Водород
| |||||
Ябай матдәнең тышҡы күренеше | |||||
---|---|---|---|---|---|
Атом үҙенсәлектәре | |||||
Исеме, символы, номеры |
Водород / Hydrogenium (H), 1 | ||||
Атом массаһы (моляр массаһы) | |||||
Электрон конфигурация |
1s1 | ||||
Атом радиусы |
53 пм | ||||
Химик үҙенсәлектәре | |||||
Ковалент радиус |
32 пм | ||||
Ион радиусы |
54 (−1 e) пм | ||||
Электроотиҫкәрелек |
2,20[2] (Полинг шкалаһы) | ||||
Окисланыу дәрәжәһе |
1,0, −1 | ||||
Ионлашыу энергияһы (первый электрон) | |||||
Ябай матдәнең термодинамик үҙенсәлектәре | |||||
Тығыҙлыҡ (н. ш.) |
0,0000899 (при 273 K (0 °C)) г/см³ | ||||
Иреү температураһы | |||||
Ҡайнау температураһы | |||||
Иреү йылылығы |
0,117 кДж/моль | ||||
Парға әйләнеү йылылығы |
0,904 кДж/моль | ||||
Моляр йылы һыйышлығы |
28,47[3] Дж/(K·моль) | ||||
Моляр күләм | |||||
Ябай матдәнең кристалл рәшәткәһе | |||||
Рәшәткә структураһы |
гексагональ | ||||
Рәшәткә параметры |
a=3,780 c=6,167 Å | ||||
Отношение c/a |
1,631 | ||||
Дебай температураһы |
110 K | ||||
Башҡа характеристикалар | |||||
Йылы үткәреүсәнлек |
(300 K) 0,1815 Вт/(м·К) |
1 | Водород
|
1,0079 | |
1s1 |
Водоро́д (лат. Hydrogenium — Менделеевтың периодик таблицаһында беренсе элемент. Атом һаны — 1, сағыштырмаса атом массаһы — 1,0079. Тәбиғәттә водородтың 2 стабиль изотопы ¹H (протий Н), ²H (дейтерий D) һәм 1 радиоактив изототы — ³H (тритий T) осрай. Бер изотопы — 4H яһалма юл менән алына. Водородтан алынған ябай матдә — Н2 — еңел төҫһөҙ газ. Һауа йә кислород менән ҡатнашҡанда яныусан һәм шартлаусан ҡатнашма барлыҡҡа килә. Ағыуһыҙ. Этанол һәм тимер, никель, палладий, платина кеүек металдарҙа эреүсән.
Тарихы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Металдарға кислота менән тәьҫир иткәндә яныусан газ бүленеп сығыуын, химия фәне барлыҡҡа килгәндә, XVI—XVII быуаттарҙа уҡ белгәндәр. Флогистон түгел, водород бүленеп сығыуын Михаил Васильевич Ломоносов та күрһәткән. Инглиз физигы һәм химигы Генри Кавендиш 1766 йылда был газды тикшереп, «яныусан һауа» тип атай. "Яныусан һауа"ны яндырғанда һыу барлыҡҡа килә. Тик Кавендиш флогистон теорияһы яҡлы булғанға, дөрөҫ һығымта яһай алмай. Француз химигы Антуан Лавуазье инженер Ж. Менье менән берлектә махсус газометрҙар ҡулланып һыу синтезлай. Һуңынан һыуҙы ҡыҙҙырылған тимер өҫтөндә тарҡаталар. Шулай итеп, «яныусан газ» һыу составында бар һәм уны һыуҙан алып була, тип билдәләйҙәр.
Исеменең барлыҡҡа килеүе
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Лавуазье водородҡа hydrogène (бор. грек. ὕδωρ — «һыу» һәм γεννάω — «тыуҙырыу») исемен бирә. «Водород» исемен 1824 йылда М. Ф. Соловьев тәҡдим итә.
Таралыуы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Йыһанда
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Йыһанда иң таралған элемент — водород. Уның өлөшөнә бөтә атомдарҙың 92%-ы тура килә (8 % гелий атомдары, ҡалған элеметтарҙың өлөшө 0,1%-тан аҙыраҡ). Шулай итеп, водород — йондоҙҙарҙың һәм йондоҙ-ара газдың төп өлөшө. Йондоҙ температураһы шарттарында (мәҫәлән, Ҡояшта температура ~ 6000 °C) водород плазма хәлендә, йондоҙ арауығында ҙурлығы, тығыҙлығы, температураһы төрлө булған айырым атом, молекулалар болото хәлендә осрай.
Ер ҡабығында һәм организмдарҙа
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Ер ҡабығында водород 1 % самаһы, таралыуы буйынса 10-сы урында. Әммә организмда водородтың мөһимлеге масса өлөшө буйынса түгел, ә атом иҫәбе буйынса билдәләнә. Атом иҫәбе буйынса организмда водород өлөшө 17 % (~ 52 % тәшкил иткән кислородтан ҡалышып икенсе урында). Ерҙәге барлыҡ водород ҡатнашмалар хәлендә (ябай матдә хәлендә 0,00005 % күләм).
Алыу
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Сәнәғәттә водородты тәбиғи газ менән һыуҙан алалар. Был реакция юғары температурала үткәрелә. СН4 + 2Н2O = CO2↑ + 4Н2 −165 кДж
Сәнәғәттә
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]1.Тоҙ эретмәләренән электролиз:
2. 1000 °C-та ҡыҙҙырылған кокс өҫтөнән һыу парҙарын үткәреп:
3.Тәбиғи газдан: Һыу пары менән конверсия:
4. Нефть эшкәртеүҙә углеворородтарҙың крекинг и риформинг процесында.
Лабораторияла
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]1.Кислотаның металға тәьҫир итеүе. Был тәжрибәне шыйығайтылған тoҙ кислотаһы һәм цинк менән үткәрәләр:
2.Кальцийҙың һыуға тәьҫир итеүе:
3. Гидридтарҙы гидролизлау:
4.Һелтеләрҙең цинк менән алюминға тәьҫир итеүе:
5.Электролиза ярҙамында. Һелте һәм кислоталарҙың һыу эремәләрен электролизлағанда катодта водород бүленеп сыға. Миҫал:
- 2H3O+ + 2e− → H2↑ + 2H2O
Физик үҙенсәлектәре
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Водород молекулаһы ике атомдан тора Н2. Ғәҙәти шарттарҙа — төҫө, еҫе, тәме булмаған газ. Тығыҙлығы — 0,08987 г/л (н.ш.), ҡайнау температураһы — −252,76 °C, сағыштырмаса яныу йылылығы — 120,9×106 Дж/кг, һыуҙа аҙ эреүсән — 18,8 мл/л. Водород металдарҙа (Ni, Pt, Pd и һ.б.) эреүсән, 1 күләм палладийҙа 850 күләм водород эрей. Шыйыҡ хәлдә водород бик тар температура арауығында (−252,76 — −259,2 °C) була. Еңел, төҫһөҙ, ағыусан шыйыҡлыҡ. Тығыҙлығы (−253 °C) — 0,0708 г/см³ , үҙлелеге (вязкость) (−253 °C) — 13,8 спуаз. Ҡаты водород (−262 °C) — ҡарға оҡшаған масса, иреү температураһы — −259,2 °C, тығыҙлығы — 0,0807 г/см³. Юғары баҫым аҫтында металл хәленә күсә.
Химик үҙенсәлеге
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Водород молекулаһы Н2 ныҡлы, реакцияға инеү өсөн күп энергия сарыф итергә кәрәк:
- Н2 = 2Н − 432 кДж
Шуға күрә ғәҙәти шарттарҙа водород бик әүҙем металдар менән тәьҫир итә, мәҫәлән, кальций менән кальций гидриды барлыҡҡа килтерә.
һәм металл булмағандарҙан тик фтор менән фтороводород барлыҡҡа килтерә:
Күпселек металл һәм металл булмағандар менән юғары температурала һәм башҡа төрлө тәьҫир иткәндә, мәҫәлән, яҡтыртҡанда тәьҫир итешә:
Ҡайһы бер оксидтарҙың кислородын «тартып ала»:
Окисланыу-ҡайтарылыу реакцияһында ҡайтарыу үҙенсәлеге.
галогендар менән галогеноводород барлыҡҡа килә:
Ҡором менән көслө йылытҡанда:
Һелтеле һәм һелтеле ер металдары менән тәьҫир итешеү
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Әүҙем металдар менән гидрид барлыҡҡа килтерә:
Гидридтар — тоҙға оҡшаған, еңел гидролизға бирелеүсе матдәләр:
Метал оксидтары менән тәьҫир итешеүе (ҡағиҙә булараҡ, d-элементтар)
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Оксидтар металдарға тиклем ҡайтарыла:
Органик ҡушылмаларҙы гидрирлау
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Органик синтезда молекуляр водород органик ҡушылмаларҙы ҡайтарыу өсөн киң ҡулланыла. Был реакциялар «гидрир реакциялары» (реакции гидрирования) тип атала. Был реакцияларҙы катализатор ярҙамында юғары температура һәм баҫымда үткәрәләр. Каталик гидрир реакцияларында туйындырылмаған углеводородтарҙан туйындырылған углеводород барлыҡҡа килә. Мәҫәлән, алкен и алкиндан алкан барлыҡҡа килә.
Ҡыҙыҡлы факттар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Водород — Йыһанда иң таралған элемент (йыһандағы бөтә элементтарҙың 90 %)[4].
- Водород — еңел газ. 1 литр водород ауырлығы 0,08988 грамм[4].
- Хорват телендә водород Vodik тип атала. Был исемде филолог Богослав Шулек биргән.
Аңлатма
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- ↑ Указан диапазон значений атомной массы в связи с различной распространённостью изотопов в природе.
Иҫкәрмәләр
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- ↑ Michael E. Wieser, Norman Holden, Tyler B. Coplen, John K. Böhlke, Michael Berglund, Willi A. Brand, Paul De Bièvre, Manfred Gröning, Robert D. Loss, Juris Meija, Takafumi Hirata, Thomas Prohaska, Ronny Schoenberg, Glenda O’Connor, Thomas Walczyk, Shige Yoneda, Xiang‑Kun Zhu Atomic weights of the elements 2011 (IUPAC Technical Report) (инг.) // Pure and Applied Chemistry. — 2013. — Т. 85. — № 5. — С. 1047-1078. — DOI:10.1351/PAC-REP-13-03-02
- ↑ Hydrogen: electronegativities (ингл.). Webelements. Дата обращения: 15 июль 2010.
- ↑ Водород // Химическая энциклопедия: в 5 т / Кнунянц И. Л. (гл. ред.). — М.: Советская энциклопедия, 1988. — Т. 1: Абл—Дар. — С. 400—402. — 623 с. — 100 000 экз. — ISBN 5-85270-008-8.
- ↑ 4,0 4,1 Книга рекордов Гиннесса для химических веществ 2012 йыл 5 ғинуар архивланған.
1 | 2 | 3 | 4 | 5 | 6 | 7 | 8 | 9 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14 | 15 | 16 | 17 | 18 | |||||||||||||||||||||||||||
1 | H | He | ||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||
2 | Li | Be | B | C | N | O | F | Ne | ||||||||||||||||||||||||||||||||||||
3 | Na | Mg | Al | Si | P | S | Cl | Ar | ||||||||||||||||||||||||||||||||||||
4 | K | Ca | Sc | Ti | V | Cr | Mn | Fe | Co | Ni | Cu | Zn | Ga | Ge | As | Se | Br | Kr | ||||||||||||||||||||||||||
5 | Rb | Sr | Y | Zr | Nb | Mo | Tc | Ru | Rh | Pd | Ag | Cd | In | Sn | Sb | Te | I | Xe | ||||||||||||||||||||||||||
6 | Cs | Ba | La | Ce | Pr | Nd | Pm | Sm | Eu | Gd | Tb | Dy | Ho | Er | Tm | Yb | Lu | Hf | Ta | W | Re | Os | Ir | Pt | Au | Hg | Tl | Pb | Bi | Po | At | Rn | ||||||||||||
7 | Fr | Ra | Ac | Th | Pa | U | Np | Pu | Am | Cm | Bk | Cf | Es | Fm | Md | No | Lr | Rf | Db | Sg | Bh | Hs | Mt | Ds | Rg | Cn | Uut | Fl | Uup | Lv | Uus | Uuo | ||||||||||||
8 | Uue | Ubn | Ubu | Ubb | Ubt | Ubq | Ubp | Ubh | ||||||||||||||||||||||||||||||||||||
|