләнең башы менән бер төрлө була. Төп баш составлы булһа, унда башҡа мәҡәләләргә һылтанма ҡыҫтырыу килешмәй, һылтанманы шул уҡ атама текст эсендә осрағанда ҡуйырға кәрәк, әммә ҡабатлап ярымҡалын шрифт менән айырыу кәрәкмәй:

Крова́ть — предмет мебели, предназначенный для…
Фолькло́р (народное творчество) — это…

Курсив йәйә эсендә, шул иҫәптән мәҡәләнең башланған ерендә бирелгән, сит телдәрҙән үҙләштерелгән төшөнсәләрҙең һәм терминдарҙың, шәхес исемдәренең оригиналь яҙылышында, шулай уҡ кириллица йә латиница менән төҙөлгән транскрипцияларҙа йәки транслитерацияларҙа ҡулланыла.

Га́мбург (нем. Hamburg) — город-государство и одна из 16 земель ФРГ…
Но́рберт Ви́нер (ингл. Norbert Wiener) — американский учёный, выдающийся математик и философ…
На родине псевдодокументального фильма — в США — был введён термин «мокьюме́нтари» (ингл. mockumentary, от to mock — подделывать, издеваться и documentary — документальный)…

Мәҡәләләрҙең төп тексында йәйә эсенә алынмаған, латиницала яҙылған сит телдәге түбәндәге атамалар ҙа курсив менән бирелә:

  • эре аудиовизуаль, әҙәби һәм сәхнә әҫәрҙәре исемдәре;
  • радио һәм телевизион программалар исемдәре;
  • китап һәм ваҡытлы баҫмаларҙың исемдәре;
  • компьютер уйындары исемдәре.

Үрҙә һаналған сит телдәге атамаларҙың курсив менән яҙылышы текстың бөтә ерендә лә ҡулланыла, йәғни улар мәҡәләнең башында ла, таблицаларҙа һәм башҡа элементтарҙа ла курсивтан була. Был талап махсус ҡалыптарға ғына ҡағылмай (мәҫәлән, {{cite web}}).

Башҡа оригиналь атамалар — шул иҫәптә корпоративтарҙың исемдәре, брендтар һәм сауҙа маркалары, коллективтарҙың, ойошмаларҙың, сараларҙың, наградаларҙың, онлайн-ресурстарҙың, эфир селтәрҙәренең һ. б. исем-атамалары, шулай уҡ аббревиатуралар һәм махсус терминдар — тура шрифт менән яҙыла.

Башҡорт телендә атама йә исем тырнаҡ эсенә алып яҙыла торған булһа, оригиналда тырнаҡ мотлаҡ түгел, курсив яҙылыш етә.

Оригиналь төшөнсәнең яҙылышында ҡайһы бер шарттарҙы иҫәпкә алырға кәрәк. Мәҫәлән, башҡорт Википедияһында The Guardian гәзите тураһында мәҡәлә булмаһа, йәйә эсендә түбәндәгесә уның оригиналь атамаһын бирергә кәрәк булыр ине:

«Гардиан» (ингл. The Guardian) гәзите яҙғанынса…

Ә ул гәзит тураһында мәҡәлә булғас, яҙылышы мәҡәләлә бар, һәм атамала уға һылтанма ҡуйыу етә:

«Гардиан» гәзите яҙғанынса…

Мәҡәләлә оригиналь исем бер тапҡыр бирелһә етә, ҡат-ҡат ҡабатлап тороуҙың кәрәге юҡ.

Мәҡәләнең башын курсив менән айырыу өсөн мәҡәлә башланған ергә {{башты курсив менән}}ҡалыбын ҡуйырға кәрәк.

Баштың бер өлөшөн курсивҡа әйләндерергә DISPLAYTITLE тигән «тылсымлы һүҙ» ярҙам итер.

Ҡайһы берҙә курсив цитаталар биҙәлешендә ҡулланыла.

Ярымҡалын курсив

[сығанаҡты үҙгәртеү]

Ярымҡалын курсив менән мәҡәләнең төп предметы булмаһа ла, унан яһалған һәм текста билдәләмәһе булған терминдар бирелә:

Блог — веб-сайт; эстәлеге яҙмалар, һүрәттәр йәки мультимедиа менән даими тулыландырыла бара. <…> Бло́гер тип блогҡа яҙған кешеләр атала. Интернеттағы бөтә блогтар йыйылмаһы блогосфе́ра тип атала.

Бында блогтар тураһындағы мәҡәләлә тағы ике терминға — «блогер» һәм «блогосфера»ға билдәләмә бирелә. Шуға был һүҙҙәрҙе ярымҡалын курсив менән айырырға, шулай уҡ уларҙан үҙаллы биттәр ҙә төҙөп, һәр береһенән «Блог» битенә йүнәлтеү ҙә ҡуйырға кәрәк.

Тыныш билдәләрен айырыу

[сығанаҡты үҙгәртеү]

Айырылған текст эргәһендәге тыныш билдәләрен улар айырылған тексҡа ҡараһа ғына айырыу эсенә алалар.

Түбәндәге миҫалда эске тырнаҡтар тик айырылған тексҡа ғына ҡарай, шуға уның менән ҡуша шулай уҡ айырыла, ә тышҡы тырнаҡтар тотош тексҡа ҡарай, шуға айырылмай:

Белешмәлә шулай тип яҙылған: «Айырыуса мөһим һылтанмаларҙы ҡуйыу бүлеге — „Шулай уҡ ҡарағыҙ“».

Һүҙҙәр араһындағы өтөр һәм һөйләм аҙағындағы нөктә айырылған өлөштәр эсенә индерелмәй.

Нөктә һәм йәйә айырылған тексҡа ҡарай.

Текст күләме

[сығанаҡты үҙгәртеү]

Тексҡа ваҡ һәм эре шрифлы текстарҙы ҡулдан баҫып ҡуйыу менән мауығырға ярамай. Уларҙы автоматик саралар менән эшләйҙәр, мәҫәлән, баштар, ҡалыптар ярҙамында. Ваҡ хәрефтәр таблица тултырғанда кәрәк булырға мөмкин.

Әгәр ваҡ йә эре шрифт кәрәк булһа, уның ҙурлығы проценттарҙа бирелергә тейеш (мәҫәлән, 90%), ә абсолют берәмектәрҙә (12.6px) түгел. Шрифт вағайтыуҙы карточка, навигация ҡалыптары һәм иҫкәрмәләр секцияһы кеүек былай ҙа ваҡ шрифт менән йыйылған блоктарҙа ҡулланырға тәҡдим ителмәй.

Вағайтылған шрифт үлсәме биттәге шрифт үлсәменә ҡарата 85%-тан да кәм була алмай (Vector темаһында 11,9 пкс йә Monobook темаһында 10,8 пкс).

Мәҡәләгә һанлы мәғлүмәттәр ҡуйғанда түбәндәге ҡағиҙәләргә иғтибар итергә кәрәк.

Күп урынлы һандар, айырыуса бөтөн өлөшө дүрттән күберәк цифрҙан торһа, йыйған саҡта күп осраҡта уң яҡтан өсәр һанлы кластарға бүленә. Төркөмдәр араһында өҙөлмәүсән буш ара ҡалдырыла. Был маҡсатта нөктә йә өтөр ҡулланырға ярамай. Һандарҙы форматлау буйынса ваҡ эште эшләгәндә {{һан}} (шул уҡ {{num}}; ябай осраҡтарҙа) һәм {{val}} (һандарҙы экспоненциаль яҙыу, аныҡлыҡты биреү һ. б. өсөн) йәки парсер функцияһын {{formatnum:}} ҡулланырға мөмкин.

Миҫалдар:

  • 54; 354; 4444;
  • 66 231; 2 154 700;
  • 10 000 000 000 000.

Дөрөҫ түгел: 3896558; 87,788,457; 1.000.000.000; 4'572'468; 4 444.

Һандың бөтөн һәм кәсерле өлөштәрен айырыусы сифатында өтөр ҡулланылһа, өтөрҙөң алдынан да, артынан да буш ара ҡалдырылмай: 13,87. Бер нисә унарлы кәсерҙе рәттән яҙырға тура килһә, улар араһында айырыусы сифатында нөктәле өтөр ҡулланыла:

5,8; 0,022; 23,45.

Унарлы кәсерҙәрҙең кәсер өлөшөндә дүрттән күберәк һан булһа, ул өҙөлмәүсән буш ара менән һулдан өсәр урынлы төркөмдәргә бүленә ала:

87 745,784 548 72; 0,000 000 000 015 478.

Формулаларҙағы һандар

[сығанаҡты үҙгәртеү]

Формулаларҙа (<math>...</math> тегтары эсендә) һандар яҙғанда түбәндәгеләр ҡулланыла:

  • кәсерле өлөштө айырған өтөр тирәләй фигуралы йәйәләр: {,} (шулай эшләмәһәң, унан һуң кәрәкһеҙ буш ара барлыҡҡа килә);
  • нескә буш ара: \, меңдәр төркөмөн айырыусы өсөн.
  • \cdot экспоненциаль яҙыу өсөн (ҡарағыҙ: ВП:Формулалар), ошо символға тура килә: ⋅ (U+22C5 dot operator, &sdot;), ул {{e}} һәм {{val}} ҡалыптарында ҡулланыла.

Мәҫәлән,

→ <math> \pi = 3{,}1416 </math>
<math> → <math> 10^6 = 1\,000\,000 </math>
4'572'468 → <math> 1{,}2 \cdot 10^6 </math>

Һандарҙы хәрефтәр һәм цифрҙар менән яҙыу

[сығанаҡты үҙгәртеү]

Цифрҙар йә хәрефтәр менән яҙыу араһында һайлағанда цифрлы форманың уҡығанда күҙгә бәрелеп тороуын һәм еңел ҡабул ителеүен иҫәпкә алырға кәрәк.

Цифр менән яҙыу осраҡтары:

  • һан күп урынлы булып тора;
  • бер нисә һан ҡулланыла.

Мәҫәлән:

Бик күп мебель килтерҙеләр: 10 парта, 50 артлы ултырғыс, 20 артһыҙ ултырғыс һәм хатта 3 кәнәфи.
  • үлсәү берәмектәре эргәһендә цифрҙар яҙыла. Мәҫәлән:
оҙонлоғо18 м;
хаҡы 7 һумға тиклем; 7 һ.;
концентрацияһы кәм тигәндә 5 %.

Һандар хәреф менән яҙыла:

  • һөйләм рәт һанынан башланһа;
  • һан төп килештән башҡа килештә һәм үлсәм берәмекһеҙ торһа. Мәҫәлән:
Ҡыярҙарҙың 2 генә алды түгел, Ҡыярҙарҙың икеһен генә алды.
  • бер нисә цифрҙың рәттән тороуы уны уҡыуҙы ауырлаштырырға мөмкин. Мәҫәлән:
20 ҡатлы 4 бина урынына: 20 ҡатлы дүрт бина;
400-әр метрлы 20 киҫәк тимерсым килтерҙеләр урынына 20 киҫәк дүрт йөҙәр метрлы тимерсым килтерҙеләр йәки егерме киҫәк 400‑әр метрлы тимерсым килтерҙеләр.

Һандарҙың цифрлы һәм хәрефле яҙылышын бергә ҡулланыу

[сығанаҡты үҙгәртеү]

Эре дәүмәлдәрҙе биргәндә (миллиондар, миллиардтар, триллиондар) һандар млн, млрд ҡыҫҡартмалары йә тулы һүҙҙәр менән яҙыла:

100 млн, 16 млрд, 22 мең, 5 миллиард һ. б.

млн, млрд, трлн ҡыҫҡартмалары нөктәһеҙ яҙыла.

Ғәрәп цифрҙары менән яҙылған тәртип һандарына дефис аша тәртип һанының ялғауы һәм килеш, күплек ялғауҙары ҡушыла.

Мәҫәлән:

5-се; 5-селә; 10-сылар.

Ике тәртип һаны, бер-береһенән өтөр йә теркәүес менән айырылып, йәнәш килһә, уларҙың икеһенә лә ялғау ҡушыла:

1-се, 2-се рәттәр;
8-се һәм 9-сы кластар;
20-се һәм 30-сы йылдар.

Әгәр бындай һандар икенән күберәк булһа, ялғауҙар һуңғыһына ғына ҡушыла. Мәҫәлән:

5, 7, 9-сы класс уҡыусылары;
8, 11, 15, 18-се секторҙар;
40, 60, 70-се йылдар;
7, 8 йәки 9-сы класҡа.

Әгәр ике һан тире менән айырылһа, икеһенә лә бер төрлө ялғау һоралған осраҡта ялғау икенсеһенә генә өҫтәлә, икеһенә ике төрлө ялғау кәрәк булһа, һәр береһенә үҙенеке ҡушыла. Мәҫәлән:

XX быуаттың 50—60-сы йылдары;
20—30-сы йылдарҙа;
70-се йылдар аҙағы — 80-се йылдар башында.

Даталар ялғауһыҙ яҙыла; йыл һәм ай атамаһы төшөп ҡалһа йә числоның алдынан торһа, һанға ялғау ҡушыла. Мәҫәлән:

2005 йылда; 1954 йылдың 4 декабре;
1943-төң авгусы; сентябрҙең 5-тәрендә.

Дөрөҫ түгел:

1991-се йылда; 1953-се йылдың 5-се марты.

Диапазондар

[сығанаҡты үҙгәртеү]

Интервал мәғәнәһе тире (—) менән бирелә, айырым осраҡтарҙа күп нөктә (…) ҡулланыла.

Ике сикте белдергән һандар араһына, ике яҡтан буш ара ҡалдырып, тире ҡуйыла. Мәҫәлән:

Ете — ун метр киңлегендәге йырын;
Июль — август айҙарында беҙ ялда булдыҡ.

Әммә интервал түгел, яҡынсалыҡ мәғәнәһе тураһында һүҙ барғанда, һандар араһына дефис (-) ҡуйыла. Мәҫәлән:

бер-ике тамсы ағыу;
егерме-утыҙ метр үткәс;
ул март-апрелдәрҙә ҡайтыр.

Әгәр интервал йәки яҡынсалыҡ мәғәнәһе цифр менән яҙылһа, араларына уларҙан буш ара менән айырылмаған тире ҡуйыла. Мәҫәлән:

7—10 метр аралы йырын;
1904—1905 йылдарҙағы Рус-япон һуғышы;
ҡатнашыусылар һаны 20—30 % самаһы;
5—7 тапҡырға күберәк;
1—2 драже эсергә;
3—4 сәғәткә һуңлаған.

Әгәр мәғәнәләр диапазоны исемләп бирелһә, исеме һуңғы һандың артынан йыйыла:

5—10 %;
15—20 млн тонна;
200—300 млн доллар;
20 000—25 000 °C

Әгәр бер яғы кире һан менән бирелгән интервалды яҙырға кәрәк булһа, тире урынына күп нөктә ҡуйыла. Мәҫәлән:

һауа температураһы Цельсий буйынса −10… −12 градус;
эшләү температураһы −50…+70 °C.

Әгәр кире һан интервалдың уң сигендә торһа, уның минус тамғаһы күп нөктәнән өҙөлмәүсән буш ара ({{nbsp}}) менән айырыла.

Һандарҙы рим цифрҙары менән яҙыу

[сығанаҡты үҙгәртеү]

Рим цифрҙарын яҙғанда латин алфавитындағы тәүге ете хәреф ҡулланыла:

I V X L C D M

Яҙылышы менән уларға оҡшаш булған башҡа символдарҙы ҡулланыу тыйыла

Һәр ваҡыт рим цифрҙары менән яҙылалар:

  • быуаттар (XIX быуат);
  • королдәр, батшалар һәм башҡа хакимдар исемендәге һандар, Рим папаларының һаны (Пётр I, Карл IX);
  • йыл кварталдары (II квартал);
  • съездар, конгрестар, халыҡ-ара берләшмәләр һаны;
  • Олимпия уйындары һаны (XXII Олимпийские игры).

Унарлы булмаған һан системаларында цифрҙар

[сығанаҡты үҙгәртеү]

Унарлы булмаған иҫәпләү системаларындағы цифрҙар яҙылышы ҡәҙимге һандарға ҡағылған ҡағиҙәләргә буйһона, ләкин аҫҡы индексты айырыу өсөн унарлы иҫәпләү системаһының нигеҙен ҡулланалар.

Мәҫәлән:

GH736; FF16; 510
−152 785 754,259

Икешәрле иҫәпләү системаһы үҙенә башҡа айырылып тора, ул аҫҡы индекс талап итмәй. Төп сикләү — тик натураль һандар (0-де лә индереп) ҡулланыу. Уҡыу уңайлы булһын өсөн биттарҙың эҙмә-эҙлелеген октеттарға бүлеп яҙыу (8 разрядлы байттар) тәҡдим ителә.

Мәҫәлән: 10101 10110110 11100111 01101101 йәки 10101101 01010101 10011,
нимә һәм нисек кодланыуына бәйле.

Иғтибар: әгәр натураль һан булмаһа һәм икешәрле иҫәпләү системаһында һанды яҙыу контексы менән хисаплау техникаһына бәйле булмаһа, түбәнге индекслы стандарт вариантты ҡулланыу ҡулайыраҡ.

Иҫәпләү системаларындағы һандар 10-дан ҙурыраҡ нигеҙле булһа, был нигеҙҙәр өсөн дөйөм ҡабул ителгән символдар ярҙамында яҙыла. Мәҫәлән, 10-дан 35-кә тиклемге һандар ғәҙәттәгесә ҙур латин хәрефтәре менән бирелә A—Z (ун алтышарлы системала 10—15 өсөн A—F).

Дата һәм ваҡыт

[сығанаҡты үҙгәртеү]

Мәҡәлә яҙғанда ваҡиғаларҙы ваҡыт шкалаһына бәйләүҙе хәстәрләргә кәрәк. Ваҡиғаның теүәл ваҡыты ғәмәлдәге календарь буйынса бирелә. Ваҡиға тураһында яҙғанда уның ваҡытын әлеге мәлдән сығып күрһәтеү ярамай, мәҫәлән, «үткән быуатта», «былтыр», «ярты йыл элек», «киләһе йыл» кеүек һүҙҙәр һәм һүҙбәйләнештәрҙе ҡулланыу тыйыла. Мәҡәләне бик күп йылдар үткәс уҡыуҙары ихтималлығын онотмағыҙ. Ләкин датаһы аныҡ күрһәтелгән ваҡиға тураһында яҙғанда «бер йыл элек», «ике айҙан» һ. б. тип яҙырға мөмкин.

Мең йыллыҡ, эра, быуат, ун йыллыҡ, йыл

[сығанаҡты үҙгәртеү]

Мең йыллыҡтар

[сығанаҡты үҙгәртеү]

Мең йыллыҡтар номеры ғәрәп цифрҙары менән, ялғау өҫтәп яҙыла. Мәҫәлән:

Б. э. т. 3-сө мең йыллыҡ

Йыл иҫәбе башланған ваҡытҡа ҡараған ваҡиғаның датаһын яҙғанда уның эраһы күрһәтелергә тейеш. Датанан һуң «б. э. т.» (беҙҙең эраға тиклем) тигән ҡыҫҡартма ҡуйыла. Беҙҙең эра башланғас булған ваҡиғаларҙың датаһында эра «б. э.» тип күрһәтелә.

Беҙҙең эраға тиклем башланған һәм беҙҙең эрала тамамланған ваҡиға датаһын яҙғанда һәр датаға тейешле эра яҙыла, мәҫәлән:

б . э. т. V б. — б. э. III б.;

Быуаттар һәр ваҡыт рим цифрҙары менән яҙыла. Мәҫәлән:

XIX быуаттың беренсе яртыһы;
б. э. т. VI быуатта;
XVII б. — XVIII б. башы әҙәбиәте;
XX быуат аҙағы — XXI быуат башы архитектураһы;
XIX—XX бб. ваҡиғалары.

Тиҫтә йыллыҡтар

[сығанаҡты үҙгәртеү]

Тиҫтә йыллыҡтар һандар һәм интервалдар яҙылышының дөйөм ҡағиҙәләренә буйһона. Мәҫәлән:

1920-се йылдар;
1890—1910-сы йылдарҙа.

Тиҫтә йыллыҡтар ҡыҫҡартып яҙылһа, уларҙың нисәнсе быуатҡа ингәне беленеп торорға тейеш. Мәҫәлән:

XIX быуаттың 50-се йылдары; XX быуаттың 30—40-сы йылдары.

Әммә был вариант ярамай:

үткән быуаттың 30—40-сы йылдары.

Йылдарҙа күрһәтелгән ваҡыт интервалы

[сығанаҡты үҙгәртеү]

Йыл аралыҡтарын яҙыу ысулдарына миҫалдар:

1941—1945 йылдарҙа,
әммә 1941 йылдан алып 1945 йылға тиклем;
1917-сенән 1950-се йылдарға тиклем йәки 1917 йылдан 1950-се йылдарға тиклем,
әммә 1917 йылдан 1950 йылға тиклем.

Дөрөҫ түгел:

1941—45 йылдар, 1917—50-се йылдар.

Календарға ҡарамаған йыл

[сығанаҡты үҙгәртеү]

Бер календарь йылда башланып икенсеһендә тамамланған аралыҡты белдергәндә улар ҡыя һыҙыҡ аша яҙыла:

1996/97 уҡыу йылы;
2011/12 йылғы театр миҙгеле;
1984/85 отчет йылы.

Иҫке һәм яңы стиль

[сығанаҡты үҙгәртеү]

Григориан календары (яңы стиль) 1582 йылдың 15 октябренән башлана. Ошо датаға тиклем булған ваҡиғалар өсөн юлиан календары ҡулланыла, ул григориан календары индерелгәнгә тиклемге үткән замандың сикһеҙ һуҙымына ғәмәлдә.

Яңы стилдә йыл һанау төрлө илдә төрлө осорҙа индерелә, шуға 1582 йылдың 15 октябренән алып ваҡиғаларҙың датаһын григориан календары буйынса ғына түгел, ул ил календарында ғәмәлдә булған календарҙа ла күрһәтеү ҡабул ителгән. Ләкин һылтанмалар тик яңы стиль даталарынан ғына яһала.

Иҫке стилдән яңы стилгә күсереү өсөн юлиан календарындағы датаға түбәндәге таблицала күрһәтелгәнсә тәүлек һанын ҡушырға кәрәк:

Период (юлиан календары буйынса беренсе йылдың 01 мартынан һуңғы йылдың 29 февраленә тиклем) Төҙәтеү, тәүлек
1582—1700 +10
1700—1800 +11
1800—1900 +12
1900—2100 +13

Өҫтәмә:

Иҫке стиль буйынса Яңы стиль буйынса
1700 йылдың 29 феврале 1700 йылдың 11 марты
1800 йылдың 29 феврале 1800 йылдың 12 марты
1900 йылдың 29 феврале 1900 йылдың 13 марты

Мәҫәлән:

Куликов һуғышы 1380 йылдың 8 сентябрендә башлана…
Кенәз Тоян 1603 йылдың (донъя яратылғандан 7111) йәйендә Мәскәүгә юллана…
Декабристар ихтилалы 1825 йылдың 14 (26) декабрендә була…
Василий Иванович Абаев 1899 йылдың 22 декабрендә (1900 йылдың 3 ғинуарында) тыуа…
Бөйөк Ватан һуғышы 1941 йылдың 22 июнендә башлана…

Даталарҙы иҫке һәм яңы стиль буйынса яҙыу өсөн тәҡдим ителгән ҡалып: {{OldStyleDate}} ({{СС}}), ул юлды автоматик рәүештә форматлай һәм яңы стиль буйынса дата менән йылды яһай. Ләкин дөрөҫ айырмалы итеп һанау үҙегеҙҙең яуаплылыҡта ҡала. {{OldStyleDate3}} ({{СС3}}) ҡалыбын ҡулланғанда яңы стилдәге йыл менән датаға һылтанма яһала, ә бирелмәне ҡалыпҡа иҫке стиль буйынса индерергә кәрәк, яңыһын ул үҙе иҫәпләп яҙа.

Мәҡәләлә даталар тик иҫке стилдә бирелһә (1582 йылдың 5 октябренән), {{Календарь}} тигән ҡалыпты ҡуйырға кәрәк, ул «Был мәҡәләлә даталар юлиан календары буйынса бирелә» тигән яҙыуҙы күрһәтә.


Әгәр мәҡәләлә ваҡиғаларҙың даталары 1918 йылдың февраленә тиклем иҫке стиль менән, ә 1918 йылдың февраленән яңы стилдә булһа, {{Календарь 1918}} ҡалыбы ҡуйыла, ул «Был мәҡәләлә 1918 йылдың февраленә тиклемге даталар юлиан календары буйынса бирелә» тигән яҙыуҙы күрһәтә.

Иҫке стилдәге датаға «Ю» параметры менән {{ЮГК}} ҡалыбын йә «юлиан календары» буйынса комментарий күрһәткән {{ЮК}} ҡалыбын ҡуйырға була.

Башҡа календарҙар

[сығанаҡты үҙгәртеү]

Әгәр ваҡиға урынында юлиан һәм григориан календары эш итмәһә (мәҫәлән, йәһүд календары), даталарҙы, уға ярашлы атамаларын яҙып, уның буйынса ҡуйыу хуплана, шулай уҡ юлиан йә григориан календарҙарына ярашлы датаһын да күрһәтеү насар булмаҫ.

Рим календары буйынса даталарға {{РимК}} ҡалыбын ҡулланырға була.

Боронғо грек календары өсөн{{ДГК}} ҡалыбы бар.

Йәһүд календары ҡалыбы {{ЕврК}}.

Донъя башланғандан килгән даталар өсөн{{ОтСотвМира}} ҡалыбы ҡулланыла.

Тәүлек ваҡыты ғәҙәттә ваҡиға булған урындағы ваҡыт буйынса күрһәтелә. Мәҫәлән: «Силәбе метеориты урындағы ваҡыт (UTC+6) буйынса иртән 9:20 сәғәттә төшкән». Ҡайһы бер осраҡтарҙа, бүтән сәғәт бүлкәте буйынса булһа ла, сығанаҡта бирелгән ваҡыт күрһәтелә: «Нацистик Германияның капитуляциялауы тураһындағы актҡа Үҙәк Европа ваҡыты буйынса 8 май кисендә, Мәскәү ваҡыты буйынса 9 майҙың иртәһендә ҡул ҡуйыла».

Үлсәү берәмектәре

[сығанаҡты үҙгәртеү]

Википедияла үлсәү берәмектәрен яҙғанда Халыҡ-ара берәмектәр системаһы (СИ) ҡағиҙәләрен һәм уларға нигеҙләнгән ГОСТ 8.417—2002 стандартын ҡулланма итеп алырға кәрәк.

Үлсәү берәмектәрен яҙыуҙың дөйөм ҡағиҙәләре — Халыҡ-ара берәмектәр системаһы § Берәмектәрҙең билдәләрен яҙыу ҡағиҙәләре бүлегендә.

Миҫалдар:

25 кг; 11,5 °C; 13 %; 80 км/сәғ; (15 ± 0,2) мм

Мөйөш градустары, минуттары һәм секундтары

[сығанаҡты үҙгәртеү]

Мөйөш градусы (°), мөйөш минуты (′) һәм мөйөш секунды (″) тамғалары һанға терәтеп яҙыла. Мәҫәлән:

Дөрөҫ: 26°; 11′; 36″.
Дөрөҫ түгел: 26 °; 11 ′; 36 ″.

Әгәр һан унарлы кәсер менән бирелһә, градус, минут һәм секунд тамғалары кәсерле өлөштөң һуңғы һанынан һуң ҡуйыла. Мәҫәлән:

Дөрөҫ: 65,78°; 32,7845′.
Дөрөҫ түгел: 65°,78; 32′,7845.

Бер һанда градус менән уның алтмышар өлөштәре (минуттар, секундтар) булһа, бөтә символдар буш ара ҡалдырмай тотош блок итеп яҙыла. Мәҫәлән:

32°4′; 61°24′11,784″.

Иғтибар: мөйөш минуты тамғаһы (′) машина яҙыуы апострофы тамғаһына оҡшаш түгел ('), ә мөйөш секунды тамғаһы (″) тырнаҡтарға (", ”, “ һ. б.) оҡшаш түгел.

Географик координаттар

[сығанаҡты үҙгәртеү]

Географик координаттарҙы яҙғанда мөйөш дәүмәлдәрен һәм ҡыҫҡартмаларҙы яҙыу ҡағиҙәләрен белергә кәрәк.

Һан эргәһендә географик киңлек йәки оҙонлоҡ ҡыҫҡартып бирелә:

төньяҡ киңлек — т. к.;
көньяҡ киңлек — к. к.;
көнбайыш оҙонлоҡ — кбш. оҙ.;
көнсығыш оҙонлоҡ — ксш. оҙ.

Һанлы дәүмәл атаманан өҙөлмәүсән буш ара менән айырыла, ә киңлек менән оҙонлоҡ араһында буш аранан башҡа билдәләр ҡуйылмай. Мәҫәлән:

Мәскәү — 55°44′ т. к. 37°33′ ксш. оҙ.
Кабу-Бранку мороно — 7°09′ к. к. 34°46′ кбш. оҙ.

Иғтибар: географик координаттарҙы яҙғанда минут һәм секунд өлөштәренең бөтөн өлөшө ике цифр менән яҙыла.

  • Ер өҫтөндәге йә космостағы башҡа объекттар координаттары өсөн {{coord}} ҡалыбы ҡулланыла.

Ҡыҫҡартмалар

[сығанаҡты үҙгәртеү]

Һүҙҙәрҙе сәбәпһеҙ ҡыҫҡартырға ярамай.

Аңлайышһыҙ һәм мәғәнәһеҙ ҡыҫҡартмалар ҡулланырға тәҡдим ителмәй. Шул уҡ ваҡытта дөйөм ҡабул ителгән һәм текстың характерына һәм стиленә тап килгән ҡыҫҡартмалар йыш ҡына файҙалы була, улар тексты ҡыҫҡарта, уҡыуҙы һәм аңлауҙы еңелләштерә.

Википедияла тик дөйөм ҡабул ителгән һәм махсус ҡыҫҡартмалар ғына ҡулланырға рөхсәт ителә, махсустарын — тик оҙон вариантын биргәс кенә.


Ҡыҫҡартмалар текст эсендә лә, эске һылтанма эсендә лә һүтелеп бирелергә мөмкин. Мәҫәлән:

Дезоксирибонуклеиновая кислота (ДНК) — ул матди нәҫел мәғлүмәтен йөрөтөүсе… (текст эсендә бирелгән һүтелеш);
АНЗЮС-тың ағзаһы булған дәүләттәр (һүтелеше һылтанма эсендә).

Стиль берлеге Мәҡәләлә ҡыҫҡартмалар буйынса берҙәм стиль һаҡлау мөһим. Йәғни бер типлы һүҙҙәр һәм һүҙбәйләнештәр йә бөтәһе лә ҡыҫҡартылырға тейеш, йә береһе лә ҡыҫҡартылырға тейеш түгел. Мәҫәлән, мәҡәләлә йыл һәм быуатты белдергән һандан һуң йыл һәм быуат һүҙҙәрен й. һәм б. тип алғанда, йылдар (йй.), быуаттар (бб.) тигәнен дә ҡыҫҡартып алыу ҡабул ителгән.

Күп һанлы энциклопедик баҫмаларҙа йыш ҡына йыл, йылдар һүҙҙәре һәм уларҙың ҡыҫҡартмалары (й. һәм йй.) төшөрөп ҡалдырылһа ла, Википедияла был хупланмай. Башҡорт телендә телмәрҙә лә, яҙмала ла йыл һүҙе төшөрөп ҡалдырылмай. Шуға ул текста ла булырға тейеш. Мәҫәлән:

2003 йылдың декабрендә аппарат Марсҡа барып етте.
Василий Перов 1833 йылдың 21 декабрендә Тобольскиҙа тыуған.

Был ҡағиҙәнән ике сығарма бар:

  1. Әгәр йылды белдергән һан асыҡлыҡ индерер өсөн ҡулланылһа һәм уның нәҡ йыл икәне асыҡ күренеп торһа, йыл һүҙен йә уның ҡыҫҡартмаһын яҙыуҙың кәрәге юҡ. Мәҫәлән:
«Мәрйен рифтарының төҙөлөшө һәм таралыуы» тигән хеҙмәтендә (1842) Дарвин…;
Бернард Шоу, медик булмаһа ла, «Табип дилеммаһы» пьесаһында (1921) …;
Хөснөтдинова Эльза Камил ҡыҙы, Рәсәй мәғариф академияһының мөхбир ағзаһы (2016), Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы академигы (2012), биология фәндәре докторы (1997), профессор (1998).

Йыл диапазондарына ла ҡағыла был:

Бөйөк Ватан һуғышы (1941—1945) …
Рәүеф Мортазин (1910—1994) — башҡорт композиторы…

Иллюстрацияларҙың аҫъяҙмаларында, таблицаларҙа торған һандар ҙа шулай яҙыла ала.

2. Әгәр йылды күрһәткән һанғы рәт һаны ялғауы менән килеш, һан йә зат ялғауҙары ҡушылһа (өҫтә ҡарағыҙ), йыл һүҙен дә, ҡыҫҡартмаһын да ҡулланмаҫҡа була.

Төп текст эсендә оҙонлоғо ике юлдан артмаған ҡыҫҡа цитаталарҙы, ҡағиҙә булараҡ, тырнаҡ эсенә алалар. Цитата эсендә тағы тырнаҡтар булһа, улар икенсе төрлөһө менән йыйыла.

Оҙон цитаталарҙы текстан график ысул менән айыралар. Улар тырнаҡҡа алынмай. Шиғырҙарҙан килтерелгән өҙөмтәләр ҙә тырнаҡҡа алынмай, юлдарға бүленеше һаҡлана.

Этимология (һүҙҙең килеп сығышы)

[сығанаҡты үҙгәртеү]

Мәҡәлә исемендә сит телдән ингән һүҙ булһа, мәҡәлә башында ул һүҙҙең этимологияһы бирелергә тейеш. Тексҡа яңы термин индерелһә, уның этимологияһын биреү кәрәк. Әгәр термин мәҡәләлә билдәләмәһеҙ булһа (бары тик ҡулланылһа), этимологияһын биреүҙең кәрәге юҡ: уны ошо термин тураһындағы мәҡәләлә табырға мөмкин буласаҡ.

Башҡорт теленә үҙләштерелгән һүҙҙең этимологияһы уның артынса уҡ йәйә эсенә яҙыла. Ул сығанаҡ һүҙҙең тире аша бирелгән иң яҡын тәржемәһенән тора һәм тейешле тел ҡалыбына ултыртыла {{lang-xx|һүҙ}}, бында xx — телдең коды. Тәржемә тырнаҡҡа алынмай.

Бер нисә мәғәнәгә эйә булған сит тел һүҙе булһа, уның текста ҡулланылған башҡорт һүҙенең мәғәнәһенә тап килгәне генә бирелә. Әгәр мәғәнәләрҙең тап килеп кенә торғаны булмайынса, бер береһен тулыландырып килһәләр, уларҙың һәммәһен бирергә кәрәк.

Әгәр һүҙ яңғыҙлыҡ исем булмаһа, ул бәләкәй хәрефтән яҙыла. Һүҙҙең стандарт формаһы бирелә. Мәҫәлән, ҡылымдың исем ҡылым формаһы, исем һүҙҙең төп килештәге берлек формаһы. Латин һәм грек телдәре өсөн ҡылымдың стандарт формаһы — хәҙерге заман 1-се зат берлек формаһы.

'''Ци́ркуль''' ({{lang-la|circulus}} — түңәрәк тигәндән)

Ҡайһы берҙә ике йә унан артыҡ сит тел һүҙенән яһалған һүҙҙәр осрай. Был осраҡта терминға инеү тәртибе буйынса бөтә һүҙҙәр ҙә һанала. Һүҙҙәр бер телдеке булһа (йышыраҡ шулай була), икенсе һүҙгә {{lang-xx}} ҡалыбын түгел, ә тел күрһәтелмәгән {{lang-xx2}} ҡалыбы ҡулланыла.

'''Геоло́гия''' ({{lang-grc|γῆ}} — ер һәм {{lang-grc2|λόγος}} — һүҙ тигәндән)

Башҡорт телендәге һүҙҙе яһауҙа ситләтеп ҡатнашҡан лексик берәмектәрҙе (мәҫәлән, бор. грек. γῆ һәм λόγος һүҙҙәренән геология барлыҡҡа килгән) туранан-тура алынған лексик берәмектәрҙән айырыу кәрәк (ингл. glamour һүҙе ba гламур тип ингән). Был осраҡта сит тел һүҙенең артынан «тигәндән» һүҙен өҫтәмәйбеҙ, үҙләштерелгән һүҙҙең тәржемәһен генә бирәбеҙ.

Сит тел һүҙе ул телдә термин булараҡ та, ябай һүҙ булараҡ та ҡулланылһа, һүҙмә-һүҙ тәржемә биргәндә эргәһенә быны билдәләргә кәрәк:

Гламу́р (ингл. glamour, ['glæmə], һүҙмә-һүҙ — шарм, һоҡландырғыс булыу, һөйкөмлөлөк)

Башҡорт телендә үҙләштерелгән һүҙҙәр күп, әммә мәҡәләлә уларҙың һәр береһенең этимологияһы бирелмәй. Тик терминдар һәм хәҙерге заманда үҙләштерелгән яңы һүҙҙәрҙең килеп сығышы ғына бирелә.

Мәҡәлә эсендә исемлектәр

[сығанаҡты үҙгәртеү]

Мәҡәлә эсендә исемлектәр бер типлы бирелмәләрҙе тәртипкә һалыу өсөн ҡулланыла. Уларҙы исемлек-мәҡәләләр менән бутарға ярамай. Бер исемлектең бөтә элементтары бер абзацҡа инергә мөмкин; исемлек бик оҙон булһа, уны бер нисә бағанаға бүлеп бирергә була. Исемлектең элементтары ғәрәп йә рим цифрҙары, башҡорт йә латин хәрефтәре, махсус тамғалар менән бирелә ала.

Исемлектәрҙе биҙәгәндә структураның бер кимәле өсөн бер төрлө биҙәлеш ҡулланыу принцибын күҙәтергә кәрәк. Исемлекле бағаналар яһауҙың техник яғы Википедия:Бағаналар мәҡәләһендә һүрәтләнә.

Элементтар берәүҙән күберәк һыҙаттар менән бирелһә, уларҙы таблица рәүешендә урынлаштырыу отошло.

Википедия мәҡәләләрендә standard һәм wikitable класлы таблицалар ҡулланыла. Уларҙы яһау һәм биҙәү ғәмәлдәре Википедия:Таблицалар мәҡәләһендә бар.

Төҫ биҙәлеше

[сығанаҡты үҙгәртеү]

Мәҡәләләрҙә һәм ҡалыптарҙа стандарттан айырылып торған төҫ схемаларын ҡулланғанда уларҙың контраслығын Руководство по обеспечению доступности веб-контента версии 2.0. ҡулланмаһына ярашлылыҡ йәһәтенән тикшерергә кәрәк.


Википедияла интерфейс элементтары өсөн Викимедиа стиле буйынса ҡулланмалағы төҫтәр палитраһы ҡулланыла.

Навигация ҡалыптарында, карточкаларҙа һәм таблицаларҙа стандарт һылтанма төҫтәрен үҙгәртергә ярамай.

Иллюстрациялар

[сығанаҡты үҙгәртеү]

Иллюстрацияларға аҫъяҙмалар

[сығанаҡты үҙгәртеү]

Мәҡәләгә ҡуйылған иллюстрацияларға аҫъяҙмалар бирергә кәрәк. Аҫъяҙманан һуң тыныш билдәһе ҡуйылмай. Аҫъяҙма тексының өлөштәре үҙ-ара өтөр йә нөктә менән айырыла. Шартлы тамғалар һәм номер ярымҡалын менән бирелә, ә экспликация яңы юлдан яҙыла.

Википедияла математик формулалар TeX тип аталған махсус формулалар разметкаһы теле менән бирелә.

Айырым абзац итеп бирелгән формулалар (йәғни төп текст эсенә инмәгәндәр) һулдан сигенеү араһы аша баҫыла (бының өсөн абзац алдына ике нөктә ҡуйыла), ә уртаға туралап түгел. Бер нисә формула рәттән килһә йә бер формула бер нисә юлға бүленһә, һәр береһе һулдан сигенеү араһы менән башлана.

Төшөрмәләр (иҫкәрмәләр)

[сығанаҡты үҙгәртеү]

Төшөрмәләрҙең тексы төп текст ахырындағы «Иҫкәрмәләр» бүлегенә урынлаша.

Википедияның MediaWiki движогында һылтанмаларҙы урынлаштыра торған индермә бар.

Текст менән төшөрмә араһындағы бәйләнеш һан йә тамға менән күрһәтелә, ул төп текста асыҡланыусы текстың һуңында ҡуйыла, ә «Иҫкәрмәләр» бүлегендә — төшөрмә тексы алдынан.

Движок төшөрмәләргә гиперһылтанма сифаттарын бирә һәм төп текстан иҫкәрмә тексына һәм киреһенсә күсергә мөмкинлек бирә.

Төшөрмәләр яһау

[сығанаҡты үҙгәртеү]

Мәҡәләлә төшөрмәләр <ref></ref> парлы тегын ҡулланып яһала.

Төшөрмә яһауҙың иң ябай ысулы — буш ара ҡалдырмайынса һәм тыныш билдәләре алдынан <ref></ref> тегтарын ҡуйыу, ә улар араһына иҫкәрмә тексын яҙыу. Шунан мәҡәлә ахырында, төп текст тамамланған ерҙә, «Иҫкәрмәләр» бүлеген яһау һәм уға {{иҫкәрмәләр}} ҡалыбын ҡуйылған юлды (йәки <references /> тегы менән) өҫтәү. Әгәр {{иҫкәрмәләр}} ҡалыбын ҡуйырға онотһағыҙ, төшөрмәләр автоматик рәүештә мәҡәләнең ахырына ултыра, ләкин улар махсус бүлектә булырға тейеш, шуға хатаны төҙәтеп ҡуйырға кәрәк.

Шулай уҡ ҡарағыҙ

[сығанаҡты үҙгәртеү]
  1. Порядок служебных разделов был определён в ходе опроса (итог).
  2. Пунктуация : § 19—20 // Правила русской орфографии и пунктуации : Полный академический справочник / под ред. В. В. Лопатина. — Эксмо, 2009. — ISBN 978-5-699-18553-5.
  3. Орфография : § 120, п. 1б, прим. 1 // Правила русской орфографии и пунктуации : Полный академический справочник / под ред. В. В. Лопатина. — М. : Эксмо, 2009. — С. 123. — ISBN 978-5-699-18553-5.
  4. Орфография : § 154, п. 5 // Правила русской орфографии и пунктуации : Полный академический справочник / под ред. В. В. Лопатина. — Эксмо, 2009. — С. 163. — ISBN 978-5-699-18553-5.