Ҡарағас
Ҡарағас | |
Халыҡ-ара ғилми атамаһы | Larix Mill., 1754[1] |
---|---|
Таксономия рангыһы | Ырыу[1] |
Яҡындағы юғарыраҡ кимәлдәге таксон | Laricoideae[d] |
Таксондың халыҡ атамаһы | larch[2], Lork[3], 落叶松属[4], 落叶松属[5][6][7][…] һәм macesen[8] |
Этот таксон является источником | ҡарағас[d] |
GRIN URL | npgsweb.ars-grin.gov/gri…[9] |
PAEnflowered taxon URL | paenflowered.org/apgii/p… |
Ҡарағас Викимилектә |
Ҡарағас (лат. Lárix) — ҡарағайҙар ғаиләһенә ҡараған ағас үҫемлектәр төрө, ылыҫлы ағастарҙың иң таралған тоҡомдарының береһе. Йыл һайын ҡышҡылыҡҡа ылыҫын ҡоя.
Аталышы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Боронғо латин телендә Larix һүҙе тигән һүҙ Европа ҡарағасын, шул иҫәптән Өлкән Плиний, Витрувий һәм Лукан ҡулланған[10]. Фәнни атама булараҡ әҙәбиәткә Карл Линнейға тиклем күпкә алдараҡ, XVI быуат башында индерелә[11]. Килеп сығышы бөтөнләй асыҡ түгел. Ҡайһы бер авторҙар фекеренсә, был ыҫмаланың галдарҙағы атамаһы, йәки кельттарҙағы lar һүҙенән — мул, бай (ыҫмалаһы күп). Башҡалар фекеренсә, был һүҙ латин телендәге laridum, lardum һүҙенән — майлы, сөнки ағастар ныҡ сыҙамлы[11]. Архитектура тураһында хеҙмәтендә Витрувий Ларигнум ҡалаһы тураһында легенданы телгә ала. Уның ҡарағастан эшләнгән стеналарын ҡамаусылар яндыра алмаған, шунан һуң ағасҡа был ҡала исеменән атама бирелгән[12]. Карл Линней төр атамаһы сифатында файҙаланылған был һүҙҙе ҡарағасты ҡарағайҙан айырыу өсөн ҡулланған[11].
Урыҫтар «лиственница» тигән исем ошо ылыҫлы ағастың ҡылығына ҡарап бирә: йыл һайын ҡышҡа япраҡлы ағастар кеүек энәһен ҡоя[13]
Таралышы һәм үҫеү мөхите
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Евраазияның һәм Төньяҡ Американың урта, һыуыҡ (субарктик) һәм альп аралығы (субальпик) бүлкәттәре өлкәләрендә үҫә. Донъяла һәм Рәсәйҙә һан буйынса иң күп таралған ағас[14][15]. Рәсәйҙән тыш тәбиғи ареалы Европа менән Азияның ҡайһы бер илдәренең таулы өлкәләрен солғап алған. Шулай уҡ тәбиғи хәлдә Канада биләмәләрендә лә киң таралған. АҠШ-тың төньяҡ биләмәләрендә һәм Аляскала һирәгерәк. Ул таҙа ҡарағас урмандары булып та, шул уҡ ваҡытта башҡа ағастар менән ҡатнашып та үҫә. СССР биләмәһендә ҡарағас урмандары (бар төрҙәрен дә иҫәпкә алып) 258 млн гектар майҙанды тәшкил иткән (яҡынса илдең барлыҡ урмандарының 40 % тирәһе). Ә сеймал ағас запасы 26 млрд м³-ҙан күберәк булған[16]. Яңыртылған мәғлүмәттәр буйынса, Рәсәйҙә ҡарағас урмандарының майҙаны яҡынса 264 миллион гектарға баһалана, дөйөм урман ҡаплаған майҙандарҙа уларҙың өлөшө шул уҡ кимәлдә тиерлек ҡалған, ә уларҙа дөйөм ағас запасы — 23,1 миллиард м3[17].
Ботаник мәғлүмәт
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Уңайлы шарттарҙа 50 метрға тиклем үҫә. Был осраҡта олононоң диаметры 1 метрғаса етә. 300—400 йыл йәшәй, 800 йылғаса йәшәгән ҡарағастар ҙа теркәлгән.
Ағастың сатыры йомшаҡ, кәүшәк. Йәш ағастар ҡояшта ялтырап тора, һәм улар конус формаһында. Ағас ҡартайған һайын төрлө ҡиәфәткә инә. Улар түңәрәк, йомортҡа формаһында була. Өҫ яғы тупаҡҡа әйләнә. Бер туҡтауһыҙ ел иҫкән урындарҙа бер яҡҡа ғына ҡараған флаг рәүешендә була.
Ылыҫы бер йыллыҡ, йомшаҡ. Асыҡ йәшел. Үрентеләр әйләнмә рәүешендә, шулай уҡ берәрләп урынлашҡан, ә ҡыҫҡа үрентеләрҙә һәр береһендә 20 — 40 (50) данала булған шәлкемдәрҙә[18].
Көҙөн ҡарағас ылыҫтарын ҡоя.
Ҡарағас — бер өйлө ағас. Ата башаҡтар йомро — йомортҡа һымаҡ, төҫө һары, оҙонлоғо 5-тән — 10 мм-ғаса. Һеркәһе ике һеркәлекле. Һеркәләрендә һауа моҡсалары юҡ. Инә тубырсыҡтар ҡыҙғылт-алһыу йәки йәшел төҫтә. Һеркәләнеү осоро ылыҫын ярған ваҡытта йәки ярып бөткәс башлана. Көньяҡта апрель — майҙарға тура килһә, төньяҡта — июндә. Тубырсыҡтары сәскә атҡан йылдың көҙөнә өлгөрә. Ул йомортҡа формаһында йәки оҙонса түңәрәк рәүешендә булырға мөмкин. Оҙонлоғо 5-тән 10 мм-ғаса. Орлоҡ ҡабырсыҡтары ҡаты, ҡаплағыстарынан оҙонораҡ. Тубырсыҡтар өлгөрөп етеү менән йәки яҙғыһын асыла. Орлоҡтары ваҡ, йомортҡа формаһында, ян-яҡта тығыҙ йәбешкән япраҡтары була. Ағас 15 йылдан һуң ғына емешләнә башлай. Иң емешле йылдары 6 — 7 йыл аша ҡабатланып тора. Орлоҡтарының шытымы түбән.
Ағастың тамыры ғәҙәти шарттарҙа бик көслө, тармаҡлы. Үҙәк тамыры бик үҫешмәгән, әммә ян тамырҙары тәрәнгә китә, улар көслө елдәргә ҡаршы тороуға ярҙам итә. Үтә еүеш тупраҡта, шулай уҡ мәңгелек туң ерҙәрҙә тамырҙары өҫтә. Ундай ағастар елгә бирешеп бара, көслө ел ваҡытында ауып барыусан.
Ҡарағас — яҡты яратыусы ағас. Яҡтылыҡ етерлек булған урындарҙа ул тиҙ үҫә, яңыра. Яҡшы шарттар булғанда ла, улар етеҙ үҫә. 20 йәшлек ағастар йылына 50 — 100 см-ғаса үҫергә мөмкин. Яҙғы ҡырауҙарға бирешмәй. Ҡышҡы түбән температуралы һыуыҡтарға тотороҡло. Йылыға талымһыҙ, шуға ла Поляр түңәрәк аръяғында ла, бейек тауҙарҙа ла киң таралған.
Тупраҡҡа ла бик талымһыҙ. Мүк баҫҡан һаҙлыҡта ла, үтә дымлы ерҙәрҙә лә, мәңгелек туңлыҡта ла, ҡоро ҡаялы тау итәктәрендә лә берҙәй үҫә. Әлбиттә, ундай уңайһыҙ ерҙәрҙә зәғиф һәм кәрлә булалар. Яҡшы тупраҡтар ҡарағасҡа матур булып үҫеүгә уңайлы шарттар тыуҙыра. Бындай урындар — һөҙәк тау итәктәре һәм йылға үҙәнлектәре. Йәш үҫентеләр кимереүселәргә бирешеп бармай[19][20][21][22][23].
Ҡулланыу
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Ағастың үҙәге (үҙағас) тар сөсөклө һәм ҡыҙыл бурҙат йәҙрәле, һығылмалы, ҡаты, ныҡлы, ыҫмалалы, сереүгә ҡаршылығы ныҡ тотороҡло. Яңы ғына киҫелгән сағында ауырлыҡ күләме массаһы — 0,9—1,1, асыҡ һауала ятып кипкәс, 0,7—0,8. Ныҡлығы һәм оҙаҡ ваҡыт бер нимәгә бирешмәй һаҡланыуы сәбәпле, ул һәр ерҙә киң ҡулланыла. Төҙөлөш эштәренән башлап химия сәнәғәтенә тиклем ҡулланылыш тапҡан. Ҡатылығы буйынса ул тик имәндән генә бер аҙға ғына, 1 пунктҡа ҡалыша. Бринелль шкалаһы буйынса имән 110 берәмек булһа, ҡарағас 109 берәмек тәшкил итә[24].
Ағас материалы булараҡ, үҙенсәлеге буйынса сағыштырмаса тотороҡло булыу сәбәпле, уны башҡа төрҙәргә ҡарағанда йышыраҡ сей килеш файҙаланалар. Әлбиттә, ыҫмалалығы юғары булғанға, төҙөлөш материалы булараҡ файҙаланыу мәшәҡәттәр тыуҙыра. Ҡарағас тулыһынса кибеп етеп, ыҫмалаһы тығыҙланһа, ҡағылған ҡаҙауҙы кире һурып сығарып булмай. Мәғдән (металл) ҡаҙау өҙөлөп ҡала. Шулай уҡ унан ярылған таҡта бик ауыр һәм ыҫмалалы. Берәй конструкция төҙөргә булһа, мотлаҡ өҫтәлмә технологик операциялар уйлап табыу талап ителә. Саморездар йәки резьбалы тоташтырғыстар һәм өҫтәлмә ҡорамалдар кәрәк буласаҡ.
Ҡарағастың ҡайыры 18 % таннидтарҙан тора. Ул бурҙат-алһыу төҫтә, һәм туҡымалар, күн материалдар буяуҙа файҙаланыла.
Иҫкәрмәләр
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- ↑ 1,0 1,1 Maarten J.M. Christenhusz, Reveal J. L., Farjon A., Gardner M. F., Mill R. R., Chase M. W. A new classification and linear sequence of extant gymnosperms (ингл.) // Phytotaxa — Magnolia Press, 2011. — Vol. 19, Iss. 1. — P. 55–70. — ISSN 1179-3155; 1179-3163 — doi:10.11646/PHYTOTAXA.19.1.3
- ↑ база данных растений Министерства сельского хозяйства США (ингл.)
- ↑ https://www.nederlandsesoorten.nl/linnaeus_ng/app/views/species/nsr_taxon.php?id=119454
- ↑ https://www.iplant.cn/frps/vol/7 / под ред. Ч. Ваньцзюнь, Ф. Лиго — 1978. — Т. 7. — Б. 168.
- ↑ 彭莳嘉, 罗源, 蔡宏宇, 张晓玲, 王志恒 全球变化情景下的中国木本植物受威胁物种名录, A new list of threatened woody species in China under future global change scenarios (ҡыт.) // 生物多样性 — 2022. — Т. 30, вып. 5. — Б. 21459. — ISSN 1005-0094 — doi:10.17520/BIODS.2021459
- ↑ 肖翠, 刘冰, 吴超然, 马金双, 叶建飞, 夏晓飞, 林秦文 北京维管植物编目和分布数据集, A dataset on inventory and geographical distributions of vascular plants in Beijing, China (билдәһеҙ) // 生物多样性 — 2022. — Т. 30, вып. 6. — Б. 22064. — ISSN 1005-0094 — doi:10.17520/BIODS.2022064
- ↑ 王洪峰, 董雪云, 穆立蔷 黑龙江省野生维管植物名录, Checklist of tracheophyte in Heilongjiang Province (билдәһеҙ) // 生物多样性 — 2022. — Т. 30, вып. 6. — Б. 22184. — ISSN 1005-0094 — doi:10.17520/BIODS.2022184
- ↑ (unspecified title) (словен.) — Tehniška založba Slovenije, 1999. — ISBN 86-365-0300-0
- ↑ Таксономия растений GRIN (ингл.)
- ↑ И.Х.Дворецкий. Латинско-русский словарь.
- ↑ 11,0 11,1 11,2 Лиственница (Larix). Сем. Сосновые. Энциклопедия декоративных садовых растений.
- ↑ Витрувиус, Поллио. Десять книг об архитектуре Витрувия. — Всесоюзная академия архитектуры, 1938.
- ↑ Этимологический онлайн-словарь русского языка Шанского Н.М.
- ↑ Страхов В.В., Писаренко А.И., Борисов В.А. Леса мира и России // Бюллетень Министерства природных ресурсов РФ «Использование и охрана природных ресурсов России». — М., 2001. — № 9. — С. 49—63.
- ↑ Список стран по площади лесов. Сайт «NoNews.co».
- ↑ ЛИСТВЕННИЧНЫЕ ЛЕСА. Лесная энциклопедия: В 2-х т., т.2/Гл.ред. Воробьев Г. И.; Ред.кол.: Анучин Н. А., Атрохин В. Г., Виноградов В. Н. и др. — М.: Сов. энциклопедия, 1986.-631 с., ил.
- ↑ Географические сведения о России. Национальный атлас России. Том 3. Лесное хозяйство. 2019 йыл 16 июнь архивланған.
- ↑ Дендрология: учеб. пособие для студ. высш. учеб. заведений / В. Ф. Абаимов. — 3-е изд., перераб. — М. : Издательский центр «Академия», 2009. — 368 с.
- ↑ Каппер О. Г. Хвойные породы. Лесоводственная характеристика. Гослесбумиздат, Москва-Ленинград, 1954.
- ↑ ЛИСТВЕННИЦА. Лесная энциклопедия: В 2-х т., т.2/Гл.ред. Воробьев Г. И.; Ред.кол.: Анучин Н. А., Атрохин В. Г., Виноградов В. Н. и др. — М.: Сов. энциклопедия, 1986.-631 с., ил.
- ↑ Лиственница на территории России. Ремонт. Строительство. Интерьер. Лесное дело и деревообработка.
- ↑ Лиственница — Интернет-журнал «Живой лес»
- ↑ Дылис Н. В. Лиственница. — М.: Лесная пром-сть, 1981. — 96 с. ил.— (Б-чка «Древесные породы»).
- ↑ Крук Н.К., Пальченко А.К., Шараг Е.И., Янушко А.Д. Лиственница: свойства древесины . Научно-техническая информация в лесном хозяйстве. Министерство лесного хозяйства Республики Беларусь (2006 г.). 2015 йыл 2 апрель архивланған.
Әҙәбиәт
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Анненков|Pinus Larix
- Лиственница // Брокгауз һәм Ефрондың энциклопедик һүҙлеге: 86 томда (82 т. һәм 4 өҫтәмә том). — СПб., 1890—1907. (рус.)
- Книга:Биологический энциклопедический словарь|с=324
- Бобров Е. Г. История и систематика лиственниц. — Л., 1972.
- Авров Ф. Д. Экология и селекция лиственницы. — Томск: Спектр, 1996
- Андриянова Е., Мочалова О., Фирсов Г. Глухариные сады : Видоизменение кроны лиственницы под воздействием экстремальных факторов // Цветоводство : журнал. — 2008. — № 5. — С. 28—29.
- Воробьёв Д. П. Дикорастущие деревья и кустарники Дальнего Востока. — М.: Наука, 1968.
- Дылис Н. В. Сибирская лиственница. (Материалы к систематике, географии и истории). — М.: изд-во МОИП, 1948. — Нов. сер., бот., вып. 2. — 139 с.
- Дылис Н. В. Лиственница Восточной Сибири и Дальнего Востока. Изменчивость и природное разнообразие. — М., 1961. — 210 с.
- Дылис Н. В. Лиственница. — М.: Лесн. пром-сть, 1981. — 96 с. — (Б-течка «Древесные породы»). — УДК 630* 174.753
- Кабанов Н. Е. Хвойные деревья и кустарники Дальнего Востока. — М.: Наука, 1977.
- Орлова Л. В. Конспект дикорастущих и некоторых интродуцированных видов рода Larix Mill. (Pinaceae) флоры Восточной Европы // Новости систематики высших растений. — 2011. — Т. 43. — С. 5—18.
- Солодухин Е. Д. Деревья, кустарники и лианы советского Дальнего Востока. — Уссурийск, 1962.
- Усенко Н. В. Деревья, кустарники и лианы Дальнего Востока. — Хабаровск: Кн. изд-во, 1984.
- Цветоводство: журнал. — 2007. — № 5. — С. 38—41.