Location via proxy:   [ UP ]  
[Report a bug]   [Manage cookies]                
Эстәлеккә күсергә

Дуһалар

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Дуһалар
Үҙ атамаһы

духаа, туъhа, урянхай уйғурҙары

Һаны һәм йәшәгән урыны

Барлығы: 282 кеше.[1]
Монголия Монголия

Тел

Дуһа теле, Монгол теле

Дин

шаманизм, буддизм

Раса тибы

монголоид

Халыҡ

төрки халыҡтар, монгол халыҡтары

Туғандаш халыҡтар

сойоттар, тофалар, тывалар, монголдар

Килеп сығышы

төркиләр, Самоди халыҡтары, монголдар

Цаатандар, дуһалар (монг. цаатан, үҙ атамаһы духа́)) — Монголияғы төрки телле халыҡ[2]. Этноним «цаатан» шулай уҡ монгол телле урянхайҙарҙа һәм ҡалмыҡ-торгут ырыуҙарында осрай[3].

2000 йыл халыҡ иҫәбен алыу мәғлүмәттәре буйынса уларҙың һаны Монголияла 303 кеше тәшкил итә , 2010 йыл халыҡ иҫәбен алыу буйынса 282 кешегә тиклем кәмей. Дингә ышаныусылар— шаманизм (57%) һәм буддистар (10%), дингә ышанмаусылар 33%[4].

Монголияның төньяҡ-көнбайышында Дархад соҡоро, Хувсгел аймағында йәшәйҙәр. Альтернатив атамалары — тувиндар(Lattimore 1965: 455). Күбеһенсә болансылыҡ менән шөғөлләнәләр. Традицион йәшәү торлаҡтары — урц (чум) — түңәрәк йылда йәшәйҙәр. Хәҙерге ваҡытта туристарға уйынсыҡ сувенирҙар һатып һәм ҡулға өйрәтелгән боландарҙа йөрөтөп килем алалар.

Монгол, төрки һәм самоди ҡәбиләләренән тип фаразлана.

  1. Результаты переписи населения 2010 года 2017 йыл 15 декабрь архивланған.
  2. Elisabetta Ragagnin (2011). Dukhan, a Turkic Variety of Northern Mongolia, Description and Analysis, Harrassowitz Verlag, Wiesbaden.
  3. Авляев Г. О. Происхождение калмыцкого народа. — Калмыцкое книжное издательство, 2002. — С. 124. — 325 с.
  4. Результаты переписи населения 2010 года (монг.)
  • O. Lattimore Rev.: Mongolia: Unknown Land. Reginald Jorgen Spink by by Bisch. 37 Pacific Affairs, 1965. P. 455-456.