Location via proxy:   [ UP ]  
[Report a bug]   [Manage cookies]                
Эстәлеккә күсергә

Кюсю

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Кюсю
яп. 九州
Характеристики
Майҙаны40 600 км²
Иң бейек нөктәһе1788 м
Халҡы12 000 000 чел. (2010)
Урынлашыуы
33° с. ш. 131° в. д.HGЯO
АкваторияТымыҡ океан
ПрефектураКюсю
Япония
Красная точка
Кюсю
 Кюсю Викимилектә

Кю́сю[1] (япон. 九州Кю:сю:?, һүҙмә-һүҙ «туғыҙ провинция») — ҙурлығы буйына Япония архипелагының өсөнсө утрауы. Майҙаны — яҡынса 40,6 мең км². Халҡы — 12 млн кеше (2010); халыҡ тығыҙлығы — 295,6 кеше/км². Ҡайһы бер фекерҙәр буйынса, япон цивилизацияһының барлыҡҡа килеү урыны тип иҫәпләнә.

Кюсю күрше Хонсю утрауы менән Симоносек (Каммон) боғаҙы аша айырыла, уның аҫтында бер нисә тоннель (автомобиль, тимер юл һәм хатта йәйәүлеләр өсөн) һалынған, ә өҫтөндә Каммон күпере төҙөлгән.

Кюсю көнсығышта — Тымыҡ океан, төньяҡ-көнсығышта — Эске Япон диңгеҙе, көнбайышта — Көнсығыш Ҡытай диңгеҙе һыуҙары менән йыуыла.

Ярҙарҙы (көнсығыштан башҡа) ныҡ йырғыланған. Рельефы таулы (тигеҙлектәр Кюсюның тик көнбайышында һәм төньяҡ-көнбайышында таралған): төньяҡ-көнбайышта — бейек булмаған тауҙар һәм убалар (бейеклектәре 1055 метрға тиклем), көньяҡ-көнсығышта — урта бейеклектәге тауҙар. Иң бейек түбәһе — һүнгән Кудзю вулканы (бейеклеге 1788 м). Тауҙар башлыса вулканик сығышлы тоҡомдарҙан, граниттан һәм һәүерташтарҙан тора. Утрауҙа Японияның иң әүҙем янар вулкандарының береһе Асо (бейеклеге 1592 м), шулай уҡ Кирисима һәм Сакурадзима урынлашҡан. Бихисап термаль сығанаҡтар бар (улар араһында иң билдәлеләре — утрауҙың көнсығышында Бэппу ҡалаһы эргәһендә һәм Кюсюның үҙәк өлөшөндә Асо вулканы тирәһендә урынлашҡан). Утрау ерҙәре таш күмергә бай (иң эре ятҡылыҡтары — Тикуго, Миикэ, Хидзэн). Кюсю утрауы сейсмик хәүефле зонаға ҡарай.

Климат субтропик, муссонлы. Яуым-төшөмдәр йылына 3000 мм тиклем (максимумы — йәйен). Ғинуарҙың уртаса температураһы тауҙарҙа 0 °C-тан яр буйҙарында 10 °C -ҡа тиклем тирбәлә, уртаса июль температураһы — тауҙарҙа 15 °C һәм яр буйында 26 °C-ҡа тиклем тирбәлә. Кюсю Куросио һәм Цусима йылы ағым һыуҙары менән йыуыла.

Йылға селтәре ҡуйы; йылғалары гидроэнергияға бай. Утрауҙың иң оҙон йылғаһы — Тикуго. Флораға бейеклек бүлкәте хас. Түбәнге ярустың (850 метрға тиклем) типик үҫемлектәр — камелиялар, магнолиялар; юғарыраҡ ҡарағайҙар, криптомериялар үҫә. Юғары битләүҙәр туғай һәм ҡыуаҡтар менән ҡапланған. Утрауҙың көньяғында пальмалар һәм папоротниктар өҫтөнлөк иткән тропик муссонлы урмандар таралыу алған.

Кюсюның физик картаһы

Кюсю утрауының халыҡ һаны — 12 000 000 кеше (2010), тығыҙлығы — 295,6 кеше/км². Иң ҙур ҡалаһы — Фукуока (халыҡ һаны 1,4 млн кешенән ашыу), был ҡала Кюсюның мөһим сәйәси һәм иҡтисади үҙәге булып тора. Яртышар миллион кеше Кумамото һәм Кагосима ҡалаларында йәшәй. Нагасаки, Хирадо һәм Оита ҡалалары мөһим мәҙәни үҙәктәр булып тора.

Административ бүленеше

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Административ рәүештә Кюсю 7 префектураға бүленә:

  • Фукуока
  • Сага
  • Нагасаки
  • Кумамото
  • Оита
  • Миядзаки
  • Кагосима

Утрау бер үк исемдәге Японияның иҡтисади төбәгенә — Кюсю регионына керә.

Кюсюның сәнәғәте утрауҙың төньяҡ өлөшөндә тупланған, шул уҡ ваҡытта көньяғында ауыл хужалығы өҫтөнлөк итә. Нагасаки, Китакюсю һәм Оита ҡалалары утрауҙың иң эре индустриаль үҙәктәре булып тора. Күбеһенсә химия сәнәғәте һәм металл эшкәртеү үҫешкән. Көньяғында дөгө, тәмәке, батат үҫтерәләр, һәм шулай уҡ малсылыҡ менән шөғөлләнәләр.

Кюсю Хонсю утрауы менән ер аҫты автомобиль һәм тимер юл тоннелдәре менән тоташҡан, улар Каммон боғаҙы аҫтында һалынған.

  1. Горкин А. П. География. — М.: Росмэн-Пресс, 2006. — 624 с. — (Современная иллюстрированная энциклопедия). — 10 000 экз. — ISBN 5-353-02443-5.
  • Логотип Викисклада Викимилектә Кюсю темаһы буйынса медиафайлдар бар.
  • КЮСЮ // Япония от А до Я. Популярная иллюстрированная энциклопедия. (CD-ROM). — М.: Directmedia Publishing, «Япония сегодня», 2008. — ISBN 978-5-94865-190-3.
  • [ Кюсю] — Ҙур совет энциклопедияһында мәҡәлә
  • Статья Japan на сайте Library of Congress Country Studies (инг.)