Location via proxy:   [ UP ]  
[Report a bug]   [Manage cookies]                
Эстәлеккә күсергә

Дзюдо

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Дзюдо
柔道
Дзюдо һүҙе иероглифтар менән яҙылған
Дзюдо һүҙе иероглифтар менән яҙылған
Һуғыш сәнғәте:

Дзюдо

Нигеҙләнгән дата:

1882

Ил:

Япония Япония

Нигеҙләүсе:

Дзигоро Кано

Алдан килеүсе һуғыш сәнғәте:

Джиу-джитсуның төрлө мәктәптәре, тәү сиратта Тэндзин Синъё-рю һәм Кито-рю

Барлыҡҡа килгән һуғыш сәнғәте:

Бразилия джиу-джитсуһы, Каваиси Рю дзюдзюцу, Косэн дзюдо, самбо

Билдәле дауам итеүселәр:

Томита Цунэдзиро,
Мицуё Маэда,
Кюдзо Мифунэ,
Кэйко Фукуда,
Масахико Кимура,
Антон Гесинк,
Ясухиро Ямасита,
Хидэхико Ёсида,
Косэй Иноуэ,
Владимир Путин,
Пётр Порошенко,
Гай Ричи,
Антонио Ходриго Ногейра,
Фёдор Емельяненко,
Хабил Бикташев,
Абдулла Тангриев,
Тошихико Кога,
Ришод Собиров,
Марат Азимбаев,
Йон Блюминг

Ташлау

Дзюдо́ (яп. 柔道; һүҙмә-һүҙ — «Йомшаҡ юл»; Рәсәйҙә шулай уҡ «Һығылмалы юл» атамаһы йыш ҡулланыла) — япон яугирлыҡ сәнғәте, философия һәм ҡоралһыҙ спорт көрәше. XIX быуат аҙағында дзюдзюцу нигеҙендә япон яугирлыҡ сәнғәте оҫтаһы Дзигоро Кано (яп.嘉納 治五郎, 1860—1938) уйлап тапҡан. Ул шулай уҡ ҡағиҙәләр, күнекмәләр тәртибен һәм ярыштар ойоштороуҙы тасуирлаған.

Дзюдоның барлыҡҡа килгән ваҡыты тип 1882 йылда Кано нигеҙләгән Кодокан (яп. 講道館, «Юлды өйрәнеү институты») мәктәбе асылған ваҡыт тип һанайҙар. Японияла ҡабул ителгән классификациялау буйынса, дзюдо заманса яугирлыҡ сәнғәте төрөнә ҡарай (гэндай будо, ғәҙәти сәнғәт төрҙәренә ҡаршы — корю будзюцу)[1].

Бокс, карате һәм башҡа көрәш төрҙәренән айырмалы рәүештә, дзюдо партнерға ҡаршы ташлау, ауырттырыу, тотоп тороу һәм быуыу кеүек алымдарға нигеҙләнгән. Башҡа көрәштәрҙән (грек-рим көрәше, ирекле көрәш) физик көстө әҙерәк ҡулланыу һәм рөхсәт ителгән үҙенсәлекле техник хәрәкәттәр төрлөлөгө менән айырыла.

Дзюдола фәлсәфәүи яҡ та оло әһәмиәткә эйә, һәм ул өс төп принципҡа нигеҙләнгән: юғарыраҡ уңышҡа өлгәшеү үҙ-ара ярҙам һәм бер-береңде аңлау; тән һәм йәнде иң яҡшы файҙаланыу; еңер өсөн бирешеү. Дзюдо менән шөғөлләнеүсе алдында физик тәрбиә, ҡул көрәшенә әҙер булыу, аңды яҡшыртыу маҡсаттары тора. Бының өсөн тәртипле, ныҡышмал, әҙәпле, уңышҡа ирешер өсөн тырыш булыр кәрәк[2].

Дзюдоға нигеҙләнеп, самбо, Бразилия джиу-джитсуһы, Каваиси Рю дзюдзюцу, Косэн дзюдо кеүек яңғыҙ көрәш төрҙәре үҫешә[3].

Дзюдоға нигеҙ һалыусы Дзигоро Кано

Дзюдо 1880-се йылдарҙа, Мэйдзи реставрацияһынан һуң, һуғыш сәнғәте өсөн ауыр мәлдә үҫешә[4]. Ул ваҡытта Япония башлыҡтары араһында көнбайыш мәҙәниәтен үҙләштереү сәйәсәте өҫтөн була, ғәҙәти көрәш төрҙәре ҡыйынлыҡ кисерә. Өлкән уҡытыусылар дәрестәрен туҡтата, ҡайһылары ярлылыҡта үлә[5].

Дзюдоның иртә тарихы уны барлыҡҡа килтереүсе Дзигоро Кано тормошонан айырылғыһыҙ[6]. Дзигоро Кано бала сағынан дзюдзюцу менән ҡыҙыҡһына, йәш сағында дзюдзюцу төрҙәрен Тэндзин Синъё-рю һәм Кито-рю мәктәптәрендә өйрәнә. Уларҙың нигеҙендә Кодокан дзюдо тип аталған яңы көрәш системаһын уйлап сығара.

Ул ваҡытта дзюдо атамаһын дзюдзюцу (джиу-джитсу) синонимы итеп йөрөткәндәр[7], Дзигоро Кано уны яңы эстәлек менән тулыландыра, йәғни нигеҙ итеп техника (дзюцу) түгел, ә «юл» (до) алына[2]. Был исем менән Кано дзюдоның, дзюдзюцунан айырмалы, кешелекле йүнәлешле икәнен күрһәтергә теләй[2].

Тәүге дзюдо залының майҙаны 22 м² булған[4], әммә Дзигоро Каноның юғары ойоштороу һәләте арҡаһында дзюдо бик тиҙ киң билдәлелек яулай. Быға будоны тергеҙеү[5] һәм дзюдзюцу мәктәптәре менән ярыштар үткәреү булышлыҡ итә[8]. Ул ярыштарҙа ҡатнашыусылар араһында «дзюдо генийы» исеме менән билдәле Сайго Сиро ла була[8].

Дзигоро Кано (уңдан) уҡыусыһы Кюдзо Мифунэ (һулдан) менән

1887 йылға Кано Кодокан дзюдо стиленең техник базаһын төҙөй, ә 1900 йылда ярыштарҙа судьялыҡ ҡағиҙәләре барлыҡҡа килә[9].

1888 йылдың сентябренән Ясиро Рокуро ярҙамы менән дзюдоны Хәрби-диңгеҙ училищеһы курсанттары өйрәнә башлай[10].

1907 йылда урта мәктәптәр программаһына дзюдоны индереү йәмәғәт иғтибарын йәлеп итә[11].

1909 йылда Дзигоро Кано, иң абруйлы япон спорт ойошмаһы етәксеһе булараҡ, Халыҡ-ара Олимпия комитеты ағзаһы итеп һайлана[10]. 1911 йылдаКано Япон спорт берләшмәһен ойоштора һәм уның президенты була[9]. 1926 йылда Кодоканда ҡатын-ҡыҙҙар өсөн дзюдо секцияһы асыла.

Дзигоро Кано үлеменән тиклем (1938 йыл) дзюдоны Японияла һәм донъяла таратыуға күп көс һала[10]. Дзигоро Каноға бер ниндәй ҙә дан (оҫталыҡ дәрәжәһе) бирелмәй, сөнки дзюдоға нигеҙ һалғас, үҙе башҡаларға дан тапшыра[12].

Икенсе донъя һуғышы һәм Японияның капитуляцияһы артынан килгән һуғыш сәнғәтен тыйыу дзюдо үҫешенә ҡамасаулай. 1948 йылда, тыйыу кире алынғас, дзюдо дәрестәре мәктәп программаһына кире индерелә.

Донъяла дзюдо үҫеше

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

1887 йылда Кодоканда беренсе сит ил уҡыусылары — бер туған Истлэйк дзюдо менән даими шөғөлләнә башлай[10]. XX быуат башында дзюдо клубтары АҠШ, Франция, Бөйөк Британияла асыла[10]. 1903 йылда япон дзюдосыһы Ёсиаки Ямасита АҠШ президенты Теодор Рузвельт өсөн дзюдо алымдарын күрһәтә һәм ике йыл дауамында АҠШ Хәрби-диңгеҙ академияһында дзюдо уҡыта.

1904 йылда Кано АҠШ-ҡа дзюдоны үҫтерер өсөн уҡыусылары Цунэдзиро Томиту һәм Мицуё Маэдуны ебәрә. Улар күрһәтмә сығыштарын Вест-Пойнтта һәм Аҡ йортта күрһәтә. Мицуё Маэда артабан бер үҙе Америка буйла турне менән сығып китә, юл буйы төрлө ярыштарҙа ҡатнаша, һуңынан Бразилияла төпләнә һәм Бразилия джиу-джитсуһы мәктәбен аса[10].

1910 йылдан Лондонда Гундзи Коидзуми йәшәй, ул 1918 йылдың 26 ғинуарында «Будоквай» (Budokwai) һуғыш сәнғәтен өйрәнеүсе ойошманы нигеҙләй[13].

1929 йылда Рабиндранат Тагор һорауы буйынса Кано уҡыусыларын Һиндостанға Бомбей университетына ебәрә[10].

1951 йылда Халыҡ-ара дзюдо федерацияһы төҙөлә (IJF).

1956 йылда Токиола дзюдо буйынса беренсе донъя чемпионаты үтә. Ауырлыҡ буйынса бүленеү булмай. Чемпионатта 21 ил вәкиле ҡатнаша[14].

Йәйге Олимпия уйындары программаһына ирҙәр араһындағы дзюдо ярыштары тәүге тапҡыр Токиола индерелә (1964 йыл).

1980 йылда ҡатын-ҡыҙҙар араһында тәүге донъя чемпионаты үҙғарыла.

1988 йылда дзюдо тәүге тапҡыр Сеулда Паралимпия уйындары программаһына индерелә.

1988 йылғы Олимпия уйындарында тәүге тапҡыр ҡатын-ҡыҙҙар күрһәтмә сығышы үтә, ә 4 йылдан һуң Барселоналағы 1992 йылғы Олимпия уйындарында ҡатын-ҡыҙҙар араһындағы дзюдо рәсми программаға инә.

2004 йылда ҡатын-ҡыҙҙар ярыштары Афиналағы йәйге Паралимпия уйындарында рәсми таныла һәм уҙғарыла.

1914 йылға тиклем Рәсәйҙә билдәһеҙ була, 1902 йылдан ҡайһы бер хәрәкәттәр Америка офицеры Ганкок китабы буйынса Петербург полиция мәктәбендә өйрәнелә[9].

Рәсәй һәм СССР-ҙа дзюдоны Василий Сергеевич Ощепков тарата. Ул бала сағын Японияла үткәрә һәм Кодоканда данды алыусы тәүге европалылар араһында була. 1917 йылда уға икенсе дан бирелә.

1930-сы йылдарҙа В. С. Ощепков дзюдоны СССР-ҙа таратыуҙы Алыҫ Көнсығыштан башлай (1914, 1917—1925), унан Новосибирскта (1928) һәм Мәскәүҙә дауам итә (1930 йылдан)[9].

Ощепковты ҡулға алыу һәм үлеменән һуң, 1937 уҡыусылары дзюдо нигеҙендә яңы көрәш төрө — самбоны уйлап табалар. 1938 дзюдо атамаһы рәсми документтарҙан юғала. Рәсәй ҡул һуғышы тарихсыһы М. Н. Лукашев фекеренсә, быны ҡайһы бер спортсылар был спорт төрөнөң Ощепков менән бәйле түгеллеген күрһәтер өсөн эшләй[15].

Рәсәй дзюдо федерацияһы Европа дзюдо берекмәһе ағзаһы булып тора, ул, үҙ сиратында, дзюдо федерацияһы бүлексәһенә(недоступная ссылка) инә.

2010 йыл мәғлүмәттәренә ҡарағанда, Халыҡ-ара дзюдо федерацияһына 198 милли дзюдо федерацияһы инә[16]. Дзюдо менән донъяла яҡынса 28 миллион кеше шөғөлләнә, уларҙың 8 миллионы — Японияла[14] һәм 200 мең тирәһе — Рәсәйҙә[17]. Халыҡ-ара һәүәҫкәрҙәр көрәш федерацияһы (инг.) (FILA) хәбәренсә, дзюдо, грек-рим көрәш, ирекле көрәш һәм самбо менән бер рәттән, донъяла иң билдәле дүрт спорт төрө араһына инә[18].

Ташлауҙы өйрәнеү

Дзюдоның Кодокан стиленә өс техник бүлек инә: ката (япон. ката?, һүҙмә-һүҙ «форма», парлы башҡарылған формаль күнекмәләр йыйылмаһы), рандори (япон. 乱取りрандори?, һүҙмә-һүҙ «ирекле алымдар», техник алымдарға өйрәтер өсөн, алдан билдәле ҡағиҙәләр буйынса көрәшеү), сиай (япон. 試合сиаи?, «ярыштар»).

Шулай уҡ дзюдоны уҡытыу программаһына кихон (япон. 基本кихон?, «нигеҙҙәр», база стойкаларына (сисэй), урын алмаштырырға (синтай һәм тайсабаки), үҙеңде страховкалау (укэми), шулай уҡ кумиката — алымға яуап биреү ысулдары) һәм каппо — реанимация техникаһы.

Дәрестәр татами өҫтөндә үтә, дзюдосылар ялан аяҡ шөғөлләнә. Күнегеүҙәр өсөн күнекмә костюмын (кэйо) — дзюдоги кейәләр. Дзюдоги куртка, ыштан һәм билбауҙан тора. Ғәҙәти дзюдоги аҡ төҫтә, әммә халыҡ-ара ярыштарҙа ҡатнашыусылар аҡ һәм зәңгәр төҫлө дзюдоги кейә[19].

Билбау һәм дәрәжәләр

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Дзюдосы квалификацияһына ҡарап, уға уҡыусы (кю) йәки оҫта (дан) дәрәжәһе бирелә. Бөтәһе Кодокан дзюдоһында 6 кю бар, иң бәләкәйе — 6-сы кю. Иң өлкәне — 1-се кю. Хәҙерге ваҡытта дзюдола 10 дан бар: кесеһе — 1-се дан, иң өлкәне — 10-сы дан. Әммә Дзигоро Кано васыяты буйынса, теоретик яҡтан 11-се һәм 12-се данды алып була.

Һәр дәрәжә билбауының үҙ төҫө бар. Төҫтәр ил һәм дзюдо федерацияһына ҡарап, үҙгәрә ала[20][21][22][23].

Юғары оҫталыҡ дәрәжәһе алған спортсылар ҡыҙыллы-аҡлы билбау (6—8-се дан) һәм ҡыҙыл (9-сы, 10-сы дан, дзюдо үҫеше өсөн бирелә)[24]. Юғары дан спортсылары күнекмәләр ваҡытында аҡ-ҡыҙыл йәки ҡыҙыл билбау урынына ҡара билбау таға.

Дзюдо спорт төрө булараҡ

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]
Дзюдо буйынса Япония чемпионаты финалы, 2007 йыл

Барлыҡҡа килгән ваҡыттан алып, Дзигоро Кано дзюдоны һаулыҡты нығытыу өсөн спорт төрө итеп пропагандалаған.

Спорт дзюдоһы киң таралыш алды, милли, континенталь, донъя чемпионаттары үткәрелә, шулай уҡ кубок турнирҙары уҙғарыла («Ҙур шлем», «Донъя суперкубогы», «Европа клубтары кубогы» һәм башҡалар)[25]. Шулай уҡ үҫмерҙәр һәм ветерандар араһында ла чемпионаттар үтә.

Дзюдо — олимпия һәм паралимпия спорт төрө[26].

Спортсылар ҡатнашыу төрө буйынса ярыштар :

  • шәхси;
  • команда;
  • шәхси-команда төрлө була.

Ҡатнашыусылар ярыштан төшөп ҡалыу буйынса:

  • олимпия системаһы — йыуатыу осрашыуҙары менән;
  • олимпия системаһы йыуатыу осрашыуһыҙ;
  • әйләнмәле система;
  • ҡатнаш система менән ойошторола[27].

Көрәш техникаһын өс судья хөкөм итә (татамила бер арбитр һәм ике судья ситтән татами, ҙур ярыштарҙа видеоҡабатлау мөмкинлеген ҡулланып була).

  1. Diane Skoss. A Koryu Primer (ингл.). Koryu Books. Дата обращения: 11 июль 2010. Архивировано 23 август 2011 года.
  2. 2,0 2,1 2,2 Кано Дзигоро. Общие сведения о дзюдо и его ценности в деле воспитания (рус.) // Хидэн. Боевые искусства и рукопашный бой : Научно-методический сборник под редакцией Горбылёва А. М.. — М.: ФГУП Издательство «Известия» УД П РФ, 2008. — В. 1. — С. 118—173.
  3.  (инг.)(англ.
  4. 4,0 4,1 Горбылёв А. М. Очерк истории дзюдо. Начало пути (рус.) // Додзё. Воинские искусства Японии : Научно-популярный методический сборник. — ООО «Будо-спорт», 2001. — В. 6. — С. 7—15.
  5. 5,0 5,1 Сергей Косоротов, Алексей Горбылёв. Кодокан дзюдо. Сущность и структура (рус.) // Додзё. Воинские искусства Японии : Научно-популярный методический сборник. — ООО «Будо-спорт», 2001. — В. 6. — С. 2—6.
  6. Order of the Rising Sun (ингл.). NNDB. Дата обращения: 2 март 2010. Архивировано 23 август 2011 года.
  7. Сугавара Садамото. Новый учебник по дзюдо, объясняющий сокровенные секреты. — М.: Издательский дом «Будо-Спорт», 2007. — С. 126. — 138 с. — ISBN 5-90-182626-4.
  8. 8,0 8,1 Горбылёв А.М. Очерк истории дзюдо. «Смертельная битва» с дзю-дзюцу (рус.) // Додзё. Воинские искусства Японии : Научно-популярный методический сборник. — ООО «Будо-спорт», 2001. — В. 7. — С. 5—14.
  9. 9,0 9,1 9,2 9,3 Г. Пархомович. Основы классического дзюдо. — «Урал-Пресс», 1993. — 302 с. — ISBN 5-86610-037-1.
  10. 10,0 10,1 10,2 10,3 10,4 10,5 10,6 Горбылёв А.М. Очерк истории дзюдо. От национального признания к олимпийскому виду спорта (рус.) // Додзё. Воинские искусства Японии : Научно-популярный методический сборник. — ООО «Будо-спорт», 2001. — В. 8. — С. 5—13.
  11. С. А. Косоротов, А. Д. Арабаджиев. Каноны дзюдо. — М.: Издательский дом «Будо-Спорт», 2007. — С. 20. — 128 с. — ISBN 5-901826-12-4.
  12. Kodokan Judo facts and history (ингл.). — История Кодокан дзюдо и факты. Дата обращения: 20 ноябрь 2009. Архивировано 23 август 2011 года.
  13. Richard Bowen. Origins (ингл.). Budokwai.org. Дата обращения: 4 июль 2010. Архивировано 23 август 2011 года. 2011 йыл 3 сентябрь архивланған.
  14. 14,0 14,1 Национальный союз дзюдо и Федерация дзюдо России. История дзюдо. Judo.ru. Дата обращения: 30 июнь 2010. Архивировано 23 август 2011 года. 2011 йыл 26 июль архивланған.
  15. Лукашев М. Н. Сотворение САМБО. Родиться в царской тюрьме, чтобы умереть в сталинской. Борьба САМБО (www.sambo.spb.ru). Дата обращения: 2 март 2010. Архивировано 23 август 2011 года.
  16. International Judo Federation (ингл.). Дата обращения: 30 июнь 2010. Архивировано 2 февраль 2012 года. 2012 йыл 30 ғинуар архивланған.
  17. Национальный союз дзюдо и Федерация дзюдо России. История отечественного дзюдо. Judo.ru. Дата обращения: 30 июнь 2010. Архивировано 23 август 2011 года. 2011 йыл 2 сентябрь архивланған.
  18. рандори (япон. 乱取りрандори?, букв. «свободные захваты», борьба по предварительно заданным правилам с целью обучения каким-либо техническим приёмам)
  19. Введено Международной федерацией дзюдо с 1986 года по предложению Антона Гесинка.
  20. Judo Ranks and Grading (ингл.). Дата обращения: 7 июль 2010. Архивировано 23 август 2011 года. 2011 йыл 5 октябрь архивланған.
  21. Don Cunningham. Belt colors and ranking tradition (ингл.). Дата обращения: 7 июль 2010. Архивировано 23 август 2011 года. 2010 йыл 10 июль архивланған.
  22. Neil Ohlenkamp. The Judo Rank System (ингл.). Дата обращения: 7 июль 2010. Архивировано 23 август 2011 года. 2011 йыл 7 август архивланған.
  23. Ranking System and Belt Colors (ингл.). Judopedia. Дата обращения: 7 июль 2010. Архивировано 23 август 2011 года. 2010 йыл 8 октябрь архивланған.
  24. Marine Corps Combat Development Command. Fundamentals of Marine Corps aArtial Arts. — Quantico, Virginia 22134: United States Marine Corps. Martial Arts Center of Excellence. The Basic School.. — 149 с.
  25. «вадза-ари» (япон. 技ありвадза ари?, букв. «половина техники»)
  26. Judo. International Organization of Sport for the Disabled (IOSD) (ингл.). Official Website of the Paralympic Movement. Дата обращения: 17 ноябрь 2009. Архивировано 23 август 2011 года.
  27. Emilio Bruno. The Development of Judo Weight Classes (ингл.) (20 июнь 1972). Дата обращения: 7 июль 2010. Архивировано 23 август 2011 года. 2012 йыл 13 февраль архивланған.
  • Кано Дзигоро. Общие сведения о дзюдо и его ценности в деле воспитания (рус.) // Хидэн. Боевые искусства и рукопашный бой : Научно-методический сборник под редакцией Горбылёва А. М.. — М.: ФГУП Издательство «Известия» УД П РФ, 2008. — В. 1. — С. 118—173.
  • Горбылёв А.М. Очерк истории дзюдо. От национального признания к олимпийскому виду спорта (рус.) // Додзё. Воинские искусства Японии : Научно-популярный методический сборник. — М.: ООО «Будо-спорт», 2001. — В. 8. — С. 5—13.
  • Г. Пархомович. Основы классического дзюдо. — «Урал-Пресс», 1993. — 302 с. ISBN 5-86610-037-1.
  • С. А. Косоротов, А. Д. Арабаджиев. Каноны дзюдо. — М.: Издательский дом «Будо-Спорт», 2007. — 128 с. — ISBN 5-901826-12-4.
  • Jigoro Kano. Kodokan Judo: The Essential Guide to Judo. — Kodansha International, 1994. — 264 с. — ISBN 4770017995.Kodokan Judo: The Essential Guide to Judo. — Kodansha International, 1994. — 264 с. — ISBN 4770017995.
  • Kyuzo Mifune. The Canon of Judo: Classic Teachings on Principles and Techniques. — 2nd edition. — Kodansha International, 2004. — 224 с. — ISBN 4770029799.The Canon of Judo: Classic Teachings on Principles and Techniques. — 2nd edition. — Kodansha International, 2004. — 224 с. — ISBN 4770029799.