Марк Аврелий
Марк Аврелий Антонин (лат. Marcus Aurelius Antoninus; 26 апрель 121, Рим — 17 март 180, Виндобона) — Рим императоры (161—180) Антониндар династияһынан, философ, стоицизмдың һуңғы вәкиле, Эпиктеттың юлын дауам итә. Иң яҡшы биш императорҙың һуңғыһы.
Сығышы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Марк Аврелий испан сығышлы сенатор ғаиләһенә ҡарай. Уның атаһы буйынса ҡарт олатаһы Анний Вер (преномены билдәһеҙ) Римгә Бетиканан күсеп килә, император Нерон эргәһендә претура ала, ә Веспасианда хеҙмәт иткәнендә патрициат составына индерелә (73/74 йылдар). Вераның улы, Марк Анний Вер, өс тапҡыр консул вазифаһын биләй (97, 121 йыл һәм 126 йылдар) һәм император фамилияһы менән туғанлаша. Ул ҡатыны Рупилия Фаустина (Марк Аврелийҙың өләсәһе) Адриандың ҡатыны Вибия Сабинаның бер туған һеңлеһе һәм Траяндың туғаны була. Вер һәм Рупилияның ҡыҙы, Галерия Фаустина, Адриандың үгәй улы һәм власының вариҫы — Антонин Пий булараҡ танылған Тит Аврелий Фульва Бойония Аррий Антониндың ҡатыны була.
Марк Аврелийҙың атаһы — тағы ла бер Вер Анний Марк (өлкән Марк Анний һәм Рупилия Фаустинаның улы), ә әсәһе — Домиция Луцилла, 109 йылда консул булған Публий КальвизияТулла Рузондың ҡыҙы[7].
Бала сағы һәм үҫмер йылдары
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Марк Анний Вер (беренсе уллыҡҡа алғандан һуң — Марк Анний Катилий Север, ә икенсе тапҡыр уллыҡҡа алынғандан һуң — Марк Элий Аврелий Вер Цезарь), тарихҡа Марк Аврелий исеме аҫтында инеп ҡала, ул Римдә 121 йылдың 26 апрелендә тыуа. Уны тәүҙә император Адриан Домиций Луцилла Паулино әсәһенең өсөнсө ире — Публий Катилий Север (120 йылда консул) уллыҡҡа ала, һәм ул Марк Анний Катилий Север тип атала башлай. 139 йылда уллыҡҡа алған атаһы вафатынан һуң уны император Антонин Пий уллыҡҡа ала, һәм ул Марк Элий Аврелий Вер Цезарь тигән исемдә йөрөй.
Марк Аврелий бик яҡшы белем ала. Император Адриан иҫән саҡта Марк Аврелий, йәш булыуына ҡарамаҫтан, квесторлыҡҡа тәҡдим ителә, ә ярты йылдан — Адриандың вафатынан һуң , Марк квестор вазифаһына баҫа (138 йылдың 5 декабрендә) һәм административ эшмәкәрлек менән шөғөлләнә башлай. Шул уҡ йылда үҙенең ике туған һеңлеһе Анния Галерия Фаустина менән никахлаша, ә Анния — Андриан тәхетенең вариҫы, император Антонин Пийҙың ҡыҙы. Марк Аврелийҙың уның менән никахтағы балалары: Анния Аврелия Галерия Луцилла, Анния Аврелия Галерия Фаустина, Элий Антонин, Элий Адриан, Домиций Фаустин, Фадилла, Корнифиция, Коммод (буласаҡ император),Тит Аврелий Фульвий Антонин, Элий Аврелий, Марк Анний Вер Цезарь, Вибий Аврелий Сабин. Марк Аврелийҙың 12 балаһынан 6-һы бала сағында вафат була, ололар сафына тик Коммод, Луцилла, Фаустина, Сабина, Фадилла һәм Корнифиция ғына баҫа.
Ул Антонин Пий тарафынан 140 йылға консуллыҡҡа билдәләнә һәм цезарь тип иғлан ителә. 145 йылда Пий менән бергә икенсе тапҡыр консул тип иғлан ителә.
Марк Аврелий 25 йәшендә философия менән шөғөлләнә башлай; Квинт Юний Рустик Марк Аврелийҙың төп остазы була. Уның өсөн Римға саҡырып килтерелгән башҡа философтар тураһында мәғлүмәттәр бар. Билдәле юрист Люций Волузий Мециан Марк Аврелийҙы гражданлыҡ хоҡуҡтарына өйрәтә.
161 1 ғинуарында Марк аҫрауға алынған ҡустыһы Люций Вер менән бергә үҙенең өсөнсө консуллығына баҫа. Шул уҡ йылдың мартында император Антонин Пий вафат була, һәм Марк Аврелий һәм Луций Вер бергә идара итә бкашлай. 169 йылдың ғинуарында Луцийҙың вафатынан һуң Марк Аврелий бер үҙе хакимлыҡ итә (177 йылға тиклем).
Идара итеү
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Марк Аврелий үҙенең үгәй атаһы Антонин Пийҙан күп нәмәгә өйрәнә. Уның кеүек үк, Марк Аврелий һәр саҡ учреждение булараҡ сенатҡа һәм шул учреждениеның аҡзалары булараҡ сенҙаторҙарға үҙенең ихтирам итеүен һыҙыҡ өҫтөнә ала.
Марк Аврелий суд эшмәкәрлегенә ҙур иғтибар бүлә. Хоҡуҡ өлкәһендә эшмәкәрлегенең дөйөм йүнәлештәре: «яңылыҡ индереүгә ҡарағанда, боронғо хоҡуҡты ҡайтанан тергеҙеү» менән шөғөлләнә. Афинала ул шул дәүерҙә философияның өҫтөнлөклө рәүештә үҫешкән академик, перипатетик, стоицизм, эпикурейлыҡ йүнәлештәре буйынса дүрт философия кафедраһын ойоштора. Профессорҙарға дәүләттән эш хаҡы тәғәйенләнә. Уға тиклемге императорҙар хакимлыҡ иткәндәге кеүек, аҙ тәьмин ителгән ата-әсәләр барларына һәм йәтимдәргә ярҙам институты һаҡлана, финанслау алиментар учреждениелар аша башҡарыла.
Характеры буйынса һуғышсан булмаһа ла, Аврелийға хәрби хәрәкәттәрҙә күп тапҡырҙар ҡатнашырға тура килә.
Антонин Пий вафатынан һуң уҡ Парфия ғәскәре Рим биләмәләренә баҫып инә, ике алышта римлеләр еңелә. 166 йылда Рим империяһы Парфия менән солох килешеүе төҙөй, уға ярашлы Төньяҡ Месопотамия Парфияға бирелә, ә Әрмәнстан Римдәрҙә ҡала. Шул уҡ йылда герман ҡәбиләләре Римдең Дунайҙағы биләмәләренә инә. Маркомандар провинцияһына бәреп инә Паннония, Норик, Реция провинцияларына баҫып инә, Альп тауҙары аша Төньяҡ Италиянан Аквилеяға тиклем үтеп инә. Төньяҡ Италия һәм Паннонияға өҫтәмә хәрби контингент, шул иҫәптән көнсығыш фронттан да хәрбиҙәр күсерелә. Өҫтәмә ғәскәр йыйыу башлана, шул иҫәптән гладиаторҙар һәм ҡолдар араһынан да. Император-хакимдаштар варварҙарға ҡаршы походтарҙа ҡатнаша. Германдар һәм сарматтар менән һуғыш тамамланмаған була, ә Төньяҡ Мысырҙа (172) тулҡынланыуҙар башлана.
178 йылда Марк Аврелий германдарға ҡаршы походҡа етәкселек итә, ул ҙур уңыштарға өлгәшә, ләкин Рим ғәскәрҙәре тағун эпидемияһынан ҡырыла башлай. 180 йылдың 17 мартында Марк Аврелий Дунайҙа (хәҙерге Вена) Виндобонала тағун сиренән вафат була. Марк Аврелий вафатынан һуң рәсми рәүештә була изгеләштерелә. Ул хакимлыҡ иткән дәүер антик тарихи традицияларҙа алтын быуат тип иҫәпләнә. Марк Аврелийҙы «тәхеттә ултырған философ» тип атайҙар. Ул стоицизмпринциптарын тота, һәм уның яҙмаларында иң мөһиме — этик тәғлимәт, тормошто философик-әхлаҡи яҡтан баһалау һәм уға ниндәй күҙлектән ҡарау тураһында кәңәштәр.
Философияһы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Марк Аврелий фәлсәфәүи яҙмалар ҡалдыра — грек телендә яҙылған 12 «китаб» (китап бүлектәре), уларҙың дөйөм атамаһы «Үҙ-үҙеңдә»[8]. Марк Аврелийҙың философия буйынса остаздары араһында стоицизм яҡлылар: Юний Рустик, Аполлоний Халкедонский, Максим Клавдий.
Һуңғы стоицизм вәкиле булараҡ , Марк Аврелий үҙ фәлсәфәһендә этикаға ҙур иғтибар бүлә, ә философияның башҡа бүлектәре пропедевтик маҡсатҡа хеҙмәт итә[8].
Кинолағы образы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Марк Аврелий образын Энтони Манндың «Рим Империяһының ҡолауы» (1964) фильмында Алек Гиннесс һәм Ридли Скотттың «Гладиатор» (2000) фильмында Ричард Харрис кәүҙәләндерә.
2002 йылда «Альтаир-ТВ» телекомпанияһы «Марк Аврелий. Императорҙың һуңғы триумфы» документаль фильм сығара.
Иҫкәрмәләр
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- ↑ Record #102895066 // VIAF (билдәһеҙ) — [Dublin, Ohio]: OCLC, 2003.
- ↑ 2,0 2,1 2,2 2,3 2,4 2,5 2,6 2,7 Любкер Ф. Antoninus (урыҫ) // Реальный словарь классических древностей по Любкеру / под ред. Ф. Ф. Зелинский, А. И. Георгиевский, М. С. Куторга, Ф. Гельбке, П. В. Никитин, В. А. Канский, пер. А. Д. Вейсман, Ф. Гельбке, Л. А. Георгиевский, А. И. Давиденков, В. А. Канский, П. В. Никитин, И. А. Смирнов, Э. А. Верт, О. Ю. Клеменчич, Н. В. Рубинский — СПб.: Общество классической филологии и педагогики, 1885. — С. 107.
- ↑ Марк-Аврелий, Антонин (урыҫ) // Военная энциклопедия — СПб.: Иван Дмитриевич Сытин, 1914. — Т. 15. — С. 201.
- ↑ Rohden P. v. Annius 91 (нем.) // Kategorie:RE:Band I,2 — 1894.
- ↑ Любкер Ф. Fronto (урыҫ) // Реальный словарь классических древностей по Любкеру / под ред. Ф. Ф. Зелинский, А. И. Георгиевский, М. С. Куторга, Ф. Гельбке, П. В. Никитин, В. А. Канский, пер. А. Д. Вейсман, Ф. Гельбке, Л. А. Георгиевский, А. И. Давиденков, В. А. Канский, П. В. Никитин, И. А. Смирнов, Э. А. Верт, О. Ю. Клеменчич, Н. В. Рубинский — СПб.: Общество классической филологии и педагогики, 1885. — С. 535—536.
- ↑ Любкер Ф. Rusticus (урыҫ) // Реальный словарь классических древностей по Любкеру / под ред. Ф. Ф. Зелинский, А. И. Георгиевский, М. С. Куторга, Ф. Гельбке, П. В. Никитин, В. А. Канский, пер. А. Д. Вейсман, Ф. Гельбке, Л. А. Георгиевский, А. И. Давиденков, В. А. Канский, П. В. Никитин, И. А. Смирнов, Э. А. Верт, О. Ю. Клеменчич, Н. В. Рубинский — СПб.: Общество классической филологии и педагогики, 1885. — С. 1169.
- ↑ Доватур, 1993, с. 79
- ↑ 8,0 8,1 Столяров А. А. Марк Аврелий Антонин — статья в Новой философской энциклопедии.
Әҙәбиәт
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Текстар һәм тәржемәләр
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Греческий текст (издание 1882 года)
- Английский перевод Дж. Лонга
- В «Loeb classical library» сочинение издано под № 58.
- В серии «Collection Budé» начато издание его сочинения: Marc Auréle. Écrits pour lui-même. Tome I: Introduction générale. Livre I. Texte établi et traduit par P. Hadot, avec la collaboration de C. Luna. 2e tirage 2002. CCXXV, 94 p.
Урыҫсаға тәржемәләр
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Житие и дела Марка Аврелия Антонина цесаря римского, а при том собственныя и премудрыя его рассуждения о себе самом. С немецкого перевёл С. Волчков. СПб., 1740. 112, 256 стр.
- 5-е изд. СПб., 1798.
- Размышления императора Марка Аврелия О том, что важно для самого себя. / Пер. Л. Д. Урусова. Тула, 1882. X, 180 стр.
- переизд.: М., 1888, 1891, 1895, 108 с.; М., 1902, 95 с. М., 1911, 64 с. М., 1991.
- К самому себе. Размышления. / Пер. П. Н. Краснова. СПб., 1895. 173 стр.
- Наедине с собой. Размышления. / Пер. С. М. Роговина, вступ. очерк С. Котляревского. (Серия «Памятники мировой литературы»). М.: Изд-во Сабашниковых, 1914. LVI, 199 стр.
- (неоднократно переиздавался с 1991 года)
- Марк Аврелий Антонин. Размышления. / Пер. и прим. А. К. Гаврилова. Статьи А. И. Доватура, А. К. Гаврилова, Я. Унта. Комм. Я. Унта. (Серия «Литературные памятники»). Л.: Наука, 1985. 245 стр. 25000 экз.
- 2-е изд, испр. и доп. СПб.: Наука, 1993. 248 стр. 30000 экз.
- Марк Аврелий. К себе самому. / Пер. В. Б. Черниговского. М.: Алетейа, Новый Акрополь, 1998. 224 стр.
Тикшеренеүҙәр
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Франсуа Фонтенruen. Марк Аврелий / Перевод Н. Зубкова. — М.: Молодая гвардия, 2005. — 336 с. — (Жизнь замечательных людей). — 5000 экз. — ISBN 5-235-02787-6.
- Ренан Э. Марк Аврелий и конец античного мира. СПб., 1906.
- Унт Я. «Размышления» Марк Аврелия как литературный и философский памятник // Марк Аврелий. Размышления. Пер. А. К. Гаврилова. Л., 1985. — С. 93—114.
Һылтанмалар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Марк Аврелий Викимилектә |
- Максим Мошков китапханаһында Марк Аврелий
- Пантелеев А. Д. Христиане в правление Марка Аврелия . Исследования и публикации по истории античного мира. 2005. Архивировано 4 август 2012 года.
- Марк Аврелий. «Наедине с собой 2022 йыл 19 август архивланған.»
- Хорхе Анхель Ливрага «Последний триумф императора», статья в журнале «Новый Акрополь», 1998 г.
Ҡалып:Римские императоры Ҡалып:Династия Антонинов Ҡалып:Римские консулы 139—160 годов Ҡалып:Римские консулы 161—192 годов
- 26 апрелдә тыуғандар
- 121 йылда тыуғандар
- Римда тыуғандар
- 17 мартта вафат булғандар
- 180 йылда вафат булғандар
- Википедия:Cite web (заменить webcitation-архив: deadlink no)
- Хеҙмәттәре беҙҙең көнгә килеп еткән антик яҙыусылар
- Вабанан вафат булғандар
- Венала вафат булғандар
- Шәхестәр:Этика
- Боронғо Рим философтары
- Боронғо грек философтары