Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Һаҙ ябалағы, бупылдаҡ, бипапай — (болотная сова)
Ҡарғанан бәләкәйерәк. Башлыса ерҙә йөрөй, ағасҡа һирәк ҡуна. Көндөҙ ҙә һунар итә. һырты һарғылт ерән, ҡорһаҡ яғы аҡ. Бөтә кәүҙәһе буй-буй ҡара-көрән һыҙыҡтар менән сыбарланған. Башында бер-береһенә яҡын урынлашҡан бәләкәй генә ҡолаҡтары бар. Күҙҙәре һары. Өкө ябалағынан ҡолаҡтары бәләкәй булыуы һәм һары күҙҙәре менән айырыла.
Тауышы тоноҡ: «бу-бу-бу» һәм «ҡъяу-ҡъяу».
Шарлыҡтарҙа, ҡыуаҡлы асыҡ урындарҙа йәшәй. Сысҡан аулай. Күсмә ҡощ. Киң генә таралған. Ерҙә, ағас төптәрендә, тамыр араларында оялай. З—5 бөртөк аҡ йомортҡаһы була. Сысҡандарҙы ҡырып, файҙа килтерә